“Китап” магазинында Башҡортостан әләмен алып торған ҡыҙҙы күргәс, ҡыҙыҡһынып, танышырға булдым.
Гүзәл Кусеева Ҡытайҙа етенсе йыл уҡый икән. Өфө ҡыҙы. Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт ҡала гимназияһында белем алған. Уны тамамлағандан һуң Ҡытайға уҡырға китә.
— Гүзәл, унда нисек барып эләктең һуң? Ҡытай телен алдан өйрәнгәйнеңме?
— Юҡ. Бер һүҙ ҙә белмәй инем. Атайым, Айҙар Нуретдин улы, минең Көнсығыш илдәренең береһендә белем алыуымды теләне. Ләкин уның тәҡдименән ҡырҡа баш тарттым, сөнки Азия илдәре менән бик ҡыҙыҡһынмай торғайным. Йәш саҡта Европа үҙенә тарта бит инде. Гимназияны тамамлағанда киләсәккә аныҡ ҡына хыялым да юҡ ине. Әлбиттә, сит илдәргә барғы, күрге килә. Ике туған апайым Гөлдәр Кусеева Ҡытайҙа уҡый ине, мин дә шунда барырға тәүәкәлләнем.
— Бер үҙең сығып киттеңме? Ҡурҡманыңмы?
— Ҡурҡыуға ҡарағанда хыял көслөрәк булғандыр. Атайымдың көнсығыш ҡул көрәше менән шөғөлләнеүе, беҙҙе лә өйрәтеүе, тарих һөйләүе лә булышлыҡ иткәндер.
— Ҡайһы ҡалаға төбәп барҙың?
— Бакалавриатурала Цзянсу провинцияһындағы Чжэньцзян ҡалаһындағы Цзянсу университетында уҡыным. Бер йыл буйына тик телде өйрәндек. Илде лә, телде лә, ғөрөф-ғәҙәттәрен дә белмәйенсә сит илдә йәшәп китеүе еңел түгел. Артҡа юл юҡ. Ауырлыҡтар артында еңеллектәр, еңеүҙәр ята. Дөйөм ятаҡҡа урынлаштырҙылар. Төрлө илдәрҙән килгән йәштәр. Уҡытыусылар тик ҡытай телендә генә дәрестәр алып бара. Бик һирәк кенә инглиз телендә һорауҙар бирергә мөмкин. Сит илдә йәшәйем, уҡыйым тиһәң, әлбиттә, иң беренсе телде өйрәнергә тура килә.
— Унда нисә йыл уҡының?
— Биш йыл. Бакалавриат тип аталды инде, телде ныҡлап өйрәндек.
— Рәсәйҙән тағы студенттар бар инеме?
— Өфөнән Сафия исемле ҡыҙ булды. Ул хәҙер Ҡазанда — тәржемәсе. Мин дә бер йыл Ҡазанда эшләп алдым. Мәскәүҙә тәржемәсе булып эшләргә тура килде. Артабан магистратураға инергә ҡарар иттем. Телде белеү кимәленә ҡарап, балдарҙың һаны буйынса ете юғары уҡыу йортона инергә мөмкин ине. Миңә Сычуань провинцияһындағы Чэнду ҡалаһындағы Сычуань университетын тәҡдим иттеләр. Хәҙер бында икенсе йыл уҡып йөрөйөм.
— Ниндәй факультетҡа индең? Уҡыу шарттары нисек?
— Әҙәбиәт һәм журналистика факультетына. Сит илдәрҙән беҙ туғыҙ кеше. Ҡытай телен тәрәнерәк өйрәнергә теләүселәр менән бергә өҫтәмә дәрестәр алам. Бакалавриатта уҡығанда ятаҡта йәшәгәйнек, бында фатирҙарға урынлаштырҙылар. Уның хаҡын уҡыу йорто үҙе түләй. Стипендия уҡыуға, белемеңә ҡарап балдар буйынса түләнә. Беҙҙең аҡса менән 40 мең, 60 мең дә булып китә.
— Хәҙер Рәсәй менән Ҡытай араһында төрлө өлкәләрҙә тығыҙ хеҙмәттәшлек бара. Ҡытай телен белеүселәргә мохтажлыҡ та арта. Был йәһәттән һеҙгә тәржемәсе булып эшләп алыу мөмкинселектәре лә барҙыр...
— Эйе, Ҡазанда эшләп киткән фирмалар ҙа минең менән бәйләнеш тота. Ҡытайсанан — руссаға, рус теленән ҡытайсаға тәржемәләүҙе һорап мөрәжәғәт итәләр. Ҡазан университетынан килһәләр, уларға тәржемәсе булып йөрөйөм. Башҡортостан менән дә бәйләнеш бар.
— Әле бына магазиндан Башҡортостан әләмен алдың. Сит ерҙә үҙ республикаңды нисек күрһәтәһең?
— Атай-әсәйем миңә башҡортлоҡто ныҡ һеңдереп үҫтерҙе. Өйҙә тик үҙ телебеҙҙә генә һөйләштек. Ҡурай моңо, башҡорт йырҙары яңғырап торҙо. Атайым Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылынан. Каникулдарыбыҙ шунда үтте. Беҙ унда барабыҙ тип түгел, ә ҡайтабыҙ тип әйтә инек. Өфөлә тыуһаҡ та, “беҙ — Баймаҡтан” тип әйтә торғайныҡ. Атай беҙҙе Һаҡмар, Талҡаҫ, Ирәндеккә йөрөттө.
Әсәйебеҙ, Нәзирә Нәжип ҡыҙы, Учалы районының йыр-моңға, фольклорға бай Кәрим ауылынан. Уның әсәһе, Заһира өләсәйебеҙ, беҙҙең менән йәшәне. Тел нескәлектәрен унан да өйрәнгәнбеҙҙер.
Салауат ағайыма ла, миңә лә исемде Нурмөхәмәт хәҙрәтте саҡырып ҡуштырғандар. Ағайым Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһында уҡыны. Атай-әсәйебеҙ беҙҙе башҡорт балалар баҡсаһына йөрөттө. Башҡортса мәҙәни сараларҙа ҡатнаштыҡ. Спорт менән шөғөлләндек. Ҡытайға килгәс тә бүлмәлә Башҡортостан әләмен элеп, иероглифтар менән Башҡортостан тип яҙып ҡуйҙым. Урамға сыҡҡан һайын көн дә бер нисә кеше: “Һин ҡайҙан?” — тип һорай. “Башҡортостандан”, — тиһәм, аптырайҙар. “Һөйләшеп күрһәт әле”, — тиҙәр. Тыңлағас: “Телегеҙ матур!” — тип һоҡланыуҙарын белдерәләр. Телефондан атайым менән һөйләшә башлаһам, бергә уҡығандар эргәгә теҙелешеп ултырып, рәхәтләнеп тыңлайҙар. “Ҡалай шәп кешеһең, ике телдә лә иркенләп һөйләшәһең, ә беҙ бер телдә генә. Беҙҙе лә башҡортса өйрәт әле”, — тиҙәр.
Ҡытай халҡын башҡорт халҡының мәҙәниәте, көнкүреше, милли ризыҡтарыбыҙ, Салауат батырыбыҙ менән таныштырырға тура килде.
— Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме менән илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында бейеп төшкән видеоң менән дә шаҡ ҡатырғанһың икән һин ҡытайҙарҙы.
— Эйе, Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда милли түшелдерек кейеп, сулпылы алҡаларыбыҙҙы тағып башҡорт бейеүен башҡарғанды Ҡытайҙың интернет селтәренә һалғайным, бик күп комментарийҙар яҙҙылар. Венгр ҡыҙы тип тә әйтеүселәр булды. Башҡорттарҙы белеүселәр юҡ кимәлендә. “Минең тамырҙарым — башҡорт”, — тип Салауат исемле егет ҡытайса яҙҙы. Уның ата-бабалары үткән быуаттың башында Ҡытайға килеп төпләнгән.
— Уның исеме башҡорттоң милли батыры Салауаттан алынғанын, уның кем икәнен беләме? Ата-бабаларының төйәге, тарихы менән ҡыҙыҡһынамы? Башҡортостанға килергә теләге юҡмы?
— Башҡорт тарихы менән ҡыҙыҡһына. Салауат батырҙы белә. Башҡорттар менән аралашҡыһы килә. Мин уны атайым менән дә телефон аша һөйләштерҙем. Бик оҙаҡ әңгәмәләштеләр. Ул ҡайһы бер һүҙҙәрҙе уйғырса ла, татарса ла ҡыҫтырып ебәрә. Һүҙгә бик әүәҫ егет. Уға әле 24 йәш. Ҡытайҙың уйғырҙар йәшәгән төйәгендә торалар. Ата-бабаларының сығышы Башҡорт иленән булған, яҙмыштарын Ҡытай менән бәйләгән башҡорттар күп, ти, тик телде онота яҙғандар. Милли йолалар ҙа ҡатнашып бөткән. Атайыма ул үҙҙәрендә үткән туйҙың видеоһын һалғайны, башҡорт элементтары ла һаҡланып ҡалған. Беҙгә килегеҙ, тип саҡырҙы.
— Беҙҙең телселәргә, ғалимдарға барып өйрәнәһе, тикшерәһе эштәр күп икән...
— Эйе, ул: “Атайым — Өфөнән, әсәйем – Ҡазандан”, — ти. Салауат өсөн Өфө — Башҡортостан, Ҡазан Татарстан тигәнде аңлата. Ҡайһы райондан, ауылдан икәнен белеп бөтмәй, әлбиттә.
— Тамырҙары менән ҡыҙыҡһынһын ине ул егет. Ата-бабалары иҫән сағында һорашып ҡалһын ине. Рухлы башҡорттар булмаһа, Салауат тип исем дә ҡушмаҫтар ине бит үҙенә. Килһен Башҡортостанға, әйт уға. Ҡайҙа ғына йәшәһәң дә, ата-бабаларыңдың, халҡыңдың милли ғөрөф-ғәҙәттәрен оноторға ярамай. Сөнки беҙгә ҡарап донъя кимәлендә башҡорт халҡы тураһында фекер йөрөтәләр. Шуға күрә милләтебеҙҙең белемле, мәҙәниәтле, тоғро ул-ҡыҙҙары булырға тырышырға кәрәк.
Күп тел белгән һайын белемең дә, аң кимәлең дә үҫә, күңелеңде байыта, аралашыуҙы арттыра.
— Уйғырҙарҙың телдәре лә башҡортҡа яҡын. Уйғыр ҡыҙҙары менән һөйләшергә тура килә. Улар — уйғырса, мин башҡортса әйтәм. Бер-беребеҙҙе яҡшы аңлайбыҙ. Ҡайһы саҡта: “Ҡытайса шул һүҙ нисек була әле?”— тип минән һорайҙар.
— Ғөмүмән, ҡытайҙар ниндәйерәк халыҡ? Был илдә ете йыллап йәшәгәс, әҙерәк ниндәйҙер һығымталар яһай алаһыңдыр?
— Ҡытайҙар бик тырыш халыҡ, яҡшы йәшәйҙәр. Үҙ көстәренә таянып эшләйҙәр. Ҡалалары матур, төҙөк. Әлбиттә, йәштәргә уҡырға инеүе еңелдән түгел. Шуға белемдең ҡәҙерен беләләр.
— Һиңә лә еңел түгелдер инде ул ҡытай телен өйрәнеү. Әйтеүҙәренә ҡарағанда, бер үк иероглиф әллә нисә мәғәнәне аңлата түгелме?
— Миңә лә еңел түгел, әлбиттә. Тиҙерәк һәм дөрөҫ һөйләшергә өйрәнеү өсөн күберәк урындағы халыҡ менән аралашырға тура килә. Улар ҙа ихлас, ярҙам итергә әҙер торалар. Иероглифтарҙың сиге юҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡытайҙар үҙҙәре лә телдәрен тулыһынса белеп бөтә алмайҙар. Сит илдән килеп белем алғандар өсөн ҡытай телен белеү кимәле баҫҡыстар менән билдәләнә. Мин әлегә алтынсы баҫҡыстамын. Башҡорт телен белеү ҡытай һәм башҡа сит телдәрҙе өйрәнеүҙә ярҙам итә. Әсә телебеҙҙең ҡәҙерен беләйек.
— Ҡазан фирмалары менән бәйләнеш тотам, тинең. Ә Башҡортостандыҡылар һиңә мөрәжәғәт итәме?
— Ҡытай менән Башҡортостан араһында дуҫлыҡ бәйләнештәре булдырылғас, ундай мөрәжәғәттәр бар. Башҡортостанда ла хәҙер күп кенә Ҡытай студенттары белем ала бит. Сәнғәт институтында йырсыға уҡығандары ла бар. Шуларҙың береһе ҡытайса-башҡортса йырлай икән. Ҡытай фирмалары бар Өфөлә, унда эшләүселәр ҙә байтаҡ.
— Ә һин үҙең уҡып бөткәс, ҡайҙа эшләргә уйлайһың?
— Әлегә аныҡ ҡына яуап бирә алмайым. Күҙ күрер, тип әйтәйем микән...
— Тыуған яҡтар һағындыралыр бит... Уларҙың ризыҡтарына өйрәнеүе ҡыйын булманымы?
— Бында аҙыҡ-түлек күп төрлө. Үҙең теләгәнде һайлап алырға була. Урындағы халыҡтың аш-һыуына өйрәнеп китеүе ауырлыҡ тыуҙырманы. Таяҡтар менән ашарға ла өйрәндем. Өфөгә ҡайтҡанда башҡорт балы, үҙебеҙҙең сәйҙәрҙе, сәксәк алып киләм.
Әлбиттә, тыуған яҡ һағындыра. Туғандарым, дуҫтарым күп. Улар менән үҙ телебеҙҙә аралашып, һөйләшеп торабыҙ. Башҡортостандағы мәҙәниәт, сәнғәт яңылыҡтары менән дә ҡыҙыҡһынып барам.
— Гүзәл, әле һинең имтихандарға әҙерләнгән мәлең. Шундай тығыҙ мәлеңдә лә йәштәр журналы “Шоңҡар”ҙың һорауҙарына яуап бирергә ваҡыт таптың. Һынауҙарыңды һәйбәт тапшыр. Уҡып бөткәс, үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡайтыуыңды теләйбеҙ. Бәлки, бер-ике йыл унда эшләп, ныҡлап тәжрибә тупларһың, әммә бер үк сит милләт кешеһенә кейәүгә сығып, тороп ҡала күрмә. Шәп ҡыҙҙар, егеттәр үҙебеҙҙең Башҡортостанға бик тә кәрәк!