Ғәҙәти күренгән әйберҙәрҙә лә гүзәллекте тойған, донъяны үҙенең хистәре, кисерештәре аша үткәреп, яңы образдар тыуҙырған ғәжәйеп талантлы кешеләр – рәссамдар бар. Улар ижады аша беҙ матурлыҡты күреп кенә ҡалмайбыҙ, йәшәү мәғәнәһе тураһында ла уйланабыҙ.
Йәштәр араһында үҙ талантына битараф булмайынса, һынлы сәнғәткә хеҙмәт итеүселәр барлығы шатландыра. Беҙҙең өсөн ят булған стилдәргә, ағымдарға бирелмәй, реализм йәки классик йүнәлештә һүрәт төшөрөүселәр халыҡ араһында популярлыҡ яулай. Ғафури ҡыҙы Альбина ТАҠАЛОВА тап шундайҙарҙан. “Ағиҙел” башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе ойошмаһының әйҙәүсе рәссамы ул.
– Альбина Таҡалова исеме “Шоңҡар” журналын уҡыусыларға яҡшы таныш: һин – иллюстрациялар оҫтаһы. Һүрәттәрең беҙҙә сыҡҡан әҫәрҙәрҙе биҙәй...
– Тәүге иллюстрациялар әкиәттәргә, башҡорт халыҡ риүәйәттәренә арналған ине. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ҡыҙыҡһыныуымды белеп ҡалғас, мәктәп программаһындағы әҫәрҙәргә һүрәт төшөрөп ҡарарға тәҡдим итте. Кемгәлер инша яҙыу оҡшаһа, миңә хикәйә уҡығанда күҙ алдына килгән картиналарҙы ҡағыҙға төшөрөү ҡыҙыҡ ине. Аҙаҡ яҡташым Венер ағай Исхаҡов тәҡдиме буйынса “Шоңҡар”менән хеҙмәттәшлек итә башланым. 2021 йылда баш мөхәррир Айгиз Баймөхәмәтов Татарстан яҙыусыһы Рөстәм Ғәлиуллиндың башҡорт телендә донъя күргән “Гипнозсы малай” китабын биҙәргә тәҡдим итте. Ҡулъяҙманы уҡып сығыу менән ризалаштым: хикәйәләрҙең йөкмәткеһе оҡшаны. Икенсенән, һүрәттәр төҫлө булып баҫыласаҡ, тинеләр, тимәк, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сағыу итеп биҙәргә мөмкин ине. Ғөмүмән, иллюстрация – ул айырым бер сәнғәт төрө. Улар аша уҡыусыларҙа әҫәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уяна, һүрәттәр менән уның йөкмәткеһен, фекерен тәрәнерәк аңлайҙар, ҡабул итәләр. Мөмкинлек һәм тәҡдимдәр булһа, киләсәктә лә ошо йүнәлештә эшләр инем. Элек-электән сағыу һүрәтле балалар китаптарын уҡырға яратам. Хәҙер ҙә, китап уҡый башлаһам, күҙ алдына герой ҡиәфәте, характеры, тәбиғәт күренештәре ап-асыҡ булып килеп баҫа.
Әҙәбиәт темаһына ҡағылғас, бер хәлде лә һөйләп үтәйем әле. Студент ваҡытта яҙыусылар темаһына күргәҙмәлә ҡатнашып ҡарарға булдым. “Аҡбуҙат” журналының ул ваҡыттағы баш мөхәррире, шағирә Тамара Юлдашева менән танышып, уны төшөрөргә рөхсәт һораным. Күргәҙмә тамамланғас, портретын үҙенә бүләк итергә ниәтләгәйнем, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күргәҙмәнән һуң ул картина кире миңә ҡайтманы. Уның әлеге ваҡытта ҡайҙа йә иһә кемдә булыуын да белмәйем.
– Тағы ла ниндәй темаларға төшөрөргә, ниндәй йүнәлештә эшләргә яратаһың? Күргәҙмәләрҙә ҡатнашып тораһыңмы?
– Айырым темаларға арналған күргәҙмәләрҙә лә ҡатнашам, ә бына шәхси күргәҙмә ойошторорға батырсылыҡ итмәйем. Эштәрем дә артыҡ күп түгел. Портреттар эшләргә яратам. Улар аша геройымдың эске донъяһын, характерын, кисерештәрен күрһәтеп бирергә тырышам. Заказдар булһа, шарж да төшөрәм. Шулай уҡ күңелемә милли темалар яҡын. Башҡорт йолаларын, тормош-көнкүрешен сағылдырған картиналарым бар.
– Шуға ла “Ағиҙел” башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе ойошмаһына эшкә урынлашҡанһыңдыр...
– Эйе, уҡыуҙы тамамлағас, резюме ебәргәйнем, бәхетемә күрә, минең эштәремде оҡшатып, саҡырҙылар. Бында эшләү күңелемә яҡын, етештергән тауарҙар матур һәм сифатлы булыуы ла оҡшай. Төп шөғөлөм – картина, панно төшөрәм, орнаменттар менән эш итәм. Рәссамдар төшөргәнде белгестәр күбәйтеп, һатыуға сығара. Һауыт-һабалар, сувенир матрешкалар биҙәйбеҙ. Тик миниатюра форматында эшләү генә бер аҙ ситенерәк. Сөнки үҙемдең эш стилем – күләмле формат.
– Бөгөн техник мөмкинлектәр заманы. Тәүҙә компьютер графикаһы менән шаҡ ҡатыралар ине, хәҙер нейросеть менән һүрәт төшөрәләр, хатта фотоларҙы, боронғо картиналарҙы йәнләндерәләр. Нисек уйлайһың: был күренеш ысын сәнғәтте юҡҡа сығармаҫмы икән?
– Икеләнгән саҡтар була, әлбиттә, башҡа төрлө уйҙар килә. Әммә ышанығыҙ: күңел, аң менән күҙаллаған, үҙ ҡулдарың менән эшләгән картиналар күпкә өҫтөнөрәк. Улар бер ваҡытта ла үҙҡиммәтен юғалтмаясаҡ. Компьютер графикаһын мин дә өйрәндем ул, тик ул эште күңелем үҙ итмәй. Үҙең төшөрөүгә бер нимә лә етмәй. Ни өсөн донъяла ҡул эштәре юғары баһалана? Сөнки уларға күңел, йән йылыһы, күҙ нуры һалына. Ә йәнләндерелгән һүрәттәрҙең, фотоларҙың популярлашыуы – ул ваҡытлыса ғына. Мәле үтһә, бер кемгә лә ҡыҙыҡ булмаясаҡ.
– Альбина, ә һиндәге талант, һүрәт төшөрөүгә ҡыҙыҡһыныу ҡайҙан килә?
– Беҙҙең ғаиләлә рәссамлыҡ һәләте булғандар юҡ. Шуны ла билдәләп үтәйем: атай-әсәйем ябай хеҙмәт кешеләре булһа ла, беҙҙә сәнғәткә, әҙәбиәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләнеләр. Бәләкәй саҡта буяуҙар, төҫлө ҡәләмдәр менән уйнай инем, мәктәпкә барғансы төшөргән һүрәттәрем дә ярайһы ғына матур килеп сыҡҡан. Әсәйем һәр ваҡыт маҡтап ҡына торҙо. Шаярып, эш боҙоп йөрөгәнемде хәтерләмәйем, шым ғына өҫтәл артында ултырып, аҡ ҡағыҙҙа сағыу төҫтәр менән матурлыҡ тыуҙырыу оҡшай ине. Мәктәптә уҡығанда ла, стенгазета сығарырға йәки ниндәйҙер темаға һүрәт төшөрөргә ҡушһалар, һис инәлтеп торманым. Конкурстар булһа, минең һүрәттәр менән класыбыҙ гел 1-се урынды яулай ине.
– Киләсәгеңде шул ваҡытта уҡ билдәләп ҡуйғайныңмы?
– Мәктәпкә барғас, тәүге уҡытыусыбыҙ Ғәлиә апай Вәлиева һәр беребеҙҙән: “Үҫкәс кем булырға теләйһең?” – тип һорап сыҡты. Шул саҡта уҡ, рәссам булам, тип яуап бирҙем. Сәйетбаба ауылында һынлы сәнғәт буйынса махсус белем алырға мөмкинлек юҡ ине. Юнир Сәхиулла улы Ҡунафин мәктәптә рәсем буйынса түңәрәк ойошторғайны, оҙаҡ йөрөй алманым, сөнки беҙ йәшәгән Ҡаранйылғаға тиклем ике саҡрым атларға кәрәк, көҙөн-ҡышын иртә ҡараңғы төшә. Ике ауыл араһында яңғыҙ йөрөргә ҡурҡтым. Мәктәпте тамамлағас, Өфөләге 2-се педагогия колледжының һынлы сәнғәт бүлегендә уҡыным. Уҡытыусы булмауымды алдан уҡ белә инем, сөнки миңә кемгәлер өйрәтергә түгел, ә үҙемә төшөрөү оҡшай. Шулай ҙа үкенмәйем: колледжда рәссамлыҡты профессиональ яҡтан өйрәндем. Һүрәтте матур төшөрөү бер, ә һынлы сәнғәт донъяһын аңлау, төҫтәр менән дөрөҫ эш итеү өсөн күп уҡырға, өйрәнергә тура килә. Диплом алғас, Өфө дәүләт сәнғәт институтына барырға батырсылыҡ иттем дә инде. Унда Әмир Миңлевәли улы Мәзитов класында белем алдым. Колледжда ла, институтта ла тырышып уҡыным. Әгәр һөнәреңде, эшеңде яратаһың икән, уны өйрәнеү, башҡарыу еңел биреләлер ул. Бер генә өйгә эште лә үтәмәй ҡалдырғаным булманы, дәрестәргә ашҡынып йөрөй инем. Һәр дәрес минең өсөн яңылыҡ, һөнәремә өйрәнеүгә баҫҡыс булып торҙо.
– Ғаиләгеҙҙәге башҡа балалар ниндәй һөнәр һайланы?
– Минең менән бергә йөрөгәнгәме икән, бер осор игеҙәк апайым Алина һүрәт төшөрөү менән мауығып алғайны, тик ҡыҙыҡһыныуы ваҡытлыса ғына булды. Әлеге һөнәре буйынса хәрби ойошмала эшләп йөрөй. Ә һеңлем Гүзәл Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетын тамамланы, бөгөн Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй.
– Рәссам, күҙҙәре ябай кешенеке менән сағыштырғанда, донъяны бөтөнләй икенсе итеп күрә, тиҙәр. Был ысынлап та шулаймы?
– Бәлки, шулайҙыр ҙа. Аллаһы Тәғәлә бит кешегә талантты юҡҡа ғына бирмәй. Шәхсән үҙемә килгәндә, донъяның тик матурлығын ғына күрергә тырышам. Ҡараңғы, кәйефһеҙ һүрәттәрем юҡ та, шикелле, ул. Ятҡан таштың да, күктәге болоттоң да, хатта һулып барған сәскәнең дә үҙ матурлығы була. Ә минең шул матурлыҡты башҡаларға ла күрһәткем килә.
– Ә башҡа ҡыҙыҡһыныуҙарға ваҡыт ҡаламы?
– Ысынлап та, ваҡыт етмәйерәк ҡала шул. Етмәһә, мин ҡулыма ҡәләм алһам, донъяны онотам да ҡуям. Һүрәт төшөрөүҙән тыш, китап уҡырға яратам. Тағы ла бер шөғөлөм бар: тәбиғәт күренештәрен фотоға төшөрәм. Тәүге тапҡыр Алтайға сәйәхәт иткәйнем, унда алған тәьҫораттар тағы ла бер яңы һөйөү уятты – мөмкинлек булһа, яңы ерҙәргә сәйәхәткә сығам. Фотолар күп, уларҙы ҡабат-ҡабат ҡарап ултырырға яратам. Киләсәктә ундағы күренештәрҙе картина итеп сығарырмын тип ниәтләйем.
– Тормош иптәшең нескә күңелеңдең һәр ваҡыт ижадҡа тартылыуын аңлаймы?
– Ирем Фидан – Хәйбулла районынан. Әйткәндәй, ул яҡтарҙың дала тултырып йөрөгән йылҡы өйөрҙәрен төшөрөргә хыялланам. Ирем ябай һөнәр эйәһе булһа ла, сәнғәтте һәм минең эшемде аңлай. Ярты фатирҙы биләгән картиналарыма ризаһыҙлыҡ күрһәткәне юҡ.
– Бөгөнгө көндә йәш рәссамдарға танылыу яулауы ауырмы?
– Хәҙер рәссамдар күп, конкуренция көслө. Әммә юғары сәнғәтте аңлаған, үҙенә ҙур маҡсаттар ҡуйған, эшен яратҡандар аҙ. Кеше һөнәрен яратып башҡара, хыялдарына табан үҙе атлығып тора икән, ул барыбер танылыу яулаясаҡ. Мөмкинлектәр күп, эҙләргә генә кәрәк.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Альбина. Киләсәктә һинең шәхси күргәҙмәләреңде лә күрергә насип булһын!
Гөлнур БИК әңгәмәләште.