Дәрес бара, химия дәресе. Уҡытыусы, теманы “Атом” тип таҡтаның ҡап уртаһына яҙҙы ла һөйләй башланы. Мин бөтә иғтибарымды уҡытыусыға туплайым. Ҡапыл күршем ипләп кенә алғы партала ултырған малайға ымлап төртөп күрһәтә. Ҡарайым – бер ниҙә аңламайым, шул саҡ ул ҡулындағы ваҡ ҡына пластилин бөртөктәрен теге малайҙың башына һала. Мин аптырап ултырған арала, күршем бер ни булмағандай пырх итеп көлдө лә тағы был эшен башҡарҙы. Уҡытыусы миңә ҡарап “тыңлайбыҙ, бөтәбеҙ ҙә иғтибар итәбеҙ” тип “атом ваҡтың-вағы, ул ябай күҙгә лә күренмәгән элементтарҙан тора” тип теманы дауам итте.
Дәрес башланған һайын ике күҙем теге малайҙың башында, әйтергә уҡталам да –тыйылам. Нишләптер, тәнәфестә был бөртөксәләр төшөп ҡалыр тигән өмөттә йөрөй бирәм. Бына һуңғы дәрес тә тамамланыуға бара. Минең бөтә уй баш менән бәйле. Ҡарайым, бөртөксәләр юҡҡа сыҡҡан да кеүек, унда-бында сәс араһында күренгәндәй ҙә була. Бер мәлгә тынысланып, иғтибарымды дәрескә бүләм. Бына ҡыңғырау шылтыраны. Малайҙар кемуҙарҙан этешә- төртөшә сығырға ынтылдылар.
Икенсе көн... Түҙемһеҙләнеп дәрес башланғанын көтәм. Баштағы пластилин тынғы бирмәй – күрге килә, улар ниндәй хәлдә икән? Звонок булды, теге малай яп-ялтыр баш менән ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына, ғәҙәттәге урынына килеп ултырҙы. Күршем миңә ҡарай, мин уға. Тынлыҡ... Уҡытыусы: “Атом ваҡтың-вағы, әммә был күҙгә лә күренмәгән элементтарҙы ойошторһаң, бөтә донъяны юҡ итер көскә эйә”, – тип тема ҡабатлата. Мин “эйе, ваҡ ҡына бөртөксәләр матур ғына тулҡынланып торған сәсте юҡ итте” тип эс күңелем менән һөйләшәм.
Ашҡынып өйгә ҡайтам. Уйым, әсәйемә күңел бушатыу. Башын да күрһәтмәй, ҡулдары менән ҡосаҡлап ултырған малайҙың бәләкәй генә бөртөксәләр “башын юҡ” иткәненен тасуирлап һөйләү. Өҫтәлдә самауыр көйләй, ризыҡ әҙер. Әсәйемдең саҡырыуын да көтмәй, ашай-ашай, автоматтан атҡандай, был ваҡиғаны энәһенән ебенә тиклем түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем. Әсәйем өндәшмәй... Шул саҡ ҡапыл ҡуҙғалды ла: “Тор, ул малайға бараһың, ғәфү үтенәһең, һин күршең менән банда ойошторғанһығыҙ”, – тип, миңә сумкамды тоттора.
Мин аптырайым, бер әсәйемә, бер сумкама ҡарайым. “Ғәфү үтенмәйем, уны мин эшләмәнем”, – тип иларға етешәм. Әсәйем сигенергә уйламай. “Уны ул малай түгел, һин эшләгән һанала, күргәнһең – әйтмәгәнһең”, – тип ишек төбөнә үк оҙатып ҡуя. Мин һаман ҡырталашам “әйтмәйем, мин ошаҡсы түгел”,– тип илап ебәрәм. Әсәйем ҡапҡа төбөнә үк еткереп “эйе, һин эшләмәгәнһең, әммә банда ойоштороуҙа ҡатнашҡанһың”, – тип ҡапҡанан уҡ сығарып ебәрә. Миңә ғәфү үтенеүҙән башҡа сара ҡалмай.
Был ваҡиғаға ярты быуат самаһы ваҡыт үтте, инде онотҡан да кеүек инем. Әммә “ауылда банда бар, 4–5 кешенән тора” тигән яман хәбәрҙе ишеткәс, тәндәрем зымбырлап китте. Шул саҡ әсәйемдең, банда ойоштороуҙа, ғәйепләүе иҫкә төштө.
Эштән ҡайтып киләм, башымда мең төрлө уй...
Был кешеләрҙе ҡурсалаусы, яҙыҡ юлдан һаҡлаусы әсәйҙәре булһа ярар ине, яҡындары беләме икән, тигән ауыр уйҙар менән өй ишеген асам.
Нәсимә ХИСМӘТУЛЛИНА.
Баймаҡ районы.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/close-up-sad-boy-portrait