Йәмғиәт
21 Апреля , 09:17

Илаһы әҫәрҙәрҙең үҙ тулҡыны, үҙ тынлығы...

– Минең өсөн журналистика тормоштоң үҙе кеүек айырым-айырым тармаҡтарҙан торған ҙур бер өлкә. Һәм һәр журналист үҙе яҡын күргән, үҙе яҡшыраҡ белгән йүнәлеште яҡтыртһа, һәйбәтерәктер, тип уйлайым.

Илаһы әҫәрҙәрҙең үҙ тулҡыны, үҙ тынлығы...Илаһы әҫәрҙәрҙең үҙ тулҡыны, үҙ тынлығы...
Илаһы әҫәрҙәрҙең үҙ тулҡыны, үҙ тынлығы...

Беҙҙә, ғәҙәттә, оран һалып, байраҡ болғап сыҡҡандарҙы, сафтың алдына ынтыл­ған­дарҙы күберәк күрәләр, бына улар исмаһам халҡым өсөн сәсрәп китеп хеҙмәт итә, йәнен аямай яуға ташлана тигән фекергә киләләр. Ил тойғоһо, милләт хәстәре тигән, эйе, оло төшөнсәләр бар! Ошо тойғоларҙы күкрәк һуғып ҡына яҡлап, һаҡлап та булалыр, тик шулай ҙа, минеңсә, Ил, Милләт тәүҙә тыныс ҡына һәр кемдең йөрәк төбөндә буй еткерә, тыныс ҡына һәр кемдең йөрәк ҡанында көс туплай, тыныс ҡына һәр кемдең күңел бишегендә бәүелеп, наҙға-моңға сорнала. Тик, байраҡ тотоп амбра­зураға ташлатыр алдынан ана шул ул һәр кемдең ҡанын рухландырыусы, күңелен бәүелтеүсеһе лә кәрәк бит әле. Эйе, иң беренсе был ролде атай-әсәй, олатай-өләсәй үтәйҙер, һуңынан мәктәп һәм башҡаһы. Шулай ҙа шәхес тыуған иленә, еренә мөхәббәтте, айырылғыһыҙ һәм ҡабатланмаҫ тартылыуҙы, һаҡлау хисен айырым миҫал-өлгөләрҙән, рухиәттән күберәк алалыр. Көн һайын тәғәм ризыҡ ҡапҡан кеүек, күңел-йөрәк тә рух көсө, мөхәббәт булһын өсөн көн һайын “аҙыҡ” һорай. Ул аҙыҡты һәр кем дә бирә алмаҫҡа ла мөмкин. Шуға Хоҙай һәләтлеләрҙе, илаһи заттарҙы ла яралтҡан, рухиәт һағында тороусылар һөнәрҙәрен дә булдырған. Шуларҙың береһе – эйе, журналист булыу.
Үҙемдең хеҙмәттәшем Гөлшат Ҡаһарманова тураһында яҙмам бик тәрән уйҙарҙан башланып китте. Мин уның һәр яҙған материалын көтөп алам, яратып уҡып барам. Баш мөхәррир булараҡ, һүҙ ҙә юҡ, һәр журналисҡа талапсанлыҡ күрһәтергә бурыслымын, тик Гөлшатҡа мин яуаплылыҡты икеләтә күберәк һалырға тырышам. Сөнки ул журналистикаға килгәндә уҡ үҙен һәләтле ижадсы итеп күрһәтте, яҙған әҫәрҙәре йөкмәтке йәһәтенән дә, стиль һәм зауыҡлыҡ яғынан да бик юғары кимәлдә булды, була һәм, шул бейеклекте юғалтып ҡуймаһын, типме, һәр мәҡәләһен еренә еткереп эшләүен һорай киләм. Ҡай саҡ ҡабаландырмай үҙ яйына ҡуйып та ебәрәбеҙ. Илаһи әҫәрҙәрҙең үҙ тулҡыны, үҙ тынлығы булыуын аңлайбыҙ, шәт. Шәп атҡа сыбыртҡы тейһә, ҡай саҡ сығынлап китеүе лә ихтимал. Ә талантлы кешеләрҙең, ғәҙәттә, үҙҙәренә хас сәйер донъялары ла, күңел тыныслығы, аҡыл сафлығы алыр өсөн инеп ҡойоноп сығыр тәрән даръялары ла булыусан.
Гөлшаттың геройҙарының булмыштары ла, яҙмыштары ла төрлө, һәр кеменең эшләгән урындары ла үҙенсә. Тик уларҙы бер нәмә берләштерә: ана шул төрлөлөк. Эйе, журналист һәр береһенең “тиреһенә” инеп, күңеленең иң төбөнә тиклем төшөп, бар донъяны яҡтыртҡан ынйыһын да, бер кем дә белмәгән “шкафтағы скелетын” да табып, һоҡланып та, әҙәп һаҡлап та уҡыусыһына еткерә белә. Төрлөлөгөн “фаш” итә, ҡыҫҡаһы. Ә бындай һәләт күптәргә бирелмәгән. Унан бигерәк, ул ошо геройҙарының күңел донъяһы, эшмәкәрлеге, уй-фекерҙәре аша уҡыусыһы зиһенен “мыжғыта”, уйланырға, һыҙланырға, тетрәнергә мәжбүр итә, аңғармаҫтан йыр һуҙырға “ҡуша”, күңел кәрәҙҙәренә зауыҡлы һәм тәмле бал элә. Гөлшатыбыҙ ана шулай геройҙары, ижады аша ипләп кенә уҡыусыһында туған Теленә, Иленә, Милләтенә ҡарата һөйөү, көс һәм мөхәббәт тәрбиәләй. Был оло йөк! Был мөҡәддәс бурысты тойоп, белеп ҡәләменә тотонған Гөлшатыбыҙ. Һәм бөгөн дә аңлап эш итә!

Гөлшат Ҡаһарманова менән әңгәмәбеҙ тик ижад һәм һөнәребеҙ хаҡында булды. Әлбиттә, ҡәләм оҫтаһы геройҙарының телен астырыу маһирлығы менән һоҡландырһа ла, әлеге интервьюла улай уҡ асылып китмәне, шәхси тормошона ҡағылғас, күңел төбөндәге серҙәрен үҙендә ҡалдырҙы. Ләкин төп эшебеҙгә, булмышыбыҙға әүерелгән журналистикаға ҡағылған һорауҙарға ихлас үҙ фекерен еткерҙе.

– Бала саҡ хыялға ла бай. Кем булырға ине уйың? Ул тормошҡа аштымы һуң?
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, был һорауға әленән-әле мөрәжәғәт итәм: үҙемде ҡайһы мәлдән алып иҫләйем әле мин? Сөнки бәғзе саҡта шундай тойғо күңелемә тынғы бирмәй: әйтерһең дә, хәтеремде юғалтҡанмын да тормошта нимәләр башҡарырға тейешлегемә төшөнә алмайым. Дөрөҫөрәге, ниндәйҙер бер мөһим эшем бар, ә мин шуны әле булһа ғәмәлгә ашырмаған кеүекмен. Уйлап ҡараһаң, теләп кенә үҙләштергән һөнәрем дә юҡ түгел, күңел һалып атҡарған хеҙмәттәрем дә етерлек. Ғөмүмән, журналистикала үҙемде ят бауыр итеп тойғаным юҡ. Тик ҡайҙалыр, тәрәндә, әлеге шул эшемде атҡармаһам, ғүмерем бушҡа үтер, тигән хафа тыуып ҡуя...
…Ә бала сағым бик бәхетле булған минең. Үҙемде отҡор һәм шуҡ ҡыҙыҡай итеп хәтерләйем. Әммә өҫкә ауып килгән ҡуйы урманлы бейек-бейек тауҙар ышығында үҫкәнгәме, оялсанлығым, хатта ки ниндәйҙер кимәлдә ҡырағайлығым да бар ине. Ул әле лә үҙен һиҙҙертеп ҡуйыусан.
Бала саҡтан матурлыҡҡа ғашиҡ инем. Тасуири итеп шиғырҙар уҡырға әүәҫлегем, бейеүсе, модельер йә актриса булырға, тағы ла табип һөнәрен үҙләштереп, кешеләрҙе дауалау хаҡында уйланыуҙарым хәтерҙә… Шулай ҙа өлкәнерәк кластарҙа мауығып иншалар яҙыуым, шул процестан кинәнес алыуым, уҡытыусыларымдың хуплауы мине ошо һөнәремә алып килде, шикелле…
– Гөлшат, һуңғы тиҫтәгә яҡын йыл эсендә һинең журналистикалағы эшмәкәрлегеңде мин ентекләп күҙәтеп барҙым, тип әйтергә лә мөмкин. Берҙән, вазифам шуны ҡуша, икенсенән, һинең ижадың, эҙләнеүең минең зауығыма тап килә, шуға иғтибарымдан ситтә ҡалмай. Һинеңсә, нимә ул журналистиканың асылы һәм ижад сере? Тәүҙә шуға асыҡлыҡ индерәйек әле.
– Журналистиканың асылы һәм ижад сере… Был һорауға яуап биргәндә тәүҙә шуға асыҡлыҡ индерергә кәрәктер: журналистика ул ижад булырға тейешме? Уның ижад тип аталырға хоҡуғы бармы? Беҙ, ғөмүмән, журналистиканы, хәбәрсе яҙған мәҡәләләрҙе ижад тип ҡабул итергә өйрәнмәгәнбеҙ бит. Эйе, ҡайһы берҙә эшмәкәрлегебеҙҙе ижад тип нарыҡлауҙың кәрәге лә юҡ һымаҡ. Шулай ҙа, миңә ҡалһа, журналис­тика ижад та була ала. Һәм был журналистың мөмкинлегенән, уның ниндәй матбуғат баҫмаһында хеҙмәт итеүенән, алдына ҡуйған маҡсатынан тора. Үҙемә килгәндә, эшемә ижад тип ҡарарға тырышам. Һәм, бигерәк тә, журнал хеҙмәткәрҙәре шундай талаптан сығып эш итергә тейештер, тип уйлайым.
– Бөгөнгө башҡорт журналистикаһына ҡарашың нисек? Өлгө алырҙай, таянырҙай, остаз булырҙай ҡәләм оҫталары бармы икән?
– Минең өсөн журналистика тормоштоң үҙе кеүек айырым-айырым тармаҡтарҙан торған ҙур бер өлкә. Һәм һәр журналист үҙе яҡын күргән, үҙе яҡшыраҡ белгән йүнәлеште яҡтыртһа, һәйбәтерәктер, тип уйлайым. Хатта журналистың башҡа һөнәр эйәһе булыуы ла мөмкин. Иң мөһиме, үҙең сағылдырған йүнәлеште яҡшы аңлау, һүҙ менән эшләй белеү маһирлығы кәрәк. Әлбиттә, бөгөнгө шарттарҙа журналистан универсаллек тә, оперативлыҡ та талап ителә. Һәм күптәребеҙ шуға ынтыла ла... Тик бар йүнәлештә лә берҙәй уңышлы эшләгән журналистар юҡ кимәлендә. Ә инде журналистиканы күп тармаҡлы өлкә итеп күҙ алдына килтергәндә, әлбиттә, өлгө алырҙай шәхестәр бар. Әйтәйек, Рәшиҙә Мәһәҙиеваны күп йәш хәбәрселәргә юл күрһәтеүсе, буласаҡ журналистарҙы әҙерләүгә тос өлөш индереүсе тәжрибәле остаз, Салауат Хәмиҙуллинды тарихсы-журналист, Әхмәр Үтәбайҙы философ-журналист, Лариса Аб­дул­ли­­наны рух һағында тороусы журналист, Зәйтүнә Ниғмәтйәнованы тураһын әйтеүҙән ҡурҡмаған ҡыйыу фекерле журналист, Баныу Ҡаһарманованы күңелде имләүсе журналист, Зөлфиә Рәхмәтуллинаны һәр нәмәгә аныҡ ҡарашы булған һөйләшеүҙе оҫта алып барыусы журналист, Азамат Моратовты бик шәп спорт комментаторы булараҡ ихтирам итәм.
Әлбиттә, күп нәмә етәксегә бәйле: һин кем ҡулы аҫтында эшләйһең? Уның хеҙмәткәрҙәренә ҡуйған талабы ниндәй? Журналист өсөн, тәү сиратта, нәҡ етәксеһе остаз булырға тейештер ҙә, тигән фекерҙәмен. Ни тиһәң дә ул һиңә, мөмкинлектәреңде самалап, йүнәлеш бирә. Был йәһәттән гәзит-журналдарҙың баш мө­хәр­рир­ҙәрен театрҙағы режиссерҙар менән сағыштырам. Мин шуныһы менән бәхетле. Етәкселәрҙән уңдым. Хеҙмәт юлым “Тамаша” журналында башланғайны. Журналдың ул саҡтағы баш мөхәррире Наил Әсхәт улы Ғәйетбаевтың кәңәштәрен әленән-әле иҫкә төшөрәм. “Бер ваҡытта ла аҡыллы булып күренергә тырышмағыҙ, үҙегеҙ менән артыҡ мауығып, геройығыҙҙы онотмағыҙ”, – тиеүе хәтерҙә уның. “Шоңҡар”ға килгәс, талантлы журналист һәм шул уҡ ваҡытта баҫманы халыҡсан итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған Иршат Әнүәр улы Теләүембәтовтың етәкселеге аҫтында бер аҙ эшләп алыу ҙа ҙур мәктәп булды. Азамат Рәмил улы Юлдашбаев иһә беҙҙе сиктәрҙән, ҡалыптарҙан азат итергә, ирекле фекерләргә өйрәтергә тырышты. “Нимә яҙыуың мөһим түгел, нисек яҙыуың мөһим”, – ти ине ул. Ә һеҙҙең, йәғни Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафиндың, журналист әҫәре, бигерәк тә журнал хеҙмәткәренең эше, ысын ижад емешенән һис тә кәм булырға тейеш түгел тигән талабын тоябыҙ. Бына ошондай үҙ эшенең оҫталары булған шәхестәрҙең, остаздарҙың һәр береһе журналис­ты әүәләй, үҫтерәлер, тигән фекерҙәмен.
– Ике һорау: ҡәләмдең ҡөҙрәте нимәлә һәм, һинеңсә, кем ул һәйбәт журналист?
– Ҡәләмдең ҡөҙрәте, берҙән, һүҙ көсөн барлыҡҡа килтереүҙә. Йәғни ҡәләмдең ҡөҙрәте – кемдеңдер әйтер һүҙен, уйҙарын, күңел донъяһын, эҙләнеүҙәрен, уйланыуҙарын ташҡа теркәп ҡуйыуҙа. Ә ташҡа баҫылған һүҙ ҙур көскә эйә. Шуға ла ул һүҙ күңел һәм аң бизмән­дә­рен­дә үлсәнһен, мәғәнәле булһын.
Ә икенсе һорауға килгәндә, мин, ғөмүмән, ысын журналист шундай-шундай сифаттарға эйә булырға тейеш тип, ниндәйҙер талаптар теҙмәһен бар­лап сығыуҙы кәрәк тапмайым. Бары шуны әйтә алам, журналист ҡалыптарҙан азат бу­лыр­ға, әммә намыҫ төшөнсәһе хаҡында онотмаҫҡа, үрҙә атап үткән һүҙ ҡөҙрәтен яҡшы тойорға, үҙ хеҙ­мәте менән башҡаларға зыян ҡылмаҫҡа тейеш.
– Ғөмүмән, журналист булыу бөгөн “модно” түгел, шикелле.
– Миңә ҡалһа, журналист булыу, гәзит-журнал хеҙмәткәрҙәрен күҙ уңында тотам, бер ваҡытта ла модалы һаналмаған. Һәм был өлкәгә килгәндәр уны престижлы булғаны өсөн һайламаған. Бында, театрҙағы кеүек үк, “диагнозлы” кешеләр генә эшләй һәм оҙаҡ тотҡарлана алалыр, тигән фекерҙәмен. Журналистикаға, журналист һөнәренә, был йүнәлештә эшләгән кешеләргә ҡарата иғтибарҙы арттырып, уны модалы итергә булыр ине, бәлки.
– Замана шундай, кеше китап, журнал уҡымай, ТВ-ға, компьютерға ҡаҙалған. Тик был, кешегә рухи аҙыҡ кәрәкмәй, тигәнде аңлатмай, әлбиттә. Ҡулыңа ҡәләм алғанда күңелеңдә ниндәй уйҙар урғыла һинең? Уй-фекерҙәрем уҡыусыға, хатта халҡыма, тип әйткем килә, барып етәме икән, тигән борсоу хәүефләндермәйме?
– Хәүефләндерә. Хатта ҡайһы берҙә, мин буш эш менән булышмайыммы икән, тип тә уйлап ҡуяһың. Әммә матбуғат баҫмалары әлегә йәшәй һәм уны уҡыусылар бар. Һуңғы йылдарҙа “Шоң­ҡар”­ға быйыл ғына яҙыла башланым әле, бик оҡшай, тип әйтеүселәрҙең һаны арта. Шуға ла матбуғатты ваҡытынан алда ерләмәй торайыҡ әле. Гәзит-журналға ҡыҙыҡһыныу, киреһенсә, арт­ҡан төҫлө миңә. Баҫмалар йәшәһә, уны ҡулға алып уҡыусы мотлаҡ табыласаҡ. Эйе, матбуғатты үҙ итеүселәрҙең һаны иҫәпле булыуы ла ихтимал. Әммә ана шундай ихтыяждары булған кешеләрҙе был мөмкинлектән мәхрүм итергә ярамай. Икенсенән, кеше матбуғат баҫмаһын алдырмай икән, ул гәзит-журналға мохтаж түгел, тигәнде аңлатмай, минеңсә. Ғөмүмән, бөгөн кешенең хәстәре күп. Һәр кем үҙ тиҙлеге менән донъя ҡыуа. Уның гәзит-журнал хаҡында уйлап ултырырға ваҡыты ла, матди йәһәттән мөмкинлеге лә булмауы ихтимал. Әммә күҙенә гәзит йә журнал эләкһә, ҡулына алып уҡымай ҡалмай ул...
– Йәмғиәттә һине нимәләр борсой? Күңелеңде нимә шомға һала?
– Бөгөнгө көндә иң ныҡ борсоғаны шул: интернет киңлектәрендә, телевидение аша халыҡты һәр саҡ ниндәйҙер шомло ваҡиғалар, үлтереш, һәләкәттәр хаҡында туҡтауһыҙ һөйләп һәм күрһәтеп, кеше күңелен ҡурҡыуға һалыу, уны ҡараңғылыҡ тотҡоно итергә тырышыу...
– Һиндә геройҙарыңдың эске донъяһын, күңел төптәренә тиклем төшөп, тулы килеш биреү маһирлығы бар. Был ҡайҙан килә? Бының өсөн аҡыллы әңгәмә ҡороусы булыу ғына аҙ кеүек миңә...
– Кеше күңелен байҡау нескәлек һәм һиҙгерлек талап итә. Сөнки әҙәм күңеле менән бик һаҡ эш итеү фарыз. Бер уйланылмаған һорауың, урынһыҙ һүҙең уның һиңә булған ышанысын юҡҡа сығара ала бит. Геройың асылһын өсөн уны тыңлай ғына түгел, ишетә белергә әҙер булыу мөһим. Эйе, ҡайһы берҙә уны бер нисек тә һөйләндерә алмайһың. Кеше асылып бөтмәй. Һәм был осраҡта һин эске һиҙемләүеңә мөрәжәғәт итәһең. Нисек һиҙәһең, нисек тояһың, шулай тасуирлайһың. Һәм, ахыр сиктә, уның үҙ образына ғашиҡ булыуы ихтимал. Ә ҡайһы берҙә һин артыҡ һорау биреп тә өлгөрмәйһең, геройың һиңә бер кемгә лә белдермәгән серҙәренә тиклем асып һала... Был осраҡта ла күңел бизмәндәреңде эшкә ҡушаһың.
Матбуғат баҫмаһында эшләгән журналистың эш процесын мин ике өлөштән тора, тип билдәләйем. Тәүгеһе – һөйләшеү, эште ойоштороу, икенсеһе – шул әңгәмәне ҡағыҙға төшөрөү мәле. Әңгәмәләшеү – мөһим эш. Һин үҙеңдән дә нимә талап ителеүен яҡшы аңлайһың. Шуға ла аралашыу процесын мөмкин тиклем һөҙөмтәле файҙаланырға тырышаһың. Ә һуңынан инде әңгәмәне йәки башҡа жанрҙы ҡағыҙға төшөрөү эше башлана. Уның тәүге процестан айырылыуы ла ихтимал. Сөнки бында ҡайһы берҙә фантазияны эшкә егеү, әңгәмәне бер епкә теҙеү, матур итеп ҡороу талап ителә. Уныһы ла үҙенә күрә бик мауыҡтырғыс эш. Хатта ниндәйҙер өҫтәмә һорау тыуып, шул һорауға геройың булып яуап биреп ҡуйыуың да ихтимал. Мин, ғөмүмән, әңгәмәне ҡағыҙға төшөргәндә ике кешенең һөйләшеп ултырғаны күренһен, герой тере килеш уҡыусының күҙ алдына баҫһын тигән талап ҡуям. Шул мәлдәге кәйефте, геройҙың кисерештәрен, эмоцияларын да күрһәтергә теләйем...
Ҡайһы берҙә кемдер тураһында яҙа алмауың йәки яҙырға теләмәүең дә ихтимал: күңелең ятмай йәки кәйефең юҡ, ул тема бик яҡын да түгел... Шунда үҙеңде эшкә көйләү, дәртләндереү сараларын табаһың инде. Ундай осраҡтарҙа мин йыш ҡына үҙемде рәссам, портрет оҫтаһы итеп күҙ алдына килтерәм. Һәм ни ғиллә менәндер һүрәтләү саралары табыла. Ниндәйҙер образдар тыуа...
Журналисты мин ҡайһы берҙә ашнаҡсы менән дә сағыштырып ҡуям. Бына һиндә шундай-шундай ингредиенттар бар. Һәм һин шуларҙан ниндәй аш төрө әҙерләй аласаҡһың? Нимәгә фантазияң етәсәк? Яҡшы хужабикә юҡты ла бар итә ала бит... Тимәк, яҡшы журналист та шуға һәләтле булырға тейеш...
– Мәҡәлә, очерк, интервью... яҙып бөтөп, нөктә ҡуйҙың. Ә артабан ниндәй уйҙар биләп ала зиһенеңде?
– Мин мәҡәләне “тәмләп” яҙырға яратам. Тик ултырып ҡына яҙа алмайым. Башта һөйләмдәр яралһа, ниңәлер уларҙы ҡапыл теркәп ҡуйырға ашыҡмайым. Нисәлер секунд булһа ла күңе­лем­дән үткәрәм. Күпмелер һөйләм яҙғандан һуң, сәй эсергә туҡталыуым, йә иһә коридорға, саф һауаға сығып әйләнеүем бар. Был хәлде нисек аңлатырға булалыр, белмәйем, әммә ашығып яҙһам, нимәһелер етмәҫ һымаҡ тойола. Шуға ла, мәҡәләне тамамлағас, ҡайһы берҙә күңелде ниндәйҙер бушлыҡ хисе биләп ала. Артабан геройыңдың реакцияһын, уҡыусының нисек ҡабул итеүен көтәһең. Һәм минең ижад галереямда тағы ла бер замандашымдың образы пәйҙә булды, тип ҡыуанаһың...

Мөнир ҠУНАФИН әңгәмәләште.

Архив, 2019 йыл.

Автор:
Читайте нас