Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март , 14:09

Бейеү өсөн генә яралған ул...

Ғәҙәттә, ансамбль бейеү­се­ләрен тамашасылар исем-фамилиялары менән иҫтә ҡалдырмай: сәхнәлә бер иш кейемдә, бер төрлө хәрәкәт яһаған 15 – 20 кеше игеҙәктәр кеүек күренгәндәй.

Бейеү өсөн генә  яралған ул...
Бейеү өсөн генә яралған ул...

Ғәҙәттә, ансамбль бейеү­се­ләрен тамашасылар исем-фамилиялары менән иҫтә ҡалдырмай: сәхнәлә бер иш кейемдә, бер төрлө хәрәкәт яһаған 15 – 20 кеше игеҙәктәр кеүек күренгәндәй. Ә шулай ҙа таланты, мөләйемлеге, һығыл­ма­лылығы, булмышынан мөлдөрәмә тулып торған артист ҡарашты үҙенә тартып ала һәм, күңелде арбап, һоҡланыу хисе уята. Лилиә УСМАНОВА тап ана шундай таланттарҙың береһе лә инде – ул бары тик бейеү өсөн генә яралған тиерһең. Шуныһы ҡыуаныслы: 13 йыл Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең бейеү театрында эшләгәндән һуң, ул Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына күсте. Ә бында ул башлыса солист булараҡ сығыш яһай.

– Лилиә, бейеүгә ынтылышың ҡайҙан килә?
– Үҙем Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуып үҫһәм дә, тамырҙарым менән Ғафури районынан. Әсәйем – Ибраһим, атайым Йөҙимән ауылында тыуған. Әсәйем оҙаҡ йылдар дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләй. Сәнғәт юлынан китеүемдә уның йоғонтоһо ҙур: бала саҡта фигуралы шыуыу менән шөғөлләнергә теләгән. Ул үҙенең бала саҡта еүеш иҙәндә төрлө хәрәкәттәр яһарға тырышыуын һаман да көлә-көлә һөйләп ала. Балалар баҡсаһында йөрөгәнемдә үк “Түңәрәк күл” бейеүен өйрәтте. Уның менән конкурста ла ҡатнашҡайным, сәхнәгә сығырға бер аҙ ҡурҡыңҡырап тороуым иҫтә ҡалған. Уҡырға башҡорт гимназияһына биргәйнеләр, унда Зифа Бикбаева етәкселегендәге бейеү түңәрәгенә йөрөй башланым. Уҡытыусым минең тырышлыҡты, талантты күреп, айырым бейеүҙәр һалды. Ун йәшем тулғас, әсәйемдең тәҡдиме менән, Рудольф Нуриев исемендәге Өфө хореография училищеһына имтихандар биреп ҡарарға килдем.
– Бәләкәйҙән тыуған йорттан сығып китеү еңелдән булмағандыр. Студент йылдары күңелеңдә ниндәй хәтирәләр ҡалдырҙы?
– Ғаиләлә 22 йәшкә тиклем берҙән-бер бала булдым. Алға китеп шуны әйтәйем: мин ҡыҙымды тапҡан осорҙа әсәйем икенсе балаһын – ҡустымды табырға батырсылыҡ итте. Иркә, атай-әсәй ҡурсыуында рәхәтләнеп кенә йәшәрлек мөмкинлек булһа ла, сәнғәтте яратыуым көслө ине, ете йыл буйы ситтә йәшәргә сабырлығым етте. Һағынып илаған саҡтарымда бер нисә тапҡыр әсәйем өйгә алып ҡайтырға тип Өфөгә килде. Уны күреп күңелем була ла, ҡайтмайым, тип тороп ҡалам.
Училищела уҡыу ике йүнәлештә – классик һәм халыҡ бейеүҙәре буйынса алып барыла. Беҙҙең класта балалар аҙ булыу сәбәпле, башлыса классика бүлегендә уҡыныҡ. Һуңғы курста ғына данлыҡлы педагог Марат Кәримов халыҡ бейеүҙәре өсөн 12 уҡыусыны, шул иҫәптән мине лә, үҙ класына алды. Класыбыҙ дуҫ, татыу ине, һаман да аралашып торабыҙ. Бейеүсе һөнәре еңелдән түгел. Төрлө сәбәптәр арҡаһында һабаҡташтарым сәхнәнән китте, әлеге ваҡытта бер мин генә һөнәрем буйынса эшләйем.
Студент саҡта күңелде ҡырған осраҡтар йыш күҙәтелде. Буйға бәләкәй булғас, нисек кенә әҙерлекле булһам да, һәр ваҡыт билдәләрҙе бер балға кәметеп ҡуйҙылар. Шуға ла миндә комплекстар, оялыуҙар булды. Уларҙы еңеү психологик яҡтан нисек ауыр икәнен үҙем генә беләм. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә лә, буйға бәләкәйһең, тип алманылар.
– Шулай ҙа Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең бейеү театрына эшкә алғандар...
– Уҡыған саҡта Хәлил ағай Ишбирҙин бер нисә тапҡыр училищеға бейеү һалырға килде. Ҡыҙыҡһыныу көслө – репетицияларын ҡарарға инеп ултырам, эш алымын күҙәтәм. Ул үҙе лә миңә иғтибар иткән, бер көндө төрлө хәрәкәттәр эшләтеп ҡараны ла репетицияларҙа ҡатнаштыра башланы. Шунда ул мине театрға эшкә саҡырҙы ла инде. Хәлил Әнүәр улы унда “Дала сыңы”, Фәйзи Ғәскәров репертуарынан “Йылға буйында” бейеүҙәрен ҡуйҙы. Беҙҙең хеҙмәттәшлек һаман да дауам итә. Өфөгә эшкә килгәс, шәхсән үҙемә “Иркә” һәм “Һыбайлы ҡыҙ” бейеүҙәрен һалды.
Стәрлетамаҡта эшләү ҙур тәжрибә бирҙе. Коллективтан тыш, концерттарҙа йыш ҡына яңғыҙ бейей, дуэт менән дә сығыш яһай инем. Ә был – хореографтар менән айырым эшләү, оҫталыҡты арттырыу мөмкинлеге лә. Баш балетмейстр Эльвира Дауытова менән уның ярҙамсыһы Рим Асҡаровҡа рәхмәтлемен, улар минең мөмкинлекте, үҙенсәлекле башҡарыу манераһын күреп, айырым бейеүҙәр һалды. Шулай уҡ Дамира Амангилдина ҙур ышаныс күрһәтте – хаҡлы ялға киткәндә дуэт бейеүҙәрҙәге үҙенең партияларын миңә ҡалдырҙы. Биш йылдан артыҡ Рим Асҡаров менән бергә сығыш яһаным.
– Ә эш башлау ауыр булманымы? Репертуарҙы үҙләштереү өсөн бейеүсегә күпме ваҡыт бирелә?
– Һаман да хәтерләйем, бер нисә аҙна ғына репетицияға йөрөп өлгөрҙөм, беҙҙе “Сәрби” сыуаш ансамбле менән гастролдәргә сығарып ебәрҙеләр. Үҙем кеүек йәш кенә бейеүселәр менән юл йөрөп ҡайттым.
Ә репертуарҙы үҙләштереү һәр кемдең үҙенән тора. Ни тиклем тиҙ өйрәнәһең, шул тиклем тиҙерәк сәхнәгә сыға башлайһың. Мин күпселек бейеүҙәрҙе ике аҙна эсендә өйрәнеп, концерттарҙа ҡатнаша башланым. Ә ҡатмарлы номерҙарға ваҡыт күберәк бирелә. Олораҡ, бер нисә йыл эшләгән апай-ағайҙар талапсан булды, әммә бер ваҡытта ла ярҙамдан баш тартманылар.
– Ә һинең өсөн ансамблдә бейеү ауырмы, әллә яңғыҙ сығыш яһаумы?
– Икеһе лә ауыр, ҙур әҙерлек һәм тырышлыҡ кәрәк. Ансамблдә бер бөтөн булып эшләйһең – хәрәкәттәр генә түгел, кәүҙәне тотоу, аралыҡ, башҡарыу манераһы, хатта ҡараштар ҙа бер төрлө булырға тейеш. Буталырға ярамай – үҙеңә генә түгел, тотош команда өсөн яуаплылыҡ бар. Ә яңғыҙ бейеүҙә үҙеңдең характерыңды, шәхесеңде аса алаһың. Тик был осраҡта тамашасы һинең һәр хәрәкәтеңде, һығылмалылығыңды иғтибар менән ҡарап ултыра, башҡа бөйөк бейеүселәр менән сағыштыра. Һәр сығыш ҙур имтиханға тиң. Шуныһы ла бар: күмәк сығыш яһағанда нимәнелер онотоп китһәң, башҡаларға күҙ һалып, тиҙ генә иҫкә төшөрәһең. Яңғыҙ булһаң, “ярҙамсылар” юҡ, импровизация менән хәлдән сығыу юлын эҙләйһең.
– Театр артисы сәхнәгә сыҡҡан һайын спектаклдәге образын күңеле аша үткәрә, йырсы йырында һүрәтләнгән тарихты кисерә. Бейеүҙә күңел торошо мөһим роль уйнаймы, әллә техник оҫталыҡмы?
– Күңелеңде һалмаһаң, бейеү ҙә килеп сыҡмайҙыр ул. Яңғыҙ сығыш яһағанда бигерәк тә – тамашасыларҙы ятланған хәрәкәттәр, оҫталыҡ менән генә арбай алмайһың.
Бер шулай сәхнәгә сығыр алдынан ғына өләсәйемдең вафатын хәбәр иттеләр. Концерт башланырға тора, күҙгә йәш тулды. Тик баш тартып булмай, тотош коллектив өсөн яуаплылыҡ тойғоһо бар. Сәхнәгә сығыуын-сыҡтым, тик нисек бейегәнемде хәтерләмәйем. Аҙаҡ хеҙмәттәштәрем әйтеүенсә, бер ниндәй яңылышлыҡ булмаған. Техник яҡтан ятлап алынған хәрәкәттәрҙе генә ҡабатлап йөрөгәнмендер тием. Шуға күрә техник оҫталыҡ та булырға тейеш тигән һығымтаға килдем.
– Үҙеңде конкурстарҙа һынап ҡарағаның бармы?
– Студент йылдарында мөмкинлектәр булһа ла, классик йүнәлеш ҡыҙыҡһындырмағас, фестивалдәрҙә ҡатнашманым. Эшләй башлағас, Сочи ҡалаһында үткән “Народные истоки” халыҡ-ара милли мәҙәниәт конкурсында икенсе урын алдым. Ә 2021 йылда “Яңы йыл карнавалы” конкурсында Гран-при яуланым. Ул Алма-Аты ҡалаһында үтте. Бынан тыш, Ош, Ҡыҙыл Орда ҡалаларында үткән фестивалдәрҙә делегат булараҡ ҡатнаштым.
– Училище студенттары ниндәй юлдан китергә кәрәклекте үҙҙәре һайлай. Һин халыҡ бейеүен һайлағанһың. Ни өсөн?
– Беренсенән, бала саҡтан башҡорт бейеүҙәрен күреп, бейеп үҫтем. Ҡурай моңо, халыҡ йырҙары, таҡмаҡтар ҡаныма һеңгән. Икенсенән, халыҡ бейеүҙәре төрлө характерҙа булыуы менән күңелемә яҡын. Улар бер-береһен ҡабатламай: һәр милләттең үҙенә генә хас хәрәкәттәре, моңо, характеры була. Репертуарымда башҡорттан тыш, кавказ, сиған, сыуаш, мари, испан бейеүҙәре бар. Ә татар халыҡ “Шаян ҡыҙ” бейеүен үҙем һалдым. Әлеге ваҡытта билдәле хореограф Рәмизә Мөхәмәтшина ҡуйған аджар бейеүен өйрәнәм.
– Бейеүсенең ижад юлы сағыштырмаса ҡыҫҡа була. Хаҡлы ялға сыҡҡас нимә менән шөғөлләнәсәкһең?
– Балалар менән эшләргә ниәтләйем. Юғары белемде ошо йүнәлештә алдым – Башҡорт дәүләт педагогия университетының хореография бүлеген тамамланым. Тәҡдимдәр булһа ла гастролдәр, концерттар менән, ваҡыт еткереп булмай, ҙур ансамблдәрҙә эшләү тәжрибәм юҡ әлегә. Ә бына бер нисә баланы конкурстарға әҙерләргә тура килде, бейеүҙәр ҙә һалдым. Оҡшаны.
Бейеүгә генә түгел, балалар менән эшләргә лә айырым һәләт кәрәклеген аңлатҡан уҡытыусыларыма рәхмәтлемен. Университетта беҙҙе данлыҡлы бейеүселәр – Рим Әбделмәнов менән Наил Сәрүәров уҡытты.
– Ҡыҙыңда бейеүгә һәләт бармы?
– Әйтеп үтеүемсә, әсәйем менән балаларҙы бер-бер артлы таптыҡ. Ҡыҙым менән ҡустым бергә-бергә үҫте, үҙ-ара бик татыуҙар. Стәрлетамаҡта йәшәгәндә икеһе лә “Торатау” бейеү ансамблендә шөғөлләнде. Камилла бейеү менән музыканы бер ҡатарҙан үҙ итә. Оҙаҡ ҡына уйлағандан һуң, ул йыр менән музыкаға өҫтөнлөк бирергә булды: быйыл Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыкаль тәрбиә биреү гимназия-интернатына уҡырға инде. Ул хәҙер виолончель класында белем ала. Бейеүҙе ташламаны, унда талантлы хореограф Илүзә Ноғоманованың ансамбле бар, шунда шөғөлләнә.
– Бейеүсе булмаһаң, ниндәй һөнәр һайлар инең?
– Барыбер сәхнә кешеһе булыр инем, моғайын. Мин бер осор театр сәнғәте менән ҡыҙыҡһынып алдым. Уҡыған саҡта спектакль менән конкурста ҡатнашҡайныҡ, коллектив 1-се урынды яуланы, бынан тыш, миңә “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһын тапшырҙылар. Хореография училищеһын тамамлағас, сәнғәт институтына барырға ла уйлағайным, батырсылығым етмәне. Ваҡытым булһа, әле лә театр түңәрәгендә шөғөлләнер инем, моғайын. Берәй фильмға кастинг иғлан итһәләр, ҡатнашып ҡарарға була. Ҡыҫҡаһы, үҙемде актер булараҡ һынап ҡарауҙан өмөтөм өҙөлмәгән (көлә – авт.). Ә театрға һөйөү әле минең бейеүҙәремдә сағыла – төрлө образдар яҡын, айырыуса шаян бейеүҙәр оҡшай. Характер төрлөлөгө талап ителгән ҡатмарлы композицияларҙы күңел биреп башҡарам. Риф Ғәбитов һалған “Зилалай” бейеүен яратам – унда беҙ бейеп кенә ҡалмайбыҙ, таҡмаҡтар ҙа йырлайбыҙ. Эльвира Дауытова һалған “Бәхет ҡошо”нда сағыу, матур ҡош образын һынландырам. Ундай бейеүҙәрҙә һығылмалылыҡ, техника ғына түгел, бейеүсенең эске донъяһы ла асыла. Бынан тыш, Стәрлетамаҡта эшләгәндә “Урал легендалары”, “Бременские музыканты” мюзиклдарында, “Морозко” әкиәтендә ҡатнашыу ҙа ҙур тәжрибә бирҙе.
– Төп эшеңдән тыш башҡа сараларҙа ҡатнашаһыңмы?
– Эйе, миңә тамашасы алдында сығыш яһау оҡшай. Артист өсөн майҙан сәхнәлә генә түгел, корпоратив, банкет сараларында ла, балалар өсөн ойошторолған кисәләрҙә лә, хатта урамда үткән байрамда ла бейегәнем бар. Минең сығышымды күреп, бәлки, бер генә кеше булһа ла башҡорт йәки башҡа халыҡ сәнғәте менән ҡыҙыҡһына башлар, билет алып концертҡа килер...
– Йорт эштәрен алып барырға ваҡыт ҡаламы?
– Бәләкәйҙән ата-әсәйҙән ситтә йәшәгәс, йорт эштәренә артыҡ оҫталығым юҡ ине. Ҡыҙым тыуғас, хужабикә, әсәй булыуымды ла ҡабул итергә тура килде. Бешеренергә оҫтарып алдым. Интернет селтәрендә берәй ят рецепт күрһәм, мотлаҡ бешереп ҡарайым. Характерыма тыныс ҡына ултырыу хас түгел, шуға ялдарым да хәрәкәттә үтә. Тәбиғәт яратам, спорт менән шөғөлләнәм. Һуңғы ваҡытта Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеү оҡшай. Былтыр Ирәмәлгә артылғайным, һаман да шундағы кисерештәр, эмоциялар менән йәшәйем – шул тиклем оҡшаны.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Лилиә. Өфө сәхнәләрен дә, тамашасыларын да яуларға, эшеңдән кинәнес табып йәшәргә насип булһын!

 

Гөлнур БИК әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас