Шоңҡар
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март , 09:51

Яңғыҙ йәндәр яҙмышы

Нәсимә әбейҙең театрҙан ҡайтып килеүе. Йорто эргәһенә яҡынлашҡас, әллә ҡайҙан килеп сығып, уға бер бесәй балаһы эйәрҙе. Әкрен геня мыяулап, бер тотам да ҡалмайынса, уның артынан йүгерҙе.

Яңғыҙ  йәндәр  яҙмышы
Яңғыҙ йәндәр яҙмышы

Нәсимә әбейҙең театрҙан ҡайтып килеүе. Йорто эргәһенә яҡынлашҡас, әллә ҡайҙан килеп сығып, уға бер бесәй балаһы эйәрҙе. Әкрен геня мыяулап, бер тотам да ҡалмайынса, уның артынан йүгерҙе. Үҙе ифрат матур: һирәк-һаяҡ ҡара таптар төшкән ап-аҡ йөнлө. Бер аҙ аяҡтарын ял иттерергә теләп, Нәсимә әбей өйө алдындағы эскәмйәгә ултырҙы. Бесәй балаһы уның аяғы янында өйөрөлдө лә өйөрөлдө. Бәләкәй йән эйәһен бик йәлләне әбей. Һаҡ ҡына күтәреп, фатирына алып керҙе.
Берҙән-бер ҡыҙын ул яңғыҙы ғына үҫтерҙе. Үҙен башҡа тиҫтерҙәренән кәм тоймаһын тип, ҡыҙғынаһы өсөн ныҡ тырышты ул – балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләне, бер ойошмала кистәрен иҙән йыуып та йөрөнө. Төҫкә-башҡа ифрат матур Зөһрәһе урта мәктәпте тамамлағас, тәүҙә сәнғәт училищеһында белем алды, артабан сәнғәт институтында уҡыны. Баш ҡалалағы драма театрҙарының береһендә эш башланы. Тиҙ арала үҙ ғаиләһен ҡорҙо, бер-бер артлы ике ул тапты. Ҡыҙының ире – “яңы урыҫ”тарҙың, йәғни илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас сослоҡтарын файҙаланып тиҙ арала байып киткән кешеләрҙең берҙән-бер улы. Зөһрә уны әсәһе менән аныштырырға үҙҙәренең “хрущевка”лағы ике бүлмәле фатирына алып килгәнендә буласаҡ кейәү: “Егерме беренсе быуатта нисек бындай “отстой”ҙа йәшәргә мөмкин?” – тип Нәсимәне шаҡ ҡатырғайны.
Бик ауыр булғайны Нәсимәгә шул саҡта. Сөнки оҙаҡ йылдар хәләл көс түгеп эшләп алған фатиры үҙенә бик ҡәҙерле. Йәшәйештә кәрәкле бөтә нәмәһе лә бар. Тап-таҙа... Тик шул көндән һуң ҡыҙы үҙе өсөн йәнен фиҙа ҡылырҙай булып йәшәгән әсәһенең йортона юлды бөтөнләй онотто. Хатта уны туйға ла саҡырманылар... Нәфисәһе, әсәһе хәлен белергә теләп шылтыратҡан сҡтарҙа, ваҡыты юҡлыҡҡа һылтанып, һөйләшеүҙе тиҙерәк тамамлау яғын ҡараны.
Йәше етеп, хаҡлы ялға сыҡҡас, Нәсимәгә уғата күңелһеҙ була башланы. Ҡыҙы, ейәндәре менән аралашҡыһы килде, тик Нәфисәнең ҡартайып барған әсәһен күргеһе килеп тормай ине. Шулай итеп, бер үк ҡалала йәшәһәләр ҙә, ҡыҙы менән бер осрашыуға зар-интизар булып көн итә ул. Япа-яңғыҙлыҡтан тамам биҙрәй башланы. Бына әле лә, алыҫтан булһа ла балаҡайын күрергә теләп, театрға, балаҡайы төп ролде уйнаған тамашаға барҙы. Спектакль тамамланғас, сәхнәгә күтәрелеп, ҡыҙғынаһына ҙур булмаған гөлләмә лә бүләк итте. Ҡыҙы, әсәһенең сәскәләрен алғас, рәхмәт әйтте-әйтеүен, әммә әсәһенә, исмаһам, йылы ҡараш та ташламаны.
Нәсимә әбей, бесәй балаһын йыуындырып, ашатып, ваҡыттың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Бәләкәй, яҡлаусыһыҙ йән эйәһе өйгә йәм, нур өҫтәп ебәргәндәй тойолдо. Уға “Алаҡай” тип исем ҡушып, икәүләшеп көн итә башланылар. Хужабикәгә мәшәҡәт бермә-бер артты, әммә ул быға һөйөндө генә. Тормошоноң юғала барған мәғәнәһе кире ҡайтҡандай тойолдо уға. Ҡарсыҡ йоҡларға ятһа, Алаҡайы мырылдап уның янына килеп һырығыр булды. Хужабикә Алаҡайы өсөн тәмле ризыҡтар бешерҙе. Уныһы бигерәк тә балыҡ, ит яратты. Хатта помидор, ҡыярҙан да баш тартманы. Тиҙ арала үҫеп тә китте. Нәсимә әбей бесәйен йыш ҡына эргәләге паркка алып сығып йөрөттө. Аҡыллы бесәкәй унда ла хужабикәһенән бер аҙым да ситкә китмәне. Ике яңғыҙ йән эйәһе матур итеп ун йыл самаһы йәшәнеләр.
Әммә бер иртәлә Нәсимә әбей йоҡоһонан торманы. Уның уянып үҙенә тәмле аҙыҡ биреүен Алаҡайы түҙемһеҙләнеп көттө. Хужабикәһенең үлгән икәнлеген аңламай ине шул ул. Өс көн буйы, аптырап та, ҡурҡып та, асығып та мыяуланы Алаҡай. Дүртенсе көнгә аҫҡы ҡаттағы бер күрше ҡатын килеп керҙе – Нәсимә әбей уға, үҙенең хәлен белешеп йөрөһөн тип, фатир асҡысын биреп ҡуйғайны. Хәлде аңлап ҡалғас, күрше ҡатыны Нәсимә әбейҙең ҡыҙына шылтыратырға тотондо. Уныһы телефонын алманы. Аптырағас, ҡарсыҡтың ҡыҙы эшләгән театрға шылтыратып, уның ғаиләһе менән Таиландҡа ял итергә киткәнлеген, ҡасан ҡайтасаҡтары билдәһеҙ икәнлеген белде. Күрше ҡатын Нәсимә әбейҙең үлемтеккә тип йыйған төргәген, уның эсендәге аҡсаны ла тапты, әбейҙе ерләүҙе ойошторҙо.
Хужабикәһеҙ ҡалғас Алаҡайға бик күңелһеҙ булды. Әммә ул тома яңғыҙ булманы – әлеге күрше ҡатын килеп, уны ашатып йөрөнө. Шундай көнитмешкә лә күнегә башлағайны Алаҡай. Бер көн фатирға бер нисә таныш түгел кеше килде. Баҡтиһәң, Нәсимә әбейҙең ҡыҙы, әсәһенең үлгәнлеген белгәс, уның фатирын һатырға булған һәм үҙе менән һатып алыусыларҙы алып килгән. Һөйләштеләр, килештеләр, ҡулға-ҡул “һуғыштылар”.
– Ә был матур йән эйәһен үҙегеҙ менән алып китәһегеҙҙер, моғайын? – тип һораны күрше ҡатын Нәсимә әбейҙең ҡыҙынан.
Уның миңә ни бысағыма кәрәге бар? – тип яуапланы уныһы.
Шулай ҙа, фатир асҡысын яңы хужаларға тоттороп, сығып барғанында Алаҡайҙы ҡулына ҡыҫып тотоп алды. Подъездан сыҡҡас та ергә ырғытты. Ала бесәй, аптырап та, ҡурҡып та, ҡасандыр хужабикәһе ултырырға яратҡан эскәмйә эргәһендә тороп ҡалды. Шул көндән алып ул урамда йәшәй башланы. Уға бик ҡурҡыныс ине. Хужабикәһен юҡһынды. Бигерәк тә аслыҡтан йонсоно. Үҙе ише йортһоҙ бесәйҙәр кеүек, бәләкәй генә тәҙрәнән кереп, бер йорттоң подвалында йоҡлап йөрөнө. Ныҡ асыҡҡанында сысҡан тотоп ашарға өйрәнде.
Бер ҡыш айырыуса һыуыҡ булды. Сысҡандар ҙа әллә ҡайҙа юғалдылар. Бер көн, түҙгеһеҙ асығып, подвал тәҙрәһенән ҡарап торғанында Алаҡай кемдеңдер күгәрсендәргә ем һипкәнен күреп ҡалды. Ҡоштар төркөмө гөрөлдәшеп ем суҡырға тотондо. Алаҡай, йәшеренгән урынын сығып, уларҙың өҫтөнә ырғыны. Күгәрсендәр, пыр туҙынышып, ситкә ҡастылар. Шулай ҙа Алаҡай уларҙың береһен эләктереп өлгөрҙө. Ҡошсоҡто талап, үлтереп, кимерергә тотондо. Туйғас, үҙ-үҙенән ҡәнәғәт ҡалып, кире подвалға кереп ятты. Йорт алдындағы ағас аҫтында ятҡан күгәрсен кәүҙәһе уға бер нисә көнгә етте. Оҙайлы ҡышты Алаҡай шулай күгәрсендәргә һунар итеп үткәрҙе.
Яҙ етеп, көндәр йылынғас, Алаҡай күберәге урамда йөрөнө. Тәүҙәрәк, сит кешеләрҙе күреп ҡалһа, ҡасыу яғын ҡарай торғайны. Һуңғы осорҙа, уларҙан бер ниндәй ҙә хәүеф янамағанлығын аңлап, бер кемдән дә ҡурҡмай, ирәйеп йөрөй башланы. Бер тапҡыр, көн кискә ауышҡас, ҡаршылағы йорттан, такса тоҡомло оҙон кәүҙәле ҡара эт эйәртеп, бер ҡарт килеп сыҡты. Алаҡай, хужалы эттән көнләшкәндәй, ағас төбөндә уларҙы күҙәтеп ултырҙы. Ҡапыл эт уны күреп ҡалды ла баҫтыра башланы. Бесәй башта эт уның менән уйнарға теләй икән тип уйланы, ахырыһы, ҡурҡманы ла. Ағастар араһында ары йүгерҙе, бире йүгерҙе. Әммә бер мәл уның ҡарашы эттеке менән осрашты. Ҡара эттең шаярмағанлығын, үҙен ысынлап та баҫтырыуын шунда ғына аңланы, шикелле, Алаҡай. Йән фарманға подвал тәҙрәһенә сапты. Эт тә уның артынан ҡалманы. Бесәй инде хәүефһеҙ урынға кереп йәшеренде генә тигәндә, эт уның ҡойроғон умырып тешләп алды ла кире тышҡа һөйрәп сығарҙы, талай башланы. Бер килке йорттар араһында ала бесәйҙең асырғаланып мыяулауы ишетелеп ҡалды. Ә эттең хужаһы был фажиғәне тыныс ҡына күҙәтеп торҙо...
...Күпмелер ваҡыт бергә йәшәп, үҙҙәрен бәхетле тойоп өлгөргән ике яңғыҙ йәндең яҙмышы күңелдәрҙе әрнеткес, аяныслы булды...
...Күптән түгел телевизорҙан Нәфисә әбейҙең ҡыҙын күрһәттеләр. Бер тапшырыуҙа алып барыусы актрисаға илле йәш тулыу айҡанлы уның менән әңгәмә алып барҙы.
– Үҙегеҙ өсөн кешеләрҙәге иң ҡиммәтле сифаттарҙы билдәләп китһәгеҙ ине, – тип мөрәжәғәт итте хәбәрсе юбиляр ҡатынға.
– Иң ҡиммәтле сифаттар – яҡын кешеләрҙең ҡәҙерен белеү, улар хаҡында хәстәрлек күреү, – тип яуап бирҙе үтә сибәр һәм зауыҡлы кейемле ханым...

Мәрйәм МӘХМҮТӘЙНОВА.

Автор:
Читайте нас