Шоңҡар
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ғинуар , 15:52

Сигеүле күлдәк

Университеттың һуңғы ике курсын ситтән тороп тамамларға тура килде. Сәбәбе ябай – дүртенсе курстан һуң...

Сигеүле  күлдәк
Сигеүле күлдәк

Университеттың һуңғы ике курсын ситтән тороп тамамларға тура килде. Сәбәбе ябай – дүртенсе курстан һуң ғаиләле булдым һәм, ирем хәрби хеҙмәткәр булғанға күрә, уның эргәһенә Байкал аръяғындағы гарнизондарҙың береһенә күсеп китергә мәжбүр булғайным.
Ҡышҡы сессияға килгәнемдә Рәхилә исемле ифрат мөләйем курсташым менән дуҫлаштыҡ. Ул Йылайыр районы ауылдарының береһендә ире, бәләкәй улы менән йәшәй, мәктәптә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләй икән. Зифа буйлы, ап-аҡ йөҙлө, муйылдай ҡара күҙле, килешле итеп киҫелгән ҡалын ҡара сәсле, ундайҙар турһанда “Ҡалаҡҡа һалып ҡына йоторлоҡ” тиҙәр. Үҙе шул тиклем күңелсәк! Юҡтан да ҡыҙыҡ табып, ауыҙын йырырға ғына тора. Гел күҙлек кейеп йөрөүе һәм бер күҙенең саҡ ҡына ҡылыйыраҡ булыуы ла үҙенә ниндәйҙер һөйкөмлөлөк өҫтәгәндәй. Үҙе бик тырыш. Тик ниңәлер йыш ҡына ябай ғына темаларҙы ла аңлай алмай ҡаңғыра. Бер имтихан алдынан мине:
– Вульгар тациолгия нимә була ул? – тип һорап аптыратҡайны.
– Бәлки, социологиялыр? – тип һорауына һорау менән яуап биргәнем иҫемдә.
– Лекцияла “тациология” тип әйткәйнеләр бит, – тине ул, ныҡ аптырап.
Минең:
– Моғайын, һин яңылыш ишеткәнһеңдер, – тип әйтеүем менән ризалашҡайны шулай ҙа.
Имтихандарҙы тапшырып, һәр ҡайһыбыҙ үҙебеҙ көн иткән төбәктәргә таралышҡас, хатлашып торҙоҡ. Йәйге сессия ваҡытында бергә йәшәргә килештек. Шулай иттек тә. Июнь башында Өфөгә килдек тә “Ағиҙел” ҡунаҡханаһында икебеҙ бер бүлмәгә урынлаштыҡ. Лекцияларға бергәләшеп йөрөйбөҙ, имтихандарға ла икәүләшеп әҙерләнәбеҙ.
Бер ялда “Өфө” универмагына барҙыҡ. Рәхилә, улына бүләк ҡараштырырға теләп, балалар тауарҙары бүлегенә йүнәлде, ә мин тура ҡатын-ҡыҙҙар кейеме һатылған тәңгәлгә киттем. Унда барып кереү менән күҙемә бик матур йәйге күлдәк салынды. Ап-аҡ ебәк тауарҙан тегелгәйне ул. Түшендә, итәгенең ситендә ваҡ ҡына алһыу сәскәләр сигелгән. Кейеп ҡарарға булдым. Билгә тиклем тәнгә һылашып тора, ә итәге, балериналарҙыҡына оҡшабыраҡ, ҡабарыңҡырап тора. Бындай һирәк осрай торған нәзәкәтле кейем бик оҡшаны миңә, һатып алырға булдым. Кассала алған әйберем өсөн аҡса түләп торғанда, эргәмә Рәхилә лә килеп етте.
– Ах, ниндәй матур күдәк! Миңә лә шундай кәрәк! – тип мөрәжәғәт итте ул һатыусыға.
Уныһы:
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был күлдәк берәү генә шул, – тип яуап бирҙе.
Ай уртаһында, көнбайышҡа командировкаға китеп барышлай, поезда барыу урынына самолетта осоп, ирем бер нисә көнгә генә Өфөлә туҡталды. Ял көндәре ине. Өсәүләшеп Башҡорт академия драма театрына барып Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” спектакленең премьераһын ҡараныҡ. Кисен ҡунаҡхананың беренсе ҡатындағы ресторанға төштөк. Рәхилә был көндәрҙә айырыуса һүҙсәнгә әүерелде – һөйләп хәбәре бөтмәне. Юҡҡа-барға бер туҡтауһыҙ хихылдап көлдө лә көлдө.
Иртәгеһенә иртәнсәк ирем Дим биҫтәһендә йәшәгән, күптән түгел отставкаға сыҡҡан элекке хеҙмәттәшен барып күреп килергә булды.
– Һеҙгә имтиханға әҙерләнергә ҡамасаулағым килмәй, – тине.
Төш яҡынлашып килгәндә Рәхилә лә ашыҡ-бошоҡ ҡайҙалыр йыйына башланы.
– Бөтөнләй онотоп ебәргәнмен, диплом етәксем бөгөн килергә ҡушҡайны бит, – тип өтәләнде ул. – Әйткәндәй, зинһар, миңә теге сигеүле күлдәгеңде биреп тор әле.
Мин аптырап ҡалдым. Үҙем кеше әйберен кейергә яратмайым, бүтәндәрҙекен кейеп йөрөү түгел, кейеп ҡарарға ла теләгем юҡ. Шулай ҙа, әхирәтем күҙҙәремә мөлдөрәп ҡарап торғас, сумаҙанымды асып, үҙем бер тапҡыр ҙа кейергә өлгөрмәгән әйберемде уға тотторҙом. Рәхилә шатланып сығып йүгерҙе.
Диплом эшемде ҡабаттан уҡып, төҙәткеләп ултырып, ваҡыттың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Рәхилә әйләнеп ҡайтты. Тик ниңәлер ул бик бойоҡ ине.
– Нисек йөрөп ҡайттың? Юлың уңдымы һуң? – тип һораным мин унан.
– Етәксем диплом эшемде ҡайтанан ныҡ итеп ҡарап сығырға, әллә ниндәй өҫтәмәләр индерергә ҡушты, – тине ул, башын аҫҡа эйеп.
Рәхилә минең күлдәгемде сискәс тә, мин уны кире сумаҙаныма һалып ҡуйҙым. Бер нисә минуттан һуң ирем дә әйләнеп ҡайтты. Кисен уны аэропортҡа тиклем оҙатып ҡуйҙым.
Ай аҙағында, һуңғы сессиябыҙҙы тамамлап, дипломдарыбыҙҙы ҡулдарыбыҙға тотоп, һәр ҡайһыбыҙ үҙ ауылдарыбыҙға ҡайтып киттек. Ирем дә, сираттағы отпускыһын алып, ялға килде. Икәүләшеп Грузияның Цхалтубо ҡалаһында урынлашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн махсус шифаханаға юлландыҡ.
...Йәйҙең иң йәмле осоро. Ожмах тигәндәре ысынлап та булһа, ул нәҡ бындағы тәбиғәтте хәтерләтәлер. Әйләнә-тирә аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән. Ә һауаһының сафлығы һуң! Шул һауа үҙе генә лә йәнгә лә, тәнгә лә ҙур дауалыр, моғайын. Шифаханала дауалау ҙа, ял итеү ҙә бик юғары кимәлдә ойошторолған. Көн һайын ниндәй ҙә булһа ҡыҙыҡлы сара – төрлө кисәләр, экскурсиялар уҙғарыла.
Бер көн Владимир Маяковскийҙың йорт-музейына экскурсия үткәрелде. Мин ниңәлер тап шул көндә сигеүле күлдәгемде кейергә булдым. Иремдең мине был күлдәктә бер тапҡыр ҙа күргәне юҡ ине. Бер ни тиклем шаҡ ҡатып ҡарап торҙо ла:
– Был күлдәгеңде әхирәтең бүләк иттеме әллә? – тип һорап ҡуйҙы.
– Үҙе, кәрәгенән артығыраҡты ысҡындырыуын аңлағандай, ҡып-ҡыҙыл булды. Инде миңә аптырарға сират етте. Асыҡлыҡ индереүен көткәндәй, уға текләп ҡарап торам. Күпмелер шып-шым торғандан һуң, ул ҡыҙып-ҡыҙып һөйләй башланы:
– Мин командировкаға барышлай Өфөгә һуғылғанымда ҡасандыр бергә хеҙмәт иткән иптәшемде күрергә Дим биҫтәһенә барғанымды хәтерләйһеңме? Шунан ҡайтып килгәнемдә мине автобус туҡталышында һинең әхирәтең ҡаршы алды. Шул күлдәктә ине ул. “Баянан бирле һине көтәм, – тине ул. – Әйтер һүҙем бар ине. Әйҙә, Ленин скверына барайыҡ, шунда һөйләшербеҙ”.
Киттек. Эскәмйәләрҙең береһенә ултырҙыҡ. Рәхилә миңә туҙға яҙмаған хәбәр һөйләй башланы: “Тәү күреүҙән ғашиҡ булдым һиңә. Мин иремде күрә алмаҫлыҡ хәлдәмен. Ул колхозда механизатор булып эшләй. Яғыулыҡ еҫе кейем-һалымына ғына түгел, үҙенә лә һеңеп бөткән. Улым өсөн генә йәшәйем уның менән. Барыбер айырыласаҡмын. Һин дә ташла ҡатыныңды! Ул бешмәгән һиңә ниңә кәрәк?!”
Уны бүлдермәйенсә генә тыңлап бөттөм дә: “Мин үҙемдең ҡатынымды ныҡ яратам, уның менән айырылышыу тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел!” – тинем. Шунан һуң ул илап ебәрҙе лә ҡунаҡхана яғына йүгерҙе...
Иремдең был хәбәре мине тағы шаҡ ҡатырҙы. Шунда уҡ ныҡ оҡшатып һатып алған сигеүле күлдәгемде систем дә коридорҙағы сүп һауытына сығарып бырағыттым...

 

Мәрйәм МӘХМҮТЙӘНОВА.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/outdoor-photo-happy-young-woman-with-her-boyfriend-enjoying-date-cold-season_9295106.htm

Автор:
Читайте нас