Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев (1945 йыл) — ғалим, башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм 1983 йылдан ошо уҡыу йортонда студенттарға белем бирә. Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Ҡатау заводы тирәһендәге йоҡа аҡ ҡар ныҡлап ятҡан тар ялан бер төн эсендә ҡап-ҡара ергә әйләнде. Һуңғы алыштағы ат тояҡтары, пушка тәгәрмәстәре, лафеттары, йәйәүле һуғышсыларҙың аяҡ эҙҙәре һөрөп ташланды. Ара-тирә ятып ҡалған үлектәр кәүҙәләрен дә ҡапыл-ҡара айырырмын тимә: эре һорғолт таштармы, әллә мәйеттәрме...
Яуҙан иҫән сыҡҡан отрядын Салауат әлеге яланға терәлеп ятҡан урман ситенә йыйҙы. Халыҡ бик кәмемәгән, хоҙай рәхмәте – күп кеше ҡырылмаған. Ә ниндәй яу үтте! Еңә алманы Салауат отряды, Ҡатау заводы бирелмәне.
Йонсоған, хәлдән тайған ир-егеттәр аяҡтарында саҡ баҫып тора, ат-малҡайҙарҙың тирҙәре бауырҙарына боҙ булып ҡатҡан. Сәкмәндәр йыртылып-теткеләнгән, һаҙаҡтарҙа уҡтар, билдәрҙә патрондар кәмегән, дары мискәләре бүҫкәргән, туптар атылып бөткән, һөңгөләрҙең байтағы һынған.
Теҙелешеп бөттөләр. Сафтар артындағы тау өҫтөнә ҡарай һуҙылған ҡарағайҙар кеүек тын ҡалып, батырҙың ни әйтерен көттөләр. Уның һүҙе һәр саҡ өмөтлө, теләһә ниндәй хәлдәрҙә лә күңелде тынысландыра. Бөгөн ни тиер? Еңелдек. Дөрөҫөрәге, еңә алманыҡ. Ғәжәп түгел. Ундай яуҙар ҙа булғылай торғайны. Әммә бөгөнгө хәл – үҙенә башҡа. Петр батша тотолған. Был яҡтарҙағы командалар берәм-берәм ҡыйрала, башлыҡтары дошман ҡулына эләгеп бөтөп бара. Беҙҙең дә сафтар яуҙан яуға һирәгәйә. Ни тиер Салауат? Көндөҙ сыра яндырып эҙләп таба алмаҫлыҡ аҡыллы егет. Ошо мәлдә үк йәнә үлемесле яуға ташламаҫ әле. Ял иттерер бер аҙ. Ҡабат күтәрелергә кәрәк тапһа ла, саҡ ҡына аңға килерлек, тын алырлыҡ форсат бирер. Ялҡынлы һүҙе менән күңелдәргә йән өрөр...
Ярты саҡрымға һуҙыла яҙған өс-дүрт ҡатлы оҙон рәттең ике осо көйәнтә һымаҡ эскә ҡарай бөгөлә бара: һәр кемдең батыр һүҙен ишеткеһе килә, һәр кем уға яҡыныраҡ ынтыла. Салауат үҙе лә, яуҙа ҡатнашмаған, яңы ғына алыштырып менгән ярһыу ҡонанының бейеүен тыймай, «көйәнтә» остары яғына ишаралап, «дуға» яһарға, тағы ла яҡынайырға саҡырҙы.
Элекке еңеүле яуҙарҙан һуң дәрт-ҡыуаныстан ҡужғып шаулашҡан халыҡты Салауатҡа шул заман ҡулдарын күтәреп туҡтатҡан кеүек тынысландырырға тура килмәне: урман ситендә былай ҙа шылт иткән тауыш та юҡ ине. Яугирҙәр бригадирҙы ишетерлек араға яҡынайғас, ҡонан да, ниҙер һиҙенгәндәй, бейеүен ҡуйып торҙо. Салауаттың яҡындары – бер-бер хәл осрағына унан тотам да ҡалмай эйәреп йөрөгән биш-алты һыбайлы – был юлы унан саҡ ҡына арттараҡ теҙелешеп, шымып ҡалды.
– Ағай-эне! – тип һүҙ башланы бригадир. Уның көр тауышында алдында баҫып торған халыҡҡа рәхмәт тойғоһо ла, үкенеү, әсенеү сатҡылары ла бар ине. – Айбарлы алыштығыҙ. Ҡурҡыу белмәнегеҙ. Беҙ еңә алманыҡ. Ләкин дошман да еңмәне. Завод нығытмаһына ҡабат ынтылмаҫлыҡ итеп иҙгеләп ташларға хәленән килмәне. Беҙ ҙә уларҙы кәрәген биреп шаңҡыттыҡ. Беләм, яңынан күтәрелһәк, иҫтәрен йыйып өлгөрә алмаясаҡтар, завод беҙҙеке буласаҡ. Ләкин ошоноң менән тамам. Ағай-эне, таралышабыҙ. Йорттарығыҙға, ҡатындарығыҙ, балаларығыҙ янына ҡайтығыҙ...
Тынлыҡ боҙолоуын-боҙолманы, ләкин күҙгә күренерлек, ҡолаҡ ишетерлек булып үҙгәрҙе. Хәбәр көткән баяғы тынлыҡ хәҙер аптыраулыһы менән алмашынды. Кемдәрҙер бер-береһенә ҡарашты. Икенселәре Салауаттан күҙен алманы. Ҡиәфәттәрендә шатлыҡ та, үкенес тә һиҙелмәне. Салауат, ишетмәһә лә, тәне менән тойҙо: бары тик арттағылар, уның яҡындары ғына, үҙ-ара ниҙер ризаһыҙ шыбырлашты.
– Хәҙер үк таралышығыҙ, – тип ҡабатланы бригадир. – Ярты сәғәттән был яланда бер кем дә ҡалмаһын.
Иң алғы рәттә, Салауаттың тапҡырында ғына торған урта йәштәрҙәге йәйәүле яугир беренсе булып тынлыҡты боҙҙо:
– Ә Ҡатау? Һүҙең аңлашылып етмәй, батыр...
Тирә-яҡтарҙан ара-тирә ҡыйыуһыҙ тауыштар ишетелде:
– Ҡорал ташларға самабыҙ юҡ та, Салауат.
– Яңғыҙыңды ҡалдырмайбыҙ.
– Мискәләрҙә дары бар бит әле.
– Ана, урманға инеп хәл йыяйыҡ та яңынан Ҡатауға! Тын алыуға биш-алты сәғәт етә беҙгә...
Салауат тәүҙә әлеге иргә, шунан һуғышсылар сафының осонан-осона күҙ йөрөтөп яуапланы:
– Рәхмәт, Нурислам ағай. Рәхмәт, ир-егеттәр. Ҡоралдарығыҙҙы ташларға ашыҡмағыҙ. Кәрәк булыр әле улар. Тик алыҫҡараҡ, төпкәрәк йәшереп ҡуйығыҙ. Тентеүҙәр ваҡытында күҙҙәренә салына ҡалмаһын. Дары ла һаҡланһын. Бөртөгөн дә түкмәгеҙ. Ҡатаумы?.. Уға әлегә ҡул һелтәп торайыҡ. Тәҡдире шулайҙыр. Ҡабатлап әйтәм, тиҙерәк таралышығыҙ, ағай-эне. Ғәжәпләнмәгеҙ. Бүтән отрядтарҙы ла таратам. Тыныс күңел менән ҡайтығыҙ. Күмәкләмәгеҙ. Яңғыҙар йә икешәрләп, һис юғында өсәр-дүртәрләп сығығыҙ юлға. Себер даруғаһы Фрейман командалары менән тулған. Яҡын-тирәлә лә темеҫкенәләр. Осрай күрмәгеҙ...
Салауат туҡтап ҡалғас, инде тынлыҡ оҙаҡҡа һуҙылманы. Төрлө урындан тағы ҡысҡырыштылар:
– Батыр дөрөҫ ҡарар ҡылған, туғандар!
– Артабан һуғышыуҙың фәтүәһе ҡалманы.
– Яртылаш ҡамалғанбыҙ. Ҡатауҙы алһаҡ та ҡамалыр инек.
– Бүтән тарафтарҙа халыҡ инде әллә ҡасан баҫылды.
– Инде лә һуғышыу – бушҡа ҡан ҡойоу...
– Уйың дөрөҫ. Хоҙай ғүмер бирһен һиңә.
Халыҡтың һүҙен Нурислам ослап ҡуйҙы.
– Үҙеңде һаҡла, батыр. Ир-егеттәр, кем үҙ теләге менән Салауат янында ҡала? Хәүеф-хәтәр үткәнсе күҙ-ҡолаҡ булырға? Кем ҡала – ҡулдарығыҙҙағы, ҡоралдарығыҙҙы күтәрегеҙ.
Урманды һелкетерҙәй шау-шыу менән бергә, мылтыҡтар, һөңгөләр, суҡмарҙар, ҡамсылар, уҡ-һаҙаҡтар өҫкә сөйөлдө. Сөймәгәндәр бармы-юҡмы – айырырлыҡ түгел ине.
Салауат уң ҡулын күтәрҙе. Күҙ асып-йомғансы ҡуба һалған геүләү баҫыла барып, халыҡ йәнә тынып ҡалды.
– Йәмәғәт, ишетегеҙ! Минең янда ҡалмайһығыҙ! Был – ҡәтғи бойороҡ! Тиҙерәк ысҡынығыҙ. Минең тирәлә ураланһағыҙ, үҙегеҙҙе күрәләтә һәләкәткә дусар итәсәкһегеҙ. – Яугирҙәр сафының һаман да боҙолмағанлығын, кешеләрҙең ҡуҙғалышырға уйламағанын күреп, тауышын үҙгәртеп, ҡөҙрәтлерәк өҫтәп ҡысҡырҙы. – Ә хәҙер һуңғы һүҙем. Хәл йыйығыҙ, аяҡҡа баҫығыҙ. Яуға яңы оран көтөгөҙ. Бер-ике йыл үткәс... Хушығыҙ, туғандар!..
Боҙ ҡуҙғалғанын күҙәткәндәй, халыҡтың ашыҡмай таралышҡанын Салауат моңһоу, уйсан ҡиәфәт менән оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо, һыбайлылар, ылаулылар, йәйәүлеләр бөтә һуғыш кәрәк-ярағы менән урман сите буйлап оло юл йүнәлешенә ыңғайланы ла күҙ күреме ерҙән тирә-яҡҡа һибелде. Салауаттың артта торған яуҙаштары ғына ҡайтыу юлына ашыҡманы. Офоҡта һуңғы нөктәләр юғала башлағас, улар батыр янына йыйылды. Бригадирҙы ҡурсалаусы һыбайлылар төркөмөнә яңыраҡ ҡына – отряд сафҡа теҙелә башлағанда – ҡайҙандыр килеп ҡушылған һаҡал-мыйыҡһыҙ йәш егет, үҙенең көмөш яллы ерән атын ярһыу ҡонандың ҡаршыһына уҡ сығарып, Салауаттың алдына барып баҫты.
– Иртәрәк ебәрмәнеңме, ҡорҙаш? Бындағыларын таратаһың, ә тегендә яңы отряд йыйыла.
Салауат уны тиҙ генә ишетмәне: ҡарашы һаман офоҡта ине әле.
– Мин әйтәм, – тип ҡабатланы егет, – йорттарҙа йәштәр ҡоралланып, бергә туплана башланы. Салауат ағайға ярҙам кәрәк була-нитә ҡалһа, тиҙәр...
Ярһыу ҡонан эйәһе шунда ғына эргәһендәге һыбайлыларға берәм-берәм күҙ йөрөтөп сыҡты.
– Ә һеҙгә бойороҡ ҡағылмаймы ни, уҙамандар? – Ул эйәге менән урман-тауҙар яғына ымланы. – Үс алыусылар командаларының өҫкә менеп килгәнен, хәлдең ҡотолғоһоҙлоғон һеҙ тегеләргә ҡарағанда яҡшыраҡ беләһегеҙ: бөгөнмө, иртәгәме... Минең тирәлә уралыу – күрәләтә башыңды юғалтыу менән бер. Тайығыҙ яҡшы саҡта. Юртым, һинең иләү иң алыҫы. Ҡаратабын волосы ҡайҙа ята! Етмәһә, юлыңда дошмандар мыжғып тора. Бар, иң алдан ысҡына тор.
Сөм-ҡара һаҡаллы, ҡалын мыйыҡлы, мыҡты кәүҙәле егет көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы.
– Юҡ инде, Салауат. Ташла ул хәбәреңде, һатыулашып торор әмәл юҡ.
Уны бүтәндәр эләктереп алды.
– Ни күрһәк тә, бергә күрәбеҙ.
– Бергә башланыҡ, бергә ослайбыҙ.
– Яныңдан бер тотам да ҡалмайбыҙ, батыр.
– Һүҙ көрәштергәнсе, алдағын уйлашайыҡ.
Салауат өнһөҙ ҡалды. Быларҙы нисек аҡылдарына ултыртырға? Тауыш күтәрһәң, ҡолаҡтарына ла элмәйәсәк. Ипләп әйтеүгә ыҡҡа килмәйҙәр.
– Бойорам! – тине ул тыныс, әммә теш аралаш. – Был минең һуңғы бойороҡ. Үтәмәй хәлегеҙ юҡ. Барығыҙ, хушығыҙ, ир-егеттәр!
Юртым Адыл улы, теҙгенен тартҡылай-тартҡылай, арыған атын ҡонан һымаҡ бейетергә маташып, Салауатты үртәгәндәй, әсе йылмайҙы.
– Улайға китһә, һин хәҙер башлыҡ түгел. Ғәскәрең юҡ. Һуңғы отрядыңды тараттың. Беҙҙе лә ҡыуаһың. Яңғыҙһың. Ә яңғыҙ башлыҡ кемгә бойора ала? Теләһәк, китәбеҙ. Теләмәһәк, ҡалабыҙ. – Юртымдың йөҙөндәге йылмайыу һүрелде. Бейетә алмаған атын атлатып, бригадирға яп-яҡын килтерҙе, үҙенең битен Салауаттың яурынына терәп тигәндәй, тауышын баҫып шыбырланы. – Ҡалабыҙ, Салауат. Зинһар, ҡыуып маташма. Үлемгә хөкөм итһәң дә, ҡалабыҙ. Дошман ҡулынан үлгәнсә...
Тағы уны ҡеүәтләп ҡысҡырыштылар:
– Ни йәндәребеҙ менән китеп барырбыҙ, тип уйлайһың, Салауат?
– Беҙгә айырылышыу юҡ хәҙер.
– Әйттем бит, ваҡыт әрәм иткәнсе, артабан ни эшләргә кәңәшләшәйек.
Салауат тәрән көрһөнөп баш сайҡаны ла, ризалығын белдергәндәй, ҡулын һелтәне.
– Ярар! Улайһа, мине тыңлағыҙ. Зәйнәш дөрөҫ әйтә, уйлашырлыҡ урын бар. Сабыр итегеҙ, кәңәшләшербеҙ. – Ул иң алда һүҙ башлаған йәш һыбайлы – ҡорҙашы яғына боролоп өндәште. – Йә, ниндәй хәбәрҙәр менән ҡайттың, Раҡай? Һорашырға ла форсат юҡ. Ниндәй отряд тураһында һөйләй инең?
– Йорттарҙа бөлгөнлөк, Салауат. Ауылдарҙан яңыраҡ ҡына дошман командалары үткән. Халыҡ тағы уларҙың мәсхәрәләүенән ҡан-йәш түгә. Шайтан-Күҙәй, Тырнаҡлы, Мырҙалар, Дыуан иләүҙәренең йәштәре һиңә ярҙамға туплана. Әйтергә ҡуштылар...
Салауат, тәьҫирен йөҙөнә сығармай, ҡоро ғына тауыш менән һорашты:
– Ҡайҙа йыйылалар?
– Васҡындан алыҫ түгел.
– Нисә кеше?
– Мин һөйләшкәндә, ике йөҙләп бар ине. Өҫтәлә торалар.
– Ҡоралдары?
– Утлы ҡоралдары әҙ. Үҙҙәре әҙерләгән уҡ-һаҙаҡ, һөңгөләр, суҡмарҙар...
– Ылауҙары?
– Күбеһе һыбайлы. Саңғы таҡҡандары ла бар.
– Йәштәр, тиһең?
– Урта йәштәгеләр күҙгә салынманы. Үҙҙәренең әйтеүҙәренә ҡарағанда, барыһы ла – бер тиҫтер самаһындағы егеттәр.
Эргәһендәге яҡындарын «ни әйтерһегеҙ?» тигән һораулы ҡараш менән берәм-берәм һөҙөп сыҡты Салауат. Тегеләре уның үҙенән хәл иткес һүҙ көтә ине. Шуны аңлап, ҡарашын юлдаштарына еткереүҙе оҙаҡҡа һуҙманы.
– Иртәгә эңер төшөүгә бөтәбеҙ ҙә Миндешкә йыйылабыҙ. Дошман күҙенә салынып бармаған тыныс урын. Иртәгә кискә! Уға тиклем... Әбдрәшит ағай, Бөрө, Өфө яғына, Уса даруғаһына сапҡын ебәр. Таралышһындар. Юртым, Зәйнәш, тирә-яҡты байҡағыҙ: Фрейман командаларының тын алышы нисек? Ә һин, Раҡай, теге отрядты иртәгә көндөң икенсе яртыһында яҡты күҙҙәрәк Миндешкә алып кил. Мин унда булырмын. Күрербеҙ, һөйләшербеҙ. Аңлап торам, бөтәгеҙ өсөн дә ваҡыт тар. Бүтәнсә сара юҡ, туғандар. Ҡулса ҡыҫыла. Өс–дүрт көнгә һуҙһаҡ, өлгөрә алмаясаҡбыҙ. Йәгеҙ, ҡуҙғалышайыҡ.
Баяғы бәхәстән инде тынысланып өлгөргән юлдаштар, ризалыҡтарын белдереп дәррәү баш ҡаҡты ла, аттарын отряд киткән һанһыҙ эҙҙәргә ҡарай борҙо...
* * *
Өфөнән сыҡҡанда уҡ подполковник Аршеневскийҙың көйө юҡ ине. Юлда көндәр буйы кәйефһеҙ барҙы. Уның үҙгәрмәҫ һытыҡ сырайы отрядына ла йоғонтоһоҙ ҡалманы. Көсөргәнеш йыш ҡына ыҙғыш-талашҡа әйләнә лә китә ине. Әммә отряд командирына улар ишетелмәне. Подполковниктың үҙ мәшәҡәттәре, борсоулы уйҙары ла баштан ашҡан ине.
«Себер даруғаһынан эҙлә», имеш. Генералға провинция үҙәгендә бойороп ултырыуы рәхәт. Үҙе эҙәрләп ҡараһын ине. Боланың иң ҙур башлығы Пугачевҡа хәтлем тотолдо. Ә бының һаман ҡойороғона баҫа алмайҙар. Күҙгә күҙ терәп һуғышҡан саҡта Рылеев нишләп ҡулдан ысҡындырған? Ә һин яландағы ел артынан ҡыу инде хәҙер.
Таулы-урманлы ерҙәр башланыр алдынан Аршеневский отрядтың дүрт тарафына ла – алға, артҡа, ике ҡабырғаға – күҙәтселәр ебәрҙе. Ул Салауаттан әллә ниҙәр көтөргә мөмкин, тип һөйләйҙәр, һис аңғармағанда, бөтөнләй уйламаған ерҙән пәйҙә була ла, ҡырағай һуғышсылары менән күҙ асып йомғансы дошманын иҫәңгерәтеп, күккә осҡандай юғала ла ҡуя, тиҙәр. Етмәһә, хәҙерге ваҡытта ҡайҙа икәнен аныҡ ҡына берәү ҙә белмәй. «Себер даруғаһынан эҙлә!..» Кәбәндән энә эҙлә тигән һүҙ бит инде...
Ҡобау волосына етәрәк, алдағы күҙәтселәр командирға хәүефле хәбәр еткерҙе: ниндәйҙер ҡораллылар төркөмө юлды арҡыры ҡыйырға ниәтләнә. Бөтә билгеләренә ҡарағанда – ят бауырҙар. Башҡорттар, боласылар, тимәк. Подполковник уларға – авангард дозорына – яңы кешеләр өҫтәне; күҙәтеүҙе көсәйтергә, һәр яңылыҡты хәбәр итә торорға бойорҙо.
Яңылыҡтар оҙаҡлатманы. Беренсе хәбәр Аршеневскийҙы аптырата төштө. Ят бауырҙар ҙа подполковник отрядын күргән. Әммә үҙҙәрен нишләптер үтә лә һөмһөҙ тоталар икән: һаҡланмайҙар ҙа, һөжүмгә лә әҙерләнмәйҙәр. Мөгөҙһөҙ һыйыр кеүек килә бирәләр.
Икенсеһе әҙ-мәҙ асыҡлыҡ индерҙе. Сапҡын ебәргәндәр икән. Авангард күҙәтселәр уны туҡтатып һорашҡан. Ят бауырҙарҙың башлығы отряд командирын күрергә теләй. Алғы дозорҙан Аршеневскийға хәбәр итергә килгән һуғышсы үҙенең рапортын оялсан ғына:
– Тимәк, һеҙҙе була инде, подполковник әфәнде, – тип тамамланы.
– Килһен, күрһен, – тине Аршеневский ҡоро ғына. – Тик ышаныслы һаҡ аҫтында килтерегеҙ.
Ноябрҙең яҡтылыҡҡа һаран көндәрендә көрт йырып әллә ни ер үтеп булмай. Төндәрен барыуы ҡурҡыныс. Юл да таныш түгел. Подполковник эңер төшөр-төшмәҫтән отрядын туҡтата ла үҙенә ашығыс рәүештә сатыр ҡорорға ҡуша.
Авангард һаҡсылары әлеге башлыҡ менән урап ҡайтҡансы ҡараңғы төшә башлаясаҡ. Ошо уңайлы аҡланда туҡтап, уны сатырҙа ҡабул итеү хәйерлерәк. «Ышан һин бындағы ҡырағай халыҡҡа, – тип, йүкә йыуғыс төҫөндәге һарғылт һаҡал-мыйығын һыйпаштырып, тынысһыҙ уйланды ул. – Юлбашлары Салауаттың берәй хәйләһе түгелме?» Сатыр әҙер булғас, иң ышаныслыларҙан унлап һуғышсыны үҙенең янында ҡалдырҙы; һөйләшеү барышын тыңлап торорға, теге әҙәмдән күҙ алмаҫҡа, көтөлмәгән хәл тыуа ҡалғанда сослоҡ юғалтмаҫҡа ҡушты.
Ят бауырҙар командаһы ике башлы булып сыҡты. Аршеневский ҡаршыһына ике кешене индереп баҫтырҙылар. Икеһенең дә өҫ-башы затлы: атлас тышлы сәкмән, ҡама бүрек, яңы быйма. Ҡиәфәттәре лә оҡшаш: түңәрәк һарғылт йөҙ, атылып сығырҙай ялтыраған йәшел күҙҙәр, бөркөт суҡышындай ҙур бөкрө танау, кемдәргәлер өҙлөкһөҙ екеренеүҙән салышая төшкән ауыҙ. Үҙҙәренең бишенсе тиҫтәне ҡыуыуҙарын самаларға мөмкин.
Рус офицеры уларҙан һаулыҡ һорашманы, уҙырға тәҡдим итмәне. Үҙе сатыр түренә ашыҡ–бошоҡ ҡороп ҡуйылған япмаһыҙ йыйылма өҫтәл артында салҡайып ултырған килеш һөйләште.
– Йә, ни әйтерһегеҙ? Кемдәр булаһығыҙ, ни өсөн күрергә теләнегеҙ мине?
Аршеневскийҙың тауышынан да, үҙен тотошонан да «ҡунаҡтар» аңланы – дошман күрә. Ят бауырҙар башлыҡтарының саҡ ҡына йәшерәге, саҡырыуһыҙ-ниһеҙ өҫтәл янына үтеп, йыуғыс һаҡалдың алдына уҡ барып баҫты. Подполковник был әрһеҙлектән аңына килгәнсе, ике ҡулын берсә күкрәгенә ҡуйып, берсә йәйеп, руссаны вата-емерә аңлатырға тотондо:
– Не ругайт, әфәнде. Мы твой друг. Бүгәсәү ворларын тота торғас, собака съел...
Икенсеһе лә урынында оҙаҡ сыҙап тора алманы. Офицер алдында икәү йәнәш баҫып, ҡулдарын болғай-болғай, ярышып аңлатып маташтылар.
– Кем батшабыҙға ҡаршы – береһен дә йәлләмәнем. Үҙемдең ауылда тыуып үҫкән ата боласы Ҡәнзәфәрҙе, аңлайһыңмы – ауылдашты, эләктерҙем. Алдап ҡасты, ҡәбәхәт. Аҙаҡ барыбер тотолдо...
– Ә мин, мин... Майор Дувейҙы беләһеңме, әфәнде? Ана шул Дувей менән Бөрө янында, йәнә Әңгәсәк завутында Бүгәс яҡлыларға ҡаршы һуғыштым.
– Бөрөлә мин дә булдым. Айға яҡын Өфө менән Бөрө араһын һаҡлап сыҡтыҡ.
– Беҙ икебеҙ ҙә Михелсун әтрәтендә булдыҡ. Бына, туғаным Ҡазанға тиклем барып етте.
– Ә Ҡазанда мин янарал Патумкиндың үҙен күреп һөйләштем. Ул үҙ ҡулы менән...
Аршеневский әрһеҙ «ҡунаҡтарҙан» ҡарашын алмай, артта тауыш-тынһыҙ торған һуғышсыларына мөрәжәғәт итеп, башын бормай ғына өндәште:
– Ни һөйләйҙәр улар? Поручик, тәржемәсене саҡыр әле.
Тулы тығыҙ кәүҙәле ҡырҡ йәштәр тирәһендәге поручик Лесковский сатырҙан йүгереп тигәндәй сығып ысҡынды. Тиҙ арала табып килтерелгән тәржемәсе ят бауырҙар башлыҡтарының һүҙҙәрен командирға түкмәй-сәсмәй еткерҙе.
– Во-он что-о! – тип һуҙҙы подполковник. – Ә кемдәр булаһығыҙ? Ни өсөн килдегеҙ миңә?
Һәр ҡайһыһы алдараҡ өлгөрөп ҡалырға тигәндәй, тағы ярышырға тотондо былар:
– Ә беҙ...
– Ә мин...
Аршеневский, ризаһыҙ ҡул һелтәп, тәржемәсегә ымланы:
– Әйт, береһе генә һөйләһен. Оҙонға һуҙмай ғына аңлатып бирһен. Үҙҙәренең телендә. Русса барыбер һис ни аңлашылмай.
Йәшерәгенең һүҙҙәрен тәржемәсе тағы ла ҡыҫҡараҡ итеп еткерҙе:
– Башҡорт түгел улар. Мишәрҙәр командаһының башлыҡтары. Әйтеүҙәренсә, Мөҡсин менән Йәмғүр Әбделсәләмовтар. Ағалы-энеле. Салауатты эҙләйҙәр. Беҙгә ярҙам итмәкселәр.
Подполковник ағалы-энелегә күҙҙәрен шар асып ентекләп ҡараны ла инде үҙҙәренә өндәште:
– Ҡайҙа һуң ул Салауат?
– У-у, командир әфәнде. Впирут ишшо надо, ишшо алға. Тиҙҙән Сим тигән йылғаны кисәбеҙ. Йәнә ике-өс көн барғас, тағы ҙур һыуға етербеҙ. Уныһы Әй. Ана шул Әй менән Сим араһында булырға тейеш Салауат. Эҙләргә кәрәк. Бөтә тау-урманды тетеп сығырға! Һин ул ерҙәрҙе белмәйһең. Шуның өсөн ярҙамға ҡушылабыҙ ҙа инде.
Мөҡсиндең һүҙҙәренә офицерҙың иҫе китмәне. Тәржемәсе аңлатып биргәс, тағы Лесковскийға мөрәжәғәт итте:
– Ярар, аңлашылды. Поручик, алып сыҡһындар быларҙы. Таңға тиклем ябып ҡуйығыҙ ҙа һаҡта тотоғоҙ. Ышан һин уларға! Салауаттың берәй этлегелер әле.
Һаҡсылар урындарынан ҡуҙғала башлағансы, Мөҡсин подполковниктың һүҙҙәрен аңлап ҡалды. Төйнәлгән йоҙроҡтары менән уға өҫтәл аша ынтыла яҙып ҡысҡырҙы:
– Как?! Беҙгә – Әбделсәләмовтарға ышанмайһың?! Мин... мин – Мөҡсин!.. Ҡазанда янаралдың үҙе менән һөйләшкән кеше! Беҙҙең ата-бабалар батшаға тоғро хеҙмәт иткән. Ҡараһаҡалды эҙәрләгән, Батыршаның башына еткән кешеләр беҙ! Мин үҙем... – Ул ике ҡуллап күкрәгенә һуҡты. – Үҙем лишно Батыршаны Петербурға илтеп тапшырҙым!
Йәйелеп ултырған офицерҙың ниәтен ҡустыһының ярһыулы әрләшеүенән аңлап, Йәмғүр ҙә ҡушылды:
–Кем ебәрҙе һине бында, дуҫты дошмандан айырмаған бәндәне? Беҙҙе, Әбделсәләмовтарҙы бөтә янаралдар, әфисерҙәр белә. Фрейман белә! Галитсын белә! Рылеев... Уның менән инде бергә һуғыштыҡ.
Аршеневский тәржемәсе менән поручикты ҡабат янына саҡырып алды:
– Әйтегеҙ әле шуға, Потемкин янында булғанын ни менән раҫлай ала?
Мөҡсин аптыраштан бер аҙға тынып ҡалды. Был тиҫкәре бәндәнең һанға һуҡмауына иҫе-аҡылы китте. Ағаһы иһә тәржемәсегә төкөрөктәрен сәсрәтергә тотондо:
– Янарал уның маңлайына тамға һуғып ҡайтармаған да баһа! Нисек раҫлаһын ул хәҙер?!
Ҡустыһы ҡапыл сәкмәнен күкрәк тәңгәленән ике ҡуллап аҫҡа ҡарай ҡапшай башланы.
– Тамға, тигәндәй, – ул Йәмғүргә ҡарап көлөп ебәрҙе. – Янарал биргән дөкәминт бар ҙа инде. Шәрип старшина менән икебеҙгә лә биреп ҡайтарғайны, – ҡуйын кеҫәһенән дүрткә бөкләнгән, теткеләнеп бөтә яҙған ҡағыҙ сығарып, өҫтәл артындағы командирға һуҙҙы.
Аршеневскийҙың ышанмай сараһы юҡ ине.
– Инстру-укци-ия, – тип һуҙҙы ул, ҡулына эләккән ҡағыҙҙы йәйеп, өҫтәлдәге май шәмгә яҡыныраҡ эйелеп уҡып.
Бола шарттарында ниҙәр эшләргә, Ҡазандан Башҡортостанға ҡайтҡас, хөкүмәт ғәскәрҙәренә нисегерәк ярҙам итергә тейешлеге тураһындағы юлдарға эстән генә күҙ йөрөтөп сыҡҡас, тамам тынысланды.
Артабан Мөҡсин менән тәржемәсе аша һөйләште.
– Командағыҙҙа нисә кеше?
– Минеке ике йөҙләп һыбайлы. Йөҙ илле кешеһе менән, бына, ағайым килеп ҡушылды.
– Йәйәүлеләр, саңғысылар бармы?
– Юҡ, бөтәһе лә һыбайлылар.
– Нисек ярҙам итергә теләйһең һуң беҙгә?
– Юл ыңғайындағы ауылдарҙа Салауат отрядтары тураһында һораша-һораша, тәүҙә Әй йылғаһы тирәһенә үтергә кәрәк. Шунда тынысыраҡ бер төбәктә һин отрядың менән урынлашырһың. Ә беҙ уны тирә-яҡтан эҙләрбеҙ. Элегерәк был яҡтарҙа ла ышаныслы кешеләрем, шымсыларым була торғайны. Әллә ҡайҙа юғалмағандарҙыр. Шуларға таянырбыҙ, һәр хәлдә, Салауаттың эҙенә төшмәй ҡалмабыҙ. Төшкәс тә һиңә хәбәр итербеҙ.
–Ярай, улайһа. Иртәгә яҡтырыуға ҡуҙғалабыҙ. Отрядың беҙгә юл башлап барыр. – Подполковник артҡа, үҙенекеләр яғына боролоп әмер бирҙе. – Поручик, оҙатып ҡуйығыҙ, һуғышсылары янына китһендәр.
Әбделсәләмовтар сыҡҡас, арттағы һаҡсыларҙың береһе, баҫҡан урынынан ҡуҙғалмай ғына, командиры ишетерлек итеп өндәште:
– Муксин... Муксин... Ишеткәнем бар, подполковник әфәнде. Серегән байҙар тоҡомонан, тиҙәр.
Тәржемәсе лә үҙенекен еткерергә баҙнат итте:
–Мин дә беләм дә ул. Ышаныслы, тоғро кешеләр, подполковник әфәнде...
* * *
Салауаттың кәңәше буйынса, Раҡай Васҡындан килгән отрядты ауылдан өс-дүрт саҡрым ситтәрәк, Миндеште ышыҡлаған ҡалҡыулыҡ аҫтына туҡтатты, үҙе батырға хәбәр итергә китте.
Йәш һыбайлылар барлауҙы ашҡынып көтөп, ауыл яғынан күҙ алманы. Күбеһе Салауатты ишетеп кенә белә, үҙен күргәне юҡ ине. Шулай ҙа, билән яғынан биш-алты һыбайлы күренгәс, араларында ҡайһыһы Салауат икәнен атынан да, эйәрҙә ултырышынан да тиҙ үк танынылар.
Бөтә отрядҡа тиҙ үк йәнлелек йүгерҙе. Егеттәрҙең йөрәктәре күкрәктәренән сығырҙай булып ярһып типте. Аттарҙы мөмкин тиклем тигеҙерәк баҫтырыу, үҙҙәре эйәрҙә оҫтараҡ, ыҡсымыраҡ ултырыу ниәте менән урындарында тапанып алдылар. Саңғысылар ҙа һуңғы көндәр һыуығы ҡатырған йоҡа ҡарҙа «шый-шый» тауыштар сығарып ҡуҙғалышты.
Суйындай олпат кәүҙәһен ат өҫтөндә үҫеп сыҡҡандай килешле тотҡан Салауаттың йөҙө уйсан, борсоулы ине. Әммә яугирҙәр менән ихлас иҫәнләште.
Тәүҙә үҙенең һыбайлылары төркөмөн эйәртеп, отрядтың осонан-осона йөрөп, һүҙһеҙ генә ҡарап сыҡты. Сырайындағы ҡараңғылыҡ юғалманы, һис кенә лә ҡыуанырлыҡ урын юҡ ине шул. Ат өҫтөндә, саңғыла – бала-саға. Танау аҫтарына бәпкә йөндәре лә ҡалҡып өлгөрмәгән. Ни йәнең менән уларҙы яуға ташларһың? Күҙ-асып йомғансы себен урынына ҡырып һаласаҡтар.
Салауаттың кәйефен командирҙың ғәҙәттәге уҫал хәрби ҡатылығы тип ҡабул иткән йәштәр күңелендә һаман да байрам ине әле. Батырҙың үҙен күрҙеләр, хәҙер инде түҙемһеҙлек менән әйтер һүҙен көттөләр.
Күҙҙәре янып торған үҫмер һыбайлылар сафын Салауат бер-ике ҡат яйлап урап сыҡты ла, урта тирәлә туҡтап, әкрен генә тауыш менән һораны:
– Отрядтың башлығы кем?
Киң күкрәк-түшле, оҙон һыртлы бейек күк атҡа атланған ун һигеҙ йәштәрҙәге аҡ йөҙлө егет алғараҡ сыҡты:
– Мин, Салауат ағай. Тимербай Дауыт улы булам, Тырнаҡлынан.
– Халыҡты нисә көндә йыйҙың?
– Хәбәр таратыуҙы, әҙерлекте һанамағанда – ике. Тағы ла теләүселәр бар әле. Һаман өҫтәләләр...
Салауат уның үҙенә, эргәһендәге иптәштәренең кейемдәренә, ҡоралдарына, аттарына ҡарап уйланып торҙо ла, егеткә кире сафҡа баҫырға ымлап, ары китте. Оҙатыусылары уның артынан бер тотам да ҡалмай эйәреп йөрөнө, һыбайлылар рәтенең ситендә, саңғысылар башланған урында ҡара–аҡ сыбар ат янында туҡталдылар. Уның эйәһен ни тип эйәрткәндәрҙер инде: бөтөнләй бала ғына. Салауаттың ҡонаны яҡынлашҡанда шатлыҡтан күҙҙәрен ялтыратып, алан-йолан ҡаранған малай, төркөм тап уның ҡаршыһына килеп баҫҡас, ҡойолдо ла төштө.
– Һиңә нисә йәш, яугир?
Ҡаушап ҡалған үҫмергә Салауаттың яғымлы, хәстәрле тауышы ҡабат йән индерҙе. Бәләкәйгә һанап, ҡыуа күрмәгеҙ инде тигән ҡиәфәт менән ашығыс яуаплай һалды:
– Ун дүрт тулды инде, ағай. Ун бишенсе менән барам.
– Дөрөҫөн әйтәһеңме?
Малай үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне, батырҙың күҙҙәренә тура ҡарарға ҡыймай, керпектәрен төшөрҙө.
– Э-э... Биш ай ғына ҡалды. Ун дүртем тулып, ун бишкә китәм, Һөйәрғол Яратҡол улы. Мырҙаларҙан.
– Йортоңда һунарға сығып, төлкө-ҡуян аулап, балыҡ тотоп ҡына көн үткәрмәй... Кем саҡырҙы һуң бында?
– Үҙем теләнем, ағай. Ана, Тимербай ағайҙан инәлеп һораным. Алмай, Васҡында ҡалдырғайнылар. Барыбер арттарынан ҡыуып еттем. Өйҙә яңғыҙыма толҡа юҡ. Атайым Била-барут ғәскәрендә ине, һәләк булып ҡалды. Йәй көнө урыҫтар килеп, «бола баҫтырабыҙ» тип, ауылдың аҫтын-өҫкә әйләндерҙеләр. Ике йәшкә олораҡ апайымды биш-алты кеше үҙебеҙҙең күҙ алдыбыҙҙа мыҫҡылланы. Ярҙамға ынтылғанда, мине лә, әсәйемде лә туҡманылар. Мин иҫемде юғалтҡанмын, әсәйем үлгән. Улар бит бер йәшкә кесерәк һеңлемде лә йәлләп торманылар. Аҙаҡ үҙҙәре менән алып киттеләр. Ә апайым ғәрлегенән һыуға батып үлде...
– Һөйәрғол йәшле күҙҙәрен күрһәтмәҫ өсөн эйәренә эйелде. Салауат атын тағы ла яҡыныраҡ атлатып, малайҙың арҡаһынан ҡаҡты.
– Күҙ йәштәре менән үс алып булмай, туған. Йә, әйт әле, нисегерәк көрәшергә уйлайһың дошман менән?
Тегеһе, башын ҡалҡытып, ҡул һырты менән күҙҙәрен һөртөп алды ла балаларса йылмайып ебәрҙе.
– Бына, атайымдың уҡ-һаҙағы. Йәй буйы мәрәйгә атып өйрәндем. Мин мәргән ул, ағай. Атып күрһәтәйемме?
– Кәрәкмәй, ышанабыҙ, һинең кеүек егеттәр ялғанды һөйләмәҫ.
Әле генә йәшен ҙурыраҡ итеп күрһәтергә маташҡанын иҫенә төшөрөп, Һөйәрғол оялышынан тағы эйәренә текәлде. Ҡабат күтәрелеп ҡарағанда, Салауаттың төркөмө, тапалып өлгөргән ҡарҙа яңы тояҡ эҙҙәре ҡалдырып, йәнә уртаға табан ыңғайлай ине.
Малайҙың эсенә йылы йүгерҙе. «Әһә! Ҡыуманылар. Өҫтәүенә, Салауат ағай «егет» тип өндәште бит әле. Тимәк, отрядта ҡалдырҙы!»
Салауаттың ҡонаны халыҡҡа алды менән боролдо. Ә оҙатып йөрөгән һыбайлылар, ғәҙәттәгесә, саҡ ҡына арттараҡ теҙелеп баҫты. Юлбашсының күңелдәрҙе тултырырлыҡ ялҡынлы, аңлайышлы тауышы бөтәһенә лә ап-асыҡ ишетелде.
– Хөрмәтле туғандар! Әйтеп бөтөргөһөҙ рәхмәтемде белдерәм һеҙгә! Афарин егеттәр һеҙ! Еребеҙ, иркебеҙ өсөн яуға сыҡҡанһығыҙ. Күргән ғазаптарыбыҙ өсөн дошмандан үс алыу теләге менән янаһығыҙ. Афаринһығыҙ! Һеҙ беҙгә бик кәрәк! Тик... әлегә һуғыштарҙы туҡтатып торҙоҡ. Отрядтарҙы тараттыҡ. Һеҙ ҙә йорттарығыҙға ҡайтып тороғоҙ. Кәрәк саҡта саҡырырбыҙ...
Салауаттың сәсәнлеген яҡшы белгән, күп йырҙарын хәтерҙәрендә йөрөткән, бөгөн дә яуға шиғри һүҙ менән өндәрен көткән йәштәр аптырап ҡалды. «Ҡайтырға? Нисек инде?.. Шундай оло ниәт менән, шул хәтлем әҙерләнеп килгәс...» Уларҙың күҙҙәрендә нурҙар һүнә барырын, бер-береһенә өмөтһөҙ ҡарашырҙарын батыр алдан һиҙҙе, үтә күреп торҙо.
– Ә һеҙ төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ, балтағыҙҙы һыуға төшөрмәгеҙ, егеттәр! Ҡоралдарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Шуны онотмағыҙ: Башҡортостаныбыҙға тулы ирек яуламайынса, ерҙәребеҙҙе тартып алған завод хужаларын иң аҙаҡҡыһына тиклем ҡыумайынса, халыҡҡа ғәҙеллек урынлаштырмайынса, көрәш туҡталмаясаҡ. Көнө генә бөгөн түгел. Хәҙер бөтә ерҙә әбей батшаның даими ғәскәрҙәре. Инде Себер даруғаһын тотош баҫып алып киләләр. Саҡ ҡына көтәйек, хәлләнәйек... Ҡайтҡанда, бәләкәй төркөмдәргә бүленеп таралышығыҙ. Отряд-фәлән күрһәгеҙ, күҙҙәренә салынмай, тау-урман аралап, урап үтегеҙ. Беҙҙең отрядтар хәҙер был тирәлә ҙур төркөмдәр менән йөрөмәй. Осраһа – дошмандыҡы ғына булыр. Ҡабатлап әйтәм, ҙур рәхмәт һеҙгә, яугирҙәр! Рухығыҙҙы төшөрмәгеҙ. Саҡырыу оҙаҡламаҫ. Сабыр әҙерлек менән көтөгөҙ...
Салауат хушлашып, яҡындарын эйәртеп, ҡараңғылыҡ баҫа башлаған билән аша Миндеш яғына ыңғайлағас, йәштәрҙең башлығы Тимербай үҙенең дүрт-биш иптәше менән кәңәшләште.
– Нишләйбеҙ? Салауат ағайҙың тел төбөнә ҡарағанда, ғәскәрен таратҡан. Үҙҙәрен генә ҡалдырып, ҡуҙғалышабыҙмы? Ә тирә-яҡта уны эҙәрләйҙәр...
– Төрлө фекерҙәр әйтелде.
– Эҙәрләгәндәрен белә бит. Берәй нәмә уйлағандыр әле. Ундағы баш һинеке менән минеке ише генәме?
– Ишеттегеҙме, урыҫтар отряды үҙҙәренең ҙур командиры менән Шәриптә урынлашҡан тигән хәбәр йөрөй. Хәүефле бит, егеттәр. Әллә таралышмай, төндә Миндеште һаҡлап сығабыҙмы?
– Улай эшләһәң, бойороҡто үтәмәү, тигән һүҙ. Салауат ағай белеп ҡалһа, баштан һыйпамаҫ.
– Ҡалай итәйек һуң, ниндәй уртаҡлыҡ табайыҡ?..
Тимербай көтмәгәндә тауышына йәнлелек сығарып, командирҙар бойороғона оҡшатып, ҡәтғилек ҡатыш өндәште:
– Уртаҡлыҡ, уртаҡлыҡ... Бер ҡарарға килдем, йәмәғәт! Барығыҙ, сафҡа, үҙ урындарығыҙға!
Башлыҡтың һуңғы һүҙен көтөп, һаман сафтарҙы боҙорға өлгөрмәгән яугирҙәренә төбәп, Салауат кеүек анығыраҡ, ялҡынлыраҡ итеп еткерергә тырышып аңлатты ул.
– Егеттәр! Ҡап яртыбыҙ ошонда Салауат ағайҙы дошмандарҙан һаҡларға ҡала. Ҡалғандар хәҙер үк таралыша. Бәхәсләшмәйһегеҙ! Олораҡтарҙы, һәйбәтерәк ҡоралланғандарҙы һайлап алабыҙ...
** *
Аршеневский отрядын Әбделсәләмовтар Әйҙең ярына уҡ килтереп терәтте. Йылға аръяғынан көнсығышҡа ара-тирә бейек булмаған ҡалҡыулыҡлы асыҡ яландар һуҙыла. Моғайын, Салауат Әй аша сыҡмаған әле. Көнбайышта Эҫем менән Әй араһындағы урман-тауҙар эсендә йәшеренә. Регуляр ғәскәр һалдаттарын Шәриптә урынлаштырырға ла, ауыл халҡынан һорашып, ҙурыраҡ төркөмдәргә бүленеп, тирә-яҡты ҡапшарға. Шундай ҡарарға килделәр.
Шәрип халҡынан өй беренсә инеп төпсөнөү өмөтлө һөҙөмтә бирмәне. Хәтәр болалар ҡубып үтте, эйе. Еле ауылға ла ҡағылмай ҡалманы. Әммә Салауат тигән исем ишетелмәне. Ундай кеше бармы ни ул ер йөҙөндә?.. Шулай ҙа ауылдың урта тәңгәлендәге бейек ҡоймалы бер йорттоң әзмәүерҙәй хужаһы, Мөҡсин байҙың үҙе менән танышлығын урыҫ, мишәр һуғышсылары алдында күрһәтеп ҡалырға теләгәндәй ҡыланып, оло сер асҡан төҫ менән һаҡ ҡына ысҡындырҙы:
– Ошо тирәләлер ул. Йүрүҙән буйлап үргәрәк менегеҙ. Көньяҡҡа табан урмандар ҡалыныраҡ, тауҙар бейегерәк. Шул тирәнән эҙләп ҡарағыҙ...
Штабын әзмәүер йортонан ике-өс өй аша ғына урынлаштырған Аршеневский үҙ яғына подразделениелар командирҙарын саҡырҙы. Өй йыһаздары бушатылып, кәңәшмә залына әйләндерелгән яландай иркен бүлмәлә һәр кем дәрәжәһенә ҡарап теҙелешеп урынлашты. Ишек төбөндәрәк Мөҡсин менән Йәмғүргә лә урын ҡалдырылғайны.
Кәңәшмәне башлап, төп мәсьәләгә күскәс, подполковник оҙаҡ сурытып торманы.
– Тәүҙә төрлө яҡҡа бүленеп эҙләргә, тигәйнек. Хәл бер аҙ асыҡланғас, ул уйҙан баш тарттыҡ. Бер генә йүнәлешкә ҙурыраҡ отряд ебәрәбеҙ. Уға, ана,– Аршеневский ишек яғына ымланы,– мишәрҙәр командаһы юл күрһәтеп барыр. Йә, кемдең отрядын ебәрәбеҙ? Кем Салауатты тотоп, үҙен данға күмергә теләй?
Башҡа командирҙар иҫтәрен йыйып, бер фекергә килергә өлгөргәнсе, Аршеневскийға яҡын ғына ултырған поручик Лесковский һикереп торҙо:
– Мин барам, подполковник әфәнде! Зинһар, ебәрә күрегеҙ! – Берәйһе бүлдереп, кире ҡағып ҡуймаһындар тигәндәй, үҙенең хаҡлы икәнлеген раҫлар өсөн теле телгә йоҡмай теҙеп алып китте.– Быйыл март айында генерал Мансуров Бузулукты алғанда, нығытмаға мин иң алда бәреп индем! Татищев янында генерал Голицын ғәскәрендә ниндәй батыр һуғыштым! Береһен дә күреүсе булманы. – Аршеневскийҙың шаярыу ҡатыш әйткән аҙаҡҡы һүҙҙәрен ысынға алып, хеҙмәттәштәренән тартынып тормай өҫтәп ҡуйҙы:– Инде күпме поручик чины менән йөрөргә була? Ҡырҡ дүртенсе йәш китте...
Аршеневский командирҙарға: «Ризаһығыҙмы?» – тигән ҡараш менән күҙ йөрөтөп сыҡты. Тегеләре үҙ-ара мыйыҡ аҫтынан йылмайыша ине: «Әйҙә, бер чин алып ҡайтһын. Ҡайта алһа...»
Өлкән командир хәлдең Лесковский өсөн отошло икәнен, поручиктың үҙенең дә шуны аңлап атлығып торғанын үтәнән-үтә күрҙе. Алдан мишәрҙәр бара. Тәүге бәрелеш улар иңенә төшә. Салауатты ҡулдан ысҡындырһалар, улар ғәйепле. Ысҡындырмаһалар, кем тотҡан? Лесковский отряды! Шул хәтлем дә чин өсөн ашҡынып тора бит берәү. Әйҙә, барһын. Юлы уңһа, юғарыла был юлы инде күрмәй ҡалмаҫтар.
Аршеневский фатихаһын бирҙе:
– Добро! Бөгөн үк юлға сығаһығыҙ. Ике йөҙ һыбайлы алаһың, поручик. Плюс мишәрҙәрҙеке өс йөҙ илле. Әгәр Салауат отряды һан, көс яғынан һеҙҙекенән артыҡ күренһә, сапҡын ебәр. Беҙ бында әҙер торорбоҙ. Әгәр эләктерә ҡалһағыҙ, шулай уҡ, минутында уҡ – сапҡын! Ҡалған мәсьәләләрҙе мишәрҙәр менән юлда уйлашырһығыҙ. Шулаймы, Муксинка?
Мөҡсин был мәлдә сүмес тураһында уйланып ултыра ине. Анау урыҫ поручигы бүләккә хәрби чин өмөт иткәнен әйткәс, ул яҡын дуҫы Бәхтиәр һөйләгән бер хәбәрҙе иҫенә төшөрҙө. Бәхтиәрҙең атаһы Яныш утыҙынсы йылдар аҙағындағы боланы баҫтырғандағы тырышлыҡтары өсөн, илленсе йылдар уртаһында Батыршаны тотоп биргәне өсөн уға ҡылыс, аҡса кеүек бүләк менән бергә сүмес биргәндәр. Салауатты ҡулға төшөрә ҡалһа, Мөҡсиндең үҙенә нимә тотторорҙар? Тас? Ижау? Хәлле кешеләрҙең бүтәндәре мөлкәттәрен ташлап ҡалдырырға ҡурҡып һаҡлап ятҡанда, һин шулар тип, ғүмереңде ҡыл өҫтөнә ҡуйып, илде ата боласы хәүефенән ҡотҡарған өсөнмө? Улар ни бысағыма кәрәк? Алтын сүмес булһа, ярап ҡалыр ине лә бит. Юғиһә, мыҫҡыл итеүҙән башҡа ни мәғәнә? Ана шул болала ҡатнашҡан халыҡтың ҡанын аҙаҡ сүмесләп эсһен тип кенә бирмәһәләр...
– Муксинка, шулаймы?
– Эйе, эйе, подполковник әфәнде.
Сүмес уға юлда ла тынғылыҡ бирмәне. Хакимлыҡ итеүселәр хаҡында әсенеп уйланырға мәжбүр итте: «Барыбер ҡәбәхәттәрсә ҡыланалар был урыҫ түрәләр. Бала-сағаны алдатҡандай, берәй ялтырауыҡ биреп ҡотолоу юлын табалар. Илленсе йылдар болаһынан һуң Сөләймән Дивай улы менән икәүләп Батыршаны Петербургка илтеп тапшырғанда ла ғәрләндергәйнеләр. Шул ваҡытта уҡ офицер кейемен кейеп ҡайта торған кеше ине бит Мөҡсин. Юҡ, ҡылыс менән аҡса биргән булдылар. Ҡылысты бына тигән итеп үҙең дә яһатып ала алаһың, аҡсаһы бер затлы әйбергә лә етмәй. Офицер погонына, исмаһам, аҡса кеҫәгә өҙлөкһөҙ ағып торор ине. Батырша заманынан һуң күпме тоғролоҡ күрһәтте батша хөкүмәтенә. Үҙҙәре үк бөтә Нуғай даруғаһына шымсы... (әй, нимә тиҙәр әле?), әйе, «конфидент» итеп ҡуйҙылар. Ниндәй генә хәбәрҙәр еткермәне Мөҡсин, ниндәй яҙыҡ эштәрҙе асманы! Шәриптәге анау әзмәүер кеүек күҙ-ҡолағы ауыл һайын ине бит. Юғарыға үҙ ваҡытында белгертеп өлгөргән бер-ике ишараһы ла офицер дәрәжәһенә бәрәбәр ине. Тотторҙолар, ти! Күрәләрме, кешегә һанайҙармы һине? Бынау Аршеневскийы ҡалай эре ҡыланған була. Һай-һай! Танымай, йәнәһе. Инәлеп килгәнмендер! Рылеевы ла, бында ебәреүен-ебәргәс, шул подполковниктың ҡолағына төшөрөп ҡуйһа ни булған? Юҡ, ике ятып, бер төшөнә инмәгән. Әҙәмгә һанаһа, иҫенә төшөр инек. Бөгөн дә кәңәшмәлә Йәмғүр менән икебеҙҙе ишек төбөнә ултыртып ҡуйҙылар. Мөнәсәбәттәре шунан уҡ күренеп тора. Салауатты тотайыҡ әле. Инде лә офицер дәрәжәһе бирмәҫтәр микән ни? Булыр ҙа әле уларҙан! Һин иң алда ат бауырынан көрт йырып киләһең, ә артта әҙер юлдан һөйрәлгән анау поручикты капитан итерҙәр. Ә һиңә – сүмес! Был урыҫ хакимдарына бер ҡаптыңмы, бөттөң. Ысҡынырмын тимә. Йөрө инде шуларға ярамһаҡланып. Бына әле Салауатты эҙәрләп китеп барыла. Бүтәнсә ни хәл ҡылаһың? Юғиһә, ул һинең башыңа етәсәк. Ошо һуңғы болала ғына күпме гонаһ эшләнде! Үҙ мишәрең, үҙ ауылдашың Ҡәнзәфәрҙе тотоп бирергә самалағанды ғына ла онторҙар тиһеңме? Бер уйлағанда, хакимдарға, завод хужаларына, хөкүмәт ғәскәре башлыҡтарына эйәләшмәһәң, ҡулың ҡанға буялмаһа, теймәҫтәр ине, бәлки? Мал-мөлкәтте хәләл көсөң менән генә йыйһаң? Башҡорт булмаһаң да, мосолманһың бит әле. Өҫтө-аҫты хазина менән тулы ерҙә үҙебеҙ генә татыу йәшәй алмайбыҙмы?
Твердышевтар талап алған ерҙәрҙә үҙебеҙ завод ҡора белмәҫ инекме? Башҡорт, ана, шул уҡ урындарҙа борон-борондан руда эшкәрткән. Хәҙер һәммә байлығы яттар ҡулында. Нишләп һарыуы ҡайнамаһын, нишләп ҡоралға тотонмаһын? Өҫтәүенә, уның дошманына һин ярҙам ит... Хәҙер бүтән әмәл юҡ инде. Ата-бабаң һайлаған юл. Һин был ерҙең, бындағы халыҡтың дошманы хәҙер. Балаларыңды, ейәндәреңде шул тәҡдир көтә. Ярамһаҡланаһың инде әлеге урыҫҡа. Әҙәмгә һанамаһалар ҙа... Салауатты тотоп бирәйек әле, һанамай ҡараһындар...»
Шәриптәге кәңәшмәнән һуң поручик менән яҡындан танышып, халыҡты юлға әҙерләп, ул-был иткәнсе төш ауышты. Тәүҙә үҙҙәре Өфө яғынан килгәндә һалған әҙер юлға төшөп, һыбай көнбайышҡа табан ҡуҙғалдылар. Унлап саҡрымдан һуң осраған ауылда туҡтап һорашыу артыҡ ҡыуандырманы. Халыҡ ауыҙына һыу ҡапҡанмы ни – баш сайҡай ҙа ҡуя. Мөҡсин үҙенең элекке «күҙ-ҡолағын» эҙләп тапты. Унан дә рәтле һүҙ сыҡманы:
– Кем теүәл генә белһен инде уның ҡайҙа икәнен? Кистән бер ауылда күрһәләр, иртәгеһен илле-алтмыш саҡрым ситтә йөрөп ятыр. Шулай ҙа Яхъя тапҡырынан көньяҡҡараҡ тартығыҙ әле.
Шәриптәге шымсы күҙ уңында тотҡан төбәккә ишаралай бит был да. Ғилләһе барҙыр.
Ә ауылдағы бүтән кешеләр Салауатты бөтөнләй белмәмешкә һалышты. Уның дошманы икәнде әллә ҡайҙан һиҙенәләр. Поручик отряды, ярай инде, кафырлыҡтары маңлайына яҙып ҡуйылған. Ә Әбделсәләмовтар? Ай-Һай, телдән шикләнмәйҙәрме? Алдағы ауылдарҙа урыҫтарҙы күрһәтмәй, ситтә ҡалдырып, башҡортса һөйләшеп ҡарарға кәрәк.
Эңер төштө. Әҙер юлдан тағы унлап саҡрым самаһы барырға ла, көньяҡҡа ҡарай боролорға тура килер.
Ҡараңғыла хәтһеҙ ара үттеләр. Аттары арый башланы. Алда тағы бер ауылдың осраясағын белгертеп, танауҙарға төтөн еҫе бәрелгәндәй итә, бик алыҫта эттәр абалауы ҡолаҡҡа салына яҙып ҡала. Уға яҡынлашып өлгөрмәнеләр, оло юлдан ҡаршыға килгән яңғыҙ һыбайлыға төртөлдөләр. Сыбар атҡа атланған мосафир көтмәгәндә генә пәйҙә булды. Эйәрендә йоҡлап киткән, ахырыһы; Мөҡсиндең туҡтарға бойороп ҡысҡырыуына һиҫкәнеп, ситкә тайпылырға иткәйне лә, һуң ине инде.
Мишәрҙәр башлығы мосафир һыбайлының йөҙөн асығыраҡ күреү ниәте менән уның сыбар атына үҙенең ерәнен тиңгәштерҙе. Эйәрҙә үҫмер малай ғына ла баһа. Мөҡсин башҡортса өндәште:
– Һин кем?
Артҡы осо ҡараңғылыҡҡа инеп юғалған иҫәпһеҙ-һанһыҙ һыбайлыларҙы күреп, ҡото осҡан малайҙың шунда уҡ йоҡоһо ҡасты. Әммә туған телендәге тауышты ишеткәс, ул тыныслана төштө: «Үҙебеҙҙең ағайҙар икән дә...»
– Мин Һөйәрғол Яратҡол улы. Мырҙалар йортонан. Ә һеҙ ҡайҙа юл тотаһығыҙ, ағайҙар?
– Беҙ, энем, Салауаттың дуҫтары. Уға ярҙамға ашығабыҙ. Хәле шәптән түгел, тиҙәр. Ишетмәнеңме? Салауаттың үҙен беләһеңдер бит?
– Салауат ағайҙымы? Уны кем белмәһен? Ҡайһылай һәйбәт! Бик ваҡытлы буласаҡ ярҙамығыҙ...
– Ашығабыҙ. Тиҙерәк осрата һалырға ине. Һин...
– Миндештә ул, ағайҙар. Ярҙамсылары әҙ. Тиҙерәк бара һалығыҙ.
Миндештең ҡайһы тирәләрәк икәнен белмәгән Мөҡсин уныһын да хәйлә менән асыҡланы:
– Турараҡ тартырға ине бит әле. Һин ҡайһы юлдан килдең?
– Юл, тип... Юл юҡ инде ул, ағайҙар. Алдығыҙҙағы анау ауылды үтеп әҙерәк барығыҙ ҙа, һул ҡулды ҡараһағыҙ, минең ат эҙенә төшөрһөгөҙ. Шунан яҙлыҡмай, биләндәр, битләүҙәр буйлап барһағыҙ, көрт тәрән түгел.
– Оҙаҡ үтергәме?
– Әкрен тигәндә лә, таңға Миндештә булырһығыҙ. Ә һеҙ ашығығыҙ, ағайҙар.
Барыһын да һорашып бөткәс, Мөҡсин үҫмер һыбайлының йөҙөнә яҡыныраҡ эйелде.
– Афарин егет икәнһең. Мә, беҙҙең рәхмәтте ҡабул ит.
Көтмәгәндә сүместәй йоҙроғо менән малайҙың ике күҙе араһына аяуһыҙ тондорҙо. Тегеһе «ыһ» та итеп өлгөрә алмай, дошманына бер тапҡыр ҙа атырға өлгөрмәгән уҡ-һаҙағы, уң ҡулындағы ҡамсыһы менән бергә атынан тоҡ һымаҡ ауып, башы менән юл ситендәге көрткә сумды. Ҡараңғыла Әбделсәләмовтың көр тауышы яңғыраны:
– Етәккә алығыҙ атын. Әйҙәгеҙ, йәһәтерәк алға! Салауатты эләктерҙек, былай булғас!..
Арттағы һанһыҙ һыбайлылар, ҡараңғыла үҙҙәре лә күрмәйенсә, Һөйәрғолдоң кәүҙәһен тапап-иҙеп үттеләр...
* * *
Миндештә ышаныслы кешеләрҙең өйөндә, хужаларҙы сығарып, ишекте бикләп, бишәү генә һөйләштеләр: Салауат, Әбдрәшит, Раҡай, Юртым, Зәйнәш.
Әбдрәшит алыҫыраҡ яҡтарҙа һуғышты туҡтатырға, отрядтарҙы таратырға бойороп, Салауат исеменән сапҡындар ебәрелеүе тураһында хәбәр итте. Юртым менән Зәйнәш эргә-тирәләге хәлдәрҙән ниҙәр белергә өлгөргәнен еткерҙе.
– Фрейман Өфөнән ебәргән ҙур команда Шәриптә туҡталған. Уға мишәрҙәрҙең ике төркөмө ҡушылған. Башлыҡтары – барыбыҙға ла мәғлүм Мөҡсин менән Йәмғүр.
Салауат Шәриптәгеләрҙең һаны, ҡоралы, ҡасан урынлашыуҙары менән ҡыҙыҡһынды. Юртым менән Зәйнәштең мәғлүмәте теүәл ине: улар һорашып өлгөргән ауылдарҙағы халыҡ үҙенең белгәнен Салауат яҡлыларға түкмәй-сәсмәй белгерткәйне.
– Шәрипкә яңыраҡ килгәндәр. Беҙҙең эҙгә бөгөн-иртән генә төшә алмаҫтар әле. Мишәрҙәр ҡушылмаһа, әбей батша подполковнигы ят ерҙә байтаҡ буталып йөрөр ине лә бит... – тип тамамланы улар.
– Мөҡсиндең ошаҡсылары был яҡтарҙа ла табылыр. Ашығырға кәрәк, – тип һүҙ башланы Салауат. – Әгәр минән айырылырға теләмәйһегеҙ икән...
– Юҡ! Теләмәйбеҙ!
– Ул хаҡта онотайыҡ.
– Бүтән телгә алмайыҡ,– тиештеләр, уны бүлдереп.
– Улайһа, тыңлағыҙ мине. Ҡаҙаҡтар яғына китәбеҙ. Аттарҙы ҡалдырабыҙ. Саңғы менән уңайлыраҡ булыр. Урал, түбәһенә менеп, Ҡуңыр буға юлына төшөп алһаҡ, ысҡындыҡ тигән һүҙ...
Башҡалар, «шунан да дөрөҫөрәк юл юҡтыр, ахыры» тигәндәй, бер күңелдән ризалашып, диҡҡәт менән тыңланы.
– ...Далаға барып сыҡһаҡ, даръяға ҡушылған тамсы кеүек юғаласаҡбыҙ. Әйҙә, эҙләһендәр. Иң әҙе – бер йылға иҫәп тотоғоҙ. Ә иң күбе... донъя күрһәтер. Ни өсөн ҡаҙаҡтар яғын һайлауҙың тағы бер хикмәте бар. Уныһын, хоҙай ҡушһа, далаға аяҡ баҫҡас әйтермен.
Ял, йоҡо ҡайғыһын онотоп, төн буйы һөйләштеләр. Юлға ниҙәр алырға, Урал тирәһенә ҡайһы тәңгәлдән күтәрелергә, урман төпкөлөндәге ҡайһы ауылдар тирәһенә төшөп хәл йыйып, аҙыҡ туплап алырға икәнлеген төрлө яҡлап ҡат-ҡат уйлаштылар. Ҡуңыр буға юлынан кемдең күпме үткәнлеген* ҡайһы өлөшөн һәйбәтерәк белгәнлеген асыҡланылар. Осонан- осона барыһынан күберәк Салауат йөрөгән булып сыҡты. Өҫтәүенә, кисә айырылышҡандан һуң, башҡалар уның бойороғон үтәгән арала, үҙе ошо ниәте менән, мәшғүл булған, ололарҙан тағы бер ҡат ентекләп һорашҡан. Ә Ҡаратабын егете Юртым Адыл улы ҡаҙаҡтар яғына барып сығыр юлды йышыраҡ тапаған.
Тегендәге көнкүреште ниҙән башлау, ни менән шөғөлләнеү тураһында һүҙ ҡуҙғатылды. Ваҡыт әрәмгә үтмәҫкә оҡшай. Салауат юлдаштарының дүртәүһе лә уҡымышлы. Ҡаҙаҡ балаларына һабаҡ биреп тә тамаҡ туйҙырырға була. Салауат иһә, хәлләнә төшкәс, арыраҡ, көньяҡҡараҡ етешеп, Үзбәкстан ерендә Бохара, Сәмәрҡәнд мәҙрәсәләренең береһендә ҙурыраҡ ғилем юллау мөмкинлеген дә уйлап ҡуйҙы.
Ҡаҙаҡтар араһына имен-аман барып эләгеү фарыз, унан күҙ күрер. Юлын бер тапап алһаң, яңғыҙың уҡыу ғына түгел, тыуған илдән өмөтлө йәштәрҙе күберәк эйәләштереү кәрәк. Башҡортостанға тулы ирек яуланһа, ил башында торорлоҡ лайыҡлы уҙамандар заманы етәсәк. Илебеҙҙе кәм-хурлыҡҡа ҡалдырмай, һәр яҡлап сәскә атҡан бәғзе күрше дәүләттәр кимәлендә тотор өсөн һәр төрлө ғилем эйәләренең идара итеүе шарт. Юғиһә, халыҡ әйтмешләй, алтын бишектәй төйәгеңде анау тупаҫ килмешәктәр – Путятиндар, Рейнсдорптар ҡулына тапшырып ҡуйғас ни. Ерҙәреңде Поморье промышленниктары, Тула дворяндары, Сембер сауҙагәрҙәре бүлешеп алғас... Юҡ! Халҡының үҙ ерендә хоҡуҡһыҙ йәшәүе менән Салауат бер ҡасан да ризалашмаясаҡ! Дәһшәтле яуҙар алда әле. Еңеү ҙә, ирек тә, ғәҙеллек тә киләсәк Башҡортостан еренә...
Сәфәргә әҙерлектең байтаҡ ентеклелектәре асыҡланғас, Раҡай Салауаттың атаһы тураһында һүҙ ҡуҙғатты:
– Ә Юлай ағай?..
Батырҙың яуабынан был хаҡта күптән инде бер ҡарарға килгәнлеге аңлашыла ине:
– Мин тотолмаһам, уны ярлыҡарҙар. Тимашев иреккә ебәргән бәғзе старшиналарҙың ғәйептәре атайым ғәйебе ише генә инеме? Ҡайһы берәүҙәре, ана, аҙаҡ Ҡазанға барып ҡайтты. Ярлыҡарҙар атайымды. Үҙе өсөн көрәшергә уның аҡылы ла, белеме лә, хәйләһе лә етәр. Әгәр мине тотһалар... Ул сағында инде икебеҙгә тигеҙ эләгәсәк. Минең ғәйептәрҙе тотош уға ла ябасаҡтар. Минең «гонаһтар», үҙегеҙ беләһегеҙ, йәшереп ҡалдырырлыҡ түгел. Унан һуң, атай менән һөйләшә биреп тә ҡуйғайным. Тегендә барып урынлашһаҡ, бында ул беҙҙең бәйләнеш үҙәге вазифаһын үтәр ине...
Әҙгә генә таралышып, теүәл әҙерлек менән ошо өйгә ҡабат йыйылышырға ла, яҡтырмаҫ элек ҡуҙғалырға тигән ҡарарға килешкән саҡта ғына ҡайҙалыр алыҫта, ауылдың Ҡатау яҡ осонда, Бирҙәш йылғаһы яғында атышҡа оҡшаш тоноҡ тауыштар ишетелеп ҡалды, эттәр абаларға тотондо. Юлдаштар бер-береһенә һораулы ҡарашҡан арала өй алдында тәүҙә ат тояғын, шунан кемдеңдер йүгерә-атлағанын белдереп ҡар шығырланы, шунда уҡ ҡаты итеп ишек дөбөрләттеләр. Ниндәйҙер хикмәтле тауышынан һиҙемләрлек: дошман түгел. Әммә тынысһыҙ, ныҡышмалы ҡағалар – хәүефле хәбәр.
Әбдрәшит ишек яғына ҡырынлап, аяҡ остарына ғына баҫып яҡынлашты ла, иптәштәренә «шымығыҙ!» тигәнде аңғартып бармаҡ янап, әкрен генә тауыш бирҙе:
– Кем ул?
Тыштағы ярһыулы яуап бөтәһенә лә ап-асыҡ ишетелде:
– Салауат ағай! Был мин! Тимербай Дауыт улы, Салауат ағай!..
Көндөҙ барлау үткәргән йәштәр отряды башлығын тауышынан танып, Салауат Әбдрәшиткә эйәге менән ымланы:
– Ас.
Ишек асылыр-асылмаҫтан ҡыҫылып инә һалған егетте бөтәһе лә тиҙ арала уратып алды.
– Салауат ағай! Тиҙерәк ҡасығыҙ! Дошман килә!
Салауат Тимербайҙы тынысландырыр өсөн яурынына ике ҡулын һалып, әммә үҙе лә ашығып һораны:
– Ниндәй дошман? Һин нишләп бында? Нисек таптың беҙҙе?
Егеттең күҙ ҡараштары, ҡиәфәте «ваҡыт тар, тиҙерәк булығыҙ!» тигәнде белгертеп тора ине. Ошо билге тауышына ла сыҡты. Мөмкин тиклем ҡыҫҡараҡ тоторға тырышып, ҡабаланыуҙан, тыны бөтөүҙән тотлоға-тотлоға яуапланы:
– Һеҙ киткәс, отрядтың яртыһын ебәрҙек... Яртыһы һеҙҙе һаҡлап ҡалды. Төндә... урыҫтар ғәскәре килеп сыҡты. Туп-тура ауылға ҡарай... Ҡаршы торҙоҡ. Бик күптәр улар, көс етерлек түгел... Ауыл яғына сигендек. Ситтәге өйҙәрҙән беҙгә ярҙамға сыға башланылар. Бер ағай яраланды... Шул өйрәтеп ебәрҙе мине бында. «Салауаттар беҙҙә. Әйт, тиҙерәк ҡасһындар!» – тине. Тиҙ булығыҙ, ағайҙар. Беҙ уларҙы ауылдың Ҡатау яҡ осонда тотҡарлағанса, был яҡтан сығып өлгөрәһегеҙ... Тышта хәтәр әсе ел. Кисә генә тып-тын ине...
Ололар бер-береһенә ҡарашты. Салауат тәүҙә егеткә, унан иптәштәренә өндәште.
– Бүтән ваҡыт булһа, фарманды үтәмәгән өсөн эләгер ине үҙегеҙгә... Килеп әйткәнең өсөн рәхмәт. Хәҙер бар, ос иптәштәрең янына. Егеттәрҙе һаҡла. Оҙаҡ ҡаршылашмағыҙ. Урманға, Яхъя яғына инеп юғалығыҙ. Ә беҙ... Әҙерләнергә ваҡыт ҡалманы. Әйҙәгеҙ, саңғыларҙы, ҡоралдарҙы эләктерәбеҙ ҙә ауылдың Эҫем яҡ осонан таябыҙ... Тәүге төбәккә тиклем нисек тә түҙербеҙ...
Яҡтыра башлауға, улар Яғалғы тауының текә битләүе аҫтында ине. Миңдеш ҡалҡыулыҡ артына юғалды. Юлдаштар артҡа, ауыл яғына ҡарай-ҡарай барҙы. Ҡаршыға иҫкән буранһыҙ әсе ел биттәрен тәҡәтһеҙ өттө.
– Күренмәйҙәр, – тине Салауат йырған саңғы эҙенән уның артынса эйәргән Зәйнәш, йыш-йыш һулап. – Бейеккә үрмәләр алдынан ошонда бер аҙ тын алайыҡмы, Салауат? Түбәгә менеп өлгөрһәк...
– Аръяғына ел дә етә алмаясаҡ, – тип өҫтәп ҡуйҙы Зәйнәш артынан килгән Раҡай.
Салауат туҡтаны.
– Ярай, әҙ генә тын алығыҙ,– тине ул, артҡараҡ һуҙыла башлаған иптәштәрен йәлләп.
Үҙенә ҡалһа, уның тәнендә лә, уйында ла арыу тигән нәмәнең остоғо ла юҡ ине. Бер ынтылыуҙа алдағы урманлы битләүҙе үтеп, Яғалғының иң түбәһенә тыныс ҡына менеп етергә була. Юлға сыҡҡас та, батырҙың болоҡһоу күңелен оло, ауыр уйҙар баҫып алды. Тәүҙә улар томанлы киләсәк хаҡында өҙөк-өҙөк шиғри юлдар рәүешендә тыуып яфаланы.
Яуы ҡыйратылған батырмын...
Яңынан яу туплармын,
Яҙған булһа, еңеп ҡайтырмын...
Барыр юлым ят булһа ла,
Иш булыр ир тап булһа,
Дошманым күп, дуҫ юҡ, тимәмен,
Теҙем сүкмәм, башым эймәмен...
Тиҙҙән ул юлдар билдәле бер тәртипкә теҙелеп, Салауаттың ошо мәлдәге хыял-өмөттәрен сағылдырған бөтөн шиғырға әүерелде. Сәсән, ғәҙәтендәгесә, ҡағыҙға теркәүҙе аҙаҡҡа, билдәһеҙ ваҡытҡа ҡалдырып, хәтеренә генә һалып ҡуйҙы,
Миндеш йырағая төшкәс, дошман тырнағынан ысҡыныу мөмкинлеге асығыраҡ күҙ алдына баҫҡас, инде хәҙер тамамланған яу хаҡындағы борсоулы уйҙар тынғы бирмәне. Йылдан ашыуға һуҙылған көрәштең Салауат өсөн бөгөн һуңғы көнө, 25 ноябрь. Былтыр тап ошо ваҡытта, ноябрь аҙаҡтарында, Ырымбурға һөжүмдәр яһала ине. Пугачевтың үҙен күрерҙән алда, юлда саҡта манифест-указдарын уҡып, Салауат был кешегә ғәйәт ҙур иҫәп тотҡайны, һәйбәт кенә итеп ойошторһа, бөтә илде бер юлы, сабыр алдынан артҡы аяҡтарына ғына баҫҡан ярһыу аттай күтәреп, ҡуҙғалтырлыҡ, дворян-помещик– тарҙың йорт-мөлкәттәрен, хакимлыҡ диуарҙарын, ҡалалар нығытмаларын, әбей батша тәхетен иҙеп-тапап үтерлек форсаты барлығын һиҙенгәйне. Шулай булмай, батша исемен алыуын-алып яу асҡас, ил эсендәге әҙәмдәрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуҙғатҡас, тәхеткә лайыҡ, уны ҡулға төшөрөп, үҙ тәртибен урынлаштырырлыҡ көслө кешелер бит инде ул. Йырҙар ҙа сығарғайны әле Салауат. Ошондайыраҡ юлдары ла бар ине:
Йәш баштарымдан яу яуланым,
Бүгәсәү ҙә иргә ышанып...
«Ышанып...» «Таянып...» Шул ике һүҙҙең ҡайһыныһы урынлыраҡ тип баш ватҡылап та алғайны ул саҡта...
Бәрҙелә Пугачевтың үҙен күргәс, Салауат тиҙ аңланы. Эйе, хайран ҡалырлыҡ тәбиғи аҡыл, таш стеналарҙы бүҫеп төшөрөрҙәй көр тауыш, тупҡа тотоп ҡаҡшата алмаҫлыҡ ныҡлы ихтыяр, тылсымлы арбау көсөнә бәрәбәр хакимлыҡ һәләте – бөтәһе лә бар был ирҙә. Тик тәхеттә ултырып, һәр губернаһы үҙе бер дәүләткә торошло ил менән идара итеү өсөн ниҙер етмәй. Ә ни һуң? Үтәнән-үтә күреп була, әммә ҡапыл-ҡара әйтеп, аңлатып бирерлек түгел. Хикмәт уның казак сығышында тиһәң, казак хакимлыҡҡа дәғүә итә алмай тип кем әйтер? Шулай ҙа Петербургтағы тәхет уға эләкмәйәсәге көн кеүек асыҡ.
Салауат, шуға төшөнгәс, ипләп кенә ниәттәрен дә үҙгәртеү яғын ҡараны. Ышаныуҙан таяныуға ҡарай...
Яңы батша исеменә һылтанып, Башҡортостандағы тәртиптәрҙе үҙгәртерлек, һис юғында, тамам ҡаҡшатырлыҡ форсат тыуып торғанда, шуның өсөн «яу яуларға» хоҙай үҙе ҡушҡан. Тотош Рәсәй күләмендә еңеүенә ышанмаған хәлдә лә, Башҡортостандағы үҙгәрештәр хаҡына таянырға була ине Бүгәскә...
Бер йыл. Бүтән ваҡытта мөсәл ғүмер эсендә төшөнә алмаҫлыҡ нәмәләрҙе кисерҙе Салауат. Пугачевҡа тәхет өсөн ни етмәгәнен дә ап-асыҡ күрҙе.
Ил менән идара итергә йыйынғанһың икән, һиндә шул ил халҡы сифаттарының бөтәһе лә артығы менән булырға тейеш. Ә ул идаралыҡты яулап алыу өсөн – икеләтә артығыраҡ, һинең ҡул аҫтындағы илең бөлмәһен, бөкрәймәһен; мул, тыныс, бәхетле йәшәһен.
Салауаттың уйҙары ошондай шарттарҙы инде ҡасандан бирле күреү насибы теймәгән Башҡортостанына әйләнеп ҡайтты.
Үҙе бер оло дәүләткә торошло ла бит... Уның яҙмышының артабан да үҙгәрешһеҙ ҡалыу ихтималлығы башҡа һыймай. Ожмахтай ерҙәреңдә көн күргән бәндәләреңде сит-яттар ҡыҫырыҡлап, хужа булып алһындар ҙа, үҙ хоҡуғыңды даулай башлаһаң, ҡот осҡос язаларға дусар итһендәр. Ҡотолор юл ҡайҙа?
Бәлки, яу сабыуҙар ғына етмәйҙер? Ҡара көс менән алдырырмын тимә. Тырнаҡтарын ныҡ батырғандар. Аҡыллы хәйлә, оло ғилем кәрәк халҡыбыҙға. Ун алтынсы быуатта аҡ батшалыҡ күрше Ҡазан ханлығын көл-күмергә әйләндергәндә, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ башҡорт илен ут-ялҡындан, үлемесле ҡыйралыштарҙан һаҡлап ҡалырлыҡ тел асҡысы таба белгән, аяуһыҙ дошман булып ябырыласаҡ бихисап көстө дуҫ күршеләр итеп әүерелдерергә аҡылы, ҡөҙрәте еткән. Шундайыраҡ тыныс юл менән бөгөнгө хәлдән дә сығыу әмәле табылмаҫмы? Кем эҙләп, ынтылып ҡараған?
Баш иҫән булһын. Алда, бәлки, тағы ла әллә ниндәй ҡөҙрәтле, хикмәтле юлдары асыҡланыр. Әҙерләнергә, эҙләргә, ынтылырға кәрәк.
...Ауыл яғындағы киң билән офоғон ҡаплап «үҫеп сыҡҡан» шәүләләрҙе иң алда Юртым күреп ҡалды.
– Ҡарағыҙ әле, – тип тыныс ҡына, шаяртҡан һымаҡ иҫкәртте ул. – Беҙҙең донъяла барлыҡты онотмағандар...
Бөтәһе лә зәңгәрһыу офоҡҡа текәлде.
– Һыбайлылар! – Раҡайҙа шаярыу ҡайғыһы юҡ ине. Тауышына тулҡынланыу билгеләре сыҡты.– Тайҙыҡ тиҙерәк, егеттәр!
Юлдаштар былай ҙа ҡуҙғалырға хәрәкәтләнә башлағайны инде. Зәйнәштең һүҙе уларҙы тағы офоҡҡа күҙ һалырға мәжбүр итте:
– Туҡтағыҙ әле, кисәге йәш егеттәр түгелме был, ағай-эне? Ана, урта тирәлә кисәге сыбар ат. Үҫмер генә малайҙы иҫләйһегеҙме? Салауат, һин уның янына ла барып киткәйнең.
Салауат һүҙһеҙ генә офоҡто күҙәтте. Билән алыҫ уҡ булмаһа ла, шыйыҡ ҡараңғылыҡ шәүләләрҙең дуҫмы-дошманмы икәнлеген аныҡ ҡына айырырға ҡамасаулай әле.
Юлдаштар фекер алышты:
– Улар нишләп йөрөр икән бында?
– Беҙҙе һаҡлайбыҙ тигән булаларҙыр үҙҙәренсә. Кисәге кеүек...
– Бына дыуамалдар! Арттан эҙ күрһәтеп!..
– Көтөп алырға ла кире бороп ҡайтарырға кәрәк. Эйәрмәһендәр!
– Беҙ көткәнсе, тегеләр, әбей батшаныҡылар яҡынайһа?
– Аҙ ғына көтә биргән арала аҡ ҡар ҡаплаған ер яҡтыра төштө, һыбайлылар ҙа яҡыная бирҙе. Уларҙың кисәге йәштәр түгеллеген иң алда Салауат шәйләп ҡалды:
– Дошман! – тип бойороҡ биргәндәй тауыш менән ҡысҡырҙы ул. – Сыбар ат өҫтөндә үҫмер түгел, ир уртаһы кеше! Ҡорал ҡулланмаҫҡа!.. Ҡуҙғалдыҡ!..
Абына-тая тау битләүенә үрмәләгән бишәүҙе тегеләр ҙә күрҙе: офоҡто ҡаплап йәйелгән һуғышсыларҙың ҙур төркөмө шау-шыу менән алға атылды, улар артынса эйәргәндәре йылан кеүек оҙон ҡара һуҙымға әүерелде. Арттағы осо билән аръяғында – өҙлөкһөҙ сығалар ҙа сығалар.
Салауаттар оҙаҡ бара алманы: яҡынайған дошман арттан ата башланы. Пулялар ике-өс арҡан һуҙымы алыҫлығында алда, уңда-һулда ҡар бураны уйнатты. Етмәһә, мөрйәнән өргәндәй ҡаты ел ҡамасауланы.
– Ҡулсаға алалар, ҡәбәхәттәр, – тине Салауат, туҡтап. – Тереләй эләктерергә итәләр. Көтөүҙән башҡа әмәл юҡ.
Юлдаштары эштең былай киҫкен боролошонан өнһөҙ ҡалды. Улар һис ниндәй ҡарарға килерлек түгел, бары тик Салауатты ғына тыңларлыҡ хәлдә ине.
– Атмағыҙ! – тип ҡабатлап киҫәтте ул.– Барыбер мәғәнә юҡ.
Ут бураны ысынлап та ҡулсаға әйләнде, саңғысыларҙы ҡыҫҡандан-ҡыҫты. Салауат, саңғыһын сисеп ырғытып, өҫкә ябырылып килгән һыбайлыларҙы беренсе булып ҡаршылау өсөн кире артҡа, дөрөҫөрәге, дошманға йөҙө менән боролған иптәштәренең алдына сыҡты. Шул арала уларҙы йыуатып өлгөрҙө:
– Төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ, уҙамандар! Тотолоу – донъя менән хушлашыу түгел.
Бөтәһе урынына Әбдрәшит яуапланы:
– Үлһәк тә, һинең менән бергәбеҙ, Салауат!
– Үлергә ашыҡмайыҡ әле. Хоҙай яҙғанды күрербеҙ.
– Инде дошман бөтөнләй яҡын, ҡурғаш болоттай өҫкә шыуыша. Аттарының йыш–йыш тын алышы ишетелә, тауыштарының айышы аңлашыла:
– Ана, Салауат! Шул үҙе!
– Салауат шул! Ха-ха-ха!..
– Ашыҡмағыҙ, үҙем, үҙем!..
Ҡоралдары, йөҙҙәре ап-асыҡ күренә. Сыбар ат иң алдан елә. Мишәрҙәр бит былар! Ә Фрейман, Рылеев һуғышсылары ҡайҙа?! Әһә, ана-а, арттан эйәргәндәр. Иге–сиге юҡ. Уртаҡ тел табып өлгөргәндәр. Мишәрҙәр булғас, башлыҡтары йә Мөҡсин, йә Йәмғүр. Уларҙан әллә ниндәй әшәкелекте көтөргә була.
Алдан һөйләшкәндәр, яуыздар! Килеп етеүҙәренә, ут ҡулсаһы ҡабат киңәйҙе. Ун бишләп арҡан араһы ҡалғас, алдағылар аттарынан йәһәт-йәһәт төшә башланы. Араларында ниндәйҙер аңлайышһыҙ шау-шыу. Иҫеректәрме, аҡылдарынан яҙғандармы, ҡыуаныстарынан шул сиккә еткәндәрме?..
Сыбар аттан, тағы уның эргәһендәгенән төшөп йәйәүләгән икәү, ниҙер ҡысҡырып, алға ынтылды. Ҡоралын иптәштәренә биреп, күкрәген киреп, буш ҡул менән көрттә баҫып торған Салауатҡа ҡаршы йүгерҙеләр. Батыр танып өлгөрҙө уларҙы. Эйе, Мөҡсин менән Йәмғүр. Әбей батша ғәскәре һуғышсыларына юл күрһәтеп килгән, әшәкеләр!
Салауаттың юлдаштары «ни булыр?» тип көтөп торған арала, мишәрҙәр башлыҡтары күҙ асып йомғансы икеһе ике яҡҡа осто. Йәмғүре суңҡаһы менән тау битләүендәге яҫы ташҡа «зыңҡ» итеп барып төштө: йәмһеҙ тауыш менән аҡырып ебәрҙе. Мөҡсин уйпат ергә тура килеп, кисә үҙе сыбар аттан һуғып төшөргән малай кеүек, тәрән көрткә башы менән сумды. Тын ала алмай, үргә ҡарай тарбайған аяҡтары менән сәбәләнеп тыпырсынды.
Ләкин тиҙҙән башлыҡтары артынан эйәргән бихисап мишәрҙәр, Лесковский һалдаттары Салауатҡа, уның дүрт юлдашына күмәкләп ябырылды...