Кешенең эше күп булған һайын ул күберәк өлгөрә. Был фекер Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында йәшәүсе Гөлйөҙөм ИСЛАМҒОЛОВАға ла тура килә.
Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан ул. Гөлшат менән Нәзир Сәғәҙәтовтарҙың ғаиләһендә берҙән-бер бала булып донъяға килә. Атаһы үлгәс, әсәһенең тыуған яғы Йылайыр районына күсенәләр. Әсәһе менән Булат Рәфҡәт улы сәстәрен сәскә бәйләгәс, Гөлйөҙөм уға тәүге көндәрҙә үк: “Атай!” тип өндәшә. Ғаилә башлығы ла үҙ балаһылай уға тәрбиә бирә, һеңлеләре тыуғас та, барыһын да тиң күреп оло тормош юлына сығаралар.
Ҡул эшенә ынтылыш Гөлйөҙөмдөң бала сағынан килә. Әсәһе лә, өләсәһе лә ҡул эшенә әүәҫ. Башланғыс кластарҙа уҡығанда бер журналда ырғаҡ менән ябай ғына итеп салфетка бәйләргә өйрәткәндәрен күреп ҡала. Тик өйҙәрендә ырғаҡ табылмай. Эшләп ҡарарға теләге көслө булған ҡыҙҙы был туҡтатмай. Әсәһенең бәйләм энәһенең берәүһен ырғаҡтыҡы һымаҡ итеп кәкрәйтеп ала ла йөн йомғаҡтарының береһе менән салфетканы бәйләп ҡарай. Боҙолған энәһен күргәс, башта әсәһе асыулана. Әммә ҡыҙының теләгенә ҡаршы килмәй, төрлө размерҙағы ырғаҡтар, буяулы йөн йомғаҡтары һатып ала. Бәйләргә өйрәтеүсе журналдарға ла яҙыла. Күңеле үҫеп киткән Гөлйөҙөм үҙенә кофта бәйләп кейә. “Йәйғор” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән әсәһенә лә ярҙамлаша. Ҡурсаҡтарға кейемдәр, ултырғыстарға япмалар, уйынсыҡтар бәйләй. Уның ҡул эштәре төрлө конкурстарҙа урындар яулай. Бала сағында, әсәһенә ярҙамлашып йөрөп, үҙе лә йә тәрбиәсе, йә уҡытыусы булырға хыяллана.
Гөлйөҙөмдөң беренсе һөнәре медицина хеҙмәткәре. Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында медицина колледжын тамамлай. Каникулдарында Ҡашҡар ауылында йәшәүсе өләсәһе Сәбилә Ҡашҡарова янына барып йөрөгәндә икенсе яртыһын осрата. Ошо ауыл егете Руслан Әмин улына кейәүгә сығып, ҡулына диплом алғас, ауылда төпләнеп ҡалалар. Бөгөнгө көндә ғаилә башлығы Хәйбулла районында вахта ысулы менән эшләй. Бер-бер артлы донъяға килгән Әмир, Радмир, Элина исемле балаларға әсәй булған Гөлйөҙөм дә бер минут та ҡул ҡаушырып ултырмай. Беренсе улы тыуғанда, бала саҡ хыялына хыянат итмәйенсә, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалын ситтән тороп тамамлай. Ғөмүмән, ғүмере буйы эҙләнә, уҡый, өйрәнә. Декрет ялдарында хыялдарын тормошҡа ашырырға ынтыла ул. Исемле йыуғыстар ҙа бәйләй, ыҫмала менән әйберҙәр эшләй, бәлештәр бешерергә онлайн оҫталыҡ дәрестәре лә ала. Бынан бер нисә йыл элек Гөлнәфис Үтәшеванан кейемгә стилләштерелгән милли биҙәүестәр төшөрөргә өйрәнә һәм был эшкә ныҡлап тотона.
Ауылда мал тотҡан, йыл әйләнәһенә тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштән бушамаған, бәләкәс балалар үҫтергән Гөлйөҙөмгә ҡарап, ысынлап та, кешенең эше ни тиклем күп, ул шул хәтлем күберәк өлгөрөргә тырыша, тигән фекерҙең хаҡлығына төшөнәһең. Йәғни буш ваҡыты күберәк булған һайын, кеше ялҡаулаша, һуңынан көндәлек эштәрен башҡарырға ла ваҡыт тапмай башлай.
– Электән ваҡытты бушҡа үткәрмәнем. Әле яратҡан шөғөлдәрем менән булышырға ваҡытым табылһа, телевизорҙан йәки телефондан телесериалдар ҡуям да үҙемде ижадҡа көйләй башлайым. Уларҙы мин ҡарамайым, тыңлайым ғына. Эшем менән булғанда, актерҙарҙың диалогы аша үҙемде режиссер ролендә тоям. Кино кадрҙары минең фантазияларым аша күҙ алдыма килә, – тип илһамлы мәлдәрен нисек уҙғарыуы тураһында һөйләй Гөлйөҙөм. – Башланғыс кластарҙа уҡығанда һүрәт төшөрөү түңәрәгенә йөрөп алған инем. Футболка, күлдәктәргә милли биҙәктәр төшөргәндә ярап ҡалды. Берәүһен эшләп ултырғанда, икенсеһен нисегерәк биҙәргә күҙ алдыма килә. Әсәйем, ҡәйнәм тәүгеләрҙән булып мин биҙәк һалған кейем өлгөләрен кейҙеләр. Уларҙы һатырға ла ярҙам итәләр. Ҡәйнәм менән мине белгәндәр: “Руслан кәләште әсәһенә оҡшатып алған икән”, – тип йыш әйтә. Ысынлап та, килен ҡәйнә тупрағынан ярала, тигәндәре дөрөҫтөр. Ул да бәйләм эше менән мауыға. Бер-беребеҙҙән яңы биҙәктәр өйрәнәбеҙ, кәңәштәребеҙҙе бирәбеҙ.
Балаларын да үҙенең матур өлгөһөндә тәрбиәләргә тырыша Гөлйөҙөм. Алты йәшлек Әмир ҡул араһына күптән кергән. Малдарға яңғыҙы һыу ҙа эсерә, уларҙы ябып та керә. Электрика менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Атаһы яндарында саҡта уның менән ҡушарлап ҡына йөрөп донъя көтөү серҙәренә өйрәнә.
Таныштарына ҡамыр аштарын бешереп биргән, үҙен төрлө яҡлап һынап ҡараған Гөлйөҙөм бөгөн металдан стилләштерелгән милли алҡалар, беләҙектәр, йөҙөктәр, хәситәләр ҙә эшләй башлаған. Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ҡашҡар дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыусыларға оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, һатып алыусылары иһә уны үҙҙәре эҙләп таба. Ҡул эштәрен бүләк итергә лә ярата. Киләсәктә күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, үҙенең эштәрен күрһәтеү, башҡа оҫталар менән тәжрибә уртаҡлашыу хыялы менән яна.
– Һәр кемдең йәшенә, ҡыҙыҡһыныуҙарына, ниндәй төҫ яратыуына ҡарап эшләгән әйберҙәремде тәҡдим итәм, – ти Гөлйөҙөм. – Улар оҡшатып алып, аҙаҡ тағып йөрөгәндәрен күрһәм, шатланам. Ниндәйҙер бер эске ҡәнәғәтлек тойғолары кисерәм. Төрлө, һирәк осрай торған гөлдәр үҫтерергә лә яратам. Был донъя матур булһын тиһәң, үҙеңдән башларға кәрәк. Шул осраҡта ер йөҙөндә бәхетле кешеләрҙең һаны күҙгә күренеп артасаҡ. Барыһы ла үҙебеҙҙән торғанын онотмайыҡ.