Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март , 10:50

Мөхәббәтем — яҙмышым

Аһ, ни эшләргә? Юҡ, ниндәйҙер әмәле булырға тейеш. Өйҙә ултырып, яфалы уйҙарҙан ҡотолоп булмаҫы асыҡ ине.

Мөхәббәтем — яҙмышым
Мөхәббәтем — яҙмышым

Зәкирә эштән һуң ауылына ҡайтырға булды. Иртәгәнән башлап ялға сыға. Ун биш саҡрым араны йүгерә-атлай үтте. Көн кискә ауыша башлағас, ниһайәт, ауылы ла күренде.
Бына тыуған йорто!.. Аласыҡ яғынан май еҫе килә. Әсәһе, моғайын, шунда ҡаҙанда бауырһаҡ бешерәлер. Барып инер-инмәҫтән:
— Әсәй, тағы ҡунаҡтар киләме? — тип һораны Зәкирә.
— Э-эй, ҡыҙым, белеп ҡайттыңмы әллә? — тип әсәһе йылмайҙы.
— Юҡ, ялға сыҡтым.
Һине һоратырға яусы килде. Ике көн буйына Әҙип бауайың оло кейәүе Рәғиптең ҡустыһына өгөтләне, атайың вәғәҙә биреп ҡалды. Ижапты кисә үк уҡытырға кәңәшләшәләр ине. “Зәкирә ҡайтһын, һөйләшербеҙ, ҡыҙыңа ипләп кенә аңлатырһың. Үҙеңә оҡшап, еңмеш, үҙһүҙле. Күрше ауылдың нисәме яусыларын кире ҡайтарҙы!”— тип саҡ күндерҙем, — тип аңлатты әсәһе.
Зәкирә уны һыу уртлағандай шып-шым тыңланы.
— Ямаш яғында уҡыта бит, һинең янға килеп, осрашып йөрөйһөгөҙ, тиҙәр, дөрөҫмө? Заттары менән аҡыллы, донъя көтөргә лә тырыштар улар, — тип әсәһе ғәйепле кешеләй һөйләүен дауам итте.
“Бында тик атайым ғәйепле. Кешегә тиҙ ышаныусан, минең менән һөйләшеп тә тормайынса ризалыҡ биргән. Мин инде бала-саға түгелмен, егерме йәш бит”, тип уйланы ла Зәкирә:
— Бешеренеп торма, ижап булмай! Уны мин күргәнем дә юҡ. Ауылда башҡа ҡыҙҙар бөткәнме ни? Етмәһә, ул минән алты йәшкә өлкән, — тине, әсәһенә асыулы ҡарап.
Зәкирә атаһының урмандан ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көттө, нимә әйтергә теләүен ҡат-ҡат ҡабатланы. Кис тә етте... Ҡыҙ бар ҡыйыулығын йыйып, атаһына ҡарамайса ғына:
— Миңә һатыусыға уҡырға кәрәк, документым юҡ. Апайым маҡтай, отҡорһоң, был эшкә барымың бар, көҙгә уҡырға ебәрәм, ти. Гелән ҡара эштә, йүкәнән ҡап һуғырға, бумала тетергәме ни? Кейәүгә сыҡмайым, уҡырға барыу ниәтем, — тине.
Атай кеше быны оҡшатмай:
— Ағаһына ризалығымды бирҙем. Вәғәҙә — иман. Атайҙары һуғыштан ҡайтманы, ә улдары аҡыллы, тырыштар, һөнәрлеләр. Уҡымаһаң да эшләрһең. Һатыусыға уҡыу кәрәк түгел, счет тарта белһәң, булды. Тағы ла мине күршеләргә рисуай итмәксеһеңме? Әхмәт ағайҙарҙың яусыһы ла ныҡ үпкәләп ҡайтты. Кеше күҙенә күренергә оят. Хан ҡыҙылай булып ултырма! Әйттем — бөттө. Ҡыҙҙы һоратылған урынға биреп ебәреү хәйерле. Ана, өлкән ағайым өс ҡыҙын да яусылар килеү менән ижап уҡытты ла оҙатып та ебәрҙе, — тип ҡаты һөйләште ул ҡыҙы менән.
Урамда — алтмыш бишенсе йыл, ҡыҙ баланы көсләп кейәүгә биреүҙәр күптәнән тыйылған да бит. Кейәүгә биреү төшөнсәһе көслөрәк булғанмы, әллә ирке сикләнгән булыу мосолман ҡатын-ҡыҙының аңына шул тиклем һеңгәнме, әсәһе-атаһына арҡыры ҡараһа ла, Зәкирә бер ҡаршылыҡ та күрһәтә алманы.
Ыҡҡа килергә уйында ла юҡ, атаһына серен сисергә тура килерме ни? Зәкирә лә бит өс йыл көтөргә вәғәҙә биргән. Ҡайҙа ята коммунизм, тигеҙлек тигәндәре? Ҡатын-ҡыҙҙы һанға һуҡмайҙар. Әллә Өфөгә ҡасып киткән ауылдаш апайы кеүек булырғамы? Электән ишетеп белә: апаһы менән еҙнәһендә йәшәгән йәтим ҡыҙға яусы килә. Тиҙерәк ҡотолоу сараһы был тип, еҙнәһе ризалаша. Ҡатыны ауырып үлгән, ике балаһы булған, күпкә оло тол иргә бирергә ҡарар итә. Ҡыҙ ҙа сая ғына, комсомол йыйылышына киткән еренән эҙһеҙ юғалып, еҙнәһен төп башына ултырта. Дилбегәне үҙе генә тотҡан, уҫал атаһы булмағас ни...
Төн буйы өҙгөләнеп сыҡты Зәкирә. Аһ, ни эшләргә? Юҡ, ниндәйҙер әмәле булырға тейеш. Өйҙә ултырып, яфалы уйҙарҙан ҡотолоп булмаҫы асыҡ ине. Шулай ҙа ныҡлы бер уй килде башына: дуҫының, һеңлеләренең ярҙамы кәрәк буласаҡ.
Атаһын ҡыуандырып, әсәһен аптыратып, ҡыҙ никахҡа риза булды. Ауылда мулла юҡ, бер бабай ашап-эсәр өсөн ижап уҡыны. Егет ауылда түгел ине, кискә йәрәшеүгә ҡайтып етә, тинеләр. Быныһы шәп, Зәкирәнең файҙаһына. Әлегә иптәш ҡыҙҙары сыр-сыу килеп ҡыҙ йәрәшеү өсөн урын эҙләй. Атаһының бер туған һеңлеһенең өйҙәрен Зәкирә үҙе һайланы, сөнки улар өҫкө урамда, ауыл ҡырында торалар, йорттарынан һуң уйһыулыҡ башлана. Зәкирә ҡорған планын һеңлеһенә ҡат-ҡат аңлатты. Унан дүрт йәшкә кесерәк һеңлеһе тәүҙә уны туңбаш, аңранан һалып иреште. Ауыл йәштәренә, иптәш ҡыҙҙарына ла әйтергә ҡушты, ығы-зығы күберәк булыуы мөһим. Үҙенә алмашҡа йәшертеү өсөн дуҫын көс-хәлгә күндерҙе. Рәйлә менән ауылға шәфҡәт туташы булып эшкә килгәс тә дуҫлашҡайнылар. Уларҙың кәүҙәләре генә түгел, сәстәре лә оҡшаш.
— Атайыңдан ҡурҡам, эштән ҡыуҙырыуы бар, — тип тәүҙә ул да баш тартты. Тырыша торғас, ыңғайланы. Ауылында ҡыҙ йәшертеү йолаһы булмағанға Рәйләгә был ҡыҙыҡ тойолдо, ахрыһы.
Көн кискә ауышты. Тирә-яҡҡа ҡарана-ҡарана Зәкирә урамдан яй ғына атланы, йәнәһе, күрһендәр. Бигерәк тә күрше тороусы еңгәнең күҙенә салыныу кәрәк. Ул — оло еңгә. Егеткә ҡушҡанда хужа буласаҡ. Һеңлекәше менән күрешкәс Зәкирә планын тағы берҙе ҡабатланы ла бәрәңге баҡсаһынан уйһыулыҡҡа йүгерҙе. Уйһыулыҡ тигәне Һырттыҡай тауынан ағып төшкән ҡар-ямғыр һыуҙарынан барлыҡҡа килгән йырын ул. Тирә-йүндә һиллек хөкөм һөрә: тауыш-фәлән юҡ. Зәкирә хатта йөрәгенең дөп-дөп һуғыуын ишетә. Күпме ултырғандыр, билдәһеҙ, ҡараңғылыҡ ҡуйыһын күк йөҙөндәге тулған ай яҡтырта башланы. Быныһы уның бәхетенә күрә бер ишарамы? Зәкирәнең ҡолағына ниндәйҙер шау-шыу салынды, ҡысҡырышҡан тауыштар ҙа ишетелде. Әһә, эҙләү башланған, китергә кәрәк! Ташлыяр туғайына төшөп тыҡрыҡ аша сыҡҡанда ла, урам буйлап үткәндә лә унда-бында йыбанып ҡына эттәр өрөп ҡалды... Оло юлға төшкәс, йүгерә-атлай барҙы. Был тирәлә таулыҡ. Анау суҡайтма тауҙан төшһәң, йылға аға. Алыҫтараҡ, күктән ҡолаған йондоҙ кеүек, яңғыҙ яҡтылыҡ һирпелә. Бара биргәс, һуҡмаҡтан тауға үрләй башлауға, ут яҡынайҙы. Ҡурҡышынан Зәкирә ултыра төштө. Ниндәй яҡтылыҡ һуң?
Кеше тауышы ишетелгәндәй булғас, Зәкирә иғтибарлап ҡарарға баҙнат итте: фонарь тотҡан кешенең атлауы күренде, артынан тағын берәү килә. “Уй, Хоҙайым, улар трактор йөрөгән юлдан килә, тауҙы менеп етеүгә юлдар тиңләшәсәк бит”, — тип уйланы ла ҡыҙ ҡыҙыу атларға кереште. Төн уртаһында, бәлки, бәйләнеп тормаҫтар, тигән өмөт менән Зәкирә уларға тауыш бирҙе. Тегеләр аптырауҙан, әйләнделәр ҙә туҡтап ҡалдылар. Оло ағай менән малай икән. Ҡыуанғандай булып:
— Ҡайһылай, минең кеүек төндә йөрөүселәр ҙә бар, ҡайҙан киләһегеҙ? — тине Зәкирә.
– Бәй, Зәкирә балдыҙ, нишләп һуң төнгә ҡаршы юлға сыҡтың, эшкәме? Анау, иҫке трактор менән бүрәнәләр алырға барғайныҡ, боҙолдо. Ремонтлап көндө төнгә еткерҙек, эшләмәне ҡәһәрең, шуға төнгә ҡалынды. Әйҙә, арттан төш, уйһыуҙа шәберәк атларбыҙ. Тигеҙ ерҙә атлауы еңел, шунан һуң ауылға барып еттең тигән һүҙ...
Еҙнәһе осрауы бигерәк йәтеш, хәҙер Зәкирәнең ҡунып сығырлыҡ урыны булды. Иртәгеһенә Зәкирә иртүк оло юлға сыҡты. Берәй машина тиҙерәк осраһын, юлаусыға илап теләһәң, теләк ҡабул була, ти торғайны өләсәһе. Тиҙ арала бер йөк машинаһы туҡтаны. Өс-дүрт кеше кузовына менеп ултырҙы. Зәкирә Петрауҙа төштө, бараһы ауыл йыраҡ та түгел. Ауыҙ эсенән нимәлер көйләй, тик төрлө-төрлө уйҙары себәлгән башты тағы ла бутар өсөн күп кәрәкме? Мөлдөрәмә тулы силәккә бер-ике тамсы ғына өҫтәһәң дә сит-ситтәренән аға башлай...
Ике көндән кире инәһенә ҡайтып төшкәс, Ғәлиә апаһы яр һалып:
— Ағайымды ни хәлгә ҡалдырҙың? Бөтә районға рисауай иттең, ә? Бынағайыш, үҙен әллә кемгә ҡуйып, уҡытыусы кешегә лә кейәүгә сыҡмай? — тип әрләп ташланы.
— Вәғәҙәләшкән егетем бар, көтәм, тип бер әйттем түгелме? Шул ҡәҙәре ҡысҡырма, урамға яңғырай. Инәйем һинең кеүек бер ҙә әрләшмәй. Башым һау, яуапты үҙем тота белермен.
Инәһе лә шомло ҡиәфәт менән:
— Уй-уй, ҡыҙым, дыуамалланып йөрөгәнһең. Йәш саҡ — иҫәр саҡ шул. Шулай ҙа һинең ҡылығыңды хуплайым. Атайым ошо ауылға ун биш йәшемдә көсләп кейәүгә бирҙе. Хәҙер ул замана үткән. Ҡустымдың асыуы аҙ булһа ла баҫылмаҫмы, исмаһам, тип, кисә уға шуны һөйләп ҡайтарҙым. Өйөңдә һине ҡамсы көтә, эшкә лә ебәрмәйәсәк үҙеңде. Урманда, ауыр эштә йөрөр, тип туҙынып ҡайтты. Әпәт апайың эшеңдә бер үҙе ҡаласаҡ инде.
Апаһы күҙен аҡшайтып:
— Ныу, һине? Туғаным кеше араһында халат кейеп кенә эшләп йөрөһөн тигәйнем дә, булманы. Бар ҡайт, күҙ көйөгө булып торма. Ни фәтүә һинән? — тип ҡыуҙы Зәкирәне.
Апаһына дошман кешеһеләй, күҙенең ҡырыйы менән ҡараны ла, өндәшмәне. Ул Зәкирәнән биш йәшкә оло булһа ла, үҙенең кейәүгә бер ҙә бараһы килмәй, һайланып-һайлана. Ҡайтырға ла, серҙе уртаға һалып һөйләшергә булды Зәкирә. Уның башҡа сараһы юҡ. Ҡыҙ юлда бара, ә уйында инәһе булды. Ысынлап та, йәшләй генә кейәүгә биргәндәр икән. Иҫәбен сығарып ҡуйҙы: 1912 йылда тыуған, 15-те ҡушһаң, 1927 йыл, иң оло улы, йәғни Зиннәт ағаһы, 1928 йылғы. Бабайы һуғыштан үпкәһенә һыуыҡ алдырып, ауырып ҡайта, оҙаҡ та йәшәмәгән. Кинйә ҡыҙын Ғәлиәне иркәләткән, сөнки ул һуғышҡа киткәс тыуған бала, өй эштәре менән булышмай, ярҙам итешмәй, рәхәт үҫкән. Холҡо ла атаһына оҡшаған: үҙһүҙле, тип йәне көйөп китә инәһенең. Инәһе Зәкирә уларға йәшәргә барғас, ҡыуанысын йәшермәне. Ҡыҙ ҙа уны өләсәһендәй күреп ярата. Өйҙәге тауыҡ сүпләһә бөтмәй торған эштәр Зәкирәгә күсте. Ваҡыт тигән нәмә кешенең бәхетлеме-бәхетһеҙме икәнен һорамаған, ғүмер ағымын туҡтатмай икән. Күпселек ҡатын-ҡыҙ кеүек, инәһе лә яҙмышына буйһонған, ир ҡатыны булыуы ла түшәк бүлешеүҙән һәм бала табыуҙан ары уҙмаған.
Юҡ, Зәкирә яҙмышына буйһонмаясаҡ, мөхәббәтенә тоғро булыуын, үҙен ҡурсалаусы булмаһа ла, ҡаршы торасаҡ. Уйҙарына батып, ауылына еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған.
Тыуған йортоноң тупһаһы аша атлап, шөрләүен артҡа ҡуйып, өйгә керҙе. Тыштан бик батыр булырға тырышһа ла, тауышы ҡалтыраны:
— Һаумыһығыҙ! — тине ул. Ата-әсәһе бер ыңғайҙа уға боролдо. Унан өсөһө лә бер мәлгә тынып торҙо. Йөҙөнән асыуы беленһә лә, тыныс күренгәндәй булды атаһы Зәкирәгә.
— Әллә, алдап ҡасып, ҡотолормон тинеңме? Әсәһе, иртәгә ижапты яңынан уҡытабыҙ! — тимәһенме. Был һүҙҙәрҙән һуң Зәкирәне ҡорт саҡҡандай булды. Үҙе лә һиҙмәҫтән хәбәрен теҙергә кереште:
— Мин уны яратмайым. Ҡоҙаш ауылында вәғәҙәләшкән егетем бар. Әле ул әрме хеҙмәтендә, яртыһы үтте тигәндәй, йыл ярымдан ҡайтасаҡ, Аллаһ бирһә. Ауылда кейәүҙәге апаһы йәшәй.
Атаһының йөҙө асылғандай булды. Оҙаҡ өндәшмәй ултырғас:
— Бөтә ғәм алдында атайыңа еңел булған тип беләһеңме әллә? Ә һүҙ йөрөп тора, урамға сығыуы ла оят. Әлеге мәлдә иртәнән-кискә ҡәҙәр эш ваҡыты. Бына һалабаш төшөрөү бөтһөн генә, килендәштәре әсәйеңдең күҙен астырмаясаҡ. Асыу-ярһыуҙан ҡамсы менән ярам тигәйнем, өйҙән китеүең дә хәйерле булған. Тә-әк, Ҡоҙаштан булғас, Сәғиҙә килендең ҡустыһы, тиһеңме? Бәй-бәй минең ҡорҙаштың улы була түгелме һуң?!
Зәкирә башын ҡағып яуапланы.
Бер ғилләһе барҙыр, атаһы Берлинды алған геройҙай булып, ҡәнәғәтлек кисереп ултыра һымаҡ. Бөгөн бер төрлө һөйләп, иртәгә аптырата тағы. Өйҙә атай һүҙе — һуңғы һүҙ итеп ҡабул ителә. Кеше һүҙенән ҡурҡалар, ә уның яҙмышы берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырмай, ахрыһы. Форсаттан файҙаланып:
— Ғәлиә апай ҙа ныҡ асыуланды, яңғыҙым эшләргәме ни, бесән мәле башлана, ти. Мин иртәгә эшкә барырға уйлайым.
Атаһы урынынан тороп уҡ китте:
— Апайың бесәнен кеше яллап саптыртһа, йыл да йыйып, кәбәнгә һалыуын беҙ эшләшеп бирәбеҙ. Үҙебеҙгә ҡул көсө кәрәк, Харис улым хеҙмәткә киткәс, Кәрим менән икебеҙгә эшләүе ауырға төшә, быуыны ҡатып етмәгән ҡустыңдың һалабаш нормаһын үтәү әбизәтелне! Ярай, барырһың, түлке аҡсаһын бер тигеҙ түләһен, уныһын үҙем һөйләшермен, — тине йылмайып.
Зәкирә ҡыуаныслы хәбәрҙән һуң тиҙ генә өй эштәрен башҡарҙы ла һеңлеһен күрергә йүгерҙе. Ул да өй эштәренән бушаған, йылт итеп сыға һалды һәм һораулы ҡараш менән:
— Нисек, дуҫыма һүҙ теймәнеме? — тип төпсөндө.
— Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң беленә, тиһәң дә, Рәйлә апай тиҙ үк үҙен белдерҙе. Күмәк егеттәр, ишшеү кәләшле йәш ирҙәр ҙә эйәргән. Һин әйткәнсә, баҙға төшөрһәк тә, Рәйлә апайҙы шунда уҡ таптылар. Барыһы ла һиҙенгәндәй, Зәкирәне ысҡындырырға ярамай, тип һөйләнеп-һөйләнәләр. Икәүһе баҙға төшөп күтәреп сығарыуға, апайға ҡыҙыҡ булдымы, һөрәнләп-ҡысҡырып көлөп ебәрмәһенме. Теге татар әбейҙәренең улы шәлен тартып асты. Бына өйҙөң аҫтын-өҫкә килтерә башланылар, донъяны пыран-зыран иттеләр, юрған, кейеҙҙәр остолар. Ишек-алдын яҡтыртып, май шәме, кеҫә фонарҙары менән, төтәкәйҙе лә мунсанан китереп, иҫте килтергәнсе эҙләнеләр. Кемелер һиҙенеп һорай һалды:
— Әллә алдаштығыҙмы, һеҙҙең тирәлә йәшеренеп тормай, ҡойроҡто һыртҡа һалып, башы һуҡҡан яҡҡа сығып китте микән?
Оло еңгә:
— Юҡсы, үҙ күҙем менән күрҙем, Ҡабаҡтан өҫкө урамға менеп бара ине, ҡәйенһеңлене танымайым чту ли, — ти.
Әлеге шул ағай:
— Ҡая, ҡайда кызыгыз әтеү? — Әсәләренә оҡшатып, татарсалап ебәрә башланы. — Тиз генә күрһәтһәгез, бүләге аҡсалата булыр. Ваҡыт та юҡ, төн танга авышып бара соң, иртәгә эшкә барырга кирәк. Дауай, үзе йәшерен урынынан сыҡһын.
Геү килеп, һинән башҡа кем белә, тип миңә бәйләнделәр. Юҡ, ныҡ торҙом. Дуҫың да ҡулымдан тотоп-тотоп ала, асылып ҡуймаһын тиҙер инде. Уға ҡыҙыҡ кеүек күренһә лә, миңә ҡыйын, алдашҡанды белһәләр, иртәгә күҙҙе лә астырмаясаҡтары билдәле. Ишшеү үҙ атайымдан түгел, һинең атайыңдан ҡурҡам.
Һиҙемләүем дөп-дөрөҫ булды. Атайың кеше ҡурҡытып, һөрәнләп, таңдан килеп керҙе. Ҡулында — ҡайыш сыбыртҡыһы.
— Дөрөҫөн генә һөйлә, атыу ошо менән ярам, — тине, ҡулындағын баш осонда уйнатып.
— Бет башындай ҙа ғәйебем юҡ, беренсе мәртәбә ҡыҙ йәшереүҙе күрәм. Йөҙөнә башындағы шәле уралғайны, кемде йәшергәндәрен дә белмәнем, тинем атайыңа. Алай ҙа атайым яҡлашты. Ул миңә уға һөйләгәндәрҙе әйтергә ҡушты. Асыуланһаң, үпкәләш юҡ, сереңде әйтмәйенсә ҡотолоп булмаҫ ине.
Зәкирә сере асылыуға, хәлдең ошолай тамамланыуына ҡыуанысын йәшерә алмай йылмайҙы. Тағы саҡ ҡына ваҡыт — ни бары йыл ярым үтер ҙә һөйгәне лә ҡайтыр...

Хәлиҙә Бакирова.
Белорет ҡалаһы.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/couple-love-walking-along-shore_940186

Автор:
Читайте нас