

Уйымдан: “Эй, Хоҙай Тәғәләм, үҙәгемә инеп оялаған ҡәһәр һуҡҡыры “Бирән бирене” ҡыуып сығарырға ярҙам ит”… Ә үҙем, магазин алдарында тороп, теләнселәп йыйып алған тиндәремде ныҡ йомғанмын усыма. Төшөп ҡалып ҡуймағайы. Етмәй торор… “Шешәне” һуңғы тапҡыр алам да – дөмөктөрәм… Шул саҡ эргәмдән уҙып барыусы: “Миңә эшкә кил”… ”Айныға алмайым бит” тип әйтергә теләйем, телем әйләнмәй. Ул нисә тапҡыр юлымда осрай, шунса бер үк хәбәрҙе ҡабатлай: “Теләгең булһа, әйҙә, минең арттан”, – тип, ялт-йолт үтеп тә китә. Беҙҙең урам осонда йәшәгән начальниктың һәлмәк баҫып атлауын күҙем менән оҙатып, бер үк һүҙҙе ҡабатлап тороп ҡалам: “Аллаһым, әгәр була торған булһаң, ошо ағай һымаҡ, эшле булырға ярҙам ит. Шөғөлөмдө яратып ҡына башҡарыр инем. Эйе, мин бик күп эстем, ғаиләмә, яҡындарыма ауыр яралар, ыҙалар килтерҙем – бөтә хаталарым үҙем менән, йөгөм хәтәр ауыр. Вәғәҙәләр бирәм, әммә, “тегеләр” мин әүмәкәйҙе үҙ юлдарына күндерә лә ҡуя бит. Улар аңыма, эсемә инеп оялаған, әле лә эргәмдә: хуплайҙар, арбайҙар… Күптәр: “Кемдәр һуң улар?” – тип һорай. Яуабым: “Башҡаларҙың күҙенә бәрелмәй, минең эргәмдә генә уралып йөрөүсе “шымсылар“. Минең хәлгә тарымағандар ышанмайҙар ышанмаҫтар ҙа…
Әле лә тинен тингә ялғап һатып алдым да магазин артында тороп бушаттым “ҡәһәр һуҡҡырҙы”. Хәҙер миндә әҙәм ышанмаҫлыҡ күңел күтәренкелеге. Таныш-тонош, үткән-һүткән минән йөҙ бора. Ә минең “дуҫтар” эргәмдә өйөрөлөп-сөйөрөлөп, бер алдыма, бер артыма сығып: “Вәт, исмаһам, егет!” – тип маҡтайҙар, шатлыҡтарынан кинәнәнеп, ымһындырғыс шешәләрҙе күккә сөйәләр. Һәр ваҡыттағыса, мин әллә кем… Йөрәк-ҡан тамырҙарым буйлап сит-яттарҙан теләнселәп һорап алған тиндәремдең көсө ендәй елеп, осоп ҡунып, зиһенемде ҡайната башланы. Теге ялбарыуҙарым, теләктәрем елгә осто, улар минһеҙ әйтелгәндер…
Шулай унда-бында ҡаҡлығып-һуҡлығып, хәлдән тайғансы эсеп йөрөүҙең сигенә еткәс, ҡатыным эҙләп тапты мине.
– Әллә һине алмаштырып ҡуйҙылармы? – тип аптырашлы тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе ул.
– “Тегеләр” алып сығып китте бит…
– Кемдәр?
– Мине аңдып йөрөүселәр…
– Бер ни аңламайым...
– Бар, ҡайт, – тип ҡулымды һелтәнем.
– Сабыйҙарым уянғандыр инде, – тип, йүгерә-атлай өй яғына йүнәлде Марита.
Нисә көн уҙғандыр, ҡайҙарҙа, кемдәр менән эскәнмен – билдәһеҙ. Эргәмдә төрлө-төрлө тауыштар сығарып сыйылдашҡан бесәйҙәр туйынан, берәҙәк эттәр өҫ-башымды еҫкәүенән һиҫкәнеп уянып киттем. Һис аңғарырлыҡ түгел: ташландыҡ өйҙөң ихатаһы буйындамын. Йоҡо аралаш кемдеңдер ҡурҡыныс йән өшөткөс, ғәҙәти булмаған тимер тауышын ишетәм: ”Мин – иблис. Хөрмәтле кешеләрҙең ҡәҙерле бер заты инең! Үҙ итәм минең ишеләрҙе. Ҡасандыр мин дә бөтөн ғаләмде яҡтыртырлыҡ фәрештә инем. Башҡаларҙы ут ғазабынан һаҡланым. Тәкәбберлегем өсөн күктән ергә ҡыуылдым”.
Мин: ”Юғал күҙемдән!” – тим. Ятҡан еремдән ҡулдарым менән һелтәнәм.
Ул: “Шөғөлөм шул: Хоҙай Тәғәләнең ҡушҡанын үтәйем, мин һине йәһәннәмдең иң тәрән, иң төпкөл зинданына ябам. Унда һине ерәнгес, батҡаҡлы ҡурҡыныс упҡын көтә. Унан ҡотолоу мөмкин түгел, бәлки, мәңгегә ҡалырһың да шунда. Төшәсәк юлыңды ҡара, таныша тор”.
…Ер йөҙөн ҡуйы һөрөм, ҡараңғылыҡ баҫты. Күрәм: абау, тәрәнлеге ер менән күк араһы, ҡурҡыныс, шаҡшы ер. Барыһының да баштары дейеү-пәрейҙекеләй, күҙҙәре ҡып-ҡыҙыл ут, дәү ҡорһаҡтары эсендә ҡорттар мыжғый – ҡарағыһыҙ. Үҙҙәре бер секунд та туҡтамай шайтан батҡағынан нимәлер эсә. Уның өҫтөндә үкенеү, үтенеү, һорау, ялбарыу, илау-һыҡтау, ғазап сигеүҙәр – түҙеп торғоһоҙ тамуҡ. Һәр береһенең эскән шайтан һыуы үлсәүҙә иҫәпкә алына. Алланың миңә ҡарата рәхимһеҙлегеме? Мин дә шунда… сират күперен үткәндә терәк тапмайым… Эйе, эйе, был – йәһәннәм, ете ҡат ер аҫты. Тәүбә-тәүбә…
Шул саҡ тимер тауышлы иблис, милиция һүрәтенә инеп: “Ирегеҙ ошомо?” – тине.
Ҡатынымдың тауышы ҡолағыма салынды:
– Дауаханаларҙан, моргтарҙан эҙләп сыҡтым, тере икәнһең, йә, Хоҙай, – тип балаһын ҡулында бәүетә-бәүетә илап ебәрҙе.
Бер миңә, бер сабый балаға алмаш-тилмәш ҡарап торҙо-торҙо ла әлеге милиционер телгә килде: “Иреңде аҙаштырмай алып ҡайт инде”, – тип ҡатыныма өндәште.
Күндәм Марита, сабыйын бер ҡулынан икенсеһенә күсерә биреп: ”Күңелем бушаны, йәнем тынысланды, атайығыҙ тере, Раббыбыҙ бәлә-ҡазаларҙан араланы, ҡайтабыҙ, ҡайтабыҙ”, – тип көйһөҙләнгән балаһын әүрәткән булды.
Әллә ҡайҙарҙа гонаһ ҡылып, әлеге минуттарҙа ла айнып бөтмәгән, әйле-ғөйлө башыма әсәйем мәрхүмәнең әйткән һүҙҙәре иҫемә төштө: ”Ғаиләңдең ҡот-көсөн өс нәмә өсләтә арттырыр, атаң менән минән ҡалған аҡыл, егәрлелек, Аллаһҡа зекер итеү һәм үҙеңә тиң ғаилә”. Уларҙың бөтәһе лә миндә бар һымаҡ, ә минең ғәмәлдәрем ниндәй һуң? Туҡмалған кеше кеүек, аяғымды саҡ һөйрәп, илке-һалҡы атлап ҡайтып барһам да, эстән үҙ-үҙемде һүгәм: яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәй, иблис фарманына бирелеп йөрөгәс, мин кем? Килә торғас, тағы бер уй йәнемде йылытты: гонаһ эштәр тыйылған изге урынға, үҙ ғаиләмә ҡайтып барам бит. Бола күтәреп, хилафлыҡ, гонаһ эшләп эсеп йөрөмәйәсәкмен. Нөктә, нөктә… “Тегеләр” хужа булып, ҡайҙа теләй шунда бора алмаҫтар. Етте… Бөттө… Антымды эсмәйем…
Өйөбөҙ нурлы, яҡты, тыныс. Күңеле тынысланып, һиллеккә кинәнеп, ҡатыным бала имеҙә. Ә мин шундай сарсағанмын, күлдән ярға ырғытылған балыҡ кеүекмен. Ҙур күлдең һыуы ла һыуһынымды ҡандырмаҫ. Әммә һыуҙы күпме эсһәм дә, ул мине ҡәнәғәтләндермәй. Баланы бәпләп, тирбәткән ҡатыным:
– Ана ҡайта, бына ҡайта, тип әҙерләгән ризыҡтарым һыуытҡыста, – тине.
Тамаҡҡа бер ниндәй аш бармай. Мин эсемдән: “Эйй… Ниндәй аш килешер икән ағыулы ашҡаҙаныма? Көс еткеһеҙ, таштай ауыр башым “тегеләрҙекен” көҫәй бит. Ни хәл итергә?” Үҙемә урын тапмайым, күҙемә бер нимә лә күренмәй: яратҡан улдарым да юҡ хәлендә. Өй эсенә һыймайым, тарлыҡтан тыным ҡыҫыла, һауа етешмәй, үлем хәлендәмен... Ҡайҙан алырға теге “тегеләрҙекен?” Шул саҡ, мине ҡотҡарғандай, ут күршем килеп инде лә:
– Ағай, машинамдан домкратты ысҡындырып алырға ярҙамлаш әле, – тине.
– Хәлем юҡ, мин үлгәс, һуңғы юлға оҙатышырға килерһең.
– Ете секунд эсендә өп-өр яңы итермен үҙеңде, – тип әллә күпме һүҙҙәр теҙеп әйтеп, алып сығып китте ул мине.
Күршемдең әлеге фәлсәфәһе “етте”, “бөттө”, “нөктә, нөктә” тип үҙ-үҙемә биргән һүҙҙәремде таратып, елгә осорҙо. Эш эшләнгәс, баш та төҙәлде. Ҡанһыҙ, шәфҡәтһеҙ, елкәһе соҡор миңә – шул да етә ҡалды. Урам буйлап теләнселәнеп, “һыйланып” нисә көн йөрөгәнмендер, иҫләй алмайым. Тик гөрһөлдәп, күк күкрәп, йәшен йәшнәгән тауыштан, ҡайҙа ятҡанымды ла аңламай, ҡурҡыу ҡатыш, һиҫкәнеп уянып, күҙемде асып ебәрҙем. Биҙрәләп ҡоя ямғыр. Өҫ-башым манма һыу. Ғәжәп: ҡала автобустары маршрутының иң һуңғы туҡталышы эскәмйәһендә ятам. Эшкә ашыҡҡан халыҡтың бәғзеләре эргәмә килеп ҡараштырып китә. Тере… эскән, тигән тауыштар ишетәм. Бына бер мәл кәрәк еренә кеше китеп бөттө. Яңғыҙым. Тауыш-тынһыҙ милиция машинаһы килеп туҡтаны. Унан шарт-шорт бер егет ырғып төштө лә:
– Ә… теге… һаман , шул йөрөүе икән – тине.
– Айнытҡысҡа алып барығыҙ, зинһар өсөн, тип телемде көскә әйләндерҙем.
– Һе… Унда күккә ҡарап, алма беш, ауыҙыма төш, тип йоҡлап ятыу юҡ. Эшләтәләр.
– Эшләйем.
– Вокзал тирәһендәге дөйөм бәҙрәфтәрҙе таҙартаһың, вагон бушатаһың.
Шул саҡ машина шоферы: “Алайыҡ”, – тип һөрәнләне. Милиция, миңә бойроғон белдереп, машинаға ымланы. Ултырҙым. Киттек.
Шыҡһыҙ, шомло йорттоң ҡат-ҡат йоҙаҡлы ишектәрен үттем. Эйе, бында минең һымаҡ, Хоҙай Тәғәләнең асыуын ҡайнатҡан, боҙоҡлоҡтарҙы, бәхетһеҙлектәрҙе ишәйтеүсе бик күптәр бикләнгән икәнен белә инем инде элек-электән. Ишектән барып ингәс тә, йән өшөткөс күренеш. Улар яуыз, аҙғын, тупаҫ һүгенеү һүҙҙәре менән өндәшәләр бер-береһенә. Бер хәл дә итеп булмай – күнәм. Үҙем теләп килдем дә. Эшләй алған бер генә мөмкинселегем бар: күңелемә хуш килмәгән ерҙә мин өндәшмәй ҡала беләм. Бында кеше үҙ иркенә ҡуйылған: береһе йоҡлай алмауынан уфтана, туҙына, икенсеһе ятҡан урынын һүгә, күрше бүлмәлә кемдер аҡыра. Ә бына һытыҡ сырайлы, салшайған ауыҙлы, теле әйләнмәгән иҫерек, ҡайҙа барып ятһам да, нимәлер һөйләп, тартҡыслай, йәбешә йә урынымдан ҡыуа. Ә мин күп уйлап торманым, иҙәндең ҡап уртаһына төштөм дә яттым. Теңкәгә тейерлек һүҙҙәр һөйләһәләр ҙә, ҡолаҡ та һалмайым, ишетмәйем дә. Төнө буйына, бәлки, минән аша атлап йөрөп сыҡҡандарҙыр, һиҙмәнем, ҡаҡ иҙәндә уяныр-уянмаҫ, йоҡлар-йоҡламаҫ серем иттем. Уйландым… Теләгәнем шул булды: сығарып ҡына ебәрмәһендәр ине. Мин үҙемде беләм: 8 – 10 көн бикле ятҡанда ғына айнығам тулыһынса. Ҡаҡ иҙәндә шәрә ятҡас, ҡатлы-ҡатлы ишектәрҙең асылып-ябылыуынан, аяҡ тауыштарының мейене бер туҡтауһыҙ сүкеүенән тороп ултырҙым.
Таң атҡан. Шыҡһыҙ, шомло бүлмәнең ауыр ишеген асып, әлеге йәш милиционер:
– Ағай, саҡырталар, – тине.
Сыҡһам, ҡатыным ике йәшлек һәм өс айлыҡ ике малайҙы бер арбаға һалып тирбәткән килеш көтөп тора. Артынса, минән күпкә оло милиция подполковнигы үҙ бүлмәһенә саҡырҙы. Ул ниндәйҙер ҡағыҙҙарҙы бер ҡулынан икенсеһенә күсерә-күсерә, оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы-ултырҙы ла, ниһайәт, уның уҫал, йән өшөткөс шелтәле, һораулы ҡарашы миндә туҡталды.
– Беренсе ҡатыныңдың яҙмаһы һаҡлана беҙҙә…
Шул саҡ тәүге ғаиләм күҙ алдыма баҫты. Уларҙы һис ҡасан да онотҡаным юҡ. Беренсеһе бит. Анттар итеп ғәфү үтендем. Уларһыҙ йәшәй алмауымды, кисереүҙәрен һораным, бәхет тауҙары вәғәҙә иттем, ялындым, ялбарҙым. Антыңа ла, үҙеңә лә ышанмайым, тип ҡатыным минән ваз кисте…
Милиция подполковнигы:
– Икенсегә бәлиғ булмаған ҡыҙҙы ҡатын иттеңме?
– Улай уҡ түгел. Вокзалда үкһеп илаған ҡыҙ баланы күреп, уны йәлләүҙән башланғайны…
– Хәлде оҫта файҙаландыңмы?
– “Юҡ” тиһәм, ышанмаҫһығыҙ.
– Балалар һинекеме?
– Эйе, икеһе лә.
– Ҡатының ғариза яҙған: “Балаларҙың атаһынан башҡа беҙҙең бер кемебеҙ ҙә юҡ. Сығарығыҙ, ул һүҙендә тора белә, әйтһә-үтәй”.
Эсемә инеп оялаған “йәшел йылан”дың ағыуы сығып бөтмәгән бит әле, тип оторо яуапларға баҙнатсылығым етмәне.
Сығарҙылар. Ҡайттыҡ. Ҡатыным минән күпкә кесе. Етем, балалар йортонда буй еткереп, ғаилә тормошоноң ни икәнен белмәй. Миңә ылығып китеү, әлбиттә, үтә ауыр булды уға. Йәптәшеп йәшәп китеүебеҙгә үҙем дә хайран ҡалам. Уйлаһам, берегеү юҡтан ғына бар булманы. Был йәһәттән минең уға ҡарата йылы мөнәсәбәтем, әҙәмсә ғәмәлдәрем, балалар файҙаһына ентекле, тырыш хеҙмәтем – былар барыһы ла имен ғаилә тормошона юл асҡандыр, тип уйлайым. Икенсенән, улдарымдың бер-бер артлы донъяға килеүе лә яңы һулыш һәм асыш булды икебеҙ өсөн дә. Ҡатынымдың ғаиләле булып йәшәүгә ынтылышы, икебеҙҙең дә зәғиф яҙмышҡа өмөт сатҡыһы һәм мәғәнә өҫтәп, ҡәҙимге тормоштоң ысын асылына яҡынайтты. Ғәжәп, йәш булыуына ҡарамаҫтан, әсә булыу вазифаһын һис боҙорға тырышмай. Әле Маританың тиҙ ышанып бара торған күңелендә үтә нескә тойоу һәләттәре тоҫмаллана башланы: үкенесле әсенеү, икеләнеү, күңел төшөнкөлөгө. Минең сығырҙан сығып барыуымды һиҙеп, сабыр, итәғәтле, күпте күргән оло кеше кеүек:
– Сыҡма, эсмә, балаларҙы ҡарап өйҙә ултыр, үҙем аҡса эшләрмен, уларҙы минән яҡшыраҡ ҡарайһың бит, – тине.
Минең ҡаршымда осраҡлы рәүештә тәү күргән өркәк, меҫкен ҡыҙ бала түгел, ә уй-фиғеленә балаларҙы, мин йүнһеҙҙе нисек бар шулай һыйҙырған, бөтөнләй башҡа зат баҫып тора. Мин өйҙә ултырам, имеш. Тоҡом-әкрәбәлә булмаған хәл. Ҡатыным ни һөйләһә лә күңелем ҡабул итмәй: зиһенле көйө ахмаҡмын, күҙле көйө томанамын. Тамам зәхмәт һуҡты мине… Нәфсем теләгәнемде таптыра – башҡаса түҙер хәлем юҡ... Иҫемдең айышын томалап, күҙемә күренеп, урамдан уҙып барған “ғәскәр” һымаҡ халыҡ биләне. Шуларҙың бер төркөмө тәҙрәмде дөбөрҙәтеп: “Эсәйек, бар ул беҙҙә, ыҙалама”. Икенсеһе: “Өйөндә эсмәй ул, тышҡа сығарайыҡ”. Өсөнсөһө: ”Шешәне тәҙрә аша күрһәт, сыға ул”. Шулай, бер-береһе менән гәпләшә-гәпләшә, араҡы шешәһе күрһәтәләр… Ә мин бөтә нәфрәтемде ике ҡулымдың йоҙроғо эсенә төйөп: “Сыҡмайым, эсмәйем, китегеҙ бынан”, – тип, бар хәлемсә “тегеләргә” киҙәндем. Юҡ булдылар, ахрыһы, тип, күҙемде йомоп, бер нисә секунд торғандан һуң да, был күренеш күҙ алдымдан юйылманы. Үҙемде үҙем онотоп, ҡабарған асыу менән тәҙрә быялаһы аша “тегеләргә” тондорҙом. Шул саҡ Марита:
– Нишләйһең, балаларҙы уяттың бит! Тик торған тәҙрәлә ниндәй үсең бар?! – тип үҙәк өҙгөс тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Ә минең ҡулдарым быяла ярсыҡтарына сәнселеп, ҡып-ҡыҙыл ҡан. Уға һуғырға өлгөрмәнем, миңә булған рәнйеүе йөрәгемә ҡаҙалды ла, ҡулым күтәрелмәне, һалынып төштө. Маританың күҙҙәрендә ҡурҡыу, сараһыҙлыҡ, мөлдөрәмә тулы йәш. Ике йәшлек балаһын һәм имсәк бәпесен бер юлы күтәреп, арыҡ ҡына кәүҙәһен сайҡалдыра-сайҡалдыра тышҡа атлыҡты.
…Нишләнем мин... Иланым бөтә булмышым менән – ирҙәрсә… Ҡырыҫ, киреле-миреле, мәрхәмәтһеҙ был тормоштан ҡасан ҡотолормон, ә? Йүнле кеше был ғәрлекте күтәрә алмай, ятып үлер ине, билләһи. Ир бәхетен өләшкәндә миңә “эскесе” ҡара мөһөрҙән башҡаһы ҡалмағандыр ул. Үҙ-үҙемде шаҡшы һүҙҙәр менән һүгеп ултырғанда, аҡ халатлы, оҙон буйлы, алсаҡ сырайлы, һыу һөлөгөндәй матур, ылыҡтырғыс бәрхәт тауышлы егет килеп инде лә: “Ағай, киттек дауаханаға, ҡатынығыҙ ярҙам һорап шылтыратты”, – тине. Мин бер һүһеҙ “Ашығыс ярҙам” машинаһына ултырҙым. Тоям: “тегеләр” ҙә дөбөр-шатыр машинаға инеп тулды. Мин: “Туҡтатығыҙ, төшһөндәр былар”, – тип йән көсөмә ҡысҡырам. Теге матур аҡ халатлы егет йән иреткес матур тауышы менән: “Тиҙҙән юҡ булырҙар, сабыр бул”, – тип мине тынысландырырға маташты. Килеп еттек…
Дауахананың тышҡы йөҙө шомло, ихатаһы хафалы. Хеҙмәткәрҙәре ҡырыҫ, мәрхәмәтһеҙ күренде миңә. Ғибрәтле һәм аяныслы хәлдәргә тарыған иблис ҡолдарын дауалағанда башҡаса булыу мөмкин түгелдер ҙә. Ҡыҫҡаһы, эскелектән арыныр ниәттәрем ғәмәлгә ашһа, башҡаһы миңә мөһим түгел, тигән уй менән йоҡларға йыйындым. “Тегеләр” ирек бирмәй, оторо шашты…
Урамдағы “ғәскәр” төркөмөнең иң “ажары”: “Арҡан эҙлә”, – тип күҙемә инеп килә. Албырғаным. Ҡалтырандым. Бәлтерәнем.
– Нимәгә?
– Аҫылын…
– Юҡ. Мин йәшәргә теләйем, балаларымды үҫтерәһе бар.
“Аждаһа”ға оҡшағаны:
– Улайһа, һине ете ҡат ер аҫтындағы йәһәннәмгә йәшерәсәкбеҙ.
– Әйттем, бөттө, мин бер ҡайҙа ла бармайым!
– Мәңгелеккә тамуҡта ҡалырға теләйһең икән… Рәхим ит. Алып китәбеҙ! – тип ҡойон уйнатты “аждаһа”. “Тегеләр” мине “төргәкләй“ ҙә башланы…
Уларҙың хөрәфәт көсө зиһен-аҡылымды алды. Мин үҙемә хужа түгел… Хыялыйҙарса йүгереп йөрөп арҡан эҙләй башланым. Бөтөн мөйөштәрҙе ҡарап сыҡтым – юҡ. Подвалға төштөм – тапманым. “Тегеләр” түҙҙермәй, йәнтәслим ашыҡтыра, әйтерһең дә, тамуҡ утын тоҡандырҙылар. Мин йәшәргә теләйем, тип ҡысҡырмаҡсы булам, әммә тауышым сыҡмай. Ҡолағымда күмәк тауыш яңғырап тора: “Таптыңмы”, “Эҙлә”, “Йәһәт бул”. Үҙем дә эҙләнә торғас, “тегеләрҙең” һүҙҙәренә инандым, күндем. Табыл… Табыл… Арҡан… Тиҙерәк… Дөрөҫөн уйлағанда, кеше рәнйетеүҙән ни файҙа? Әйҙә, тиҙерәк китһен боҙоҡ ҡаным, ерҙе ерәндереп, “тегеләрҙе” ҡыуандырып йәшәгәнсе. Бүлмәнән бүлмәгә тәҡәтһеҙ ҡалтыранып, йүгереп йөрөй башланым…
Шул саҡ коридорҙа дежурҙа ултырған шәфҡәт туташы:
– Нишләп йоҡламайһығыҙ, төн уртаһы ауҙы бит, – тине.
– Арҡан эҙләйем...
Ул мине ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашымдан аңланы. Уны башта уҡ нишләп әйтмәнең, тине лә башҡаса һорау-фәлән алып торманы. Йәһәтләп укол һалды. Тынысландым. Улай ғына түгел, хатта оҙон-оҙон төҫлө төштәр күреп, ҡаты йоҡланым. Тауыҡ төшөнә тары инә, тигәндәй, имеш, мин бер ваҡытта ла иблис ҡотҡоһона бирелмәгәнмен. Имеш, сырайым яҡтырып, күңелем күтәрелеп, эштән ҡайтып инһәм, әсәйем мәрхүмә Ҡөрьән уҡып ултыра. Ул: ”Маңлай бәхетен өркөткәнһең, дин юлына баҫ, ҡотоң ҡайтыр”, – тип, йәшел тышлы ҙур Ҡөрьән китабын күрһәтте. Һүҙемде тот: ”Теләк – минең телемдә. Атаң намаҙ өҫтөндә ҡалғайны, көтәлер…” Юҡ булды… Ихатама сыҡһам – туҡ башаҡлы иген баҫыуы, ялан кәртәм тулы мал-тыуар… Тәүге ғаиләмдә ҡалған ике ҡыҙым беҙҙән бер ваҡытта ла айырылмаған икән дә баһа! Ә өйҙәге ике малайымдың йөҙҙәре ҡояштай… Үҙем тертләп уянып киттем. Оҙаҡ айыра алмай ултырҙым: төшмө, өнмө? Бәлки, ҡөҙрәтле Хоҙай Тәғәлә мине ишеткәндер? Баш китәрлек мәлдәремде еңер өсөн йыуаныс-төш ебәргәндер.
Байтаҡ арыуҡ көндәр яттым дауаханала. Дауаланыу еңел булманы, ифрат ауыр мәлдәрҙе үткәрҙем. Түҙҙем. Антымды, эсмәҫкә үҙемә миллион вәғәҙәләр биреп, ҡәҙимге әҙәм булып ҡайттым өйөмә. Уйлауымса, тормошом уңып китерҙәй булһа ла, өйөм буп-буш… Китер ерҙәре юҡ ине лә баһа? Ҡайҙа улар?.. Эх, ошо йүнһеҙлегем арҡаһында тормошомда ыҙа-яфаны күреүемдең иҫәбе һаны юҡ бит. Теге йыуаныс төшөм күңелемде һәр саҡ имләп, йылытып торһа ла, тормошто уның менән бөтәйтеп булмай икән. Йөрәгем ярһыны, асыуым ҡайнаны. “Яҙмышым миңә ҡарата ниндәй генә яҙыҡтар ҡылһа ла, ишетһен! Барыбер иблис ҡотҡоһона бирелмәйәсәкмен”, – тип йән асыуы менән ҡысҡырҙым, буп-буш өйөмдөң тәҙрәләрен зыңлатып.
Нишләргә? Ғаиләмде эҙләргәме? Юҡ, эшемде яйға һалып ҡарайым, булдыра алһам, унан һуң балалар...
Мин – төҙөүсе. Етәксебеҙ – Мәрҙән Ирдәүләтов. Ул эшлекле, етеҙ, ҡысҡырып бармай торған ипле һәм һәр саҡ кәрәген генә әйтер – һүҙе үлсәүле. Иң мөһиме, эшләгән кешегә иғтибарлы. Ул минең эшкә булған фиҙакәр тырышлығымды таный, белә ине. Былай, уның менән минең арала төрлө сәйер һәм сетерекле хәлдәр булғыланы. Һөйләһәң, кеше ышанмаҫ. Былай булды: бер саҡ секретарь ҡыҙ йүгереп килде лә:
– Ирдәүләтов саҡырта, йәһәт бул, – тине.
Барһам, етәксем:
– Ҡатының нисәнсе тапҡыр инде, өйгә аҡса алып ҡайтмауың тураһында ялыу менән килә, – ти.
– Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ – тинем.
Хәтеремдә, ул ваҡытта тәүге ғаиләм менән йәшәй инем. Ул, эргәмә яҡыныраҡ килеп:
– Йорттоң нисәнсе ҡатын күтәрәһегеҙ? – тине.
– Туғыҙынсыһын.
Мәрҙән Мәрғүпович:
– Икенсе ҡаттан ҡолап, иҫән ҡалғаныңды оноттоңмо? Һинең арҡала күпме һорау-яуап. Әйтәһе түгел… Әле лә һинән шешә еҫе килә. Ҡайҙа мастер, ҡайҙа бригадир, башҡалар... – тип телефонына йәбеште.
Шунан кабинетында ишекле-түрле йөрөй башланы был. Уйламағанда, көтмәгәндә көрәктәй ҡулы менән мине иҙәнгә түкмәсләтә һуҡты: күҙемдә ут уйнаны, ҡолағым шауланы. Түшемдән умырып күтәреп алып диванға бырағытты.
– Бейектән ҡолаһаң, кем яуап бирә? – тип тағы бер тапҡыр мөйөшкә елгәрҙе.
Танауымдан борланы ҡан. Хужа, бер аҙ тынысланыпмы, үҙенә үҙе аптырапмы, урынына барып ултырҙы:
– Сыҡма, тороп тор… Эшсеһе булһа, материалы юҡ, материалы булһа – аҡсаһы, аҡсаһы булһа – эскеселәре… Аҡылдан яҙырһың. Ҡатыныңа өс тапҡыр кеҫәмдән үҙ аҡсамды бирҙем. Бынан көнөнә ике смена эшләп, миңә бурысыңды түлә, балаларыңды эт тормошона дусар итмә!
Был һүҙҙәр мейемде бырауланы. Әлбиттә, күңелле хәтирә түгел, булған да иҫкән елдәй үткән… Әҙәбем әҙәмсә булмағас, елле йоҙроҡ килешкәйне ул саҡта. Ошо ваҡиғанан һуң бер аҙ ипкә килдем – эсмәнем. Йорт күтәрҙем, машиналы булыу тураһында уйлана башланым.
Үткәнде хәтерләп, киләсәгемде ҡайғыртып, ярты көн ултырҙым секретарь бүлмәһендә әлеге Ирдәүләтовты көтөп. Әллә минән секретарь ҡыҙ ялҡып китте:
– Нимәгә һиңә хужа? Мастер менән һөйләш, бригадир менән кәңәшләш, – тине.
– Булдым… Күп булһа бер аҙна эсмәҫһең – тинеләр.
– Ирдәүләтов та улар һүҙен һөйләр , – тине секретарь.
– Мәрҙән Мәрғүповичты мотлаҡ күрергә кәрәк. Алдағы айныҡ тормошом тик уға бәйле. Унан башҡаһы мине аңламаҫ...
Бына начальниктың тауышы ишетелде: осраған хеҙмәткәрҙәренә һорау өҫтөнә һорау бирә-бирә, яуап өҫтөнә яуап ала-ала килеп инде. Ул үҙенең буй-һыны, тауышы менән бөтөн бүлмәне тултырҙы. Ирҙәрсә ҡул биреп күреште лә:
– “Санаторий” файҙаға булдымы? – тип һораны, йөҙөмә туп-тура ҡарап.
– Эшкә сығырға ине.
– Үҙеңде әрәм итеүҙән туҡтарһыңмы?
– Әҙәмсә йәшәргә ине...
– Ә кем ҡамасаулай?
– Ҡамасау юҡ. Эш өсөн, ғаиләм өсөн йәнемде фиҙа ҡылырға әҙермен.
– Өйрәнгән яу һуғышмаҡҡа яҡшы, тигәндәй… Билеңде биштән быу ҙа әйҙә инде…
Башҡаса бындай хәл булмаҫ, тип нисәнсе ҡат ышандырам. Беләм, ышанмағандарын. Ғаиләмдең аяныслы хәлен күреп йәлләйҙәрҙер. Башҡаса булыуы мөмкин түгел.
Башымдағы бөтөн уйым ике нәмәне көйләүгә ҡоролған: тәүгеһе – айныҡ тормош, икенсеһе – ғаилә мөнәсәбәттәре һәм балаларым. Эҙләйем, таба алмайым уландарымды. Һораштырам таныш-белештәрҙән. Туғандарымдың да бик күптәренә таныш түгел ҡатыным. Кем күрһен дә, кем белһен инде хәҙер уларҙы…
Үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәйем. Урамдамын. Етемһерәп ҡалған, ҡото киткән өйөмә ҡайтҡым килмәй. Күңелем тулы ҡанлы ғаилә тормошо менән йәшәгән мәлдәремә әйләнә лә оса. Балаларымдың көләс йөҙҙәре йәнем йыуанысы булған икән дә. Йән тетрәткес болоҡһоу хәл – ваҡиғалар араһында саф көндәрем булманы түгел, булды – шуларҙы һағынам. Яҡшы атай ҙа, ир ҙә инем дә баһа. Тапһам, ҡәҙерҙәрен белеп, балаларҙы әҙәмсә үҫтерер инем – быларҙың барыһын да күптән йоҡоға талған, шыҡһыҙ, буш ҡала урамдарына, бейек-бейек таш йорттарға бәйнә-бәйнә һөйләйем дә һөйләйем. Төпһөҙ ҡараңғылыҡҡа өңрәйеп ойоған тәҙрәләрҙән башҡа тыңлаусым юҡ. Йәшәүҙең йәмен, ҡәҙерен белгәндәр күптән татлы йоҡо тәмендә, ә мин –төнгө ете урам сатында… Ҡайҙа икән минекеләр? Ошо һорауҙы үҙ-үҙемә биреп, ҡала тыҡрыҡтарын ҡыҙырып йөрөүҙән ялыҡмайым. Ана, тау артындағы ҡояш ерҙең ҡараңғылығын ҡыуып, таң нурҙарын самалап ҡына һибә башланы. Урам һиллегендә, керпек тә ҡаҡмай, япа-яңғыҙым таң аттырҙым.
Кинәт… Нимә булды был донъяға? Күҙ асып йомған арала тынлыҡты боҙоп, көслө, ҡот осҡос ел-дауыл ҡупты. Урамдағы дәү ағастар һынды, аҡтарылды, ҡоймалар ауҙы, сүп-сар, иғландар, рекламалар осто. Баш осомда аҫылынып торған гонаһтарым йыға һуҡты мине лә ергә. Тәгәрәнем… Тәбиғәттең ғәжәйеп, ҡырҡа үҙгәреүе төнө буйы йоҡламай, уйлап сыҡҡан уйҙарымды өйөрөлтөп-өйөрөлтөп таштай ауырлыҡ менән битемә бәрҙе… Тормаҫтан, ике усым менән йөҙөмдө һыпырҙым, ҡулыма ҙур ғына ҡағыҙ киҫәге эләкте. Көс-хәл менән алып ташланым уны. Күп тә үтмәй, шул ҡағыҙ йәнә таштай ауырлыҡ менән ботома уралды. Аяҡтарымды һелкә-һелкә унан саҡ ҡотолдом. Бер нисә секунд үттеме, юҡмы күкрәгемә йәбеште әлеге яҙма. Һис минән ҡалырға теләмәне был. Ҡараһам, ғәрәсәтле ел-дауылдан өҙөлөп, осоп йөрөгән Ҡөрьән китабының бер бите. Кинәт, көн асылып китте. Яҙманы уҡыйым: ”Алла хикмәтте теләгәненә бирә: ә кемгә хикмәт бирелгән – уға күп яҡшылыҡ та бирелгән, әммә аҡылдары булғандар ғына уны тоя һәм аңлай ала”. (“Һыйыр сүрәһе”. 269-сы аят). Артабан уҡый китһәм… Ә бына был ҡөҙрәтле һүҙҙәр аҡыл-зиһенемә бөтөнләй һыймай. “Әгәр ер йөҙөндә бар ағастар ҡәләм булып яҙһалар ҙа, Алланың һеҙгә төбәлгән һүҙҙәре бөтмәҫ… Алла – ҡөҙрәтле, хикмәтле”. (“Лоҡман сүрәһе”, 27-се аят). …Алла иманһыҙҙарҙан көлөр һәм уларҙың һуҡыр хәлдә ҡаңғырып йөрөгән аҙашыуҙарын арттырыр…
Был бит миңә төбәп яҙылған, хатта “Ҡөрьән Кәрим”дең тауышын ишетәм һымаҡ. Хоҙай Тәғәләне тоям, ул эргәмдә. Шөрләнем. Ҡат-ҡат уҡыным. Артыма ҡарай-ҡарай, ҡайтыр яҡҡа аҙымдарымды ҡыҙыулаттым.
Ғәжәп: хәсрәтле йоҡоһоҙ төнөмдә Алла исеменән Ҡөрьәндең бер бите йөҙөмә сарпылып, минең төпкөл аңыма бөтөнләйгә инеп ултырҙы, уйланырға мәжбүр итте. Этлектән ҡотолоу әмәлен Ҡөрьәндән эҙләргә ҡушты бит әсәйем мәрхүмә лә. Ни өсөн элек иғтибар итмәгәнмен доғаларға, аяттарға, сүрәләргә? Алда мине көтөп торған ҡырҡ эшем бар. Китап уҡыр ваҡытмы ни, тиер инем, элгәре. Үҙ ғүмеремдә китаптарҙы күп уҡыным, тип әйтә алмайым, үкенескә ҡаршы. Ҡаланың иңен-буйын иңләп, Ҡөрьән китабын эҙләй башланым. Магазиндарҙа китап тик рус телендә булып сыҡты. Миңә ике телдә булыуы шарт: ғәрәп һәм башҡорт. Таптым. Алдым. Ә теге дауыл биргән “яҙманы” йөрәгем эргәһендәге түш кеҫәмә һалып ҡуйҙым. Ышанам: ул мине яҙыҡ-гонаһтарҙан яҡлар һәм һаҡлар, аң-зиһенемә һаҡсы булыр. Уйҙарым тәртипкә һалыныр.
Нимә эшләһәм дә, уйлаһам да барыбер йәнемде иң әрнеткәне – балаларым. Ҡайҙа йөрөйҙәр? Кем тупһаһында? Эсемдән янып-өтөлөп эҙләйем уларҙы…
Эштәмен. Хеҙмәттәштәрем минең хәлде былай ҙа беләләр, ә ғаиләм тураһында ләм-мим. Ҡатын-ҡыҙ, ир-ат эш барышында минең хәлемә оҡшаған төрлө ваҡиғаларҙы әсенеп, ғибрәт ҡылып, хатта тик-томалдан бер-береһен тыңламай, ярышып, өҫтө-өҫтөнә һөйләй башланылар. Кемелер: “Эй-йй, бала күңеле далала, тигәндәй, түшәк тартып ятҡан туҡһан йәшлек ҡарт, балалары ҡарамағас, ике балалы йәш кенә ҡатынды фатирға индерҙе, бәпес кенә ике малайы – былай, үҙе-тегеләй, фәлән дә, төгән... Теҙелә генә... Хәбәрҙәре йөрәгемдең бар күҙәнәктәре аша уҙҙы. Мейемде сүкене, нервымды йоҡартты. Һиҙәм: төртөп, тура әйтергә ҡыймай, минең тәҙрәгә таш ташлай былар…
…Шик-шөбһә, бабай түгелдер, йәштер… Ошо һәм башҡа уйҙар мейемде ҡайната башланы. Үҙем һиҙмәҫтән: “Улар бит минекеләр!” – тип ҡысҡырып ебәреүемдән бөтә бригада шымып ҡалды. Улар бер-бер артлы миңә еңеллек теләгәндәй: ”Эй, үҙе сос, теремек туғыҙ ҡатлы йорт подъезын да йыуа, ҡартты ла матур ҡарай… Әйтергә түгел, егәрле, ти…”
Яҙмышыма тағы бер яманлыҡ ҡылынды. Ҡыҙғанмын. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға... Атайымдың, һүҙ үтмәгәндә ҡул – аҡыл, тигәне әле лә хәтеремдә. Тегеләрҙе тотоп алып ботарлап ташларға, арт һабаҡтарын уҡытырға, ер аҫтында булһа ла эҙләп табырға. Ҡулым ҡысып, һарыуым ҡайнап, сығып йүгерҙем туғыҙ ҡатлы йорт яғына. Ҡайҙа баҫҡанымды белмәйем. “Туҡта, туҡта, ашыҡма, ашҡа бешерһең”, – тип аҙарынғандай булдым үҙ-үҙемә. Мәңгегә юҡ итәм тигән “нәфсем” уянды. Миндә ике йән: яҡшы менән яман айҡалаша. Иблис ҡотҡоһона бирелдем тигәндә, быуындарым бушаны, йөрәгем туланы, аяҡтарым атламаны, хәлем юҡ. Түш кеҫәмдә ятҡан Ҡөрьән яҙмаһы йөрәгемде яндырырҙай өттө. Юл ситендәге эскәмйәгә ауа-түнә барып ултырҙым. Был нимә: көнсөллөгөммө, хаталарым мыҫҡыл итәме? Барыһы уҡмашҡанын аңланым. ...Эйе, эйе, кем вокзалдан ҡатын ала? Әйтегеҙ? Тағы шуныһы ғәжәп: хәүеф-хәтәрһеҙ, тыныс, йәптәшеп йәшәнек. Тик ҡот осҡос һуңғы ваҡиға яҡшыларын юйҙы шул.
Башыңа эсмә, эсеңә эс, тиһәләр ҙә, һәр саҡ алабарманланып, үтә сәбәләнеп, ҡыҙмаса башҡарған эштәремдән һәр саҡ туңғанмын икән. Үкенес…
Иҫләй китһәм, әрменән имен-аман ҡайтыуым хөрмәтенә ҡоролған табында күрҙем тәүге кәләшемде. Эргәмдән китмәне, өйөрөлдө лә сөйөрөлдө ул кистә. Мин оҡшаттым да, тартылдым уға… Аҙна-ун көн эсендә ҡауыштыҡ. Үткәндәргә әйләнеп ҡараһам, ҡатлы-ҡатлы һорауҙар. Һыуыҡ һыуҙы өрөп эскәндәй булам…
Ҡапма-ҡаршылыҡлы уй-хистәремдең осо ҡырыйына сыға алмайынса, үҙемде көсләп алып барып еткерҙем тегеләр йәшәгән туғыҙ ҡатлы йортҡа. Тиҙ таптым фатирҙарын. Ишек тотҡаһын тотҡас, йөрәгем ярылырҙай булды. Индем. Маританы танырлыҡ түгел: кесерәйеп ҡалған, михнәтле йөҙ, элекке мут ҡараштары юҡҡа сыҡҡан. Минең ҡатыным түгел, ә уның урынына икенсе байғошто баҫтырып ҡуйғандармы ни. Ҡаш аҫтынан күҙен бер миңә, бер түшәктә ятҡан кешегә һөҙөп ҡарап торҙо ла:
– Һин ҡайтҡансы аҡса эшләйем тигәйнем, – тип сығыр-сыҡмаҫ тауышын эсенә йотто.
Ә минең көнсөл уйымдың осо ҡырыйы юҡ: минеңсә, ҡарт та түгел, сирле лә түгел, хәйлә ҡороп ята.
Ҡыҙғанмын. Елкәһенән тотоп һелкетергә эйелгәйнем… Ҡоро һөйәккә ҡалған, сыҡмаған йән эйәһе… Ә алдымда балам рәтләш ҡатыным, быуындары ла ҡатмаған уландарымдың әсәһе – йәлләнем. Күрәләтә, өйҙө ташлап, ҡасҡанһығыҙ тип, нисек рәнйетмәк кәрәк уларҙы? Үлер үгеҙ соҡор эҙләй, тигәндәй, килделе-киттеле, болалы, ғибрәтле тормошом бер бөгөн түгел минең. Шөкөрана ҡылам – айныҡмын, үҙ аҡылымдамын. Әгәр шулай булмаһа, билләһи, баш китәрлек эштәр эшләр инем.
Ҡайттыҡ. Күңелем тыныс, ғаиләм эргәмдә: эш, өй, бигерәк тә дин ғилемен мауығып өйрәнәм. Йософ пәйғәмбәргә бағышланған “Йософ сүрәһе” шәжәрәмде, нәҫел-ырыу, еп-тамырҙарымды өйрәнеүгә этәрҙе. Шул йәһәттән белдем: баҡһаң, нәҫел-нәсәбемдең һәр быуынында мулла, хәҙрәттәр, хатта имамдар ҙа булған икән. Уларҙа – әхлак, тәртип һәм кешелеклелек өлгөһө. Ырыуҙаштарымдың рухи һәм дини тәьҫире йөҙәр-йөҙәр йылдар аша миңә килеп тоташты. Үҙем шуны һиҙәм: улар менән бер тулҡындамын, тайғаҡ, сырмалсыҡ юлдан сығып, уйҙарым да, ғәмәлдәрем дә яҡшыға көйләнә барған кеүек. Ғәрәпсә уҡырға өйрәнеү маҡсатында ноутбук һатып алдым. Интернет бик шәп уҡытыусы икән ул минең кеүектәргә. Ҡөрьәндең тылсымлы тәғлимәте буйынса йәшәгәндә, михнәт күрмәй, самаса, бәрәкәтле ғүмер кисереп булыуына төшөндөм.
Донъя бит: бер аҡлы, бер ҡаралы. Кеше ышанмаҫтай, бер кемгә һөйләмәҫтәй мәлдәремде үҙем генә беләм…
Бер көн, эңер төшөү менән, аһшам намаҙы ваҡыты… Доғалар ләззәтен татып, сәждәгә арбалғанмын… Рухым менән Хоҙай Тәғәләгә ялбарам: “И-и-и, Илаһым, яман юлдарҙан арала…” Шул саҡ, кемдеңдер ҡарлыҡҡан, тоноҡ тауышын ишетәм: “Ырсай, Хоҙайың ишетмәй торһон әле, беҙгә кәрәкһең, һағындыҡ, ҡаршы ал”. Әйләнеп ҡараһам, элекке әшнәләшем кәйеф-сафаса:
– Хәҙер һин яҡшы ла, беҙ шаҡшымы? Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы. Ҡуй өҫтәлгә, мин “дипутат” булараҡ индем өйөңә, ҡалғандарыбыҙ тышта...
– Егеттәр, антымды эсмәйем, ғәфү итегеҙ.
– Үлеп бөткән ереңдән нисә тапҡыр ҡотҡарҙыҡ, ә?
– Иҫемә төшөрмәгеҙ, үтенәм…
– Бурысың ожмах ҡапҡаһына арҡыры торор. Бер яртылыҡ бир ҙә туңҡай намаҙыңа.
Ошоға оҡшаш төртмәле-мыҫҡыллы хәбәрҙәрҙе эштә лә, туған-тыумаса, күрше-күлән тарафынан бик күп тапҡыр, хатта аҙым һайын ишетергә тура килде. Эштең тешен һындырған хеҙмәттәштәрем дә уйынлы-ысынлы: “Ырсай, тәүлегенә ике смена буйына тир түккәнсе, аят аштарына йөрөп, аҡса эшләй алаһың, гонаһлыларҙың барыһы ла мәсет юлында”. Яман һүҙҙәре теңкәмә тейҙе-тейеүен, күңелемде нисек кенә телгеләмәһендәр, үҙ теләгем менән иман юлына баҫҡас, яңынан эскелеккә баш һалыу – үлемдән көслөрәк. Әйтәһе түгел, серле һәм хикмәтле Ҡөрьән өҫтәл китабыма әүерелде. Уны нисә мәртәбә уҡыйым, шунса белем алам һәм үҙемде яңыса асам. Теләгем – хажға барыу. Маҡсатыма ярашлы мәсеткә йома намаҙҙарына йөрөйөм. Яманаты сыҡҡан минән, уттан өрккәндәй ҡасып, күптәре эргәмдән юҡ булалар. Мин һытыҡ йөҙлөләргә иғтибар итмәйенсә, мәсеттең мөйөшөндә генә, рәхәтләнеп ойоп, намаҙымды теүәлләйем. Мине өмөт йәшәтә.
Әле мин эштәмен, туғыҙ этажлы йорттоң һуңғы кирбестәрен һалабыҙ. Телефоным шылтыраны. Тыңлайым, теге оста Ирдәүләтов: “Миңә инеп сыҡ әле”. Индем.
Ул:
– Ырсаев, республика күләмендә “Иң яҡшы төҙөүсе” исеменә конкурс ойошторола. Төҙөүселәр данын яҡларҙай кешене һинең йөҙөңдә күрәбеҙ.
Мин:
– Уйығыҙҙың уймағы килеп сығыуы ихтимал...
– Нисек?
– Минең “ҡара һаҡал”ым алдан йөрөй…
– Сирең Нух заманында ҡалды. Ҡулың аҡыллы, үҙең булдыҡлы, йәнеңә ҡот ҡойҙороп, ир намыҫын күрһәтеп ҡайт, ярҙам итерҙәр.
Был шатлыҡлы хәбәрҙе ныҡышмалылыҡ, тоғролоҡ кеүек көслө сифаттарҙан торған оҙон тормош һәм хеҙмәт юлы үткән Мәрҙән Мәрғүп улы Ирдәүләтовтан ишеттем. Инде нисәмә йылдар ҙур төҙөлөш ойошмаһының алыштырғыһыҙ етәксеһе. Уны эшселәр ихтирам итә. Шуға ҡарамаҫтан, эреләнмәй – ябай. Үҙенсә һүгә һәм маҡтай. Иң мөһиме – кенә ҡыумай. Төҙөлөшкә килеп эләгеүемдең дә сәбәпсеһе ул. Һәр саҡ иҫләйем үткәндәрҙе: беләһегеҙ инде, урыным магазин эргәһе булды минең… Һөйләшеп ҡуйылған һымаҡ, унда һәр ваҡыт осраттым Ирдәүләтовты. Ул әллә йөҙөнсө тапҡыр: “Урам тибеп, ел ҡыуып туйманыңмы?” – ти ҙә, йәһәт үтеп китә. Ә иң һуңғыһында, иларҙай булып: “Аҫып ҡуйһалар ғына туҡтармын, айный алмайым, ағай, – тип башымды эйҙем.
Ирдәүләтов: “Оялмаһаң, иҫерек көйө кил, оятыңды эсеп бөткәнһең”… Артынан эйәреп барҙым, эскән килеш. “Бер машина ташты юлға түшә, мә, ашханалыҡ аҡса, хәйер түгел –бурысҡа”, – тине начальник. Был һүҙҙәр күңелемә мәңгегә һеңеп ҡалды. Ә бөгөн килеп, “Иң яҡшы төҙөүсе” конкурсына әйҙәй ул мине. Тәүәккәлләнем…
Ярышҡа профком рәйесе барырға тейеш булһа ла, Мәрҙән Мәрғүп улы үҙе алып китте мине. Ихлас ярҙамсым, кәңәшсем булды: унда-бында йүгерә, әле тегенеһе, әле быныһы менән һөйләшә. Унан еңел атлап миңә килә лә: ”Хоҙай Тәғәлә һиңә күркәм йөҙ, буй-һын, ҡулдарыңдың маһирлығын биргән. Майҙан тотҡанда ҡояштай балҡып, йылмайып, ышаныслы йөрө! Тормоштоң һәр баҫҡысы көрәш ул!” – тип миңә илһам ҡанаты үҫтерә. Ирдәүләтовтың минең өсөн борсолғанын күреп, ныҡ тырыштым. Әйтәһе түгел, ярыш ярыш инде, ҡатмарлы булды...
Миңә ҡалһа, бәйгенең иң тулҡынландырған өлөшө – йомғаҡлау мәле ине. Жюри рәйесе: ”Беҙҙең иғтибарҙы яуларлыҡ тәбиғилеге, зирәклеге, ылыҡтырғыс эш алымдары бар Көнсаф Ырсаевтың, уға – беренсе урын!” – тимәһенме. Был һүҙҙәрҙән күҙ алдарым томанланды, башым әйләнде. Ышанмайым. Сәхнәгә бүләктәр алырға саҡырғанда оҙаҡ сыҡмай торҙом. Ирдәүләтов ҡотҡарҙы: “Йә”, – тип ҡысҡырҙы бөтә залға. Бөтәһе лә миңә әйләнеп ҡараны. Сәхнәгә күтәрелдем… Конвертҡа һалынған байтаҡ аҡса алып, хыял иткән үрҙәргә күтәрелеп, оло ғорурлыҡ менән үҙебеҙҙең төҙөлөш ойошмаһына ҡайттыҡ.
Мин эгоист түгел, шатлығымды балаларым менән бүлешмәксе булдым. Тәүге ҡатыныма шылтыратып: “Ҡыҙҙарыма аҡсалата бүләктәрем бар, бүлешәм, килегеҙ”, – тинем. Ул ҡылығындағы мин-минлегенән ҡәнәғәтлек һәм рәхәтлек эҙләгән кешеләй сатнап китте лә: ”Алименттан баш тарттыҡ, бер нәмәң дә кәрәкмәй. Тик бер үтенесем бар: ҡартайған көнөңдә балаларыма йөгөңдө һалма…”
Икенсе ғаиләмдең шатланғанын һүҙ менән аңлатыу мөмкин түгелдер ул. Болалы, киреле-миреле уйҙар кисереп йәшәгән мәлдәремдә хасил булған балалар тимәҫһең. Улар миңә шундай яҡын, ҡәҙерле, үҙҙәре һөйкөмлөләр, иплеләр. Күстәнәстәремде, бүләктәремде, барлыҡ аҡсамды өҫтәлгә һиптем. Бәлки, ошо гонаһһыҙҙарға: береһе алтын сәсле, зәңгәр күҙле, икенсеһе сөм ҡара туптай малайҙарға таяныс һәм ҡурсау булыр өсөн, йәнем ҡот осҡос һынауҙарҙы үткәндер. Улар икеһе ике яҡтан, “атай” тип муйынымдан ҡосаҡлап алдылар. Тәүге улым: “Оҙаҡ көттөк, атай, һине”, – тине. Ҡатҡан күңелдәрем йомшарҙы. Марита ҡыуанысынан быуылып илай. Миңә үткән һабаҡтарым көс-ныҡлыҡ өҫтәһә лә, күҙ йәштәремде саҡ-саҡ ауыҙлыҡлап: “Минһеҙ нисек йәшәнегеҙ?” – тип шатлығымдан ҡысҡырып ебәрҙем.
Шул саҡ Марита, күҙҙәрен һөртә-һөртә:
– Көнсаф, беҙ һине ныҡ яратабыҙ, һағындыҡ... Мин үҙ ғүмеремдә һинән дә яҡшыраҡ кешене күргәнем юҡ.
Ошо һүҙҙәрҙән һуң эске донъям, бөтөн булмышым гармония-тигеҙләнеш хәленә инеп, йәнемдең, йәшәйешемдең ҡаршылыҡтарын юҡҡа сығарғанын аңланым. Күңелем шифаһы – ғаиләм бар бит минең, тип бөтә донъяға ҡысҡырғым килде. Күпме икеле-микеле уйҙар, кеше һүҙҙәре эҙһеҙ үтмәне. Ҡаҙ-өйрәккә генә һыу теймәй, ә минең мең яралы йөрәкте барыһы ла өйкәне һәм ҡуҙғытты. Төҙөлөш эшен яратам, шөғөлөм менән еңдем ҡатмарлы кисереш-күренештәрҙе – барыһын да.
Бер көн, эш сәғәте тулыр алдынан, Мәрҙән Мәрғүпович шылтырата:
– Инеп сыҡ әле.
Индем.
– Һиңә, яуаплы һәм ҡатмарлы эш тәкдим итәбеҙ, – тине ул.
– Миңә генәме?
– Эйе, Ырсаев булғаның өсөн түгел, ә төҙөүселәр ярышында һайлап алындың.
– Нимә төҙөргә?
– Етмеш йыл элек төҙөлгән бер функциялы ҡеүәтле фабрика торбаһы реконструкциялана.
– Иҫкегә тейһәң иҫең китер…
– Элеккеһенә теймәйһең.
– Нисек инде улай?
– Яңыһы уратылып төҙөлә һәм ике төрлө ағымды бер юлы үткәрергә тейеш.
– Ҡатмарлы бит.
– Эйе, экологияға бәйле ул.
– Булдырып булырмы икән?
– Икеләнәһеңме?
– Эйе, практик тәжрибәм булмағас…
– Унда начальник, төп белгес – инженер-төҙөүсе, мастер, алдан схеманы өйрәнәләр, унан һуң...
– Аҡса яғынан хеҙмәтем нисек баһаланыр икән?
– Ырсаев, уйыңда эш булһын…
– Хажға юлланыр өсөн аҡса кәрәк бит…
Ҡаш аҫтынан йылмайып, Ирдәүләтов:
– Аҡса тигәнең һиндә була инде, ризаһыңмы?
– Ҡуш ҡуллап, рәхмәт һеҙгә, Мәрҙән Мәрғүпович!
Иртәгеһенә үк яңы эш урынына килдем.
Борон-борондан һәр эште урын еренә еткереп эшләгән дин әһелдәре нәҫеленәнмен бит әле. “Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй” тигән мәҡәлгә оло хәҡиҡәт һалынғанлығының көсөн үҙемдә тойғаным бар. Уйҙарым менән тын ғына доғаларымды уҡып, кирбес менән мастерокты күкрәгемә ҡыҫып, башланған эштең ыңғай әһәмиәте ҙур булыуын теләп, тәүге кирбесте һалдым. Материалдар кран ярҙамында юғарыға күтәртелә, алдымда ҡатмарлы төҙөлөштөң план-схемаһы. Белгестәрҙең иғтибар үҙәгендәмен. Борсолорға һис сәбәп юҡ.
Әсәйем таң алдынан төшөмә инеп: “Хоҙай Тәғәләнең яҡшылығы сикләнмәгән, һауала уйһыҙ-ниәтһеҙ йөрөмә”, – тип фатихаһын биргәйне. Эйе, бейектә – һауа мөхите, иркенлек, киңлек, тыныслыҡ. Минең өсөн ул – Хоҙай Тәғәлә биләмәһе. Шуға күрә фарызын да, сөннәт намаҙҙарын да эштән айырылмайынса уҡыйым: ҡулым – хеҙмәттә, уйым – доғала. Ҡөрьәнде үҙемә ятҡа бикләй-бикләй, ҡанатланып, кинәнеп эшләгәс, өс ай ваҡыт уҙып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Шуныһы ғәжәп: эш сәғәтем тамамланғас та төҙөлөштө ташлап китә алмайым. Бейектән ергә төшкәс, хайрандар ҡалып ҡарап торам, сөнки һәр кирбесендә ҡот уйнай. Унан күҙҙәремдең нурын, йөрәгемдең тибешен, ҡулдарымдың йылыһын тоям. Шул саҡ төҙөлөш барышын ҡарап йөрөгән етәксебеҙ Мәрҙән Ирдәүләтов:
– Был тирәлә тиңдәше булмаған йөҙөк ҡашын ижад иткәнһең, Көнсаф, – тине.
– Ошондай берәгәйле эште, тағы, тағы, ғүмерем буйына дауам итер инем. “Маңлай бәхетем” ҡайтты! Рәхмәт, Мәрҙән Мәрғүпович, – тип, йүгереп барып ҡулын ҡыҫтым.
”Ҡөрьән Кәрим”дең Ғафир сүрәһендә: “Эй, халҡым! Миңә эйәрегеҙ, мин һеҙҙе тура юлға алып сығам”, – тигән аят һүҙҙәре бар. Ошо өндәмәгә тоғро ҡалып көн иткәс, иманым көсләнде, ҡеүәтләнде, хыялдарым бер-бер артлы тормошҡа аша башланы.
…Аллаға шөкөр, ҙур теләк, ихлас уйым, тыныс йәнем менән хаж юлындамын. Аэропортта таможня тикшереүен үтеп, самолет салонына инеп ултырғансы бик күп ваҡыт үтте. Бына һауаға күтәрелдек. Ерҙән ун километр бейеклектә осабыҙ. Доғаларымды тамамлап, тәҙрәнән ҡараһам, асыҡ урындарҙа ауылдар, йылға, ҡалалар һәм диңгеҙ... “Оҙаҡламай Ғәрәбстандың халыҡ-ара аэропорты Джиддаға етәбеҙ”, – тине стюардесса. “Ата-олатайҙарымдың күбеһе аяҡ баҫҡан нурлы донъя, һаумы”, – тип тәьҫоратланып ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Юлдаштарымдың береһе мине хуплағандай: ”Анабыҙ Һауаның тәүләп аяҡ баҫҡан ере ошо инде”, – тине. Уны йөпләп, икенсеһе: “Ҡаланың исеме лә ғәрәпсә Жибба – беҙҙеңсә әбей”. Мин йәнә уларға ҡушылдым: ”Эйе, уҡығаным бар, Әҙәм менән Инәбеҙ Һауа донъяла иң беренсе ғаиләне ошо изге ерҙә барлыҡҡа килтергән һәм ошонда уҡ ерләнгәндәр…”
Бик тырышһаң, бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуя юлына, тигәндәй, хаж һынауҙарын үтеү бәхетен Ҡәғбәтулланан башланым. Куб формаһындағы мәсет: мәрмәрҙән һалынған, ишеге алтын, өҫтөндә – ебәк япма. Иманлы йәшәйешемдең ҡиблаһы! Уға ҡарайым да белгән доғаларымды уҡып, теләктәремде еткерәм: “Ҡәғбәне ете мәртәбә әйләнергә фатихаңды бир”, тип ялбарам. Уның яуабы булып: ҡояш мине ныҡ ҡыҙҙыра, ҡыҙҙыра ла, ут ялҡыны гонаһтарымды ыуалдыра, яндыра, күҙемде һәм зиһенемде аса.
Эйе, хаж бик ауыр ғәмәл икән. Сафа һәм Мәрүә тауҙары араһын ете тапҡыр йүгерекләп үткәндә төрлөһөн күрҙем: яҡшыһын да, башҡаһын да, хатта, саҡ-саҡ үлмәй ҡалғандарын да… Мине ҡотҡарғаны шул булды: үҙемсә дини белемем бар, ғәрәпсә уҡый ҙа, яҙа ла беләм.
Хикмәт: ҡара таш-кубтың ыңғай энергетикаһын тойоу өсөн бөтә мосолмандар уға ҡулын һуҙа. Кем белә, бәлки, алда барғандарға тейгәндер берәй тылсымы. Минең уның эргәһенә терәлеп үтергә мөмкинселегем булманы, халыҡ ташҡыны иҫ киткес. Ғәжәп: хикмәтле хәлдәргә осрауымдың иҫәбе-хисабы юҡ. Мәҫәлән, Тауаф намаҙын уҡыған саҡта, күҙемдән тыйылғыһыҙ йәштәр аҡты: йөрәгем яңыса типте, йәнем донъяның сикһеҙ яҡшылыҡтарын тойҙо. Меңәрләгән халыҡтың яҡты уйы, изге ерҙең һәм күктең бер бөтөнлөгө күңелемә һеңгән ҡара таптарҙы йыуҙы. Мина тауында “джәмрәтүл аҡаба” бағанаһына шайтандарға таш атҡанда, ғүмеремде бушҡа исраф иткәнем өсөн Хоҙай Тәғәләнән мең тапҡырҙар ғәфү һорап, “Бәҡара” сүрәһен уҡыным. Гонаһтарымдан аралар, яраларымды имләр тауыш ишеттем: “Алла бәндәһе, Рәхмәт тауының саф фатихаһын а-а-а-л…” Һис һаташмайым, аҡылдан яҙмағанмын, күптән мәрхүм булған әсәйемде, атайымды осраттым. Мин уларға бер нисек тә өндәшә алмайым. Күҙемдән йәштәр йылға булып аға. Эргәләренә лә бара алмайым, аяҡтарым, халыҡ ағымы менән йәнәш барһа ла, ерҙе тоймай, телем дә әйләнмәй, илайым да, илайым…
Ҡәғбәтулланың иң ҙур мәсетендә йәмәғәт намаҙы тамамланғас, йән-рух-уй берлегендә һүҙһеҙ генә әсәйем: “Ҡөрьән” һүҙен тот, фанилыҡта ла, Аллаһа Тәғәлә хозурына барғанда ла еңеллек булыр”, – тигән хәбәр ебәрҙе. Ә Атайым ҡулдарын күтәреп: ”Хажилыҡ оло яуаплылыҡ өҫтәй, онотма!” – тине. Бер туҡтауһыҙ аҡҡан күҙ йәштәрем яуап булып барып еткәндер уларға…
Быуын-быуын туған-тыумаса, әкрәбәм – бөтәһе лә бер төркөм булып, ҡара таш эргәһендәге алтын ишек төбөндә мине оҙатып тороп ҡалды…
Берсә тетрәнеп, берсә тыуған яғымды һағынып, тейеш доғаларымды уҡый-уҡый үҙ еремә аяҡ баҫтым.
Алыҫтағы изге урындар кеүек үк, үҙ төйәгемдең һәр мөйөшө – ожмах, һәр аҙымы сәждә ҡылыр хаж булыуын күрҙем. Ә кешеләре, кешеләре һуң! Пәйғәмбәрҙәр, әүлиәләр, зирәк аҡыллы, саф күңелле кешеләр илендә йәшәгәнмен дә баһа! Нисек уны иртәрәк күрмәгәнмен? Үкенес, үкенес…