Шоңҡар
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Март , 16:13

Дары еҫе

Йәш саҡтар, дәртле саҡтар. Бер нәмәнән дә ҡурҡыу белмәҫ ваҡыттар. Шулай һымаҡ тойола ине, һәр хәлдә. Әммә бер ваҡиға ныҡ ҡына ҡотомдо алды.

Дары еҫе
Дары еҫе

80-се йылдар башы. Йәш саҡтар, дәртле саҡтар. Бер нәмәнән дә ҡурҡыу белмәҫ ваҡыттар. Шулай һымаҡ тойола ине, һәр хәлдә. Әммә бер ваҡиға ныҡ ҡына ҡотомдо алды.

Ул йылда мәктәптә бер парта артында ултырып, бергә үҫкән ҡыҙҙы кәләш итеп алдым. Ҡартәсәм менән ҡартатам мәрхүмдәрҙән өй ҡалғайны. Иҫкерәк булһа ла, шунда сыҡтыҡ. Әммә тыныс ҡына йәшәп китә алманыҡ. Иҙән аҫтында төнө буйы нимәлер йөрөй. Ҡайһы саҡ хатта тауышҡа тертләп уянабыҙ. Ҡороғор сысҡандар йөрөйҙөр тип бесәй ҙә алдыҡ, ағыуын да һиптек, файҙаһы теймәне. Бер төн кәләш уята: “Баҙҙан әллә ниндәй тауыштар сыға”, — ти. “Йә сысҡан, йә ҡомаҡ йүгерәлер. Йоҡла“, — тием. Йоҡлау ҡайҙа! Хәҙер икәүләшеп тыңлайбыҙ. Ысынлап та, бер мәл баҙҙың ҡапҡасын аҫтан нимәлер тырнаған һымаҡ. Мыңғырлаған тауыш та ишетелде. Шөрләһәм дә, тороп, баҙҙың өҫтөндә тыпырлаған булып: “Һайт! Кем унда!” — тип һүгенеп ебәрҙем.
Был хәлдән бер-ике ай үткәс, кәләшем бала табырға дауаханаға китте. Яңғыҙым ҡалдым. Үәт унда, исмаһам, йоҡонан яҙҙым! Баҙ эсендә ер һелкенәме ни?! Дөбөр-шатор нимәлер йөрөй. Йоҡлап ҡына китһәм, нимәлер быуған һымаҡ. Таңды саҡ аттырҙым. Ахыры баҙҙың һәр мөйөшөн ҡарап сығырға булдым. Үҙем генә ҡурҡҡас, ике иптәшемде лә саҡырҙым. Иптәштәрем — таяҡ, мин һалдат ҡайышы алып, эсенә төштөк. Дөм ҡара мөйөшкә шартлатып ҡайыш менән һуғып ебәрҙем. Һуғыуым булды, ҡайышымды нимәлер тартып алдымы, берәй нәмәгә йәбешеп тороп ҡалдымы, ҡулымдан ысҡынды. Артынса сирена кеүек сайылдаған тауыш яңғырағас, баҙҙан һыпырттыҡ. Өйҙән нисек сыҡҡаныбыҙҙы ла хәтерләмәйем. Йөрәктәр дарҫ-дорҫ тибә. Кире инергә ҡурҡабыҙ. Нимә эшләргә белмәй торҙоҡ-торҙоҡ та, егеттәр менән һунарсы ағайға киттек. Йәнәһе, мылтығын һорап торабыҙ.
— Берәй нәмә эйәләгәндер, — тине ул. — Өйөңдөң дүрт мөйөшөнә мылтыҡ менән атырға кәрәк. Улар дары еҫенән ҡурҡа.
Һунарсы ағай менән кире өйгә ҡайттыҡ. Ул тәүҙә өйҙөң дүрт мөйөшөнә атты. Шунан баҙҙы асып:
— Нимә булһаң да, кем булһаң да, был йорттан сығып кит, — тип ҡараңғылыҡҡа атты. Үҙебеҙ йүгерешеп сыҡтыҡ та тәҙрә аша өй эсенә ҡарайбыҙ. Бер заман баҙҙан ҡап-ҡара, йөнтәҫ, нәҙек оҙон йән эйәһе шыуышып сыҡты ла бер-ике һикереп, йәшен тиҙлеге менән өйҙән сығып юғалды. Әллә ҡурҡҡанға ҡуш күренде, тип егеттәрҙән нимә күреүҙәрен һораштым. Бер үк нәмәне һүрәтләнек! Бынан һуң өйҙә тыныслыҡ урынлашты.
Теләһә ниндәй йән эйәләре, ен-пәрейҙәр дары еҫенән ҡурҡыуын кем, ҡайҙан һәм нисек белгәндер, әйтә алмайым. Өлкәнерәк быуын кешеләренә ошо хәлде һөйләһәм: “Дөрөҫ эшләгән. Тынысһыҙ йорттоң дүрт мөйөшөнә атырға кәрәк”, — тип һунарсы ағайҙың эшен гел хуплап ҡуялар.

Нияз Һөйөндөков,
Ейәнсура районы.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/wide-angle-shot-park-surrounded-by-trees-daytime_9851589.

Автор:
Читайте нас