Шоңҡар
+18 °С
Облачно
Йәмғиәт
4 Мая , 07:56

Константин Толкачёв вафат булды

Уға 73 йәш ине.

Константин Толкачёв вафат булдыКонстантин Толкачёв вафат булды
Константин Толкачёв вафат булды

Бөгөн ауыр хәбәр билдәле булды: оҙайлы ауырыуҙан һуң, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев арабыҙҙан китте. Уға 73 йәш ине. Был турала бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә хәбәр итте. Һуңғы ваҡытта Константин Толкачев Мәскәүҙә дауалана ине.

– Бөгөн төндә Константин Борисович вафат булды. Ул ҡаты ауырый, һуңғы йылдарҙа ауыр сир менән көрәшә ине. Үҙен бик ҡыйыу тотто. Ысынлап та, офицер кеүек, генерал кеүек. Бер ҡасан да зарланманы. Ваҡыт-ваҡыты дауаланырға йөрөнө. Хәле ауырайғас, ауыр операцияны кисерергә батырсылыҡ итте. Мәскәүҙә эшләнеләр. Ул бик дәртле кәйефтә юлға сыҡты, операциянан сыҡты, ауыр хәлдә булһа ла, йәшәргә теләге ҙур ине. Был иң юғары ихтирамға лайыҡ. Беҙгә, әлбиттә, ауыр. Моғайын, беҙҙең идара итеү командаһында өлкән иптәшебеҙҙе яҡшы һүҙ менән иҫкә алмаған кеше юҡтыр. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай уның етәкселегендә һөҙөмтәле орган булды Бергәләп ижтимағи-сәйәси көрсөк, ковид, махсус хәрби операция, санкция баҫымы үттек. Бик ауыр юғалтыу, – тине Радий Хәбиров.

Константин Толкачевты оператив кәңәшмәлә бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Радий Фәрит улы уны лайыҡлы ерләү ойошторорға ҡушты.

Константин Борисович 1953 йылдың 1 мартында Кемерово өлкәһендә тыуған. РФ Эске эштәр министрлығының Рязань юғары мәктәбен, СССР Эске эштәр министрлығы академияһын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1970 йылда Кузнецк металлургия комбинатында торба иретеп йәбештереүсе ярҙамсыһы булып башлай. 1971 йылдан 1973 йылға тиклем Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1977 йылдан 1996 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы эске эштәр министрлығы системаһында етәксе вазифаларын биләй. 1996-1999 йылдарҙа –Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы. Отставкалағы эске хеҙмәт генерал-майоры.

1999 йылдан –икенсе саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты. Вәкилдәр палатаһы рәйесе, икенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе.

1999-2001 йылдарҙа – РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советының конституцион ҡануниәт буйынса комитеты ағзаһы.

2003 – 2008 йылдарҙа – Өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе;

2008 йылда 60-сы Буй бер мандатлы һайлау округы буйынса БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты була;

2008 йылдан – Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың алыштырғыһыҙ рәйесе.

Шулай уҡ Константин Толкачев Европаның урындағы һәм төбәк властары Конгресының төбәктәр Палатаһында Рәсәй Федерацияһы вәкиле урынбаҫары, РФ закон сығарыусылар советы һәм Башҡортостан Республикаһы Президент советы ағзаһы, БР Президенты ҡарамағындағы ярлыҡау мәсьәләләре буйынса Комиссия рәйесе була.

“Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы” маҡтаулы исемдәренә эйә була. Почет, “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордендары, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.

Фото: Фото: ИА «Башинформ»

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас