Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель , 09:01

Бәхетем йәнәш бара...

– Ысынлап та, СССР-ҙың бер нисә илендә йәшәргә тура килде. Башта әсәйем менән Үзбәкстандың Фирғәнә ҡалаһында йәшәгәнбеҙ

Бәхетем  йәнәш   бара...
Бәхетем йәнәш бара...

Ижадта үҙеңдең стилең, һүҙең булғанда ғына уңыш­тарға өлгәшергә мөмкин. Бөгөнгө эстрадала үҙ уры­ныңды табыуы бигерәк тә ауыр. Халыҡ күңеленә үтеп ингән йырҙары менән һинән алда эш башлағандары ла бар. Йәштәр ҙә үксәңә баҫып килә. Күп йырҙарын үҙе яҙған һәм егәрле ижадсы булараҡ та тамашасы күңелендә урын тапҡан Сәйет БИЛАЛОВ иһә ҡабатланмаҫ моңо менән дә әсир итә.

– Белеүебеҙсә, һеҙҙең бала саҡ Башҡортостандан ситтә үткән...
– Ысынлап та, СССР-ҙың бер нисә илендә йәшәргә тура килде. Башта әсәйем менән Үзбәкстандың Фирғәнә ҡалаһында йәшәгәнбеҙ. Миңә бер нисә йәш кенә булғанға күрә, аныҡ ҡына ундағы тормошто күҙ алдына килтерә алмайым. Һуңынан төҙөлөштә эшләгән әсәйем менән Ҡаҙағстанға сығып киткәнбеҙ. Башланғыс кластарҙа белемде мин шунда алдым. Ҡандағыш тигән бәләкәс кенә бер ҡалала үгәй атайымдың улы, мин, тағы ла ике уртаҡ балалары менән йәшәнек. Киноларҙа күрһәтелгәнсә, СССР тарҡалған осорҙа күсеп килгән халыҡтарға ҡарата асыу-нәфрәтте лә күрмәнек. Ғөмүмән, башҡортҡа ҡәрҙәш халыҡ ҡаҙаҡтар ҡунаҡсыл, ихлас булыуҙары менән арбайҙар. Тик туҡһанынсы йылдарҙағы үҙгәрештәрҙең йоғонтоһо барыбер эҙһеҙ үтмәне, тип әйтер инем. Үгәй атайым алып-һатыу эшендә ҙур ғына эшҡыуар ине. Бер мәл рэкетирҙар уға ла бәйләнә башланы. Уларҙың өйгә килеүҙәре йышайҙы. Балаларға ла хәүеф янай башлағас, үҙенең улын икенсе ҡалаға күсерҙе. Беҙ иһә әсәйемдең тыуған яғы Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылына ҡайтып төпләндек. Алдан да йәйге каникулдарым был төбәктә үтте. Икһеҙ-сикһеҙ ҡаҙаҡ далаларынан килгәс, был яҡ тәбиғәте миңә башта джунгли һымаҡ күренә ине (көлә). Ике арала тығыҙ бәйләнеш булғас, бында саҡта ҡаҙаҡ телен, тегендә ваҡытта башҡорт телен онота ла ҡуя инем. Башҡортостанға ҡайтып йәшәй башлағас, рус мәктәбендә белем алып, ҡаҙаҡ телендә уҡығас, башҡортса яҙыуы бер мәл ауырлыҡтар тыуҙырып алды. Өндәр, хәрефтәр бер иш һымаҡ булһа ла, барыбер айырмалыҡтар бар. Мәҫәлән, башҡорт телендә “ҡ” хәрефенең башында ҡойроҡ ҡуйылһа, ҡаҙаҡтарҙа аҫтан билдәләнә. Һанай китһәң, айырмалыҡтар байтаҡ ҡына. Шулай ҙа тиҙ арала әсә теленә өйрәндем, тип әйтә алам.
– Бала сағығыҙҙа музыкаль һәләт барлығы һиҙелә инеме?
– Әлбиттә. Тәжрибәле уҡытыусы баланың ҡыланышына, үҙ-үҙен тотошона, тауышына ҡарап та киләсәктә кем булырын, ниндәй һәләткә эйә икәнлеген асыҡлай ала бит ул. Был йәһәттән ҡайҙа уҡыһам да, уҡытыусыларымдан уңдым, тип әйтә алам. Ҡаҙағстанда саҡта ҡаҙаҡ, рус телдәрендә мәктәп сәхнәләрендә сығыш яһаным. Конкурстарҙа ҡатнаштым. Хәйбуллала иһә уҡытыусыбыҙ, йыр һәм ҡурай түңәрәктәрен алып барған тәүге остазым Камил ағай Илембәтов миңә профессиональ яҡтан үҫешергә, тәүге аҙымдарҙы яһарға булышлыҡ итте. Ҡурайҙы ул күрһәтеү менән, башҡорт халҡының был музыка ҡоралына ҡарата һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уянды һәм тәүге түңәрәктә үк һыҙғыртырға өйрәндем. Ул беҙҙе урманға алып барып, үҫеп ултырған ҡурайҙы ҡырҡып алып, шунда уҡ яһап, уйнап та күрһәтә ине. Йәш быуынды үҙенә генә хас алымдары менән башҡорт сәнғәтенә ҡарата һөйөү ҙә үҫтергән, тәрбиәләгән дә.
– Ысын талант эйәһе башҡорт халыҡ йырҙарын тере тауышҡа башҡара алырға тейеш, тиҙәр...
– Шуға өҫтәп, ысын йырсы башҡорт халыҡ йырҙарының тарихын өйрәнергә, бер нисә халыҡ музыка ҡоралдарында уйнай белергә тейеш тә, тип өҫтәр инем. Беҙҙең республикала иһә ысын һәләттәрҙең исемдәрен халыҡҡа танытыу өсөн вокал буйынса төрлө конкурстар даими уҙғарылып тора. Туғыҙынсыны Әбеш мәктәбендә тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының Сибайҙағы филиалына уҡырға керҙем. Бөгөнгө көндә башҡорт эстрадаһына күп йырсыларҙы әҙерләп ҡанат ҡуйған Джон Әхмәтович Мусинда тәүге профессиональ белем алдым. Унда уҡығанда тәүге ҙур конкурста еңеү яуланым. “Ирәндек моңдары” ул – бер нисә тур дауамында ысын һәләттәрҙе асыҡлаусы конкурстарҙың береһе. “Сибай”, “Ҡаһым түрә”, “Абдрахман”, “Сәлимәкәй” тигән халыҡ йырҙары миңә еңеү килтерҙе. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла көслө, еңеүгә һәр береһе дәғүә итә ала ине. Әммә ана шул бер нисә тур дауамында беҙҙе баһалауҙары лайыҡлыларҙы асыҡларға булышлыҡ итте. Гран-при алғас, миңә З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтына имтиханһыҙ кереү мөмкинселеге лә бар ине. Әммә яңы ғына ғаилә ҡорған, йәш атай вазифаһындағы кешенең ҡапыл күтәрелеп баш ҡалаға сығып китергә мөмкинселек булманы. Шунлыҡтан был теләгем бер йылға артҡа күсеп торҙо. Икенсе йылға барғанда, был еңеүҙең көсө минең өсөн бөткән ине. Башҡа абитуриенттар менән бер рәттән имтихандар биреп конкурстан үттем. Флүрә Килдейәровала уҡыу бәхете тейҙе.
– Тағы ла ниндәй конкурстар һеҙгә ҡанат ҡуйҙы?
– Үҙ ғүмеремдә төрлө үҙгәрештәр, боролоштар мәлен күрһәм дә, ҡайҙа йөрөһәм дә бәхетем үҙем менән йәнәш бара. Бер осор “Беренсе канал”дан “Йондоҙҙар фабрикаһы” телевизор ҡараусыларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Йәштәр, сәнғәтте яратыусылар һәр йома кис был телепроектты көтөп ала. Ошо ваҡытта беҙҙә лә, халыҡтың асылына тура килерҙәй, заманса, кәрәкле конкурс башланды. Тормошомда сағыу мәлдәрҙең береһе, тип “Гәлсәр һандуғас” телепроектына эләгеүемде әйтә алам. Халыҡ әлегә интернет аша сәнғәт кешеләренең тормошон күҙәтмәгән, был эште радио-телевидение һәм ваҡытлы матбуғат ҡына алып барған осор. Яңы исемдәр асылыу менән бергә башҡорт эстрадаһы яңы йырҙар менән тулыланды. Беҙҙең был телепроекттағы эштәрҙе халыҡ телевизор аша ҡарап бара, һәм урамға сыҡһаҡ, үҙебеҙҙең “йондоҙ”ға әйләнгәнебеҙҙе аңлап, аптырап ҡалабыҙ. Һағынып иҫләрлек, һөйләрлек һәм минең кеүек йәш йырсыларға ҡанат ҡуйған “Гәлсәр һандуғас”ҡа, бөгөнгө көндә лә төрлө исемдәр аҫтында барған телепроекттарға рәхмәтлемен. Йыл һайын сәхнә йондоҙҙарын бергә йыйып, ҙур концерт менән тамамланып ҡуйылған “Башҡорт йыры” телепроекты ғына ни тора! Йәнә сәнғәткә башланғыс осорҙа уҡ йырҙарымды яңғыратып торған “Юлдаш” каналы ла карьерамдың үҫеш юлында ҙур роль уйнай.
– Халыҡ алдында тере тауышҡа сығыш яһаған йырсы йылына ике йөҙ концерт ҡуя алмай, тиҙәр...
– Заман башҡа – заң башҡа, тиҙәр бит. Элек, бәлки, тере тауышҡа көн дә йырлап йөрөү мөмкин булмағандыр. Әммә хәҙер залда акустика яҡшы, аппаратура көйләнгән. Йырҙар ҙа башҡарыуға еңел генә. Һәләтеңә ҡушып тырышлығың, ныҡышмаллығың булһа, бар ерҙә лә юл асыҡ. Мини-дисктар менән эшләгән ваҡытта, ҡуртымға алынған аппаратураның хужаһы беҙҙең менән һүҙгә килеште лә, концерт башланыр алдынан ғына ҡорамалдарын алды ла китте. Зал шығырым тулы. Өс йөҙләп халыҡ алдына сығып, ғәфү үтенеп, концерт булмаясағы хаҡында әйтергә тура килде. Баянға йырларға мөмкин икәнлеген белдергәс, берәү ҙә залды ташлап сығып китмәне. Бер тынала көслө алҡыштар аҫтында концерт үтеп китте. Араларында төрлө йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә булған, һәм тиҙҙән беҙҙең концерт тураһында киң мәғлүмәт саралары ла яҙҙы, һөйләне. Йыл һайын Өфөлә һәм республиканың башҡа төрлө район-ҡалаларында концерттарымды уҙғарам. Халыҡ теләп, эркелеп килә. 2018 йылда Мәскәүҙә лә үтте. Яҡташтарым, башҡа төрки телле халыҡтар концертымдан ҡәнәғәт ҡалды.
Элегерәк утыҙышар көнгә гастролгә сығып киткән саҡтар ҙа йыш булды. Беҙ бармаған башҡорт ауылдары республикала ҡалдымы икән, тип уйлағаным да бар. Хәҙер хәлдәр икенсерәк. Ауылдар ҡартайыу, унда халыҡ һаны әҙәйеү арҡаһында, күберәк район үҙәктәрендә генә концерттар ҡуйыла. Әммә төпкөл генә бер ауылға барып концерт ҡуйып ҡайтыу ҙа күңелдә әйтеп бөткөһөҙ ҙур ҡыуаныс тойғолары уята. Ундағы тамашасы ихласлығы менән үҙенә арбай.
– Һеҙҙе йырсы булараҡ танытыусы ниндәй йыр тип иҫәпләйһегеҙ?
– Дөйөм алғанда, йырҙарымдың барыһын да тамашасы йылы ҡабул итә. Ҡайһы саҡта яңы йыр өҫтөндә эшләгәндә уның ниндәй быуын, хатта ҡайһы миҙгелдә күберәк тыңларҙарын да яҡынса күҙаллап була. Ләкин көтөлмәгәнлек тә килеп сыға. Мәҫәлән, “Ҡайҙа ҡалдың, йәшлегем?” йырын сығарғанда уға ул хәтлем артыҡ әһәмиәт тә бирмәнем. Популярлыҡ тураһында ла уйламаным. Әммә социаль селтәрҙә уны ике миллионға яҡын кеше тыңлаған, клибын ҡараған. Тимәк, ҡайһы саҡта күңелдән сыҡҡан ябай ғына фекерҙәр ҙә тамашасының күңеленә үтеп инергә һәм һөйөү яуларға мөмкин. “Музыкант танытмаһы” тигән программа аша ҡасан, ҡайҙа, ниндәй йырҙы тыңлағандарын ҡарарға мөмкин. Унда башҡорт, татар телендә башҡарған йырҙарымды хатта Ҡаҙағстандағы, Үзбәкстандағы халыҡ та тыңлағанын күреп таң ҡалғаным бар.
– Ни өсөн халыҡ Сәйет Билаловтың концертына йөрөргә тейеш?
– Концерттарымдың исеменә үк мәғәнә һалырға тырышабыҙ. Халыҡты ҡаратыр өсөн ниндәйҙер ялтырауыҡлы шоуҙар үткәрмәйем. Залды ойотмаҫ өсөн теләһә ниндәй көләмәстәр ҙә һөйләмәйем, тамашасымдан көлмәйем. Алдан уҡ тамашасыға ҡармаҡ һалыр өсөн көн дауамында нимә эшләгәнемде күрһәтеп, төрлө хайптар менән дә мауыҡмайым. Ғөмүмән, йырсы менән тамашасы араһында алтын уртаҡлыҡ булырға тейеш, тигән фекерҙәмен. Аллаһы Тәғәлә биргән һәләтемә ихласлыҡты ла ҡушып, йырҙарымды халыҡҡа сығарам. Командам да көслө генә. Йырсы Эльвира Мөхтәрова, саксофонсы Фәрхәт Ишбирҙин һәм башҡа ҡыҙҙар-егеттәр менән концерт программаһын заманаһы өсөн актуаль, ҡыҙыҡлы, мәғәнәле итеп төҙөп, тамашасы хөкөмөнә сығарабыҙ.
– Һеҙ – автор-башҡарыусы ла. Тимәк, йырсы ғына түгел, һеҙҙе шағир ҙа, композитор ҙа тип әйтергә була?
– Репертуарымдағы һикһән-туҡһан процент йырҙарымдың көйөн дә, тексын да үҙем яҙҙым. Үҙемде шағир ҙа, композитор ҙа тип уйламайым. Тормош тәжрибәһе, кешеләрҙең яҙмышы тураһында уйланыуҙар ҡулыма ҡәләм алырға этәрә. Ҡайһы саҡта тексы менән бергә көй ҙә күңелемдә тыуған осраҡтар бар. Был илаһи мәл ни рәүешле килә, быны аныҡ ҡына үҙем дә аңлата алмайым. Ф. Килдейәрова, А. Бәхтиева, Ю. Һағынбаев, З. Иҫәнсурин кеүек билдәле йырсыларҙың репертуарында ла минең яҙған йырҙарым бар.
– Белеүебеҙсә, һеҙ – күп балалы атай. Бала үҫтергәндә ниндәй тәрбиә алымдарына таянаһығыҙ?
– Ниндәйҙер тренд артынан сабып, төрлө яҡтан йыйылған, туҙға яҙмаған алымдарҙы инҡар итәм. Ваҡыт үткән һайын, бала үҫкән саҡта уның өсөн иң мөһиме ваҡытыңды, иғтибарыңды бүлеү икәнлегенә төшөнәм. Тәүге никахтан тыуған улым Ислам әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ төҙөүселәр колледжында информатика буйынса белем ала. Янына барып, хәлен белеп торам. Туғандарын да алып барып таныштырҙым. Әлеге ваҡытта ғаиләмдә өс бала үҫә. Сәлимә менән Әминә Р. Бикбай исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында уҡыйҙар. Дини мәктәпкә йөрөйҙәр, бейеү менән шөғөлләнәләр, инглиз теле менән ҡыҙыҡһыналар. Тамерлан улыма әле өс кенә йәш. Кинйә бала булараҡ, иркәләнеп кенә үҫеп килә. Балаларҙы бәләкәстән үҙаллы итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Ҡыҙҙар аш-һыу тирәһендә лә булышалар, ҡустыларын да ҡарап ултырып торалар. Ир һәм ҡыҙ бала тәрбиәләүҙә үҙенең айырым нескәлектәре лә бар. Быны халҡыбыҙ педагогикаһы ла инҡар итмәй. Беҙ ҙә, ҡатыным менән, ир бала – илгә терәк, ҡыҙ бала өйгә биҙәк итеп, лайыҡлы алмашсылар үҫтерергә тырышабыҙ. Нисек кенә булһа ла, һәр бала яратыуҙы тойоп үҫергә тейеш. Шул ваҡытта ул да киләсәктә ярата белгән, кеше хәленә керә алған, кешелекле, ярҙамсыл, оло йөрәкле булып үҫәсәк.
Ҡатыным Зилиә менән Әбеш урта мәктәбендә белем алдыҡ. Әммә ул осорҙа беҙ ҡәҙимге таныштар ғына инек. Өфө ҡалаһына килгәс, юлдарыбыҙ киҫеште. Һаҡмар буйында урынлашҡан Вәзәм ауылында тыуып үҫкән икенсе яртым – сабыр, мөләйем, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас бар ыңғай сифаттарҙы үҙенә йыйған кеше. Балаларымдың әсәһе итеп тап уны һайлап был тормоштан уңыуымды ваҡыт үткән һайын нығыраҡ аңлайым.
– Тағы ла ун йылдан тамашасы Сәйет Билалов тигән йырсыны нисек итеп күҙ алдына килтерер икән?
– Йырланасаҡ йырҙарым әлегә йырланмағандыр, тип уйлайым. Репертуарымдың тематикаһын тағы ла нығыраҡ байытыу, мәғәнәле клиптар төшөрөү өҫтөндә эшләйем, эҙләнәм, ижад итәм. Әлбиттә, үҫеш юлында булһаң, ыңғай һөҙөмтәләр бер ҡасан да көттөрмәй. Шуға бер ваҡытта ла, тормошомдағы ниндәй осорҙа ла туҡталып ҡалмайым, үҙемә ҡул һелтәгәнем юҡ. Киләсәктә лә ошо юлдан тайпылмай барырмын. Ҡасан булһа ла, ҡайҙа ла үҙем булып ҡалырмын...


Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас