

Саҙаҡа биреүҙең сауабы тураһында күп яҙһалар ҙа, һөйләһәләр ҙә, арала байлығы, мал-мөлкәте булып та, хәйер бирергә ашыҡмаусылар ҙа юҡ түгел.
Ә бит Раббыбыҙ йомарт заттарҙы ярата, йәннәткә лә беренсе булып йомарттар керәсәге тураһында әйтелә хәҙистәрҙә.
Көндәрҙән бер көндө бер кеше саҙаҡа биреү хаҡында хәҙис ишетә. Өйөнә ҡайтырға сыҡҡанда урамда инде ҡараңғы була. Ҡаршыһына бер кеше килгәнен күреп, «Быға хәйер бирәйем әле» тип, уға аҡса биреп китә. Иртән торғас, «Һин төндә беҙҙең ҡаланың иң бай кешеһенә хәйер биргәнһең бит», тип бынан бөтә кеше көлә. Ә саҙаҡаны алған теге бай кеше иһә ул төндө йоҡлай алмай. «Нисек инде миңә ябай бер хеҙмәтсе хәйер бирҙе? Ә минең, баҙарҙа кибетем була тороп, ошо йәшемә етеп бер тапҡыр ҙа хәйер биргәнем юҡ» тип бик хафалана һәм шул көндән башлап хәйер бирә башлай.
Ҡарағыҙ, ул кеше яңылыш ҡына тейешһеҙ (бай кешегә) саҙаҡа биреп тә сауаплы эш эшләгән.
Ҡайһы берәүҙәр саҙаҡаны аҡса менән генә биреп була тип уйлайҙар. Ә бит мохтаж кешегә берәр кейем-һалым йәки аҙыҡ бирһәң дә, ул да саҙаҡа һанала. «Бер кеше саҙаҡа биреү йә иһә ҡәрҙәшенең хәлен белешеү өсөн ишеген асһа, Аллаһы Тәғәлә уның малының бәрәкәтен арттырыр». «Үҙеңдең яҡындарыңдан фәҡир булғандарына яҙылған ярҙам саҙаҡанан китер, ҡәрҙәшлек хаҡтарын үтәүҙән дә һаналыр», – тиелә хәҙистә. Ошо урында ике бер туған ир-аттың бер-береһенә нисек изгелек ҡылыуҙарын яҙмай мөмкин түгел.
Күңелдәре изгелектә берҙәм булған бер туған ике ир йәшәгән. Уның береһе өйләнеп, ғаилә ҡора, балалары тыуа. Икенсеһе буйҙаҡ ҡала. Ата-әсәһе үлгәс, улар айырым йәшәргә ҡарар итәләр. Булған бар нәмәләрен уртаға бүлешәләр. Ҡустыһына күршеләге йортто еткерәләр. Был ике туғандың йорттарын бары тик икеһе өсөн дә ашлыҡ һаҡлар өсөн ҡаҙылған ике соҡор ғына айыра.
Һәр кис төнгө намаҙҙан һуң ағаһы йәшерен генә килеп, үҙенең иген һаҡлау соҡоронан бер-ике тоҡто алып ҡустыһына һала торған була.
“Йә, Раббым, миңә ҡатын, балалар бирҙең. Улар миңә хужалыҡта ярҙам итәләр. Ҡартайғас та ярҙамдарынан ташламаҫтар. Ә бына ҡустымдың бер кеме лә юҡ. Миңә ҡарағанда уға орлоҡ күберәк ҡалһын. Аллаһ күршеләргә ярҙам итергә ҡушҡан, ә минең күршем өҫтәүенә туғаным да. Мин үҙемә бирелгәндән ҡәнәғәт”, – тип уйлай ағаһы.
Ҡустыһы ла һәр иртә йәшерен генә үҙ соҡоронан ағаһының соҡорона ашлыҡ һалып торған. “Яңғыҙ кешегә күп кәрәкмәй. Ағайымдың кескенә балалары. Миңә ҡарағанда улар күберәк ашлыҡҡа мохтаж. Аллаһ күршеләргә ярҙам итергә ҡушҡан, ә минең күршем өҫтәүенә туғаным да. Мин үҙемә бирелгәндән ҡәнәғәт”, – тип уйлаған ҡустыһы ла.
Улар икеһе лә йәшерен изгелек эшләйҙәр һәм икеһе лә үҙе генә туғанына ярҙам итә тип уйлай. Аллаһы Тәғәлә ошо туғандарға үҙенең фатихаһын биреп, уларҙың байлығын тағы ла арттыра. Дөрөҫлөктә, Раббыбыҙ изгелек эшләүселәрҙе һөйә.
Эйе, саҙаҡаны күрһәтеп биреү ихтималы бар. Алдан яҙылған ваҡиғала туғандар рыянан һаҡланып, изгелектәрен йәшерен ҡылғандар. Ләкин шулай ҙа башҡаларға вәғәз һәм иҫтәренә төшереү өсөн зәкәт кеүек фарыз саҙаҡаларҙы күрһәтеп биреү гонаһ булмаҫ.
Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) “Йәшерен саҙаҡа биреү Аллаһы Тәғәләнең асыуын һүндерә. Йәшерен биргән саҙаҡа тамуҡ утынан пәрҙә булыр. Ул Ҡиәмәт көнөндә бәндәләрҙе үҙ күләгәһенә алыр”, – тигән.
Саҙаҡа биреүҙең файҙаһы биреүсегә күберәк файҙа менән әйләнеп ҡайтасаҡ. Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: “Өҫтәге ҡул аҫтағы ҡулдан хәйерлерәк”. Саҙаҡа – гонаһтарыбыҙ өсөн килә торған бәлә-ҡазаларға пәрҙә була һәм киләсәктә үҙебеҙҙе һәм киләсәк быуындарҙы төрлө афәттәрҙән, бәләләрҙән дә имен ҡыласаҡ”, – тигән.
Фитыр саҙаҡаһын да бирергә онотма!
Изге Рамаҙан айында мохтаж кешеләргә күберәк саҙаҡа бирергә һәм йомартлыҡ күрһәтергә тырышайыҡ.
Мөбәрәк айҙа фитыр саҙаҡаһын биреү өммәтебеҙгә хас үҙенсәлек һәм ул һәр мосолманға ла изге ғәмәлдәрҙән һанала.
“Фитыр саҙаҡаһы түләнгәнсе, Рамаҙан ураҙаһы ер менән күк араһында эленеп торор”, – тиелә Әнәс бине Мәликтән килгән хәҙистә.
Фитыр саҙаҡаһын биреүҙең мәжбүри булыуына дәлил Ибн Ғаббас тарафынан еткерелгән хәҙистә аңлатыла: «Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) фитыр түләүҙе ураҙа тотоусыларҙың үҙҙәре тарафынан әйтелгән артыҡ һүҙҙәрҙән, тупаҫлыҡтан ҡотолоу һәм шулай уҡ мохтаждарҙы туйындырыу (хәсрәтен уртаҡлашыу, ярҙам итеү) өсөн фарыз иткән”.
Аллаһы Тәғәлә тарафынан үтәлергә ҡушылған әлеге ғибәҙәттең хикмәте шунда, ти, саҙаҡаны түләү менән беҙ ураҙа ваҡытында ебәрелгән хата-кәмселектәребеҙҙән һәм яңлышлыҡтарыбыҙҙан азат булырбыҙ, ИншаАллаһ. Аллаһы Тәғәлә “Ҡөрьән Кәрим’дә: «Әй, мөьминдәр! Мин һеҙгә биргән байлыҡтан Аллаһ юлына һәм мохтаждарға саҙаҡа бирегеҙ...» – тип әйтте («Бәҡара» сүрәһе, 254-се аят).
Фитыр саҙаҡаһын кемдәр
бирә ала һуң?
Ғаилә башлығы бөтә ғаилә ағзалары һәм уның тәрбиәһендә булған кешеләр өсөн үҙенең кеременән түләй. Ә инде ир бала бәлиғ булыуға, әлеге саҙаҡаны үҙе өсөн үҙ кеременән дә бирә ала. Ундай мөмкинлеге булмаған осраҡта, был бурыс ғаиләләге башҡа ир-аттар өҫтөнә төшә. Ә бына ир кеше ҡатыны өсөн фитыр саҙаҡаһы бирергә бурыслы түгел, сөнки ул ҡатынының финанс һәм мал-мөлкәтенә ҡағылышлы эштәренә ҡыҫыла алмай. Әммә ир кеше ҡатыны һәм бәлиғ булған, аҡылы камил балалары өсөн уларҙың ризалығын һорамайса ла саҙаҡа тапшыра ала. Фитыр саҙаҡаһының иң яҡшыһы, фәҡирҙәр һоранырға мәжбүр булмаһындар өсөн, байрам ғәйете алдынан, ғәйеткә тиклем таратыу хәйерлерәктер. Тик байрам намаҙынан кисектерергә ярамай. Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) «Фитыр саҙаҡаһын ураҙа тотоусыға ялған һәм башҡа төр яман һүҙҙәрҙән таҙартыу булараҡ, меҫкендәрҙе ашатыу өсөн фарыз ҡылынды. Кем уны ғәйет намаҙына тиклем бирә, ул ҡабул була. Кем ғәйеттән һуңға ҡалдыра, ябай саҙаҡаларҙан китә”, – тине. Әгәр ҙә алданыраҡ бирелә икән, гонаһ юҡ.
Күп ғалимдар саҙаҡаны фәҡәт ризыҡ менән бирергә ҡуша. Ҡайһы берҙәре шулай уҡ аҡсалата биреүҙе лә рөхсәт итәләр. Тик аҡсаны ниндәй күләмдә бирергә? Быны һәр кеше үҙе хәл итә. Әгәр ул, мәҫәлән, арпа хисабынан сығара икән, арпаның миҡдары Мәҙинә сағы менән 2,4 килограмм, Бағдад сағы менән – 3,6 килограмм. Йәғни, шулай итеп, уртаса өс килограмм арпа хаҡы хисабынан бирергә кәрәк килеп сыға. Шулай уҡ башҡа ризыҡтарҙың да хаҡын өс килограмм иҫәбенән бирергә була. Әммә аҡса ниәте менән бирергә түгел, ә ниндәй ҙә булһа ризыҡ хисабынан ниәт итеп бирергә кәрәк...
Рамаҙан айы тамамланыу – ул изге ғәмәлдәрҙе ҡылыуҙан туҡтау тигән һүҙ түгел. Игелекле эштең иртәһе-кисе юҡ. Рамаҙан айында башланған яҡшы ғәмәлдәребеҙҙе, Аллаһы Раббыбыҙға шөкөр итеүҙәребеҙҙе изге ай тамамланғас та дауам итһәк ине, гонаһлы ғәмәлдәрҙән, яман ғәҙәттәрҙән һаҡланһаҡ ине.
Айгөл ХАФИЗОВА.