Был һанда ла йәштәребеҙгә өлгө булырҙай маҡсатлы йәштәр, ғәжәп һөнәр эйәләре, матур ғаиләләр тураһында мәҡәләләр баҫылған. Тышлыҡты йырсы Сәйет Билаловтың ғаиләһе биҙәй. БДМУ-ның физик культура һәм спорт кафедраһы мөдире, биология фәндәре кандидаты Руслан Ғәйнуллин, Учалынан боронғо кәсептәр, һөнәрҙәр тергеҙеүсе Айвар Сафин тураһындағы яҙмалар журнал уҡыусылар күңеленә хуш килер, моғайын. Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Урам балалары” повесы, Фәиз Харрасовтың "Хафиз апа йәки Тормош был...” тигән хикәйәһе, Рима Рафиҡованың МХО-ла батырҙарса һәләк булған Ғафури Илгиз Урманшин хаҡында яҙмаһы донъя күргән. Тағыламы? Ҡалғандарын ҡулығыҙға журналды алғас, үҙегеҙ күрерһегеҙ.