Шоңҡар
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март , 07:55

"Наҙлы һәм хәстәрлекле әсәй ҙә һеҙ"

Республика Башлығы ата-әсә хеҙмәте һәм ғаилә үҫеше өсөн Өфөнән ете баланы лайыҡлы тәрбиәләп үҫтергән Гөлшат һәм Салауат Имелбаевтарға, Стәрлебаш районынан етенсе сабыйҙарын көтөүсе  Евгения һәм Ринат Хөсәйеновтарға рәхмәтен әйтте. Радий Хәбиров Өфөнән Румилә Хөснөтдиноваға ла батырлығы, ныҡлығы  өсөн һоҡланыуын белдерҙе. Күп балалы әсәй бер үҙе биш бала ҡарай һәм социаль педагог булып эшләп тә өлгөрә.

"Наҙлы һәм хәстәрлекле әсәй ҙә һеҙ"
"Наҙлы һәм хәстәрлекле әсәй ҙә һеҙ"

Ҙур һәм татыу ғаилә йылы асылды

8 март уңайынан уҙғарылған байрамда уға старт бирелде.

Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан уҙғарылған байрам сараларында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылын асты. Төбәк Башлығы Башҡортостан ғорурлығы булған күп балалы әсәйҙәр, үҙ һөнәренең оҫталары, йәмәғәтселәр, ғаилә йылыһын һаҡлаусылар менән осрашып, уларға рәхмәтен белдерҙе.

-Был йыл республикабыҙҙа Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Әлеге байрамда быйылғы йылдың мөһим сараларына старт бирергә тәҡдим итәм. Балалы ғаиләләргә ярҙам итеү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, күп милләтле ғаилә булараҡ республикабыҙ берҙәмлеге өсөн күп нәмә эшләйһе бар, - тине Радий Хәбиров.

Байрам сәхнәһендә Радий Хәбиров балалар тәрбиәләгән, ғаилә ҡиммәттәрен нығытҡан өсөн Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. “Әсәлек даны” миҙалына Ишембай районынан Елена Крамер лайыҡ булды. Тормош иптәше Сергей Владимирович менән улар алты бала тәрбиәләй. Ҡырмыҫҡалы районынан Галина Макарова ла ошондай юғары награда менән бүләкләнде.  Рамазан Әнәс улы менән улар биш бала үҫтерә. Күгәрсен районынан Тәғзимә Кинйәбаеваға ла ошондай миҙал тапшырылды, улар Риф Рәбис улы менән биш балаға атай-әсәй.

Башҡортостанда барлығы был юғары наградаға 9618 күп балалы әсәй лайыҡ булған. Уларҙың һәр береһе - ныҡлыҡ, мөхәббәт, ғаиләһенә тоғролоҡ өлгөһө.

–Бөгөн һәр беребеҙгә ваҡыт айырым талаптар ҡуя. Ләкин һеҙ  бар ерҙә лә өлгөрөргә ваҡыт табаһығыҙ. Наҙлы һәм хәстәрлекле әсәй ҙә һеҙ, йортоғоҙҙа йылылыҡ та булдыраһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта һөнәрегеҙҙә лә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшәһегеҙ, карьерағыҙҙы уңышлы төҙөйһөгөҙ. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ, үҙегеҙҙең иңегеҙҙә ҙур яуаплылыҡ йөгө алып бараһығыҙ. Бының һәр ирҙең дә көсөнән килмәүе мөмкин, – тине төбәк етәксеһе.

Республика Башлығы ата-әсә хеҙмәте һәм ғаилә үҫеше өсөн Өфөнән ете баланы лайыҡлы тәрбиәләп үҫтергән Гөлшат һәм Салауат Имелбаевтарға, Стәрлебаш районынан етенсе сабыйҙарын көтөүсе  Евгения һәм Ринат Хөсәйеновтарға рәхмәтен әйтте. Радий Хәбиров Өфөнән Румилә Хөснөтдиноваға ла батырлығы, ныҡлығы  өсөн һоҡланыуын белдерҙе. Күп балалы әсәй бер үҙе биш бала ҡарай һәм социаль педагог булып эшләп тә өлгөрә.

Башҡортостан Башлығы оҫталыҡтары  Бөтә Рәсәй кимәлендә танылған ҡатын-ҡыҙҙарға ла рәхмәтен белдерҙе. Улар араһында иретеп йәбештереүселәр ҙә, шәфҡәт туташтары ла, акушерҙар ҙа бар.

Радий Хәбиров Рәсәй Геройҙарының әсәйҙәренә, ҡатындарына, яҡындары илде һаҡлаған барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ла   мөрәжәғәт итте. Ныҡлыҡ, мөхәббәт, ышаныс өсөн рәхмәтен белдерҙе.

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас