Рөстәмдең бөгөнгө көнө ниңәлер иртә таңдан уйҙар донъяһында үтеп бара. Ул да шул иртәнге көтөү ҡыуған мәлдә, әллә ҡайҙа йәшәгән ҡатынының әхирәте әсәһе янына ялға ҡайтып, уның һыйырҙарын ҡыуып барғанда, күреү менән башланды ла инде. Уныһы ла әллә ҡайҙан яр һалып, элекке шарҙыуан ғәҙәтен ташламай ҡысҡырып килә. Өндәшмәһә, бәлки, күрмәҫ тә, күрһә лә танымаҫ та ине. Рәғиҙә бик ныҡ үҙгәргәйне. Олоғайған, олпатланған тип әйтә алмай, тик төҫкә бик ныҡ үҙгәргән ине шул. Элекке аҡ йөҙлө, һылыу ҡиәфәтле, күп егеттәрҙе үҙенә ҡарата алырҙай мөләйем Рәғиҙәнән бөтөнләй икенсе кешегә әүерелгәндәй күренде.
Эйе, ваҡытында уға күҙ һалған, ғашиҡ булған егеттәр араһында ул да бар ине шул. Рәғиҙә менән улар беренсе класта ныҡлап бер-береһе менән дуҫлаша башланылар. Рөстәмде уҡытыусы Рәғиҙә менән ултыртты. Ҡыҙ ултырырға теләмәй, илай башлағайны, уҡытыусы:
– Рәғиҙә, ҡара әле, һин ниндәй матур ҡыҙһың, шуға мин һине шундай уҡ матур малай менән ултыртам, – тине.
Рәғиҙә өндәшмәй генә, ҡулы менән күҙен һөрттө лә, Рөстәмгә ҡараны, унан өндәшмәй генә янына ултырҙы. Уҡытыусының уларҙы шулай ултыртыуы йылдар үткәс кенә беленде. Рөстәмдең әсәһе уҡытыусынан үҙе шулай һораған икән.
– Улым балалар баҡсаһына йөрөмәне, ҡәйнәм менән өйҙә генә үҫте. Артыҡ һөйләшеп бармай, баҙнатһыҙ, йомоғораҡ бала. Шуға һеҙ, зинһар өсөн, берәй телдәрерәк, ҡыйыуыраҡ бала менән ултыртығыҙ инде, – тигән икән.
Бына шулай улар мәктәпте тамамлағансы бергә ултырҙылар. Башланғыс кластарҙа уҡытыусы уларҙы алмаштырманы. Бишенсе кластарҙа инде улар үҙҙәре үк берәүгә ҡарамай бергә ултыра башланы. Аҙаҡ уларға иғтибар итеүсе лә булманы. Һигеҙенсе лә Рәғиҙә үҫмер менән элекке кеүек шаяртып, шуҡланып һөйләшеүҙән туҡтаны, һирәгерәк мөрәжәғәт итә башланы. Хәҙер улар икеһе лә бер-береһе менән эскерһеҙ һөйләшмәне, киреһенсә, ояла төшкәндәй ҡыландылар. Бөтә аралашыуҙары ла: “Сәләм бирҙек!”, “Ҡабул итеп кеҫәгә һалдыҡ” тигәндән башлана ла “Һау бул!, “Һин дә һау бул!” менән тамамлана башланы.
Бер көндө ниңәлер уҡытыусы әҙәбиәттән уларға ирекле темаға инша яҙырға бирҙе.шул ваҡыт Рөстәм һорай ҡуйҙы:
– Мөхәббәт тураһында яҙһаҡ та буламы? – тип һораны.
– Үҙ мәйелегеҙ. Мин ирекле тема тинем. Алдығыҙҙағы ҡағыҙҙарҙа ирекле темалар бар. Шунан һайлай алаһығыҙ, – тип, партаға һалынған ҡағыҙҙарға ишара яһаны.
Шул ваҡыт Рәғиҙә Рөстәмдең ҡаралама ҡағыҙын алды ла:
– Мин – һинең өсөн, ә һин минең өсөн ошо ҡағыҙға тема һайла, – тине.
Темалар икеһенең дә бер төрлөрәк ине, Рөстәм “Мөхәббәткә ышанаһыңмы?” тигән теманы яҙған, ә Рәғиҙә “Әгәр ул һөйөү булһа...” тигән тема яҙған ине. Дәрес буйына улар икеһе лә бер һүҙ яҙа алманылар. Уҡытыусы тәҡдим иткән егерме тема араһында был тема ике генә исемдә бирелгән ине. Уҡытыусы барыһына ла өйҙә яҙып, инша дәфтәренә хаталарҙы төҙәтеп күсерергә тип, дәфтәрҙәрҙе лә таратып бирҙе. Эйе, ун алты йәшлек балалар күбеһе мөхәббәт темаһын һайлаған булып сыҡты, һәм үҙҙәре ни яҙырға белмәй дәрес буйы уйланып ҡына сыҡтылар. Уҡытыусының һуңғы хәбәрен ишеткәс, еңел тын алып, сумкаларына әйберҙәрен йыйып, сығырға ашыҡтылар, шулай ҙа улар тәнәфестә лә бер-береһе менән һөйләшергә атлығып барманылар.
Аҙна буйы унынсы класс уҡыусылары шымып, бер-береһен һынаған кеше кеүек йөрөнө. Инша аҙна тигәндә тапшырылды, тик ике инша булманы. Уҡытыусы уларҙың исемдәрен әйтмәне, ләкин ирекле тема өсөн журналға барыһына ла яҡшы билдә ҡуйылды, аҙаҡ ул ике инша ла уҡытыусы дәфтәренең араһына барып ятты. Ул ике бер-береһен яратҡан йәштәрҙең береһе икенсеһенә яҙған хат ине. Уҡытыусы был бирелмәгән иншалар тураһында ла класҡа бирелеүен еткерҙе. Бик матур яҙылғанын да әйтте.
– Уҡыусылар, ирекле темала һеҙ һайлаған темалар барыһы ла мәңгелек тойғо, хистәр тураһында ине. Класс етәксегеҙ менән мин был турала һөйләшеп, теманы дауам итергә булдыҡ. Һәр кем үҙегеҙ һайлаған тема буйынса берәй шағирҙың 1-2 шиғырын уҡырға әҙерләнеп килегеҙ. Был дәрес класс сәғәте лә, әҙәбиәт дәресе лә булыр. Ғөмүмән, әҙәби кафе булыр. Килештекме? Һеҙгә бер аҙна ваҡыт.
Әле Рөстәм шул турала уйланы. Ул шул мәлдә Рәғиҙәгә башта ғашиҡ булып, аҙаҡ унан башҡа үҙенең тормошон күҙ алдына килтерә алмай һөйөү утында янды. Аттестат алғас, икеһе ике ҡалаға киттеләр. Береһе – ауыл хужалығы институтына, икенсеһе Стәрлетамаҡҡа пединститутҡа ашҡынды. Улар шулай дуҫлыҡты аша атлай алмайынса биш йылын үткәрҙеләр. Рәғиҙә егетте яратып та баҫалҡылыҡ һаҡлап үҙе һүҙ башламаны, Рөстәм, уны буй етмәҫ йондоҙ, тип баҙнат итмәне, икенсене яраталыр, тип уйланы. Шулай уларҙың яҙмышы айырылды.
Рөстәм уҡып бөткәс, бөтөнләй икенсе районға йүнәлтмә буйынса эшкә китте. Агрономдың эш сәғәте иҫәпле түгел, ә өйөндә ул тәжрибә өсөн орлоҡтар әҙерләү менән шөғөлләнде. Үҙенә колхозда айырым өй ҙә биргәйнеләр. Шулай йәшәп ул ауылдағы ҡыҙҙарға ла күҙ һалманы. Уйында бары Рәғиҙә генә ине.
Көҙгө уңышты йыйып алғандан һуң колхоз председателе идара ултырышы үткәрҙе. Йәш белгесте тәүге уңышы менән ҡотланы.
– Иптәштәр, барыбыҙ ҙа Рөстәм Нафиҡ улы шикелле эшләһә, беҙҙең колхоз иң алда коммунизм тупһаһында булыр – тип, тамамланы һүҙен Нәғим Бариевич.
Профком рәйесе уның һүҙен ҡеүәтләп һүҙ әйтте лә:
– Бөгөн сәғәт етелә колхоз ашханаһында әҙерәк пиршество ойошторабыҙ, йәмәғәттәрегеҙҙе лә алып рәхим итегеҙ, – тине.
Ошоға тиклем ул колхозға килгәне бирле ике йылға яҡын йыйындарға барһа ла, араҡыны бер- ике генә йотҡолай ине, был йыйында ул үҙе менән нимә булғанын да аңламаны. Уянып киткәндә, ул эргәһендә ятҡан кассир ҡыҙыҡайҙы күреп аптыраны.
Сәлиә уның менән бергә уянды ла илай башланы.
– Һин мине бөтә кеше арһында көсләп тигәндәй үҙең менән алып ҡайттың, мин икенсе ауылдан килеп эшләгәс тә, шундай ҡыҙ тип уйлайһығыҙмы?, – тип, тағы әллә нәмәләр әйтеп бөттө.
Рөстәмдең башына әсәһенең бер генә әйткәне иҫенә килде. Балам араҡы эсмә, күп эсмә, бәләкәй саҡта һин бик ныҡ ауырының, быума ауырыуы кеүек ине. Врачтар һиңә ҡул һелтәгәндә, бер имсе әбей һине дауаланы. Ул Ҡазандан теш врачы, улына йәйгелеккә килгәйне. Мин теш һурҙыра барҙым. Һине лә алғайным. Шунда һин ауырып йығылдың. Ул һинең нисек ауырығаныңды аңғарып, әсәһе тураһындә әйтеп, үҙҙәренә саҡырҙы. Шул Маһибәҙәр апай һине йүнәлтте. Эсергә ҡушманы. Эсһә, бер нимә лә белмәҫ, үҙенә насар булыр, тине”, – тигәйне.
Әле бына кисәге байрам ашында шул турала онотоуына үкенде.
– Сәлиә, илама, ғәйеп миндә булһа, мин иртәгә үк ата-әсәйеңә барам. Өйләнешербеҙ.
Сәлиә илауынан туҡтап, һикереп торҙо, Рөстәмде ҡосаҡлап уҡ алды. Рөстәм эстән генә, ҡыйыу ҙа икән, тип уйланы, ә үҙе һаман уңайһыҙлана ине. Шулай ҙа улар икенсе көнөнә уның ата-әсәһенә барып, ризалыҡ алып ауыл советында ЗАГС-ҡа тороу өсөн ғариза яҙҙылар. Тиҙ арала туй үткәреп, ҡулына өйләнеү тураһында таныҡлыҡты ҡулына алғас, эстән генә: “Хуш бул, Рәғиҙә!” – тип ҡуйҙы. Ошонан һуң хаттар туҡтаны, тик Рәғиҙәнең һуңғы хатының аҙаҡҡы юлдары уны шул тиклем тетрәндерҙе, тетрәндереү түгел, ғүмерлек үкенескә һалды. “Рөстәм, һинең менән ете йәштәге дуҫлығыбыҙҙы етмеш ете йәшкә тиклем дуҫлыҡтан мөхәббәткә әйләндереп йәшәрбеҙ, һиңә оҡшаған ҡыҙҙар, улдар табырмын, тип хыял иткәйнем. Үкенес... Булманы. Дуҫтар булмаһаҡ та, йәрҙәр була алмаһаҡ та, танышлыҡты онотмабыҙ... Хуш бул, алыҫтағы сағыу йондоҙом!“ – тип тамамланған ине ул.
Ҡатынының ауылында өйләнешкәс, тағы ун биш йыл йәшәне. Әмәлгә ҡаршы, тәүге улынан башҡа балалары булманы. Шулай ҙа ул эсеп йөрөмәй, донъя көтөргә тырыш булғас, ҡайны-ҡәйнәләре уны үҙ балаһы кеүек күрҙеләр. Бына Сәлиә тәүге өс йыл арыу ғына өҙгөләнеп, яратҡан ҡатын булып ҡыланды ла, өлкән бухгалтер итеп күсергәйнеләр, донъяһына ғына түгел, итәғәтле иренә лә мөнәсәбәтен үҙгәртте. Уның инде хәҙер банкеттары ла, корпоративтары ла, шул табындағы дуҫтары ла уның ғаиләгә мөнәсәбәтен үҙгәртеүгә сәбәп булғандыр. Шулай тағы ла ул ун йыллап йәшәне, түҙҙе, бер бөртөк улы өсөн түҙҙе. Уныһы хәҙер һигеҙенсене тамамланы. Төҫө менән ул Рөстәмгә лә, Сәлиәгә лә оҡшамаған ине. Үҫә килә был бигерәк асыҡ һиҙелде. Рөстәм улы йөҙөндә үҙенә оҡшамаған таныш һыҙаттарҙы күрә ине.
Сәлиә сираттағы корпоративтан бик һуң ҡайтты. Ул кейемдәрен саҡ сисеп ташланы ла барып урынға йығылды. Иртән сәй ҡайнағас, Рөстәм уны уятты ла һүҙ башланы:
– Сәлиә, ниңә беҙҙе район үҙәгенә корпоратив, банкеттарға саҡырмайҙар, һине, предты ғына саҡыралар. Быны нисек аңларға?
– Ниңә әллә көнләшәһеңме. Значит, любишь, не знала. Яратмай икән тиһәм. Ун биш йыл молчал. Ә мин молчать не буду.
– Тауышланма. Уятаһың.
– Уянһын. Белһен. Белгең килһә, ул һинең улың түгел. Етлекмәй тыуманы. Ул ана шул һин ҡыҙғанған предтыҡы.
– Һин нимә һөйләйһең? Бала ишетер.
– Ишетһен. Ул үҙе хәҙер өйләнер йәшенә етеп килә. Рәхмәт. Атайлы иттең. Шул предтың задумкаһы менән. Ул ҡатынына хыянат итмәй. Ә мин һине бәхетле итәм. Бына ун биш йыл яратам, тик һине түгел, уны. Ул – мине. Ә һеҙ ике мәшәүһегеҙ.
– Етте ишетәһеңме, бала күңелен уйла, кемдеке булһа ла. Ул һиндәй әсәйҙе теләрме? – тине лә тышҡа атылды. Ирекһеҙҙән күҙҙәренә йәш төйөлдө.
Эйе, уға тормош бала саҡтан шулай ҡаты һынауҙар ҡуйған инде, был һынауҙы ул өндәшмәй ҡабул итә алманы. Ун биш йыл буйы үҙ балаһы тип ышанып йөрөгән улының уныҡы булмауы уны аяҡтан йыға яҙҙы. Үҙен ҡулға алды.
Бер көн ял итте лә иртә менән председателгә китте. Юҡ, уның күңелендә талашыу, мөнәсәбәттәр асыҡлау юҡ ине. Бары эштән ебәреүен һорап ғариза тотоп барҙы.
– Ниңә улай бик ҡапыл. Хәҙер генә уборка башлана. Кеше ҡулы етешмәгән осор. Һеҙ бит минең зам булараҡ күп эштәрҙе башҡара инегеҙ бит, мине аяҡтан йығаһығыҙ бит, – тине лә маңлайына ҡапыл бәреп сыҡҡан тирен һөртөп алды.
– Мөмкин булһа, ике аҙнаны эшләтмәй ебәрегеҙ. Минең тегендә әсәй ҙә яңғыҙ, атайҙың да хәле ауыр. Мин бөгөндән юлға сығам, рөхсәт булһа, – тине ул ауырлыҡ менән.
– Ярай улай булғас. Ғаилә хәле мөһимерәк. Ҡатынығыҙ менән бергәме, әллә ул ҡалып торамы?
– Уныһын һеҙ хәл итәһегеҙ инде.
Нәғим Бариевич бер ҡауым өндәшмәй торғандан һуң ғына:
– Ул да заявление яҙһа, уны ла ебәрә алам, – тип еңел көрһөнөп ҡуйҙы.
– Уныһын үҙе ҡарар. Ярай хуш булығыҙ, ҡабат осрашып булмаҫ. Мин прописканан төштөм, өй урынында, дәғүәм юҡ. Колхоз машинаһы төҙөк, гаражда ултыра. Башҡа нәмәләргә яуаплылығым юҡ. Айлыҡ отчет кисә бирелде.
Шул сығып китеүҙән ул Сәлиәгә өҫтәлдә “Мине эҙләп йөрөмә, ғәйеп кемдә икәнен беләһең, теләһә ниндәй хәбәр таратма!” тигән яҙыу ғына ҡалдырып, машинаһына ултырып сығып китте. Башта үҙ районына ҡайтып, әсәһе, атаһы менән кәңәшләште лә район үҙәгенә эшкә урынлашты. Тыуған яғына ҡайтҡас, ул район үҙәгендә оҙаҡ эшләмәне, уны тыуған ауылы нығыраҡ үҙенә тартты. Хәҙер инде ете йыл ауылдарында агроном булып эшләй.
Ҡайтҡас, Сәлиәнән бер генә хат килде: “Рөстәм, бер нәмә лә аңлатмайынса сығып киткәнсе, аңлашырға башыңа килмәнеме? Улың Рәғипте нимә тип уйланың? Рәғип хәҙер минең менән һөйләшмәй. Вабше һөйләшмәй. Уҡытыусылар зарлана башланы. Уҡымай. Мин бит һине көйҙөрөр өсөн генә шулай тинем. Алданым. Үҙең мыжып дапрос алып торғасың”. Хатта уны бер генә нәмә борсоно – улың уҡымай тигәне. Ул класс етәксеһенә хат яҙҙы, ә эсенә Рәғипкә атап икенсе конвертта хат һалды. Хатта ул ике генә һөйләм яҙғайны. “Улым үҫкәс, барыһын да аңларһың, үҙең хәл итерһең. Юғалып ҡалмаҫ өсөн уҡырға кәрәк, уҡы, балаҡай, уҡы”. Улы уның шул хаты өсөн бик рәхмәтле булыуын, диплом алғас килгән сағында әйтеп, рәхмәтен еткергәйне.
Бына әле бөгөн Рәғиҙәне күргәс, егерме ике йыл ғүмерен һөргөн йылы кеүек итеп уйлап алды. Шулай ҙа башта улым тип үҫтергән баланы һағынып бер булды ул. Бына бер йыл тирәһе хәтеренә һирәк төшә. Шулай ҙа ошо арала улы ике тапҡыр килеп ҡайтты. Матур тәрбиәле бала булып үҫеп киләһең тигәйне.
– Атай, ул бит һинең тәрбиәң. Һин минең атайым. Башҡа кеше түгел. Мин һинең кеүек буласаҡмын. Һирәк килә тип үпкәләмә. Хаттар яҙырмын. Туйыма килерһең, – тине һуңғы килгәнендә.
Агрономлыҡҡа уҡыны, Бөрйән районында эшләй, әле яңыраҡ хатта туйына саҡырҙы. Әсәһенә әйтмәгән ине. Туйына ла барҙы ул. Бүләккә нимә һалырға белмәй аптыраны, аҙаҡ өй төҙөргө бол булһын тип аҡса һалды. Улына шулай тигәйне уныһы:
– Атай, һинең килеүең – үҙе бүләк. Һин миңә бәхетле осоромдо бүләк иттең. Һинән мин нимәлер өмөт итмәйем, тик һинең минең менән аралашыуыңды ғына теләйем.
Оҙатырға сыҡҡас, хушлашырға ҡулын һуҙғайны, улы бер ни тиклем тулҡынланып, уның ҡулын ебәрмәй торҙо.
– Ярай, балам, хушлашайыҡ. Аралар йыраҡ, донъя хәлен белеп тә булмай.
– Атай, үкенестәр менән китмә. Был донъяла һинән яҡын кешем юҡ. Әсәйҙе ниңә саҡырмауымдың сәбәбе һиңә кәрәкмәй, ләкин мин уны ғәфү итә алмайым. Бәлки, берәй ваҡыт ғәфү итермен, тик хәҙер түгел. Минең күңел яраһы бөтәшмәгән әле. Мине атайһыҙ, һинһеҙ итте. Минең шул ваҡыттағы хәлемде һин дә белмәйһең. Минең үлгем килгән саҡтарым күп булды. Мине һинең класс етәксеһе аша ебәргән хатың ҡотҡарҙы, дөрөҫөрәге, үҙ ҡулың менән яҙған яҙыуың миңә һинең ҡул йылыңды яңынан тойорға, минең етем түгеллегемде хәтерҙән сығармаҫҡа ярҙам итте, иркәләгәндәй булды шул хатың. Ул хат әле лә бар. Паспорт алғас, шуға тышлыҡ алғайным, шунда ҡыҫтырғанмын ул шунда, – тине һәмбер аҙ өндәшмәй торҙо. – Диплом алғас та теге предател миңә атайыңдың эшен дауам итеп ауылда ҡал, ти. Аңламаймы икән, мин уны күргем килмәй. Уны мин ғүмерҙә лә ғәфү итмәйәсәкмен. Атай, зинһар, минән үкенестәр менән китмә! Һин минеке, атай! – тип оҙатты.
Ошо минутта үҙен ысын атай булып, үҙе аңламағанса бәхет кисерҙе, күңеленең ниндәйҙер күтәренкелеген тойҙо. Ошоға тиклем үҙе тәрбиәләгән улының уның тураһында ниндәй уй кисереүен белмәй яфалана ине. Яратты бит ул улын!
– Юҡ, балам, ниндәй үкенес ти. Мин бит һине яратам. Һин минең уйымдаһың. Теләгең булһа, үҙең килен менән минең ауылға, ҡартәсәйең янына йәшәргә кил, – тип, матур ғына айырылыштылар...
Бөгөн Рәғиҙәне күреп, донъяһының утыҙ йылға яҡын араны алып ташлап, шул йылдарҙағы хыялый саҡтарын да иҫләне. Үҙен битәрләне. Ниңә ҡыйыу булмаған. Ниңә шарҙыуан Рәғиҙәнең һыңары булмаған? Ниңә... Ниңә...
Ҡайтып әсәйенең самауырын өйгә индереп ултыртты ла:
– Әсәй, мин бөгөн эштән һуң атайҙың ҡәберен тәртипкә килтерәм, яңы тимер оградаға заявка биргәйнем. Шуны алып киләләр. Мулла абзыйға ғына әйт әле, кискәрәк етеләргә зыяратҡа барһын, бер юлы аят та бағышлап ҡуйыр.
– Ярай, әләйһә, мин хәҙер үк әйтәйем. Әәәй, онотоп торам, Рәғиҙә лә ҡайтҡан икән, улар ҙа бөгөн зыяратҡа сығып әсәйенең ҡәберен буяйҙар икән. Кисә магазинда күргәйнем. Ире балаһы менән бергә батып үлгәндәр икән. Баланы ҡотҡара төшкән ирен көҙән йыйырып, улын үҙе менән ҡуша алып киткән. Водолаздар саҡ тапҡандар тей. Бахыр ғына. Яңғыҙ икән. Эйй, шул яңғыҙлыҡ бер Хоҙайға килешһен инде, – тип бар хәбәрен бер юлы һөйләп ҡуйҙы.
Рөстәм әсәһенең һөйләгәненән баяғы көтөү ҡыуғанда осратҡан Рәғиҙәнең тиккә төҫө үҙгәрмәүен уйланы.
Эй был донъя, нимә генә күрһәтмәй кеше ғүмеренә. Шау бәхет менән генә йәшәгән кешеләр бармы икән? Юҡтыр ул. Кемдеңдер ниндәйҙер үкенесе барыбер йөрәк түрендә йәшенеп яталыр. Бына бит әле ул, уның тәбиәләгән улы... Рәғиҙә... Әсәһе, Рәғиҙәнең атаһы... Һанай китһәң һан да етмәҫ, уйлай китһәң уй ҙа етмәҫ.
Уйының шул урынына еткәс, ул йөрәкһеп, әллә мин Рәғиҙәгә барып хәл белеп һөйләшеп ултырайыммы икән, тип уйлап ҡуйҙы. Ниңә, барһа бара ла ҡуя. Ун йыл бергә уҡынылар, ете йыл хатлашып торҙолар, осрашып торҙолар – бер ғәйеп тә юҡ. Әсәйем әйтмешләй, “Эт өрә, бүре йөрөй”... Рәғиҙә тураһында шулай уйлағас, уның хатта күңеле күтәрелеп киткәндәй булды.
Нисә йыл инде әҙәмгә тейер ерҙәге бәхеттән ваз кисеп йәшәгән Рөстәмдең күңеле күтәрелгәндәй булды. Барасаҡ ул Рәғиҙәгә. Һис шикһеҙ... Улы менән дә араны яҡынайтасаҡ. Үкенестәр менән йәшәмәҫ, Алла бирһә, насип итһә, улын да үҙ яғына күсерер, Бәлки... Шул ваҡыт ул, Рәғиҙә менән дә аңлашырға тура килер, хаталарҙы , бәлки, төҙәтерҙәр, тип уйлап алды.
Кешеләрҙең дә тормошта бәхетле булам тигән изге ғәме һүнмәҫ шәм булып күңел түрен яҡтыртып, йөрәгенә көс өҫтәп тора бит ул. Өмөтһөҙ бер шайтан ғына. Ана бит улы ла: “Үкенестәр менән китмә!” – ти.
Кеше тормоштан киткәндә лә үкенестәр менән китмәһен ине шул, ләкин ул үкенестәр менән китер инде. Бер кеше лә донъянан ниҙелер алып китә алмай, ә бына уның күңел донъяһы барлыҡ уйҙары, ғәмдәре, серҙәре менән бергә китә. Уны бер кем дә белмәй, белгән хәлдә лә был сер донъяһын алып ҡала алмай... Белергә теләп тә белә алмаҫтар ине, тип уйланы ул. Улы уның ошо уйҙарын белгән кеше кеүек, уйҙар донъяһында үкенес булыуын теләмәне түгелме, әллә үҙ балаһы тип көткән өсөн үкенмә тип әйтергә теләнеме, әллә атай булған кешенең өмөтөн аҡлап йәшәүе хаҡында әйтергә теләнеме, белмәҫһең...
Ваҡытында ул үҙендә көс тапманы, Рәғиҙәһен бәхетле итә алманы, үҙен бәхетһеҙ яһаны түгелме?.. Әле бына Рәғиҙәнең хәлен белергә кәрәк әле тигән уйы ла уға ниндәйҙер көсмө, дәртме өҫтәгәндәй итте... Тормош шулай ҡатмарлы шул... Кемгә нисектер... Кешеләрҙән генә түгел, донъянан да һуңғы көндә үкенестәр менән китерлек итеп йәшәмәҫкә кәрәктер... Уның уйҙары, бер ярҙан икенсе ярға һуғылған тулҡын кеүек, бөгөн ниңәлер барлығы менән үҙен шул уйҙар донъяһына уйылдырҙы.
Рәйсә ИҪӘНБАЕВА.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/front-view-little-boy-praying_8247751