Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март , 10:23

Сүп һауыты

Байрам етте, инде эштәрҙең осона сыҡтым тигәндә, ишетәм – баҡһаң байрамға арналған ауыл сараһында мин дә ҡатнашырға тейешмен.

Сүп һауыты
Сүп һауыты

1996 йыл... Мәктәптә 8 Март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнөн үткәреүгә мәж килеп әҙерлек бара. Ғәҙәттәгесә, уҡытыусылар дәррәү эшкә тотондо. Уҡыусыларҙан әсәйҙәрҙе тәбрикләүен ойоштороу, малайҙарҙан ҡыҙҙарҙы ҡотлатыу, ҡыҙҙар араһында мәктәп буйынса үткәрелгән “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!” конкурсына команданы әҙерләү кеүек эштәргә мин дә башкөллө сумдым. Байрам етте, инде эштәрҙең осона сыҡтым тигәндә, ишетәм – баҡһаң байрамға арналған ауыл сараһында мин дә ҡатнашырға тейешмен. Борсола башланым, нисек ҡатнашырмын? Балалар ауырыҡһынып тора. Директор ишетергә лә теләмәй, команда төҙөп список элеп тә ҡуйған.
КВН бик йәнле үтте. Бер ниндәй әҙерлекһеҙ килгән уҡытыусылар, алты команда араһынан 1- се урын алыуға өлгәште. Конкурста коллегаларым үҙҙәрен сәмле лә, тапҡыр ҙа, отҡор ҙа, бөтөн яҡтан оҫта икәнен дә күрһәтә алды. Команда, нәфис һүҙ конкурсы булһынмы, йыр-бейеү булһынмы, тамашасы­ларҙың дәррәү алҡышлауына лайыҡ булып, сүп һауыты менән бүләкләнеүегә иреште.
Директор һәр уҡытыусыһын маҡтай-маҡтай сүп-сар һауытын өләшә. Минең ҡулға ла һауыт тотторолдо, әммә нишләптер мин ошондай матур тантана барышында баҙап ҡалам-уңайһыҙланам. Директорҙың, көслө алҡыштарҙы еңеп: “Мәктәптә ҡый-һай һалырға мусорка юҡ, кабинеттарығыҙға ултыртырһығыҙ”, – тигән һүҙҙәре күңелгә еңеллек килтергәндәй була.
Шулай итеп, сүп-сар һауыты кабинеттарҙа үҙ тәғәйен урынын алып, хеҙмәт итә башлай. Ул ҡыйҙы, ҡый менән бергә – барлыҡ насарлыҡты, бөтөн бысраҡты йыйҙы. Уҡыусыларҙың хаталы эш дәфтәр биттәренән башлап яман һүҙҙәр яҙылған ҡағыҙ киҫәктәре – барыһы ла унда урын алды. Яңы мәктәпкә күскәндә, “иҫке мәктәптән бер әйбер ҙә бында килмәй” тигән фарман булғанда ла, сүп һауыты беҙҙең менән ине һәм уҡыусыларҙы таҙалыҡҡа, тәртипкә өйрәтеү, матурлыҡҡа ынтылыу, тик яҡшылыҡ ҡына эшләү кеүек матур сифаттар тәрбиәләүҙә үҙ бурысын ошо көнгәсә үтәне. Һәр уҡыусы яман һүҙҙәрҙән яман уй яралыуын, яман уйҙарҙан яман эштәр башҡарылыуын белеп үҫте. Ысынлап та, ул күпме баланы бысраҡтан арындырҙы, дөрөҫ йәшәргә өйрәтте, һау-сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға этәргес булды, бала күңеле менән таҙарҙы, һауыҡты.
Бөгөн кабинетым менән хушлашырға индем... Таҡтала һуңғы дәрестең һуңғы күнегеүе эшләнгән, юйылмаған. Мөйөштә һырынып ҡына сүп һауыты ултыра, буш – ҡыйы юҡ. Күңелгә ҡыйын, текләгәнмен дә торам. Ҡапыл башыма уй килә – уны буш ҡалдырмаҫҡа... Унда кешеләрҙең ватсап группаһындағы бысраҡ яҙыуҙарын, алама видеоларын, кеше аша ебәргән яман һүҙҙәрен, насар уй менән эшләнгән эштәрен, һәр әшәкегә ҡуйылған лайктарҙы ташларға...

Нәсимә ХИСМӘТУЛЛИНА.
Баймаҡ районы.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/plastic-trash-can-white-background_1167940.htm

Автор:
Читайте нас