— Алыҫта булһа ла, ҡәҙерле кешебеҙ яныбыҙҙа кеүек. Шылтыратҡан һайын балаларҙы хәстәрләй, һәр береһе тураһында һораша. Балаларҙың теленән дә «атай» һүҙе төшмәй, бигерәк тә бер ни аңламаған бәләкәстәрҙең: «Атай ҡасан ҡайта?» тип һорамаған көндәре юҡ. Иң ҡыйыны шул — был һорауға яуап ҡайтара алмауым. «Тиҙҙән, тиҙҙән» тиеп кенә әйтәм. Ә ирем бик һирәк ялға ҡайтҡанында, бәхетебеҙ түңәрәкләнә. Балалар атай эргәһенән китешмәй, һөйләп хәбәрҙәре бөтмәй, — ти Сирень Әнүәр ҡыҙы. — Тик ял бигерәк ҡыҫҡа, көндәр минуттай елеп үтә лә китә. Йыйнап-төйнәп, оҙатып ҡалыуҙары бигерәк ауыр. Йөрәкте әрнетеп, сығып китеү менән күңелде бушлыҡ биләй.
Ғаилә башлығы ике йыл элек үҙ ирке менән «Башҡортостан» полкы сафында махсус хәрби операцияға юлланған. Владивостокта диңгеҙ пехотаһында әрме хеҙмәтен үткән егет «Морпех» позывнойын алған. Ватан именлеген яҡлаған яугир бер нисә тапҡыр яраланған, хәрби заданиены үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Георгий Жуков миҙалы менән бүләкләнгән. Тағы бер батырлығы «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» миҙалы менән билдәләнгән.
— Тормош иптәшем менән беҙ 2008 йылда таныштыҡ. Оҙаҡ ҡына дуҫлашҡас, ул миңә тәҡдим яһаны. Ышаныслы, аҡыллы, булдыҡлы икәнен күреп-белеп йөрөгәс, ризалаштым, әлбиттә. Хәҙер беҙ биш балаға атай һәм әсәй. Икебеҙ ҙә күп балалы ғаиләләрҙә үҫтек, — ти Сирень. — Өлкәндәр бәләкәстәрен ҡараша, йорт-баҡса эштәрен дә бергә башҡарабыҙ. Ҙур ғаиләлә балалар яуаплы, үҙаллы булып үҫә. Улар миңә ярҙам итеп кенә ҡалмай, ә аталарына ла терәк-таяныс.
Балаларына яҡшы тәрбиә, лайыҡлы белем бирергә ынтыла ата-әсә. Өлкән улдары Рөстәм атаһы кеүек алтын ҡуллы, нимәгә тотонһа ла ҡулынан эш килә. Шәп егет Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы филиалында иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Әлеге ваҡытта ул юғары белем ала — Магнитогорск дәүләт техник университеты студенты, машиналар эшләү мастеры буласаҡ. Бер үк ваҡытта өлгөр студент «права»ға ла уҡый. Бәләкәйҙән техника ене ҡағылған Рөстәм автомобилдәр төҙөлөшөн өйрәнә, киләсәк һөнәрен дә тап шул йүнәлештә һайлаған. Ғаиләлә иң ҙуры булараҡ егет әсәһенең уң ҡулы, атаһы өсөн дә борсола. Ҡаты яраланғандан һуң, ныҡлап төҙәлеп бөтмәһә лә, алғы һыҙыҡҡа юлланған атаһына еңелерәк булһын өсөн үҙенең питбайкын ремонтлап, ҡәҙерле кешеһенә оҙата.
Икенсе улдары Динислам Асҡар урта мәктәбенең туғыҙынсы класында уҡый. Теүәл фәндәрҙе үҙ иткән егет мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө дәүләт нефть-техник университетына уҡырға инергә хыяллана. Бының өсөн ул имтихандарҙы яҡшы тапшырырға кәрәклеген аңлай һәм алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшеү өсөн ныҡ тырыша. Ағаһы Рөстәм уға бар яҡтан өлгө булып тора. Динислам да ағаһы кеүек аҡыллы һәм ярҙамсыл егет.
Йондоҙ кеүек ҡыҙҙар — матур ғаиләнең йәме. Алтынай 1-се Асҡар урта мәктәбенең 6-сы класында уҡый. Яҡшы өлгәшкән ҡыҙҙы юнармейсылар сафына ҡабул иткәндәр, улар төрлө патриотик сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Әсәһенән күрмәксе, Алтынай ҙа ҡул эштәренә маһир: төрлө биҙәүестәр эшләй, һүрәт төшөрөргә ярата. Шулай уҡ әсәһенең төп ярҙамсыһы, күптән ҡул араһына ингән. Шуҡ һәм иркә бәләкәстәр — Алһыу менән Айһылыу «Миләш» балалар баҡсаһына йөрөй.
— Иптәшем гел беҙҙең хаҡта уйлай, көтөлмәгән бүләктәр, сюрприздар яһай. Ул башҡаларға шатлыҡ-ҡыуаныс өләшергә ярата. Яңыраҡ ул ҡыҙҙар йөрөгән балалар баҡсаһына бәләкәстәрҙең һәләттәрен үҫтереүсе өҫтәл уйындары һәм уйынсыҡтар бүләк итте. Бер ваҡыт сираттағы отпускыһы хаҡында миңә өндәшмәй ҡайтып төштө һәм ҙур сәскәләр гөлләмәһе менән эш урыныма килеп сюрприз яһаны. Коллегаларым менән алдан һөйләшкән, беҙҙе барыбыҙҙы ла оперативка тип йыйҙылар. Бер ни һиҙмәйенсә, мин ғәҙәттәге һөйләшеү тип етәксебеҙҙең кабинетына индем. Иремде күргәс, көтөлмәгән ҡыуаныстан илап ебәрҙем, шул тиклем тулҡынландырғыс осрашыу булды, бына шундай бәхетле мәлдәр хәтерҙә ныҡ ҡала. Бөтә ҡатын-ҡыҙҙар сәскә ярата бит инде, мин дә шулай. Иптәшем был хаҡта белә, тыуған көн-байрамдарҙа ғына түгел, былай ғына матур гөлләмәләр ебәреп ҡыуандыра, — тип һөйләй Сирень Әнүәр ҡыҙы.
Сирень Ҡырҙас ауылында, Лоҡмановтар ғаиләһендә тыуған. Атаһы Әнүәр Сәрүәр улы менән Гөлсинә Мәүлит ҡыҙы бар яҡтан өлгөлө пар, ғүмер буйы урындағы хужалыҡта намыҫлы эшләгән кешеләр, хәҙер улар икеһе лә хаҡлы ялда. Сирень малайҙар үҫкән ғаиләлә бер бөртөк ҡыҙ. Өлкән ағаһы Алмир Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҙур ғаиләгә оло һынау төшә — Әлфир ағаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашып, былтыр батырҙарса һәләк булған. Әлеге ваҡытта ҡустыһы ла алғы һыҙыҡта.
— Ата-әсәйемә ныҡ рәхмәтлемен, миңә ярҙам итәләр. Ирем МХО-ға юлланғанда бәләкәй ҡыҙым 4 айлыҡ ине. Шул саҡта яҡындарымдың миңә ниндәй терәк булыуын ныҡлы тойҙом, — ти Сирень Әнүәр ҡыҙы. — Тик ғаиләбеҙгә оло ҡайғы килде, ата-әсәйем улдарын, мин ағайымды ер ҡуйынына һалдым. Был беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу.
«Миләш» балалар баҡсаһында эшләгән Сирень Әнүәр ҡыҙы әлеге ваҡытта декрет ялында. Иптәше менән бергәләп яңы йорт һалып сыҡҡандар, сәскә, баҡса менән мауыҡҡан хужабикә өй тултырып гөлдәр үҫтерә. Йәй ҡапҡа эсе сәскәгә тула.
— Ике йыл арауығында балалар күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Өлкәндәре бөтә эштәремдә ярҙамсылар, йомоштар менән сығырға тура килһә, бәләкәстәрҙе ҡарайҙар. Беҙ барыбыҙ ҙа бергәләп ашарға бешерәбеҙ, өҫтәл артында эштәребеҙ тураһында һөйләшәбеҙ, яңылыҡтар менән уртаҡлашабыҙ. Шөкөр, балаларыбыҙ тырышып уҡыйҙар, йөҙ ҡыҙартмайҙар, уңыштары менән ҡыуандыралар, — тип ул-ҡыҙҙары хаҡында ғорурлыҡ менән һөйләй биш бала әсәһе. — Тик барыбер бөтәһе лә өйҙә, янда булыуға бер ни етмәй, беҙ түҙемһеҙлек менән яҡындарыбыҙҙың имен-һау тыуған йорттарына ҡайтыуын көтәбеҙ.