Йәмғиәт
13 Апреля , 10:30

Әсәләр көттөләр ҡыҙҙарын...

Әрнеп, һағынып күҙ ҡараһылай итеп үҫтергән ҡыҙын һағына, көтә...

Әсәләр көттөләр ҡыҙҙарын...Әсәләр көттөләр ҡыҙҙарын...
Әсәләр көттөләр ҡыҙҙарын...

Урал тауҙары араһындағы төпкөл төбәктәге ауылдарҙың береһендә яңғыҙы ғына көн иткән Ғилминур әбей, йәше етмеште уҙһа ла, һаман мал аҫрай. Уның бер һыйыры, башмағы, унлап һарығы, тауыҡ-ҡаҙҙары бар. Көн һайын иртә таңдан тороп мал-тыуарын, ҡош-ҡортон ашатып-эсереп йөрөй. Алаҡайын һауып, сепараторҙан ҡаймаҡ айыртып алғас, иртәнге сәй эсергә ултыра. Тамағын туйҙырғас , иң тәүҙә үҙе яҙҙырып алдырған матбуғат баҫмаларын ҡараштыра. Бигерәк тә “Совет Башҡортостаны”, “Ураҡ һәм сүкеш” гәзиттәрен, татар телендә нәшер ителгән “Азат хатын” журналын ярата ул, уларҙың һәр һанын башынан алып аҙағынаса иғтибар менән уҡып сыға. Йәшерәк сағында балалары өсөн “Ленинсы” гәзите менән “Пионер” журналын да алдыра торғайны. Улдары менән ҡыҙы үҫеп етеп, ситкә таралышҡас, уларына яҙылмай.
Күңеле булғанса рухи аҙыҡ менән “туҡланып” алғас, балаҫ һуғыу ҡорамалы артына ултыра. Ҡулдары яратҡан эше менән булыша, ә уйҙары хәтеренә мәңгелеккә уйылған иҫтәлектәренә сума.
...Был ҡорамалды ире Ғәлимйән менән өйләнешкән йылда ҡайныһы – колхоз рәйесе Сәхәүетдин ҡайҙандыр алып ҡайтып биргәйне. “Улымдың бик уңған ҡыҙға өйләнеүенә ҡыуанып бөтә алмайым, – тигәйне ул шул саҡта. – Бер минутыңды ла бушҡа үткәрмәүеңә, йә бәйләмгә, йә тегеүгә тотоноуыңа һоҡланам. Артабан иҙән япмаларын ырғаҡ менән эшләп ултырмаҫһың. Алла бойорһа, теген машинаһын да алып ҡайтырмын әле!” Уныһына өлгөрмәне, ҡапыл вафат булып ҡалды.
Ғәлимйәне менән яратышып өйләнешеп, бик матур йәшәй башлағайны улар. Бер-бер артлы ике улдары тыуғас, икеһенең дә ҡыуаныстарының сиге булмағайны. Ғилминур өсөнсө тапҡыр балаға уҙғанда, “Был юлы мотлаҡ ҡыҙыбыҙ тыуасаҡ!” – тип хыялландылар. Ысынлап та, донъяға ҡыҙ бала килде. Тик Ғәлимйәнгә быны күреү насип булманы. Көнбайыштан хәүеф янау сәбәпле, йәш ир-егеттәрҙе хәрби әҙерлек үтергә ауылдан бер нисә тиҫтә саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан гарнизонға йыйҙылар. Ғилминурҙың ире лә шунда юлланды. Бер нисә айҙан һуң, ҡаты сирләп китеп, ул госпиталгә эләккән. Ҡотҡара алмағандар. Туғандары уны ауыл зыяратына алып ҡайтып ерләнеләр. Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға ярты йыл ғына ҡалғайны...
Теген машиналы ла булды Ғилминур, уныһын һуғыш тамамланғандан һуң үҙенең бер туған һеңлеһе Сания килтереп бүләк итте. Ғөмүмән, һеңлеһе күп ярҙам итте Ғилминурға. Йыш ҡына: “Саниям булмаһа, балаҡайҙарымды яңғыҙым нисек үҫтерер инем?” тип уйлай ул. Колхозда һауынсы булып эшләп йөрөгән һеңлеһе үҙенең шәхси тормошон бөтөнләй хәстәрләмәне, бар тапҡанын яңғыҙы ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтергән апаһына алып ҡайтып бирҙе. Апаһының балалары үҫеп еткәс кенә үҙ ғаиләһен ҡорҙо.
Ғилминур ҙа, башҡа ауыл ҡатындары кеүек үк, колхозда эшләне, һарыҡ ҡараусы булды. Юҡлыҡ заманында балаларына үҙ ҡулдары менән кейем-һалым текте. Оҫта ҡуллы, киң күңелле киленгә йыш ҡына ауылдаштары ла теге йә был кейем тегеп биреүен үтенеп мөрәжәғәт иттеләр. Үҙен дә буш ҡалдырманылар – эш хаҡына әҙ-мәҙ булһа ла аҙыҡ-түлек килтерҙеләр.
Әсә кеше бигерәк тә берҙән-бер ҡыҙы Сафия өсөн төрлө-төрлө матур күлдәктәр тегергә яратты. Уныһы иҫ китмәле матур бала булып үҫте. Ап-аҡ йөҙлө, сөм ҡара күҙле, муйыл төҫөндәге оҙон ҡалын сәсле. Гел йылмайып, гел йырлап-бейеп йөрөнө. Мәктәптә бик һәйбәт уҡыны. Спорт менән дә ихлас шөғөлләнде. Йүгереү, саңғы уҙыштарында бер кемгә лә ал бирмәне. Әсәһе кеүек уңған да үҙе. Ҡулынан килмәгән эш юҡ уның. Ағайҙары армияға киткәс, ир-ат эшен гел үҙе башҡарҙы. Ауыл халҡы уның, ҡулына салғы-һәнәк тә, балта-сүкеш тә тотоп, һәр эштә лә оҫта башҡарыуына һоҡланып бөтә алманы.
Урта мәктәпте тамамлағас, Сафия Өфөгә юлланды, медицина институтына уҡырға керҙе. Каникулдарға ҡайтҡанында ауылдағы ҡарт-ҡоро, ҡыҙҙы һырып алып, үҙҙәренең теге йә был ере ауыртыуын һөйләп, унан нисек итеп дауаланырға кәрәклеген һораша торғайнылар. Алсаҡ ҡыҙ һәр кемде иғтибарлы тыңланы, үҙе белгән тиклем кәңәштәрен дә бирҙе. Шуға ла ауыл халҡы Сафияның уҡып бөтөүен көттө, ҡайтып, яҡыныраҡ урында берәй дауаханаға эшкә урынлашыр тип өмөтләнде.
Әлбиттә, бөтәһенән дә бигерәк ҡыҙын әсәһе көттө. Әммә яҙмыш бөтәһен дә үҙенсә хәл итте. Сираттағы каникул башланып, ауылға ҡайтып барғанында Сафия поезда бер баһадир кәүҙәле ифрат һөйкөмлө татар егете – нефть институты студенты Рәүел менән танышты. Йәштәр бер-береһен тәү күреүҙән оҡшаттылар. Оҙаҡ ҡына осрашып йөрөнөләр ҙә өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Шул ваҡыттан алып Сафия ауылға һирәгерәк ҡайта башланы. Йәштәр күберәге Өфөнән алыҫ түгел урынлашҡан Шишмә районына, кейәүҙең ата-әсәһенә йөрөнөләр. Ә ҡулдарына дипломдар алғас, икәүләшеп эшкә – алыҫ Себергә сығып киттеләр. Мөхәббәтле, татыу ғаиләлә ике бала – бер ул һәм бер ҡыҙ донъяға килде. Сафияның әсәһенә бик-бик һирәк, бер нисә йылға бер тапҡыр ғына ҡайтты улар. Уныһында ла бер-ике көнгә генә. Отпускыларын күберәге Болгарияла, һис юғында Ҡара диңгеҙ ярында уҙғарырға әүәҫләнеп киттеләр...
Ғилминур әбейҙең ике улы ла ғаиләлеләр, икеһенең дә өсәр балалары үҫә, килендәре ҡәйнәләре өсөн өҙөлөп торалар. Улдары яҡындағы ҡалаларҙа көн итәләр, ял һайын тип әйтерлек йә икеһе лә, йә алмаш-тилмәш, балалары менән бергә килеп етәләр. Бер ялдан икенсеһен көтә-көтә көн итә Ғилминур әбей. Үҙен бик бәхетле тоя ул. Шулай ҙа күңеленең бер мөйөшө китек. Ныҡ китек. Сәбәбе – ҡыҙын һәм уның балаларын һағынып, бер күрергә зар-интизар булып йәшәүендә. Берҙән-бер ҡыҙғынаһын көтә-көтә көтөк булыуында.
...Әле лә Ғилминур әбейҙең хәтирәләренә бирелә-бирелә, үҙенең еңел булмаған тормошон күҙ алдынан үткәреп, ҡыҙының ҡыҙы – ейәнсәре Лилиәгә инселәп, алһыу сағыу сәскәләр төшөрөп, үҙе иләгән, үҙе буяған һарыҡ йөнөнән зауыҡлы келәм һуғып ултырыуы. Үҙ ғүмерендә әҙ һуҡманы ул келәмдәрҙе һәм балаҫтарҙы! Туған-тыумасаларының ғына түгел, ауылдаштарының да һәр кеменең йортоноң стеналарын һәм иҙәндәрен биҙәй уның күҙ нурҙарын түгеп, йөрәк йылыһын биреп эшләгән келәмдәре һәм балаҫтары. Ейәнсәренә тигән келәмен баҫып бөткәйне генә, әбейҙең күкрәгенең һуң яғын ҡапыл ҙур ҡыпһыуыр ныҡ итеп ҡыҫтымы ни! Ҡулын шул тәңгәлгә ҡуйып, ул иҫен юғалтты. Башҡа аңына килмәне. Ғилминур әбейҙе һуңғы юлға илаша-илаша бөтә ауыл халҡы оҙатты. Берҙән-бер ҡыҙы ғына Болгарияла ялда булып ҡалды. Ул әсәһенең етеһен уҡытҡан көндә генә ҡайтып етте. Тыйыла алмайынса, әрнеп-әрнеп, үкереп-үкереп иланы ла иланы...
...Атайһыҙ үҫһә лә, Сафия бер ваҡытта ла үҙен етем итеп тойманы. Әсәһенең, Сания апаһының хәстәрлеге арҡаһында ул ас та, яланғас та булманы, тиҫтерҙәре араһында үҙен бер кемдән дә кәм тойманы. Ғаиләле булғас та уның тормошо гел алға тәгәрәне. Үҙе ғүмере буйы дауаханала терапевт булып эшләне. Ире нефть сығарыу идаралыҡтарының береһендә ҙур ғына вазифа биләне. Ул осорҙа Башҡортостандан бик күп халыҡ Себер тарафтарында эш эҙләне. Сафия үҙе лә, ире Рәүел дә сит ерҙә яҡташтарына урынлашып китергә ихлас ярҙамлаштылар. Бәғзеләрен хатта күпмелер ваҡыт үҙҙәренең фатирҙарында ла йәшәттеләр.
Сафия менән Рәүелдең балалары тәрбиәле, итәғәтле булып үҫте, атаһы менән әсәһенә һис ҡасан бер ниндәй ҙә мәшәҡәт тыуҙырманылар, икеһе лә юғары белем алдылар. Халыҡтың күпселеге өсөн бик ҡатмарлы булған илдә ҡоролоштар алмашынған осор ҙа, гүйә, уларҙың ғаиләһен урап үтте. Улдары өйләнеп, үҙ ғаиләһе менән Себерҙәге ҡалаларҙың береһендә йәшәй башланы. Икеһенең дә хаҡлы ялға сығыу ваҡыттары яҡынлашҡас, Һамар ҡалаһынан ҙур фатир һатып алдылар. Унда, ата-әсәһенән алдараҡ барып, ҡыҙҙары Лилиә урынлашты. Йәш белгес шул ҡалала эш тә башлап ебәрҙе. Сафия менән Рәүел икәүҙән-икәү тороп ҡалдылар. Шулай ҙа уларға бер ҡасан да күңелһеҙ булманы. Әүҙем тормош алып барҙылар. Яҙҙан көҙгә тиклем баҡсаларында мәж килделәр. Оҙайлы ҡыштарҙа төрлө ҡалаларҙа көн иткән туғандарына һәм дуҫтарына барып ҡайттылар. Һамарға ҡыҙҙары янына йылына әллә нисә тапҡыр барып әйләнделәр.
Сафия менән Рәүелдең ҡыҙы Лилиә үҙенең тәүге отпускыһында Испанияға ял итергә китте. Шунда күҙҙәре янып торған испан егете менән танышып тороп та ҡалды. Берҙән-бер ҡыҙғыналарының шул тиклем алыҫта төпләнеүенә ата-әсә ныҡ хафаланды, әлбиттә. Әммә уныһы көн һайын тигәндәй шылтыратып, уларҙы тынысландырып маташты.
Йылдар уҙа торҙо. Сафия менән Рәүелдең оҙаҡ ваҡыт бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, аралашып йәшәгән дуҫтары тыуған төбәктәренә ҡайтышып бөттөләр. Себерҙәге ҡалала улар үҙҙәре генә тороп ҡалды. Уйлаша-уйлаша торғас, Башҡортостанға, Благовещен ҡалаһына ҡайтып төпләнергә хәл иттеләр. Шунда яңы төҙөлгән йорттарҙың береһендә уңайлы фатир һатып алдылар, мебель-фәләнен дә хәстәрләнеләр. Тик күсенеп ҡайтып өлгөрмәнеләр. Сафияның илле йыл татыу ғүмер кисергән ире Рәүел фажиғәле рәүештә һәләк булды – сираттағы Һамарға китеп барғанында поездың бер нисә вагоны, рельстарҙан ысҡынып, ярайһы уҡ бейек ҡалҡыулыҡтан ҡоланы, байтаҡ кешенең, шул иҫәптән Рәүелдең дә, ғүмере өҙөлдө.
Лилиә атаһын ерләшергә ҡайтып өлгөрҙө. Әсәһе уны үтенеп-үтенеп, ялынып-ялбарып Рәсәйҙә ҡалырға өгөтләне. Ә уныһы, диңгеҙ буйындағы сит ил ҡалаһын яратып өлгөрөп, әсәһе менән ризалашманы. Сафия Ғәлимйән ҡыҙы Себерҙә япа-яңғыҙы тороп ҡалды. Благовещенға ҡайтыу теләгенән дә бөтөнләй ваз кисте. Туғандарының тыуған яҡҡа саҡырыуҙарына: “Илле йылдан ашыу бында йәшәнем, башҡа бер ергә лә күңелем тартмай”, – тип кенә яуап бирҙе.
Ҡыҙы әсәһенә көн һайын шылтыратты-шылтыратыуын, тик әсә кеше уны ныҡ һағынды. Алыҫ ара тип тормайынса, йылына бер тапҡыр бер нисә көнгә генә булһа ла килеп тә китте Лилиә. Әммә донъя хәлдәре ныҡ үҙгәрҙе: тәүҙә – ковид пандемияһы, уныһы тамамланыр-тамамланмаҫ, “махсус хәрби операция” башланды. Сафия ханым, тилмереп-зарығып, зар-интизар булып ҡыҙын көттө, әммә барыһы ла тик юҡҡа ғына булды.
Ул арала ни сәбәплелер ҡыҙының шылтыратыуы ла һирәгәйҙе. Башҡа ҡалала йәшәһәләр ҙә, улы менән килене йылына бер нисә тапҡыр килеп, хәл белешеп, ярҙамлашып йөрөнөләр-йөрөүен. Килене бигерәк тә мөләйем, ҡәйнәһенә “әсәй” тип кенә тора. Үҙҙәренә йәшәргә лә саҡырҙылар. “Иң бәхетле йылдарым үткән урынды ташлап китә алмайым,” – тип кенә яуап бирер булды ул.
Һуңғы осорҙа ул үҙенең әсәһен йыш иҫенә төшөрә башланы. Уның үҙен нисек һағыныуын да нығыраҡ төшөнә ине инде ул. Тыуған ауылына, ҡәҙерле әсәһе эргәһенә йышыраҡ ҡайтып йөрөмәгәнлеге өсөн ныҡ үкенде. Тик, халыҡ әйтмешләй, “яҡын булһа ла терһәкте тешләп булмай шул”. Хәҙер бына үҙе лә әсәһе хәлендә ҡалды. Әрнеп, һағынып күҙ ҡараһылай итеп үҫтергән ҡыҙын һағына, көтә... Ирекһеҙҙән ул йыш ҡына Леонид Чашечниковтың “Сонеттар шәлкеме” әҫәренән хәтеренә һеңгән юлдарҙы ҡабатлай:

Ҡыҙы берәү генә –
Һылыу, буйсан,
Һис тә утыҙ йәштә тимәҫһең.
Тик ул йыраҡ,
Уның эштәре күп.
Ә әсәһе тере,
Әммә үле төҫлө,
Наҙ етмәгәнгәлер, күрәһең...

Инде ике тиҫтә йыл самаһы япа-яңғыҙ көн иткән, йәше һикһәнгә яҡынлашҡан Сафия әбейҙең һаулығы ла ҡаҡшаны. Элекке хеҙмәттәштәре күпме өгөтләһәләр ҙә, дауаханаға ятырға ризалашманы. Ул хатта урамға ла сыҡмай башланы. Өйөндә бикләнеп ултырҙы. Ярай ҙа ҡасандыр үҙҙәре ныҡ ярҙам иткән атаһы яғынан туған тейешле бер ир-егет, һирәк-һаяҡ булһа ла, Сафия апаһының хәлен белергә килә, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ алып килә. Уныһының бар һөйләгәне – ҡыҙы Лилиәне өҙөлөп һағыныуы тураһында. “Исмаһам, бер генә тапҡыр үҙен күрһәм, үлһәм дә үкенсәҫ инем”, – ти ул.
Һәм бына ҡапыл ҙур ҡыуаныс: бер иртәлә, алдан хәбәр итеп тә тормайынса, фатирының ишеген үҙ асҡыстары менән ҡыҙы асты! “Һуңғы тапҡыр һөйләшкәнебеҙҙә һинең тауышыңдан сирләүеңде аңланым, шуға ла отпуск алдым да Төркиә, Азербайжан, Мәскәү аша осоп килдем”, – тип һөйләп бирҙе ул шатлығынан ни әйтергә лә белмәгән әсәһенә.
Был килгәнендә Лилиә әсәһе эргәһендә ике аҙна самаһы булды. Үҙе бешереп, әсәһенә тәмле аштар ашатты, уны ваннала йыуындырҙы. Ҡасандыр үҙе үҫкән фатирҙы ялтлатып таҙартты. Әсәһе тағы ҡыҙын үҙ илебеҙҙә ҡалырға өгөтләп маташты. Лилиә уға: “Минең бөтә тормошом унда бит, үҙ эшем дә шунда, бик ныҡ теләһәм дә, бында ҡала алмайым,” – тип аңлатты.
Ҡыҙын оҙатҡас, Сафия әбей карауатынан бөтөнләй торманы. Үҙенең ҡайтып етеүе тураһында белдереп шылтыратҡан ҡыҙына ул хәлһеҙ генә тауыш менән: “Бәхетле булырға тырыш, ҡыҙым”, – тине. Телефонын һалды ла күҙҙәрен йомдо. Мәңгелеккә йомдо...
Улы менән килене Сафия әбейҙе тыуған ауылына алып ҡайтып, әсәһе эргәһендә ерләнеләр. Лилиә әсәһенең йыллығын уҡытырға ҡайтты. Иң тәүҙә зыяратҡа барҙы. Үҙен тыныс тоторға тырышһа ла, уға бик тә ауыр ине. Туҡтауһыҙ аҡҡан күҙ йәштәрен тыя алмайынса, бик оҙаҡ бер әсәһенең, бер өләсәһенең мәрмәр таҡталарҙағы һүрәттәренә ҡарап уйланып торҙо ул. Әсәһенең: “Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул”, – тигәнен хәтерләне. Яҡын кешеләренең ҡәберҙәре янынан китер алдынан артабан сит илдә йәшәмәй, әсәһе менән өләсәһенең тыуған төйәгенә ҡайтып төпләнергә ҡарар итте...

Мәрйәм Мәхмүтйәнова.

Автор:
Читайте нас