Венера Мәғәлим Ҡыҙы Ғәйетова 1985 йылда Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу институтын тамамлай. 1987 - 2002 йылдарҙа Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһы ағзаһы була. 2002 йылда Рәсәй Президентының указы менән Венера Мәғәлим ҡыҙы Өфө ҡалаһының Калинин район суды судьяһы итеп тәғәйенләнә.
Венера Мәғәлим ҡыҙы судьялар берләшмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, Бер нисә тапҡыр Башҡортостан республикаһы судьяларының квалификация коллегияһы ағзаһы итеп һайлана, унда йәмәғәт эшен уңышлы башҡара. Тиҙҙән хеҙмәт бурыстарын өлгөлө үтәгәне, суд системаһын үҫтереүгә аныҡ өлөш индергәне өсөн уға «Суд системаһының Почетлы хеҙмәткәре»тигән маҡтаулы исем бирелә. Бер аҙҙан «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы»тигән маҡтаулы исем тапшырыла.
Венера Мәғәлим ҡыҙы 25 йылдан ашыу судья вазифаһында эшләй. Профессионализм һәм закондарҙы тәрән белеүе менән коллегаларының хөрмәтен һәм граждандарҙың ышанысын яулай. Ул һәр ваҡыт ғәҙеллек, аҡыл һәм кешелеклелек өлгөһө булып ҡала, ҡанундың ҡатылығын һәр ҡарарҙа кешелеклелек менән берләштерә. Ошо көндәрҙә Венера Мәғәлим ҡыҙын хеҙмәттәштәре хөрмәтләп отставкаға оҙатты.
Лилиә Нуриева,
Өфө ҡалаһының Калинин район суды матбуғат хеҙмәткәре.