Йәмғиәт
14 Апреля , 10:50

Һөнәрсе

Урмансы булараҡ, эш ваҡыты ағас араһында үткәс, илһам да тап асыҡ һауала килә. Ағастың матурлығын тәбиғи хәлендә күрһәтеү өсөн ҡайһы бер өлөшөн шул килеш ҡалдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.

ҺөнәрсеҺөнәрсе
Һөнәрсе

Боронғо кәсептәр, һөнәрҙәр тергеҙелеүе, төрлө яҡлап оҫталарҙың артыуы – һөйөнөслө күренеш. Учалы районының Өргөн ауылының ағас менән эшләү оҫтаһы Айвар САФИН да – күптәр өсөн өлгө.

Урмансы нәҫеленән ул. Бала сағынан, тәбиғәт – кешенең иң яҡын дуҫы, тигән фекер аңына һеңеп үҫә. Шуға ла һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, икеләнмәйенсә ошо йүнәлеш буйынса китә. Өфөлә урман хужалығы техникумын тамамлай. Тик хеҙмәт юлын балта оҫтаһы булараҡ башлай. Ошо ваҡытта Иманғол ауылынан дарыуханала эшләгән Лена исемле һылыуға өйләнә. Баш ҡалала фенол менән бәйле экологик проблемалар барлыҡҡа килгәс, ғаилә тыуған яҡтарына ҡайтырға ҡарар итә.
– Урмансы булараҡ, үҙ ғүмеремдә төрлө вазифалар башҡарҙым. Ата-бабаларымдан тапшырыла килгән һөнәргә хеҙмәт итеүем менән ғорурланам, – ти Айвар Тәлғәт улы. – Һәр осорҙоң үҙ проблемалары бар. Элек рөхсәтһеҙ ағас йығыусылар менән көрәшә инек. Әлеге ваҡытта “ҡара ҡаҙыусылар” бәкәлгә һуға. Улар Рәсәйҙең төрлө төбәгенән киләләр. Йығылған ағас урынына икенсеһе үҫер. Ә бына ер үҙе яраланһа, эсәр һыуыбыҙ, һулар һауабыҙ, ашар ризығыбыҙ ҙа ағыуға әйләнә. Мәҫәлән, мин бәләкәй саҡтағы ауылдағы йылғалар күптән ҡороп бөттө. Эштәр былай барһа, бер быуаттан һуң киләсәк быуындарға нимә ҡалыр? Ошо хаҡта уйланһаҡ ине. Әммә йәш быуынды барыһын да бер ҡалыпҡа һалып ҡарау дөрөҫ түгел. Элек кеше артынан йыйыштырыу тураһында әллә ни уйламай ине. Бөгөнгөнө сағыштырып ҡарағанда, яҙын тәбиғәттән тоҡлап сүп-сар йыйҙыҡ. Хәҙер тәртип бар, ҡомһоҙлоҡҡа, ғәмһеҙлеккә генә баш була алһаҡ.
Айвар башланғыс класта уҡығанда уларҙың, күрше-тирәләрҙән һигеҙ өй, йорт-ҡуралары менән, янып көл-күмергә әйләнә. Күрше малайҙарҙың шуҡлыҡтары – һарай башында усаҡ яғып йомортҡа бешереп ҡарарға уйлауҙары арҡаһында халыҡ был ҡазаға тарый. Ете бала менән ҡара көҙҙә урамда ҡалған ғаилә тиҙ арала ҡышты нисек тә имен-һау сығыу тураһында уйлай. Ошо ваҡытта Айвар ҡулына балта-бысҡы тоторға эшкинә, ныҡлап ҡул араһына керә. Бөйөк Ватан һуғышын үткән атаһы, балаларына ныҡлы тәрбиә бирергә тырыша. Ә ағас менән эшләүгә ул бынан алты йыл самаһы элек ныҡлап тотона. Тәүҙә аласығын оҫтаханаға әйләндерә. Эш ҡоралдары артҡан һайын урын етмәгәс, төкәтмә эшләп киңәйтә.
Урмансы булараҡ, эш ваҡыты ағас араһында үткәс, илһам да тап асыҡ һауала килә. Ағастың матурлығын тәбиғи хәлендә күрһәтеү өсөн ҡайһы бер өлөшөн шул килеш ҡалдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Ғәҙәттә, нимәлер эшләр өсөн төҙ ағас ҡына кәрәктер, тип уйлаусылар яңылыша. Ҡороған, кипкән, ауырыған, кәкре ағастарҙан да, оҫтаның фантазиялары менән берләшеп, бынамын тигән сувенирҙар, һауыт-һаба, кәрәк-яраҡ барлыҡҡа килә. Беҙҙә күпселек ҡайын ағасы үҫә. Улар араһында шешмәкләнеп, кәкрәйеп китеп үҫкәндәрен йыш осратырға тура килә. Быны беҙ ауырый башлаған үҫемлек тип ҡабул итәбеҙ. Баҡһаң, ул оҙон, төҙ булғанына ҡарағанда, ике-өс тапҡырға тиҙерәк үҫә, дүрт тапҡыр нығыраҡ та икән. Йыла, имән, ҡарама кеүек ағастарҙы ла ҡуллана.
Айвар Тәлғәт улының оҫтаханаһында сит илдә үҫкән ағастар ҙа урын ала. Көньяҡ Азия, Океания, Мадагаскар кеүек илдәрҙә үҫкән, оҙонлоғо илле метр, киңлеге бер метрға еткән, донъяла төҙөлөш эштәрендә киң ҡулланылған мербау ағасы лак менән буяп ҡуйған кеүек ҡара төҫө менән һатып алыусының иғтибарын йәлеп итә. Африка илдәрен үҙ иткән падук ағасын эшкәртә башлау менән оҫтаханаға хуш еҫ тарала икән. Ул да үҙенсәлекле төҫлө, йорт йыһаздары өсөн һәйбәт. Әммә ағас эше оҫталыҡты ғына түгел, сабырлыҡты ла талап итә. Үҙе менән ҡабалан-ҡорһалан эшләгәнде яратмай. Йылдар дауамында киптереп, ҡәҙерләп кенә тотҡаны ла эш мәлендә шартлап һынырға, ярылырға мөмкин.
Республика, Рәсәй кимәлендә йыл әйләнәһенә үткән йәрминкәләр, форумдар оҫталарҙың эштәрен халыҡҡа сығарыу өсөн уңайлы шарттар булдыра. Айвар Тәлғәт улы ҡатыны Лена менән барырға тырыша. Утыҙ йылдан ашыу Силәбе өлкәһендә ойошторолған “Бажовка” фестиваленә, был эшкә тотонғас, башта күҙәтеүсе булараҡ ҡына йөрөйҙәр. Хәҙер иһә төрлө яҡтан йыйылған оҫталар янына үҙе лә эштәрен алып бара, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Республикала үткәрелеп килгән “Башҡорт аты”на ла ҙур теләк менән йөрөй. Былтыр республика Башлығы Радий Хәбиров уның эштәрен ҡыҙыҡһынып ҡараған, оҫтаны маҡтай-маҡтай бер нисәүһен һатып та алған.
Стәрлетамаҡта үткән “Купец 2.0” фестивале лә шулай уҡ оҫтаның күңеленә яҡын сараларҙың береһе. Был сара-йәрминкәләр яңы таныштар барлыҡҡа килеүе менән илһамландыра, яңы идеялар ҙа бирә. Йәнә социаль селтәрҙә фото-видеоларын даими ҡуйып барыуы ла оҫтаның бар яҡлап та өлгөр, заман менән бергә атлаған кеше икәнлеген күрһәтә.
Ғаилә тигән бер бәләкәй дәүләттә ир – ҡатынынан, ҡатын иренән ҡәнәғәт булһа, тормош арбалары алға тәгәрәй, эштәре уң бара. Гүзәл, Азалия, Розалия тигән ҡыҙҙарға ғүмер биргән Лена менән Айвар Сафиндар ҙа бер-береһе өсөн терәк-таяныс.
– Минең дәртләндереүсем, ышанып алға әйҙәүсе кешем ул – ҡатыным. Яңы эшләгән әйберемде күргәс тә күҙҙәре янып: “Айвар, ниндәй матур! Миңә бүләк ит”, – тиһә, быны иң ҙур баһа тип ҡабул итәм дә, илһамланып яңы эшкә тотонам, – ти Айвар Тәлғәт улы.
– Ғөмүмән, юбилей, байрам, ҡунаҡтарға үҙемдең ҡул, күңел йылыһы һалынған әйберҙәремде тотоп барырға күнеккәнмен. Ваза, кәнфит, салат һауыттарын, төрлө ҙурлыҡтағы, төрлө ағастарҙан эшләнгән сәғәттәрҙе, ҡош-ҡорт, йәнлек һындарын туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ шатланып ҡабул итә. Былай ҙа әйберҙәрем оҫтаханала саң йыйып, оҙаҡ ултырмай. Бер алған кеше ҡабат-ҡабат мөрәжәғәт итә. Ял көндәрендә, ашауҙы ла онотоп, оҫтахананан сыҡмай торған ғәҙәтем бар. “Юлдаш” радиоһын ҡабыҙам да ижад донъяһына сумам. Был минең өсөн ваҡытлыса мауығыу ғына түгел, ә булмышыма һалынған шөғөл. Ата-бабаларыбыҙ һөнәренә тоғро ҡалыуым, уны дауам итә алыуым өсөн шатланам.
Замана һөнәрсеһе үҙе белгәндәрҙе йәш быуынға өйрәтә. Ҡыҙыҡһынған, эшләп ҡарарға теләге булған үҫмерҙәр уның оҫтаханаһына йыш килә.
Өргөн ауылына юлығыҙ төшһә, Айвар Тәлғәт улын һәм уның ағастан эшләнгән һоҡланғыс, башҡа бер ерҙә лә осрамаған, ҡабатланмаҫ ижад емештәрен күрмәй ҡайтмағыҙ.

Салауат УРМАНШИН.
Учалы районы.

Автор:
Читайте нас