Байтаҡ йылдар ҙур илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә ябыҡ хәрби ҡаласыҡтарҙа йәшәргә тура килде. Юғары белемле булһам да, тәүге осорҙа эш табыуы бик ауыр ине. Хәйер, бында төрлө ҡалаларҙа төрлө институттар тамамлаған йәш ҡатындарҙың эшһеҙ йонсоуы, шул арҡала хатта ҡайһы берәүҙәрҙең, ирҙәрен ташлап, тыуған яҡтарына ҡайтып китеүҙәре тураһында хәбәрҙар инем. Шуға ла офицерҙарҙың мәҙәниәт йортонда “Машинопись и делопроизводство” курсы ойошторолоуға ифрат ҡыуандым. Шатланып, дәртләнеп шунда йүгерҙем. Шул һөнәргә эйә булһам, эшкә урынлашыуы еңелерәк булыр тип өмөтләндем.
– Быйыл был курста уҡырға теләүселәр ифрат күп, шуға йома көндө рус теленән диктант яҙасаҡһығыҙ, – тине курс етәксеһе.
Тулҡынланып, йома мәҙәниәт йортона тәғәйенләнгән ваҡыттан алдараҡ барҙым. Мәктәп һәм университет йылдарымдағы ғәҙәтем буйынса, иң алғы рәттәге партаға барып ултырҙым. Залға яйлап ҡына һуңғы мода буйынса кейенгән, зауыҡлы итеп биҙәнгән-төҙәнгән береһенән-береһе һылыуыраҡ офицер ҡатындары килеп тулды. Мин иһә “Башҡортостан ҡыҙы” журналындағы һыҙмаға ҡарап үҙем теккән ситса күлдәктәмен. Үҙҙәренә һиҙҙермәйенсә генә, уларға һоҡланып ҡараным. Ҡапыл ҡолағыма сәйер һүҙҙәр ишетелде:
– Был “нацмен” бында ниңә килгән икән? Өҫтәүенә, иң алға барып ултырған булған бит әле, – тине ерән сәсле бер йыуантыҡ ҡатын эргәһендәге көрәнһыу сәслеһенә.
Уныһы:
– Азияла тыуып үҫкәнгә оҡшаған, уларҙың ҡышлағындағы мәктәптә рус телен уҡытыуҙары икеле, – тип өҫтәне.
Күңелемә ауыр булһа ла, уларға яуап биреүҙе кәрәк тип тапманым.
Диктант ап-анһат булды. Курс етәксеһе:
– Дүшәмбе шул ваҡытта һөҙөмтәләр билдәле буласаҡ, курсҡа иң яҡшы билдәләргә лайыҡ ханымдар ғына ҡабул ителәсәк, – тип белдерҙе.
Тәғәйен көнгә тағы ла офицерҙарҙың мәҙәниәт йортона йыйылдыҡ.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, диктант һөҙөмтәләре шәптән түгел, – тине курс етәксеһе. – Беҙҙең курсыбыҙҙа уҡырға теләһәгеҙ, ун көндән һуң тағы диктант яҙа алаһығыҙ. Тик ныҡлабыраҡ әҙерләнеп килеүегеҙҙе үтенәм. Шулай ҙа өс ханым һәйбәт билдәләр алды. Икеһенә – “дүртле”, береһенә генә “бишле” ҡуйылды.
Артабан ул диктантты яҡшы яҙған ҡатындарҙың исем-шәрифтәрен әйтте. Ҡиәфәттәренә һәм исем-шәрифтәре буйынса төҫмөрләүемсә, “дүртле” алғандарҙың береһе – грузин, икенсеһе молдаван ҡатындары ине. Ә “бишле” билдәһен алыусы мин – төпкөл төбәктә тыуып үҫкән башҡорт ҡатыны булып сыҡтым. Шунан диктант яҙҙыртыусы:
– Бында кем була Мәхмүтйәнова? – тип һораны.
Мин тороп баҫҡас, ул:
– Һеҙ милләтегеҙ буйынса кем булаһығыҙ? – тип ҡыҙыҡһынды.
– Башҡорт!
Был мәлдә теге ваҡыт эре генә мине тикшергән ханымдарҙың ғәжәпләнеүе йөҙөнә сыҡҡайны. Ә мин үҙемде бер башҡа үҫеп киткәндәй тойҙом...
Мәрйәм Мәхмүтйәнова.