

Башҡортостан архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында “Пилотһыҙ авиация системаларын эксплуатациялау” белгеслеге буйынса уҡытыу 2023 йылда асылған. Бында әлеге көндә I – III курстарҙа 138 студент белем ала, уларҙың 112-һе – бюджет, тағы 26-һы түләүле нигеҙҙә уҡый. Уҡыу ваҡыты – өс йыл да 10 ай. Пилотһыҙ авиация системалары, ғөмүмән, техник йүнәлеш менән башлыса ир-егеттәр ҡыҙыҡһынғанға күрә, был бүлектә егеттәр күберәк, әммә ҡыҙҙар ҙа уҡырға инә һәм тырышып белем ала.
II курс студенты Максим Дымов, “Профессионалитет” чемпионатының республика этабында еңеү яулап, Калугала үтәсәк төбәк-ара этапҡа юлланырға йыйына.
– Бала саҡтан техника, программалау менән ҡыҙыҡһындым, шуға күрә IX кластан һуң, һис икеләнмәйенсә, ошо колледжды һайланым. Әлеге ваҡытта мин дрондарға үҙаллы идара итәм, уларҙы программалай беләм. Был йүнәлеш ныҡ оҡшай, ярышта ла ҙур теләк менән ҡатнаштым. 26 апрелдә Калугала үтәсәк этапҡа ла ҙур өмөт бағлайым, – ти Максим.
Тырыш, маҡсатлы егеткә Рәсәй кимәлендә үтәсәк ярышта ла тик уңыштар теләйбеҙ!
БЕЛЕШМӘ
* Пилотһыҙ система ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр – юғары класлы, яҡшы әҙерлекле, автомат менән түгел, ә джойстик менән оҫта идара итеүсе яугирҙәр, шуға күрә улар өсөн айырым шарттар булдырыла һәм унда урындар һаны ла сикләнгән.
* Был контрактсыларға башҡа яугирҙәргә тәғәйен кеүек үк түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡаралған, ләкин улар өсөн айырым өҫтөнлөктәр ҙә бар.
* Хеҙмәт хәүефһеҙерәк, сөнки хәрби бәрелеш һыҙығынан алыҫта үтә
* Контракт бер йылдан алып билдәләнгән ваҡытҡа төҙөлә. Ул тамамланғас, хеҙмәттән китергә йәки яңыһын төҙөргә мөмкин.
* Контрактта хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеүгә бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки икенсе ғәскәр төрөнә күсерергә ярамағанлығы яҙыла.
* Студенттар, академик отпуск алып, контракт төҙөй ала. Хеҙмәте тамамланғас, кире бюджет нигеҙендә (урындар булған осраҡта) уҡырға ҡайтырға хоҡуҡлы.
* Һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә. Дошмандың техникаһын, ҡорамалдарын уңышлы юҡ иткән кешеләргә 50 000 – 500 000 һум өҫтәмә түләү ҡаралған.
* Рәсәй граждандары булған ир-егеттәр генә контракт төҙөй ала. Яңы подразделениеларҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хәрби-иҫәп белгеслектәре әлегә ҡаралмаған.
* FPV-дрон операторы булыу өсөн йәш буйынса талап – 18 йәштән 35 йәшкәсә, ә башҡа белгестәр өсөн – 18 – 45 йәш.
* Физик яҡтан үҫешкән булыу һәм һаулыҡ торошо буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ.
* Туғыҙ кластан да кәм булмаған белемдең булыуы мотлаҡ.
* Ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителмәгән булыу шарт. Башҡа төрлө суд ҡарарҙары осрағында ҡарар һәр кемгә ҡарата шәхсән рәүештә ҡабул ителә.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Үҙең йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатҡа.
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына (Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156).
“Дәүләт хеҙмәттәре”ндә заявка ҡалдырырға мөмкин.
Контракт буйынса хеҙмәткә ҡағылышлы һорауҙар менән ҡыҙыу линияға мөрәжәғәт итергә: 122.
Гөлдәр Яҡшығолова
Автор фотоһы.