Гөлфирә АБДУЛЛИНА менән әңгәмә эшләргә булғас коллегабыҙҙың береһе: “Ул Стәрлетамаҡта беҙҙе лә уҡытты. Лекцияларын ҡыҙыҡлы итеп алып барған, миҫалдарын ыңғайына бер нисә телгә тәржемә итеп күрһәткән һоҡланғыс уҡытыусы итеп беләбеҙ”, — тигәйне.
Белем биреү өлкәһендә өс тиҫтә йыл эшләгән, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың фән һәм техник өлкәһендә дәүләт премияһы лауреаты Гөлфирә Риф ҡыҙы тураһында йыш ҡына төрлө һүҙҙәр ишетергә тура килә. Кемгәлер ул — етәксе, кемгәлер — уҡытыусы, кемгәлер — йән дуҫы... Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканын бик талапсан, нескә күңелле, ихлас та, уҫал да тиҙәр. Самауыр янында йыйылып, тәмләп сәй эсеп, рәхәтләнеп һөйләшеп, Гөлфирә Риф ҡыҙын бар яҡлап аса алдыҡ, шикелле. Уҡып сыҡҡандан һуң, һәр кем үҙенсә һығымта яһар. Ә беҙҙең күңелдә иһә был осрашыу йылы бер иҫтәлек булып ҡаласаҡ!
“Шоңҡар”ҙар. Гөлфирә Риф ҡыҙы, әңгәмәбеҙ самауырға бәйле булғас, әүәле һәр өйҙөң табын түрендә шыжлап ултырған ошо ғәжәп “хужабикә”нән башлайыҡ әле. Самауыр тигәс тә нимәләр күҙ алдына килә?
Гөлфирә Абдуллина. Мин бәләкәй саҡта беҙҙең өйҙә күмер самауыры була торғайны. Ап-аҡ итеп ағартылған мейес алдында ғорур ғына ултырғаны хәтерҙә. Әминә өләсәйем (урыны ожмахта булһын), ишек төбөнән атайымдың (ул да хәҙер мәрхүм) итеген алып тороп, самауырҙы гөжләтеп ебәрә ине. Эй күмер борхоп китә! Миңә ҡыҙыҡ. Яңы өйгә күскәндә ниңәлер ул самауыр аласыҡта тороп ҡалды, шунан эҙһеҙ юғалды. Уның ҡарауы, кейәүгә сыҡҡас, ҡәйнәмдәрҙә самауыр сәйе эсеп рәхәтләндем, уның тәме бөтөнләй икенсе бит ул! Әле лә туған йортомда, өйгә йәм биреп, электр самауыры булһа ла ялтырап ултыра. Самауырлы йорт ҡотлораҡ кеүек. Уның янында йылыраҡ, йәмлерәк.
“Шоңҡар”ҙар. Бер башлағанда тигәндәй, бала сағығыҙ тураһында ла һөйләп китегеҙ: ниндәй ғаиләлә үҫтегеҙ? Ниндәй бала булдығыҙ?
Гөлфирә Абдуллина. Мин белә-белгәндән, атай менән әсәйҙән тыш, беҙҙең менән өләсәй йәшәне. Атайым ғүмер буйы водитель, механик, гараж мөдире булып эшләне. Әсәйем икмәк бешереүсе, ашнаҡсы йөгөн тартты. Ғаиләлә дүрт бала: ике ағайым, мин, бер һеңлем. Кесе ағайым, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшләй мәрхүм булып ҡалды. Ғәҙәттәге бала булғанмындыр, тием. Тырышып уҡыным, өйҙәге эштәрҙе лә әйттермәй генә эшләй инем. Дәрестән ҡайтҡас, һыуға барыу, малдарҙы йылғаға һыу эсерергә алып төшөү, иҙән йыуыу, йәшелсә баҡсаһында эшләү һ.б. эштәр минең елкәлә ине. Мәрхүм булғансы, өләсәй беҙҙең “командир” ине, уның менән донъя көттөк, ике ағайымды “атайыңа әйтәм” тип ҡурҡытҡаны хәтерҙә. Шаярышып та ала инек, әммә бер ваҡытта ла сиктән сығып шашынманыҡ. Ике ағайым мине бер ҡасан да ҡыйырһытманы, дуҫ булдыҡ. Улар ҡысҡырып шиғыр ятлағанда, тегеләрҙән алда ятлап ҡуям да, шул ваҡытта ғына ағайҙарымдан бер аҙ “эләгә”. Беҙ йәшәгән урамда тиҫтер ҡыҙҙар әҙерәк булды, шуға ағайҙарым малайҙар менән урамда сәкән һуҡҡанда мин ҡапҡасы булып тора инем. Төрлө урамдан балалар йыйылып китә, йәйен баҫтырыш, йәшенмәк уйнап, ҡышын Йәнәлтау башынан сана шыуып, бик күңелле үҫтек.
“Шоңҡар”ҙар. Атай-әсәйегеҙ биргән иң ҙур дәрес, аҡыл ниндәй булды? Улар ҙа фән кешеләреме?
Гөлфирә Абдуллина. Атай менән әсәйем көнө буйы эштә, беҙҙе бер ваҡытта ла махсус тәрбиәләп ултырманылар. Уларҙың үҙҙәрен тотошо, ҡылған ҡылыҡтары маяҡ булғандыр. Эшкә етди ҡарау, яуаплылыҡ, бөхтәлек – атай мираҫы, егәрлелек әсәйемдән күскән. Уларҙың: “Шулай булығыҙ, шулай эшләгеҙ”, – тип әйткәндәрен дә хәтерләмәйем. Ғаиләләге балалар дүртебеҙ ҙә тәрбиәле булдыҡ, мәктәптә шелтә алған булманы, киреһенсә, маҡтау һүҙҙәре йыш яңғырай ине. Өләсәй тәрбиәһе лә үҙен һиҙҙерә.
“Шоңҡар”ҙар. Ниндәйҙер поста һеҙ үҙегеҙ тураһында “тау ҡыҙымын” тип яҙған инегеҙ. Кешенең тыуып үҫкән ере холоҡта сағылыш табамы? Һеҙҙә “хас ишембайҙарса” тип әйтерлек һыҙат бармы?
Гөлфирә Абдуллина. Тауҙар ғорурлығы баштан ашҡан беҙҙә (көлә). Бер ваҡытта ла кешегә инәлмәйем, ялағайланмайым, бер кемгә лә оҡшарға тырышмайым – был минең тормош девизым. Минең тормошом – ул тик минеке генә: бөтә уңыштары, ҡаҙаныштары, уңышһыҙлыҡтары менән. Кем алдындалыр бурыслы булырға яратмайым. Үҙем ашаған икмәкте хәләл көс менән үҙем табырға күнеккәнмен. Ситтән ҡарағанда, артыҡ етди, кемгәлер хатта уҫалыраҡ булып тойолһам да, ысынында мин ныҡ нескә күңелле кеше. Бөтә кисерештәрем йөҙөмдә лә, күңелемдә лә сағыла. Илағым килһә – илайым, көлгөм килһә көләм. Кешеләр менән ихлас мөнәсәбәт булдырырға тырышам.
“Шоңҡар”ҙар. Мәктәпте тамамлағанда ниндәй юл менән китерегеҙҙе белә инегеҙме? Уҡытыусы һөнәрен һайлар өсөн һеҙгә кемдер өлгө булдымы? Ни өсөн тап ошо һөнәрҙе һайланығыҙ?
Гөлфирә Абдуллина. Мәктәпте тамамлағанда бала ғынаһың бит инде. Төрлө урынға уҡырға инге килә. Атай Маҡар урман хужалығында эшләй, махсус йүнәлтмә буйынса ул ваҡыттағы Ауыл хужалығы институтының иҡтисад бүлегенә барырға өндәй. Үҙемдең уҡытыусы булғым килә. Китапханасы булып та эшләү теләге көслө, уҡырға яратҡас, гел китап уҡып ултырырмын, тип хыялланғанмындыр инде. Бөтә фәндәрҙән дә тигеҙ генә уҡығас, химиянан да, физиканан да, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән дә олимпиадаларға йөрөнөм. Шулай ҙа телдәрҙе өйрәнеү миңә еңел бирелә ине. Ике телдә лә грамоталы яҙыуым өсөн тел уҡытыусылары Баймөхәмәтова Гөлшат Әхмәтгәрәй ҡыҙына, Сибәғәтуллина Рәсимә Шәрифулла ҡыҙына, Шәрипова Нәсимә Ислам ҡыҙына, иркен фекер йөрөтөргә өйрәткән әҙәбиәт уҡытыусылары Ғаззалиев Фаяз Ғаяз улына, Абдуллина Розалия Нурулла ҡыҙына бурыслымын. Оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләгән фронтовик уҡытыусы, атайымдың бер туған ағаһы Абдуллин Абдулла Сәйфулла улы миңә фиҙакәрлек өлгөһө ине. Һөнәрем буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһымын. Балалар менән эшләү, аралашыу миңә электән оҡшай ине, әммә Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инеүем бөтөнләй икенсе сәбәптән булды: ошо һөнәргә өйрәтеүсе факультетта дүрт йыл уҡыталар ине, тиҙерәк уҡыу йортон тамамлау теләге көслөрәк булғандыр. Бер ваҡытта ла ошо факультетта уҡыуыма үкенмәнем: көслө уҡытыусыларҙа белем алдым, лидерлыҡ сифаттарын артабан үҫтерҙем, эште ентекле, башланғыс кластар уҡытыусыһына хас булғанса эҙмә-эҙлекле алып барыу методикаһына ла өйрәндем.
“Шоңҡар”ҙар. Бер мәҡәләнән аңлауыбыҙса, яҙмышығыҙҙы башҡорт теле менән бәйләү осраҡлы килеп сыҡҡан: башланғыс кластар уҡытыусыһы булып урынлашырға барғанда, башҡорт теленән дәрес биргәндәр...
Гөлфирә Абдуллина. Осраҡлы тип әйтеп булмайҙыр. Киреһенсә, бер аҙ икенсе йүнәлеш алырға торған тормошомдо Хоҙай Тәғәлә шулай үҙ юлына бороп ебәргәндер. Ғөмүмән, был тормошта бер нимә лә бер ҡасан да осраҡлы булмай. Мәктәптә уҡығанда башҡорт теленән район олимпиадаларында тәүге урындар алып йөрөһәм дә, филология йүнәлеше буйынса китмәйем, иҡтисадсы булам тигәс, республика кимәленә барып көс һынашырға уйламағанмындыр ҙа инде. Ә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булыу теләге күңел төбөндә, гөрләп үк китмәйенсә, быҫҡып янып ятҡандыр, моғайын. Башланғыс кластар факультетына уҡырға ингәндә, башҡорт теленән имтихан ҡабул иткән Ҡаһарманов Ғәлийән Ғәйнетдин улы (аҙаҡтан бер кафедрала иңгә иң терәшеп эшләргә яҙҙы) менән Вәлитов Ишбулды Ғиниәт улының (мәрхүм), минең билет алыу менән әҙерлекһеҙ килеш яуап биргәнемде күреп: “Һинең урының филология факультетында, беҙгә уҡырға кил”, – тип саҡырыуҙары ла ниндәйҙер ишара булған бит. Уҡыуымды тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы бер мәктәпкә үҙемдең һөнәрем буйынса урынлашырға барған ерҙән директор мине башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә тәғәйенләне. Шулай итеп, барыһы ла үҙ урынына ултырҙы. Ошо көндән башлап башҡорт телен уҡытыу, туған телде фәнни яҡтан тикшереүҙән айырылғаным юҡ.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙ гел профессор Кәрим Ғайса улы Ишбаевҡа рәхмәт белдереп яҙаһығыҙ. Яҙмышығыҙҙа ул ниндәй роль уйнаны?
Гөлфирә Абдуллина. Институтта, башҡорт теле дәрестәрендә уның лекцияларын йотлоғоп тыңлап, беренсе партала ғына ултыра инем. Ысын мәғәнәһендә телдең нескәлектәрен тойорға өйрәткән профессор, ғәжәп кешелекле кеше ине Кәрим Ғайса улы. Уның тәүге аспиранты, докторанты булдым. Хатта минең һөйләшеүҙе лә ҡайһы саҡта уныҡына оҡшатып ҡуялар. Һалмаҡ ҡына тауыш менән һөйләшеп ултырғаны, кәңәштәр биргәне һаман хәтерҙә. Уның кеүек киң күңелле кешеләр бик һирәк. Йәштәрҙе үҫтерергә тырышты. Уның етәкселек итеүҙәге ҡайһы бер алымдарын үҙемдең эштә лә ҡулланам. Хөрмәтле етәксемә әлегәсә бик ҙур рәхмәтлемен. Әйткәндәй, ғалимдарҙы фәнни ҡеүәтенә ҡарап ҡына түгел, шәхси сифаттарына ҡарап та баһалаусандар. Ә Кәрим Ғайса улы бик көслө ғалим да, ифрат ябай ҙа кеше булды. Ул ғаиләһе өсөн дә, аспиранттары өсөн дә рухи таяу ине.
“Шоңҡар”ҙар. Егерме йылдан ашыу Стәрлетамаҡта эшләгәндән һуң, Өфөгә күсеп килеү ҡыйын булманымы? Был ҡарарҙы ғаиләгеҙ нисек ҡабул итте?
Гөлфирә Абдуллина. Башҡорт дәүләт университеты ректоры эшкә саҡырғас, мин шунда уҡ ризалашманым. Уға тиклем дә баш ҡалаға саҡырыу алғаным бар ине, һуҙа килдем. Оҙаҡ уйландым. Шул ваҡытта тап ғаиләм Өфөгә күсеүҙе хупланы. Улым башланғыс кластарҙы тамамлағайны, ҡыҙыма бер йылдан уҡырға барырға ине. Ошо осорҙа күсеп ҡалыу отошло булыр, тигән фекергә килдек. Атай-әсәй, әлбиттә, бик хафаланды, яңы урында, яңы коллектив менән эшләп китеү өсөн үҙ-үҙеңә ышаныс та, хеҙмәттәштәрең араһында абруй ҙа, ойоштороу һәләте лә кәрәк икәнлеген улар, әлбиттә, яҡшы аңлай ине.
“Шоңҡар”ҙар. “Һәүетемсә генә башҡарған эшем дә, әлбиттә, дан-шөһрәт өсөн түгел”, — тип яҙған инегеҙ. Нимә һеҙҙе көн дә йылмайып эшкә килергә, ең һыҙғанып эшләргә этәрә?
Гөлфирә Абдуллина. Бының яуабы ябай: мин – эшемде, эшем мине ярата... Күңел һалып башҡарған хеҙмәтең ҡәнәғәтлек тойғоһо килтерергә тейеш. Эшемде лә яратып эшләйем, хеҙмәттәштәрем дә шул тиклем уңған. Мине тәүге көндәрҙән үк үҙ кеше итеп ҡабул иттеләр, кинәнеп эшләйбеҙ, факультет уҡытыусыларына ҙур рәхмәтлемен. Бихисап саралар араһында арытып та кителәлер, әммә ҡәнәғәтһеҙлек белдереп ултырырға ваҡытыбыҙ ҙа юҡ. Тормош шул тиклем етеҙ алға бара, заман арбаһынан төшөп ҡалмайым тиһәң, ваҡыттың ялына ныҡлы йәбешеп ултырырға кәрәк. Эшләгән эшебеҙ байтаҡ, факультеттың ҡаҙаныштары күҙгә күренеп көндән-көн арта бара, әммә беребеҙ ҙә дан өсөн эшләмәй быны. Шөһрәт хаҡында уйланғандарҙың, түше тулы орден-миҙал булһа ла, йәмғиәт өсөн файҙаһы әллә ни юҡ, күберәк шәхси мәнфәғәттәрен алға ҡуялар. Ә беҙ, берәй уңышлы проектты бойомға ашырһаҡ та, балалар кеүек ихлас ҡыуанабыҙ.
“Шоңҡар”ҙар. Гөлфирә Рифовна, мәктәптәрҙән университетҡа уҡырға килеүселәрҙең белем кимәле йылдан-йылға артамы, кәмейме? Һәм был нимә менән аңлатыла?
Гөлфирә Абдуллина. Ҙур ҡәнәғәтлек һәм хатта-ки ғорурлыҡ менән ауыҙ тултырып әйтә алабыҙ: беҙҙең факультетҡа уҡырға килгәндәрҙең белем кимәле юғары, һәм ул йылдан-йыл арта бара. Белеме булған баланың дөйөм үҫеше лә юғары, уларҙың фекерләүендә, хатта аралашыуында ла сағыла был күренеш. Мин шул тиклем студенттар менән аралашырға яратам: улар бик аҡыллы, үҙ алдына маҡсат ҡуя беләләр, уҡыуҙы эш менән уңышлы яраштыра алалар, һәләттәре төрлөсә. Элекке кеүек, башҡа факультеттарға уҡырға инә алмаған, Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса түбән һөҙөмтәләр күрһәткән абитуриенттарҙың милли факультеттарға килеү осрағы бөттө ул хәҙер. Балаларҙың иң-иңдәрен һайлап ҡына алабыҙ! Атай-әсәйҙәр үҙҙәре: “Һеҙҙең факультетта ғына уҡытҡы килә баламды!” – тип торғанда, эшләгәндән-эшләге генә килә... Белем биреү кимәле, тәрбиә эшенең ныҡлы ҡуйылыуы, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү мөмкинлеге абитуриенттарҙы ылыҡтыралыр, тип уйлайым.
“Шоңҡар”ҙар. Һәр уҡытыусының үҙ уҡытыу алымы бар. Һеҙ студенттар менән эшләгәндә ниндәй ҡағиҙәләргә, принциптарға таянаһығыҙ?
Гөлфирә Абдуллина. Әлбиттә, шулай, һәр кем дәресен үҙенсә ҡора. Төркөмдөң белем кимәленә ҡарап та планлаштырған материалды икенсе төрлөрәк биреү ихтыяжы тыуа. Дәрес барышында мине, мөнбәр артына баҫып, башын да күтәрмәй лекция уҡып торған уҡытыусы итеп күҙ алдына килтерә күрмәгеҙ тағы. Ғәҙәттә, дәресте, студенттарҙың күҙенә ҡарап, әңгәмә формаһында алып барырға тырышам. Тормоштан алынған миҫалдар менән нығытам, шулай хәтерҙә нығыраҡ ҡала. Дәрестәр үткәреү миңә һирәк эләгә, етәкселек эше күп ваҡытты “йота”.
“Шоңҡар”ҙар. Мәктәптә ҡулланылған башҡорт теленән уҡытыу әсбаптарына ҡарашығыҙ нисек? Ул дәреслектәр бөгөнгө талаптарға яуап бирәме?
Гөлфирә Абдуллина. Ул һорауҙы бик йыш ишетергә тура килә. Дәреслектәр араһында төрлөһө осрай, быны инҡар итеп булмай. Фактик хаталары булғандары ла бар, орфографик, пунктуацион, стилистик хилафлыҡтары ла етерлек. Дәреслек авторҙары ла бит уҡыу әсбаптарын теге йәки был эш араһында ғына әҙерләй, ваҡыт етмәүе лә, мәктәптә эшләү тәжрибәһе аҙ булыуы ла сифатҡа йоғонто яһайҙыр. Нимәһе ҡыуандыра: һуңғы осорҙа республиканың мәғариф һәм фән министрлығы был өлкәлә ныҡлы эшләй, яңы дәреслектәр ғәмәлгә индерелде. Авторҙар составы ҡайтанан ҡаралды: мәктәп дәреслеге әҙерләү кеүек бик яуаплы эшкә өс кешенән – ғалим, методист, мәктәп уҡытыусыһынан – торған төркөмдәр йәлеп ителде. Һөҙөмтәлелеген ваҡыт күрһәтер.
“Шоңҡар”ҙар. Башҡорт тел ғилемендә ғалимдар тарафынан ҡул тейелмәгән, өйрәнелмәгән темалар әле бармы?
Гөлфирә Абдуллина. Тормош бер урында ғына тормай, яңы күренештәр, төшөнсәләр тыуып тора, уларҙы билдәләр өсөн айырым һүҙҙәр төркөмө барлыҡҡа килә, ҡайһылары, киреһенсә, юғала. Шул рәүешле, теге йәки был тел тармағы үҙгәрештәр кисерә. Ошондай тармаҡ терминологияларын, лексиканы махсус тикшереү зарурлығы бар. Бынан тыш, хәҙер ике фәндең ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән өлкәләрҙе (психолингвистика, социолингвистика һәм башҡалар) өйрәнеү көнүҙәк һанала. Башҡорт телен башҡа төрки, көнсығыш телдәре менән сағыштырып өйрәнеү ҙә һөҙөмтәле иҫәпләнә.
“Шоңҡар”ҙар. Йәшерен-батырыны юҡ — бәғзе уҡытыусылар йырлап, бейеп йөрөгән уҡыусыларҙы, студенттарҙы өнәп бөтмәй, имеш, былар уҡыуға ҡамасаулай. Ә бына һеҙҙе йыш ҡына студенттарығыҙ менән бергә күрергә тура килә. Улар “Байыҡ”та ҡатнашһа, һеҙ мотлаҡ унда бергә булаһығыҙ, уларҙың уңыштарына ҡыуанаһығыҙ. Һеҙҙең студенттар нисек өлгәшә? Тимәк, һеҙ үҙегеҙ ҙә сәнғәткә ғашиҡ кеше?..
Гөлфирә Абдуллина. Эйе, был ҡараш айырыуса оло быуын уҡытыусыларының аңында ныҡлы урын алған. Йәнәһе лә, йыр-бейеү менән алыҫ китә алмаҫһың. Һуң, ул йырлап-бейеп йөрөгән студенттар ҙа өлгәш яғынан артта ҡалмаҫҡа, дәрестәрҙе лә ҡалдырмаҫҡа мөмкин бит! Беҙҙең ижади түңәрәктәрҙә шөғөлләнгән күпселек студенттар – уҡыу алдынғыһы. Әлбиттә, ижадҡа артыҡ ныҡ сумып китеп, дәрескә барырға онотҡан студенттарҙы бер кем дә өнәмәй. Минеңсә, бында алтын урталыҡты һаҡлау зарур. Дәрес ҡалдырғанһың икән, уҡытыусынан шәхси биремдәр алып, “гонаһыңды йыуырға” кәрәк. Студент йылдарында ла бейергә, йырларға, музыка ҡоралдарында уйнарға, драма түңәрәгендә телмәр мәҙәниәтен күтәрергә, төрлө осрашыуҙарҙа һөйләү ҡеүәһен үҫтерергә, КВН командаһында күмәк кеше араһында сығыш яһарға өйрәнмәгәс, тағы ҡайҙа һәм нисек өйрәнә ул йәштәр? Беҙ бит белемле, әммә хисһеҙ роботтар тәрбиәләмәйбеҙ, халҡыбыҙҙың киләсәген билдәләрлек рухлы йәштәр үҫтерергә тырышабыҙ. Сәнғәткә ғашиҡ кешемен, әлбиттә; форсат сыҡһа, концерт-театрҙарға барырға тырышабыҙ. Үҙебеҙгә ваҡытында “эләкмәгән” мөмкинлектәр менән студенттарыбыҙ файҙаланып ҡалһын, тибеҙ.
“Шоңҡар”ҙар. Ҡатын-ҡыҙға карьера буйынса уңышҡа өлгәшер өсөн нимәнәндер баш тартырға, нимәнелер ҡорбан итергә тура килә тигән стереотип менән килешәһегеҙме?
Гөлфирә Абдуллина. Тырышҡанда, бөтә ергә лә, бөтә нимәгә лә өлгөрөргә була. Эш күп ваҡытымды ала, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уныһы хаҡ. Шулай ҙа балаларымдың ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтерергә, улым һәм ҡыҙым менән “бер тулҡында йөҙөргә”, ғаиләмде тәмлекәстәр менән һыйларға, тәбиғәткә сығып ял итергә, баҡса үҫтерергә, ауылда яңғыҙ көн иткән әсәйемә ике-өс аҙна һайын ҡайтып ярҙам итеп китергә өлгөрәм. Әйткәндәй, “мин карьера эшләйем” тигән уй башҡа ла инеп сыҡҡаны юҡ. Үҙемдең вазифамды ла әллә ни ҙурҙан һанамайым, ҡулдан килгәнсә эшләйем, юғарыраҡ вазифалар тәҡдим иткәндә лә баш тартам. Иң мөһиме – үҙемдең күңел халәтемә торошло эш булһын.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙҙең ғаилә хаҡында нығыраҡ белге килә. Тормош иптәшегеҙ менән ҡайҙа, нисек таныштығыҙ?
Гөлфирә Абдуллина. Тормош иптәшем менән танышҡанда мин аспирантурала уҡып, бер юлы институтта уҡытып йөрөй инем. Ике туған апайымдың ире үҙенең яҡын дуҫы менән таныштырҙы. Оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында эшләне, хәҙер эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
“Шоңҡар”ҙар. Был һорауға аныҡ ҡына яуап та биреп булмайҙыр, шулай ҙа бирәйек: нимә ул һеҙҙең өсөн мөхәббәт?
Гөлфирә Абдуллина. 25 йыллыҡ ғаилә стажы йыйылған кеше булараҡ, мөхәббәтте бер-береңдең күңел торошон һүҙһеҙ ҙә аңлау тип уйлайым. Шатлыҡлы минуттарҙы ла, күңелһеҙ мәлдәрҙе лә тап ошо кеше менән генә уртаҡлашыу теләге. Һәм, әлбиттә, бер-береңә ихтирам тойғоһо.
“Шоңҡар”ҙар. Балаларығыҙҙы тәрбиәләүҙә ниндәй халыҡ педагогикаһы ысулдарын ҡулланаһығыҙ?
Гөлфирә Абдуллина. Иң төп ысул – үҙеңдең өлгөң. Балаңдан нимәнелер талап итеп, үҙең шуның киреһен эшләйһең икән, бер халыҡ педагогикаһы ла ярҙам итмәйәсәк. Мин балаларыма артыҡ ҡәтғи талаптар ҡуймайым, өгөт-нәсихәт уҡымайым. Тормош – бик яҡшы тәрбиәсе: күп нимәгә өйрәтә. Яңылыша-яңылыша йәшәргә өйрәнәһең. Һәр бер әсә кеүек, балаларыма һаулыҡ, инсафлыҡ, оҙон ғүмер теләп, доға ҡылам. Ҡалғаны – үҙҙәренең ҡулында.
“Шоңҡар”ҙар. Балаларығыҙҙың ниндәй һөнәр һайлауын теләр инегеҙ?
Гөлфирә Абдуллина. Һөнәр һайлауҙы үҙҙәре хәл итергә тейеш. Кәңәш һорағанда, үҙемдең теләкте лә еткерәм, әммә баҫым яһамайым. Заманға яраҡлашһындар, шулай ҙа иң мөһиме – һайлаған һөнәрең буйынса эшкә теләк менән барырлыҡ булһын.
“Шоңҡар”ҙар. Башҡорт теле бөтә тип яу һалыусылар күп. Һеҙҙең ҡарашҡа, был мәсьәлә бөгөн киҫкен торамы?
Гөлфирә Абдуллина. Бөтмәй ул. Яу һалырға түгел, һәр кем үҙ урынында ҡулынан килгәнде эшләргә тейеш. Ғалимдар фәнни тикшеренеүҙәрен дауам итһен, уҡытыусы сифатлы дәрестәр үткәрһен, дәреслектәр яҙылһын, яҙыусылар, шағирҙар туған телдә ижад итһен, әртистәр башҡортса йырлаһын, бейеһен, драматургтар сәхнә әҫәре яҙһын, режиссерҙар ҡуйһын, актерҙар уйнаһын, төрлө саралар ҙа ойошторолһон, әммә иң мөһиме – ғаиләлә, мәктәптә, уҡыу йорттарында, йәмәғәт транспортында һәм башҡа ерҙәрҙә башҡортса һөйләшәйек, фекер алышайыҡ. “Үҫтерәйек!” тигәндән генә тел үҫмәй, “Бөтә!” тигәндән генә тел бөтмәй.
“Шоңҡар”ҙар. Интернет селтәрендә сәхифәгеҙҙе күҙәтеп барабыҙ. Үҙегеҙ үк көлөп яҙғанса, “әбейҙәрский” сәскәләр үҫтереү, компот эшләү, ҡыяр тоҙлау һәм башҡа эштәр менән дә шөғөлләнергә нисек ваҡыт, дәрт табаһығыҙ? Һатып алып ҡына ҡуйыу ҡала кешеһенә, ысынлап та, еңелерәк, отошлораҡ түгелме?
Гөлфирә Абдуллина. Был минең өсөн күңел ялы. Киреһенсә, дәртләнеп китәм, көсөм арта. Аҡыл эше менән мәшғүл булған башым ял итеп ҡала. Яҙын, йәйен, эштән ҡайтҡас та сәскәләрем эргәһенә барып “һөйләшеп” китәм. “Әбейҙәрский” аллы-гөллө сәскәләрем янында оҙағыраҡ та тотҡарланам әле ул, бигерәк сағыуҙар бит. Компот, ҡайнатмалар эшләү, йәшелсәләр тоҙлау процесын яратам. Ғаиләмде сифатлы аҙыҡ менән тәьмин итеү генә түгел был, иремде, балаларымды, туғандарымды үҙ ҡулдарым менән әҙерләгән тәмлекәстәр менән һыйлауҙан ҡәнәғәтлек тойғоһо алам. Һатып алыу отошло, әлбиттә, тик үҙеңдекен табынға сығарып ҡуйыу ғына ла ләззәт бирә.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙҙе күргән һайын һоҡланабыҙ. Ҡатын-ҡыҙға хас үҙегеҙҙә булған гүзәллек, һомғоллоҡ серҙәре менән бүлешһәгеҙ ине.
Гөлфирә Абдуллина. Ой, уның бер сере лә юҡ... Фитнесҡа йөрөмәйем, диетала ултырғаным юҡ, дарыуҙар, биологик ҡушылмалар ҡабул итмәйем. Был осраҡта үҙемдең тынғыһыҙлығым ғына ярҙамға киләлер.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙ – ҡатын-ҡыҙ етәксе. Шул уҡ ваҡытты йәмғиәтебеҙҙә ир-аттың абруйы кәмеүе, йыш ҡына тап гүзәл заттың “дилбегәне” үҙ ҡулына алыуы тураһында күп һөйләнелә. Һеҙҙә ошондай фекерҙәр ниндәй тойғо уята?
Гөлфирә Абдуллина. Ир-аттың үҙенең ғәйебелер был. Көслө шәхестәр булған ерҙә ҡатын-ҡыҙҙың етәкселеккә ынтылыуы икеле. Ғөмүмән, беҙҙең тәғәйенләнешебеҙ башҡаса бит. Шәхсән үҙем дә етәкселеккә ынтылып бармайым, әммә үҙемә йөкмәтелгән вазифаны теүәллек менән атҡарырға күнеккәнмен. Вазифа ике яҡлы күренеш ул: тәү ҡарашҡа ылыҡтырғыс күренһә лә, яуаплылыҡ аҫтына йәшеренгән әллә күпме “әтнәкә”ләре бар. Йөктө лә матур итеп йөкмәй белергә кәрәк: артыҡ та түгел, кәм дә булмаһын. Уны үҙеңдән туғарған хәлдә лә эргәләгеләр һинән риза булһындар.
“Шоңҡар”ҙар. “Көнсөл әҙәмдәрҙең йәмһеҙ ҡылыҡтары йәнемде биҙҙереп, битарафлыҡ битлеге артына йәшенгән бәндәләрҙең ғәмһеҙлеге екһендерә башлаһа, эске аңым мине тауҙарға әйҙәй, булмышым яҡтылыҡҡа, бейеклеккә тартыла...” — тип сәхифәгеҙҙә яҙған инегеҙ. Тауҙарға йыш менәһегеҙме?
Гөлфирә Абдуллина. Эйе, тауға менергә яратам. Бейектәренә лә, сағыштырмаса тәпәштәренә лә. Өҫтөнлөк яратҡанлыҡтан түгел, ә аҫтан бер төрлө ҡабул ителгән тәбиғәт күренештәренең тау түбәһенән нисек күренгәне ҡыҙыҡһындыра мине. Тау итәгендә үҫкән мөһабәт ағастың өҫтән бәләкәй генә бер нөктә булып күренеүе лә фәлсәфәүи уйҙарға һала. Ғаләм киңлегендә беҙ ҙә шулай бер саң бөртөгө генәбеҙ. Барбыҙ ни ҙә, юҡбыҙ ни. Тауҙарҙа тын алыуы иркен. Тау башына етәрәк көсәйгән ел дә ҡурҡытмай һине, ошо иркенлек хисе алға әйҙәй. Миҙгелдең төрлө мәлендә лә тауҙарға күтәрелергә тырышам.
“Шоңҡар”ҙар. Йыш ҡына сәйәхәт тә итәһегеҙ. Сит илдәргә, сит ерҙәргә барып ҡайтыу һеҙҙе үҙгәрттеме?
Гөлфирә Абдуллина. Мөмкинлек булғанда ер-һыу күрергә ынтылабыҙ. Башҡортостан буйынса ла, сит илдәргә лә сәфәр ҡылабыҙ. Республика буйынса йөрөгәндә балаларға тыуған яҡтың матурлығын күрһәтке килә. Ҡышын да, яҙын да, йәйен дә, көҙөн дә. Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы. Шундай гүзәл ерҙә йәшәйбеҙ! Күңел тулышып, күҙгә йәштәр эркелә хатта. Ә сит илгә сығыу тик диңгеҙҙә ҡойоноу өсөн генә. Үтә сағыу, беҙҙең ерлеккә хас булмаған нәмәләр тәүҙә һоҡландырһа, аҙаҡ ялҡыта, ҡайтҡы килә башлай. Үҙ илеңдең, үҙ ереңдең баһаһын ситтә нығыраҡ тояһың.
“Шоңҡар”ҙар. Китап уҡырға ваҡытығыҙ ҡаламы? Ниндәйҙәргә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
Гөлфирә Абдуллина. Китап уҡырға яратам. Бәләкәй саҡта иҙән йыуғанда ла китабым асыҡ килеш ята, тиҙ-тиҙ генә ҡарай һалып ала инем. Хәҙер ваҡыт сикле. Шулай ҙа китап магазины эргәһенән һаман тыныс ҡына үтеп китә алмайым. Яңы баҫмалар менән мотлаҡ танышып барам. Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәренән тыш, донъяуи классиканы ла уҡырға тырышам.
“Шоңҡар”ҙар. Тормоштоң мәғәнәһен нимәлә күрәһегеҙ? Һеҙҙе нимә бәхетле итә ала?
Гөлфирә Абдуллина. Ғаиләң, яҡындарың, яратҡан эшең, шөғөлөң һәм киләсәккә ышанысың булыуҙа. Бәхетле булыу өсөн бөгөн миңә күп тә кәрәкмәй: иртән ҡоштар тауышына уяныу, тәҙрәнән ҡояш йылмайыуы, яҡындарың менән иртәнге сәй, хеҙмәттәштәрең менән татыу ғына эш көнөн башлап ебәреү ҙә – бәхеттең бер сағылышылыр. Ғөмүмән, мин тормошто артыҡ ҡатмарлаштырмау яғындамын. Бөгөнгөңә шөкөр итеп йәшәргә кәрәк.
“Шоңҡар”ҙар. Йәштәргә ниндәй теләктәр әйтер инегеҙ?
Гөлфирә Абдуллина. Иң мөһиме – аныҡ маҡсат ҡуйырға өйрәнеү, ағым ыңғайына бармау. Рухи тамырҙарыңды онотмау. Үҙ-үҙеңә ышаныс. Шәхси мөмкинлектәреңде дөрөҫ файҙаланыу. Сәләмәт тормош алып барыу. Ошо теләктәремде мин йәштәргә һәр саҡ ҡабатлайым.
Заһиҙә МУСИНА яҙып алды.