Шоңҡар
+9 °С
Дождь
Йәмғиәт
28 Апреля , 11:25

КЕШЕ КИТӘ, ИЗГЕ ЭШЕ ҠАЛА

Матур эштәре төйәгенең дәүер йылъяҙмаһына яҙылған, замандаштарында юйылмаҫ иҫтәлектәр ҡалдырған аҫыл заттар була. Әлшәй еренең арҙаҡлы улы, рухлы етәксе һәм талантлы педагог Закуан Зөфәр улы Әхмәтов күңелдәрҙә ана шундай шәхестәрҙең береһе булараҡ һаҡлана. Буй-һыны ла, булмышы ла, ғәмәлдәре лә мөһабәт ине уның. Тәбиғәте менән ярһыу ташҡынлы яҙҙы хәтерләткән уҙаманға апрелдә 70 йәш тулыр ине.

КЕШЕ КИТӘ, ИЗГЕ ЭШЕ ҠАЛАКЕШЕ КИТӘ, ИЗГЕ ЭШЕ ҠАЛА
КЕШЕ КИТӘ, ИЗГЕ ЭШЕ ҠАЛА

Матур эштәре төйәгенең дәүер йылъяҙмаһына яҙылған, замандаштарында юйылмаҫ иҫтәлектәр ҡалдырған аҫыл заттар була. Әлшәй еренең арҙаҡлы улы, рухлы етәксе һәм талантлы педагог Закуан Зөфәр улы Әхмәтов күңелдәрҙә ана шундай шәхестәрҙең береһе булараҡ һаҡлана.
Буй-һыны ла, булмышы ла, ғәмәлдәре лә мөһабәт ине уның. Тәбиғәте менән ярһыу ташҡынлы яҙҙы хәтерләткән уҙаманға апрелдә 70 йәш тулыр ине.
ТЫУҒАН ЕРЕ – ЙӘМЛЕ ДИМ БУЙЫ
Закуан Зөфәр улы республикалағы иң боронғо башҡорт ауылдарының береһе – йәмле Дим буйындағы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында донъяға килгән. Яугир ата-бабаларының айбарлығын, шул уҡ ваҡытта матурлыҡҡа ғашиҡлығын һаҡлаған ғәжәйеп уңған кешеләр ғүмер итә бында. Закуан Зөфәр улының атаһы менән әсәһе лә ғүмере буйы колхозда тырышып эшләй: Зөфәр Ғәлиәхмәт улы – механизатор, Зөһрә Арғынбай ҡыҙы быҙау ҡараусы була. Ғаиләләге алты баланың иң өлкәне Закуан бәләкәйҙән туғандарын ҡайғыртып, бөтмәҫ ауыл эшенең барлыҡ рәтен-сиратын белеп үҫә. Һәм үҫмерҙе оҙон ҡышҡы кистәрҙә йыш ҡына бер күренеш: әсәһенең, ниһайәт, мең мәшәҡәттән бушап, әкиәти гүзәллек тыуҙырырға – күҙҙең яуын алыр аҫалы балаҫтар һуғырға ултырыуы мөкиббән итә. Йылдар үтәсәк һәм был илаһи күренеш ир ҡорона ингән баһадирҙың иң ҡатмарлы саҡтарында йәнен имләр, илһам бирер йылы хәтирәгә әйләнәсәк...
ҺӘР САҠ АЛДА БАРҒАН СТУДЕНТ БУЛА
Ауылында һигеҙ класты, унан Раевкала 1-се урта мәктәпте тамамлаған егет бик еңел генә Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инеп китә. Бар эштә алдан йөрөүсе, спортта, комсомол сараларында әүҙем студенттың тиҙ арала факультет лидерына әйләнеүе ғәжәпме?! Бер йыл ул студенттар отрядында командир, дуҫы Фәнил Күзбәков комиссар булһа, киләһе йылда, урындарын алмаштырып, йәнә отряд менән етәкселек итәләр. Был эштәге ҡаҙаныштары һәм уҡыуҙағы уңыштары өсөн ике дуҫ Германияның Галле ҡалаһына Дуҫлыҡ фестиваленә юллама менән бүләкләнә. Әхмәтов тап БДУ-ла уҡыған йылдарында спорт мастерлығына кандидат дәрәжәһенә ирешә: төрлө кимәлдәге ярыштарҙа елдән етеҙ саңғысы булараҡ таныла.
Татыу, көслө төркөмдә белем алыу насип була үҙенә: күп һабаҡташтарын бөгөн күренекле фән әһелдәре, журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре итеп беләләр. Мәҫәлән, республикала абруй яулаған Фәнил Күзбәков, Йомабикә Ильясова, Гөлфиә Янбаева, Луиза Фархшатоваларҙы ғына атап үтәйек. Әлбиттә, уны ла аспирантураға инергә, ғилем юлынан китергә димләйҙәр. Тик бар йәне менән тыуған яғына ынтылғанға, тамсы ла икеләнмәйенсә, был мөмкинлектән баш тарта.
“КҮҢЕЛ ҠУҘЫ ДӨРЛӘҺЕН”
1978 йылда Әлшәйгә ҡайтып төшкән йәш белгесте райондың иң төпкөл ауылына – Балғажы мәктәбенә директор итеп ебәрәләр. Әммә ауырлыҡтан ҡурҡыусы заттанмы һуң Закуан Зөфәр улы! Мөғәллимлек эшен ең һыҙғанып башлай. Туплаған тәжрибәһен аҙаҡ тыуған ауылы мәктәбендә уҡытыусы, етәксе булараҡ байыта. Ниндәй мәктәптә эшләһә лә, иң элек тырышлығын уҡыусыларҙың белем кимәлен яҡшыртыуға, уларҙы сәләмәт, әүҙем, киң ҡарашлы итеп үҫтереүгә, матди-техник базаны нығытыуға, мәктәп алды баҡсаһын өлгөлө итеүгә йүнәлтә. Матур һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн коллективты бер көс итеп туплап, ижадҡа илһамландырырға, һәр мөғәллимдең күңел ҡуҙын дөрләтергә кәрәк, тип иҫәпләй ул. Шуға ынтыла ла.
Закуан Зөфәр улы балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүгә, уларҙы үҙешмәкәр сәнғәткә, спортҡа йәлеп итеүгә, башланғыс хәрби әҙерлек кимәлен күтәреүгә айырыуса баҫым яһай. Сығарылыш уҡыусыларында төрлө һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, уларҙың юғары уҡыу йорттарына инеүе директор өсөн үҙмаҡсат булып тора. Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡорт дәүләт педагогия институты менән килешеүҙәр төҙөп, студенттарҙың мәктәпкә практика үтеүен ойошторалар. Ул йәштәр, йылдар уҙғас, фән белгестәре, алдынғы мөғәллимдәр, юғары кимәлдәге етәкселәр булып китәсәк. Һәм, Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа алған бай педагогик тәжрибәнең һәр ваҡыт терәк булыуын онотмайынса, Закуан Зөфәр улына, мәктәп уҡытыусыларына яйы сыҡҡан һайын рәхмәттәрен еткереп торасаҡ.
КИҢ ОФОҠТАР – ТЫНҒЫҺЫҘҘАР ӨСӨН
Тынғыһыҙ, яңылыҡҡа ынтылыусы педагог-етәксене тағы ла киңерәк офоҡтар көтә: 40 йәше лә тулмаған Әхмәтов 1995 йылда район мәғариф бүлеге мөдире итеп билдәләнә. Уҡытыуҙа һыналған элекке традицияларҙы һаҡлап, яңы алымдар индереү, мәктәптәрҙең матди нигеҙен замансалаштырыу, компьютерҙар ҡайтартыу – ул, дәртләнеп, көнүҙәк ошо бурыстарҙы хәл итергә тотона.
Закуан Зөфәр улы һәр мәктәптең көнитмешен ентекләп өйрәнә һәм сығыштарында бик йыш: “Уҡытыусының көслө яҡтарын балҡытырға кәрәк!” – тип һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ул мәғариф тармағын Башҡортостанда иң яҡшылар рәтенә баҫтырыу ниәтен ҡуя, быға ирешә лә. Юғары уҡыу йорттарына инеү, төбәк һәм Бөтә Рәсәй олимпиадалары, һөнәри оҫталыҡ конкурстары буйынса әлшәйҙәр ғорурланырлыҡ күрһәткестәргә өлгәшә. “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында Әлшәй бәйгеселәре йыл һайын уңышлы сығыш яһай. Ни өсөн тигәндә, уға әҙерлек бер йыл алдан башлана. Бигерәк тә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы йыл уҡытыусыһы” бәйгеһенә, ғөмүмән, районда туған телде өйрәнеүгә ҡараш бик етди һәм һаҡсыл була.
Закуан Зөфәр улы йәнә шуға инана: йәш быуында тыуған ерҙе яратыу тойғоһо, әҙәбиәткә, сәнғәткә, ауыҙ-тел ижады һәм йыр-моңға һөйөү тәрбиәләү үтә лә мөһим. Һәр заманда был мәсьәлә иғтибар үҙәгендә булырға тейеш, бигерәк тә ҡатмарлыҡтар менән тулы осорҙа. Уның тәҡдиме менән башланып киткән “Башҡортостан ынйылары” фольклор конкурсы ана шул мөҡәддәс маҡсатты күҙ уңында тота ла инде. Һуңыраҡ конкурс республика кимәлендә гөрләп үтеүсе сараға әүерелә һәм әле лә бик уңышлы уҙғарылып килә.
Әлшәйҙәрҙең, мәғариф ҡаҙаныштары менән бүлешергә теләп, “Матур мәктәп” халыҡ-ара хәрәкәтенә ҡушылыуын да иҫкә төшөрөү кәрәктер. Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто шул исемдәге конкурста бер тапҡыр грант яулай, аҙағыраҡ беренсе урынды ала. Бүләк аҡсаһына әллә нисәмә файҙалы проект тормошҡа ашырыла. Аҙаҡ был бәйгелә ҡатнашыу традицияға әйләнеп китә һәм район мәғариф учреждениелары тиҫтә йылдар буйы унда уңышлы сығыш яһай.
“Сағыу талант эйәһе, йылдар дауамында һыналған тоғро дуҫым, ышаныслы таянысым ине Закуан Зөфәр улы. Беҙ бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап, ҡеүәтләп, тыуған яғыбыҙ халҡы, балаларыбыҙ киләсәге өсөн көсөбөҙҙө йәлләмәйенсә, ҙур ихласлыҡ менән эшләнек. Һәр мәктәп эске һәм тышҡы күркәмлеге, гөл-сәскәгә күмелеп ултырыуы менән генә түгел, йылы мөхите, уҡытыусыларҙың мәҙәнилеге, уҡыусыларҙың тәртибе, бөхтәлеге, әҙәплелеге менән дә һоҡландыра торғайны”, – тип хәтерләй райондың 1995-2001 йылдарҙағы етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фәнил Гәрәй улы Вилданов.
“РУХИ ХАЗИНАҺЫҘ ҠАЛМАЙЫҠ”
2004 йылда район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнгәс, Закуан Зөфәр улының ни тиклем күп яҡлы шәхес икәне бөтә тулылығында асыла. Мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, хоҡуҡ тәртибе һәм законлылыҡ һағында тороу, спорт, халыҡты социаль яҡлау – иңенә йөкмәтелгән был йүнәлештәр нигеҙендә кеше хаҡында хәстәрлек ята бит. Улар буйынса эште яңы дәүер ҡушҡанса, юғары кимәлдә алып барыу өсөн фиҙакәрлек, тәрәнлек кенә түгел, ифрат ҙур йөрәк көсө лә кәрәк! Шул йылдарҙа райондың күп йәһәттән республика өсөн тәжрибә майҙансығына әүерелеп, бихисап сараларҙың, кәңәшмәләрҙең тап Әлшәйҙә үткәрелеүе һис осраҡлы түгел. Байтаҡ проекттарҙың район киңлегенән сығып, төбәк дәрәжәһендәге сағыу ваҡиғаларға әйләнеүе лә тәбиғи.
Әлшәйҙә тыуып үҫкән данлыҡлы йырсылар, музыканттар, актерҙар, шағирҙар ҙа Закуан Зөфәр улының иғтибарынан ситтә ҡалмай. Улар ҡатнашлығындағы “Әлшәй йондоҙҙарын йыя” тигән йырлы-моңло ижади осрашыуҙар матур йола булып китә. Был осрашыуҙар ҙа ифрат ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Сөнки улар мәҙәниәт үҫешенә лайыҡлы өлөш индергән яҡташтарҙың яҙмышына ҡыҙыҡһыныу, ихтирам уятып ҡына ҡалмай, йәштәрҙә улар өлгөһөндә уңышҡа ынтылыу теләге тыуҙыра, тыуған яҡҡа ғорурлыҡ хисен нығыта.
“Быуындан-быуынға күсеп килгән рухи хазиналарҙың юғалыуы – халыҡтың юғалыуына тиң”, – ти Закуан Зөфәр улы һәм уларҙы һаҡлап ҡалыу зарурлығын бик йыш ҡабатлай. Шул хазиналарҙың береһе – Дим буйындағы боронғо моңдарыбыҙҙы һаҡлап, халыҡҡа еткереү уйы менән мәшһүр ҡурайсы Азат Айытҡоловты районға ҡурайсылар ансамбле ойошторорға саҡыралар. Шулай итеп, 150-нән ашыу егет һәм ҡыҙ, атаҡлы остаздан ҡурайҙа уйнау серен өйрәнә. Ошо ансамблдә шөғөлләнгән егеттәр артабан Өфө сәнғәт училищеһына, институтына уҡырға ебәрелә. Һуңыраҡ республикала уҙған Ҡурай байрамында Әлшәйҙән 100 кешенән торған ансамбль шаулатып сығыш яһап, алҡыштарға күмелә.
Дим буйындағы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күркәм кәсебе – аҫалы балаҫ һуғыусылар фестивале тураһында айырым әйтеп китке килә. Был сара Закуан Зөфәр улы өсөн бигерәк тә яҡын була – әсәһенең, уның кеүек йөҙҙәрсә оҫталарҙың күңел тылсымы киләсәк быуынға күсһен тип, балаҫ һуғыу мәктәбен тергеҙеүгә ул ҙур тырышлыҡ һала. “Быуаттарҙы бәйләр балаҫ ебе” тигән фестиваль күптән инде республика кимәлендә уҙғарыла, халыҡ оҫталарының оло байрамы тип һанала.
Әхмәтов һәм уның рухташтары һалған барлыҡ башланғыстарҙың Әлшәй ерендә бөгөн дә дауам итеүҙәре, үҫтереүҙәре, район хакимиәтенең был эштәргә ҡәҙерле ҡарашта булыуы бик ҡыуаныслы.
“ҺУҢҒЫ ҺУЛЫШҠАСА ҒӘЗИЗ ЕРЕНӘ ТОҒРО ҠАЛДЫ...”
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, мәғариф алдынғыһы, 20 йылдан ашыу Әлшәй район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарып хаҡлы ялға сыҡҡан Дамир Радик улы Мостафиндың иҫтәлектәре ялҡынлы дәүерҙәшебеҙҙе тағы ла тулыраҡ күҙ алдына килтерер, моғайын: “Беҙ Закуан менән 1978 йылда, Өфөлә белем алыусы әлшәйҙәр күмәк фотоға төшөргә йыйылғанда, таныштыҡ. Мин БДПИ-ның 2-се курсы студентымын, ул БДУ-ның 5-се курсында уҡый. Бер баҫаһын биш баҫҡан Закуандың ул ваҡытта уҡ бик һәләтле ойоштороусы икәне күренеп тора ине. Бик тиҙҙән беҙ яҡташым менән яҡын фекерҙәштәргә, йылдар үткәс иһә иңгә иң килеп тыуған еребеҙ хаҡына тырышыусы хеҙмәттәштәргә әйләндек.
1992-1993 йылдарҙа, үҙ ауылдарыбыҙҙа: Закуан – Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа, мин Ташлыла мәктәп директоры булғанда, тәжрибә уртаҡлашып эшләнек, райондың башҡорт мәктәптәре уҡыусылары өсөн йөкмәткеле дөйөм кисәләр үткәрә торғайныҡ.
2004 йылда мин район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнгәс, иң беренсе сиратта уға социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар вазифаһын тәҡдим иттем. Ҡолас ташлап, район тормошоноң етди өлкәһе өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алды ул.
Закуан менән эшләүе бик еңел ине. Бер үк ҡиммәттәрҙе ҡәҙерләгәнгә, ҡараштар оҡшаш булғанға ғына түгел. Ул заман һулышын һиҙеп, киләсәкте тойоп, тәүәккәл фекерләүе менән көслө ине. Үҙендә вулкандай урғылған ҡеүәтле идеялары менән башҡаларҙы рухландырҙы, алға әйҙәне.
Уның менән беҙ ошонда тыуҙыҡ, ошонда үҫтек – тамырҙарыбыҙ менән Әлшәй кешеләре беҙ. Ниндәй генә ҡыҙыҡтырғыс тәҡдимдәр булһа ла, ситкә китмәнек. Икәү һөйләшкән саҡтарҙа: “Кеше юғары вазифала мәңге ултырмай, халыҡ өсөн мөмкин тиклем күберәк эшләп өлгөрөргә кәрәк”, – ти торғайныҡ. Һуңғы һулышынаса ғәзиз тупрағына тоғро Закуан Зөфәр улы үҙенән һуң матур эштәр ҡалдырҙы...”
Мәғрифәтселекте булмышы тип күргән ил ағаһы үҙ балаларына ла лайыҡлы белем һәм тәрбиә бирә. Тормош юлдашы – республикабыҙҙа билдәле булған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Долорес Һиҙиәт ҡыҙы менән улар һоҡланғыс ике ул үҫтерә. Егеттәрҙең икеһе лә хоҡуҡ ғилеменә эйә. Илһам – төҙөлөш менән шөғөлләнеүсе эшҡыуар, Артур – Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары. Закуан Зөфәр улының туғандары өсөн нисек йән атып тороуы хаҡында ла күп һөйләргә мөмкин. Энеһенә, дүрт һеңлеһенә ҙур тормошҡа һуҡмаҡ һуҙырға ярҙам иткән, китапҡа, уҡыуға һөйөү һалған хәстәрлекле ағай була ул.
– Ағайымдың әйткәндәре бөгөн дә беҙҙең өсөн васыят булып яңғырай. “Атай-әсәй йәки уҡытыусы өйрәтмәне, тип ултырмағыҙ, үҙтәрбиә тигән нәмә бар, үҙегеҙҙе үҙегеҙ тәрбиәләгеҙ”, – тип, йыш ҡына бар яуаплылыҡты үҙебеҙгә ҡайтара торғайны. Беҙ иһә гел уның ышанысын аҡларға тырышып йәшәнек, бер ҡайҙа ла илке-һалҡы йөрөмәнек, – тип бүлешә һеңлеһе, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, байтаҡ йылдар Өфө ҡалаһы хакимиәтендә, мәғариф идаралығында яуаплы вазифалар биләгән Гөлзәминә Зөфәр ҡыҙы Кәримова.
Рәсәйҙең Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Әлшәйҙең почетлы гражданины, оҙаҡ йылдар район ҡоролтайын етәкләгән Закуан Әхмәтовтың исеме – халыҡ хәтерендә. Ап-аҡ ҡыштың матур бер көнөндә Әлшәйҙә йыл һайын уның иҫтәлегенә саңғы эстафетаһы ойошторола. Бәйгегә уҡытыусылар һәм уҡыусылар, ойошмалар һәм предприятиелар эшселәре, ауылдарҙан саңғы спортын һөйөүселәр йыйыла. Ир азаматының сәмле рухы менән һуғарылған сара – ябай ярыш түгел. Закуан Зөфәр улы кеүек янып-ярһып, йәнтөйәгеңде мөкиббән яратып йәшәргә саҡырыусы яҡты хәтер байрамы ул.
Альмира КИРӘЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас