Шоңҡар
+14 °С
Облачно
Йәмғиәт
9 Мая , 04:34

Беҙ һуғышҡа барғанда... Хикәйә Сабит ФАЗЛЫЕВ

Яҙмыш шулай ҡушҡандыр, вагонда йәнәш барған ағай менән бер отделениела хеҙмәт итә башланыҡ, көндәр үткән һайын айырылмаҫ иптәштәргә әйләндек.

Беҙ һуғышҡа барғанда... Хикәйә Сабит ФАЗЛЫЕВБеҙ һуғышҡа барғанда... Хикәйә Сабит ФАЗЛЫЕВ
Беҙ һуғышҡа барғанда... Хикәйә Сабит ФАЗЛЫЕВ

Хикәйә

Ҡара мазутҡа буялған паровоз, ауыр йөктән зарланғандай уфылдап, тиҙлек ала башланы. Вагон элмәктәре бер аҙыраҡ бер-береһенә бәрелешеп тешкә тейерлек әсе сыйылдашҡандан һуң, состав һуҙылып, ҡорос тәгәрмәстәрҙең тигеҙ туҡылдауы ҡолаҡҡа ятышлы бер көйгә әйләнде. Артта Өфө станцияһы шау-шыу, ығы-зығыны үҙ ҡосағына алып ҡалды, тимер юл буйлап теҙелгән йөк вагондарына фронт өсөн кәрәк-яраҡ тейәү тауыштары ғына асыҡ тәҙрәләр аша эскә үтеп инә. Тауыштар урыҡ-һурыҡҡа, күренештәр тиҙҙән ялпылдауға күсте. Артмаҡтарын һәндерәләргә урынлаштырып, таҡта иҙәндәрҙе, һиҙелерлек туҙған эскәм­йәләрҙе шығырлата-шығырлата ултырыш­ҡас, кисә генә һалдат формаһы кейгән ир-егеттәр тынып ҡалды.
Хәрби эшелонға тейәлгәс тә ул миңә ҡаршы тура килде. Уртаса буйлы, ҡаҡса кәүҙәле, утыҙ биш-ҡырҡ йәштәрҙәге ағай, ултырған урынында бөксәйеп, бер нөктәгә текләп ҡатҡайны. Ҡалын ҡара ҡаштары аҫтында һоро күҙҙәр әллә минең итектәремә, әллә иҙән ярығына төбәлгән, һирәк һырлы йөҙөндә һағыш сатҡылары сағылып ҡала. Һалдат кейеме килешә үҙенә, пилоткаһын йомарлаған эре тамырлы көрәктәй ҡулдар хужаның ауылда йәшәгәненә ишаралай – ауыл крәҫтиәне. Эйе, колхоз баҫыуҙарында иген иккән, болондарҙа ҡолас ташлап бесән сапҡан, ат ҡамыты һыҡтырған, ғөмүмән, күмәк хужалыҡты күтәргән тарамышлы, ҡояшта янып ҡарайған көслө ҡулдар. Мин тирә-яғымды байҡайым, бөтә вагон эсе шул ағай ише ҡайғыға батҡандай уйға сумған, тәгәрмәстәрҙең ярышып туҡылдауы ап-асыҡ ишетелә. Төрлө йәштәрҙәге, төрлө милләт ир-егеттәр мөмкин тиклем тығыҙ урынлашып, тиңһеҙ һуғыш, өйҙәрендә ҡалған ғаиләләре тураһында уйлай, минеңсә. Йөҙләгән һалдаттар араһынан ниңәлер ул ғына минең иғтибарымды ала. Ағайҙы тикшереүемде дауам иттем. Ул нәҙек ирендәрен ҡымтып, ҡымшанмайынса баяғы нөктәнән моңһоу ҡарашын алманы. Шулай оҙаҡ ҡына ултырғас, гимнастерка иҙеүҙәрен ысҡын­дырып, яғаларын ике яҡҡа тартҡылап ҡуйҙы. Ярыҡ-йороҡ иҫке вагонда бик үк тынсыу ҙа түгел, борсола, моғайын, тыуған яҡтан айырылыуҙы ауыр кисерәлер. Әллә ишле ғаиләһе ҡалдымы икән ауылда, ыбыр-сыбыр балаларын ҡайғырталыр бәлки? Ни булһа ла баяғы ҡиәфәтендә ҡатып, ауыр көрһөнөп ҡуйҙы күршем. Бара биргәс, мине лә буталсыҡ уйҙар солғап алды, берсә тыуған ауыл эсенән гиҙәм, берсә беҙ инәсәк һуғышты күҙ алдына килтерергә тырышам. “Туҡу-туҡу, туҡу-туҡу, туҡу-туҡу”. Иғтибарым йәнә состав тәгәрмәстәренә йүнәлде. Тыумыштан ҡырға сыҡҡан юҡ, уларҙың шулай туҡылдауын тәүгә ишетеүем, ауылыма хас бихисап тауыштар менән сағыштырып, башты стенаға терәнем дә, күҙҙәремде йомдом. Бер аҙыраҡ вагон ыңғайына бәүелә барғас, ойоп киткәнмен. Паровоз көнбайышҡа, һуғыш ғәрәсәтенә ашығыуын дауам итте.
Эҫе, томра көндәрҙең береһендә беҙҙе ҡарағайҙар уратып алған бәләкәй генә ҡаласыҡҡа килтерҙеләр. Кискә табан кирбестән төҙөлгән мунсаға төштөк, ағастар араһындағы эскәмйәләрҙә ултырып ял итергә мөмкинлек бирҙеләр, иртән ашыҡ-бошоҡ ант ҡабул иттереп, ҡоралдан атырға өйрәтә башланылар. Таңдан ҡараңғы төшкәнсе хәрби күнекмәләр менән мәшғүлбеҙ, винтовканың, танкыларға ата торған мылтыҡ – ПТР-ҙың, “Максим” пулеметының төҙөлөшөн ятлап, граната ырғытырға таҫылландыҡ, йүгергән ыңғайы һалам тултырылған тоҡтарға штык менән сәнсәбеҙ. Көндәр тынсыу, шыуышҡанда гимнастеркалар тирҙән һығып алмалы еүешләнә, эҫегә түҙмәй шыңшығандарға командирҙар уҫал екерә: “Тяжело в учении – легко в бою!” Ҡабалан­дыралар, әммә һуғыш хәлен асыҡтан-асыҡ берәү ҙә әйтмәй. Ҡолаҡтан ҡолаҡҡа еткереүҙәренсә, немец ҡала артынан ҡала яулай, фронт йәшен тиҙлеге менән илебеҙ баш ҡалаһы – Мәскәүгә яҡынлай, имеш. Илһөйәр егеттәр фашистың боғаҙынан алырға атлығып тора, сигенеүсе Ҡыҙыл армияға ярҙамға һоранып командирҙарын йөҙәтеп бөттөләр. Әммә улар ҡырыҫ, тәүҙә һуғыш серҙәренә төшөнөгөҙ, тип ҡырт киҫәләр. Көн һайын, иртәнге аштан һуң роталарҙы теҙеп, батальон командиры ялҡынлы сығыш яһай. Аҙаҡтан, сафтарҙың бер осонан икенсе осона күҙ йүгертеп, ул һүҙен нығытып ҡуя:
– Һуғышсылар! Һеҙҙең һәр берегеҙҙең иңендә оло бурыс ята – мәкерле дошманды юҡ итеү, емерелгән ауыл-ҡалаларыбыҙ, һәләк булған ватандаштарыбыҙ өсөн үс алыу!
Мин, ун һигеҙ йәшлек егет, шулай уҡ башҡа иптәштәрем кеүек фронтҡа ынтылам, комбаттың һәр һүҙен йотоп, йоҙроҡтарым төйнәлә, илһөйәрлек тойғоларым күкрәгемә һыймай, йөрәгем дөп-дөп тибә, хәҙер үк сафтан сығып фашисҡа ҡаршы йүгерергә әҙермен. Яҙмыш шулай ҡушҡандыр, вагонда йәнәш барған ағай менән бер отделениела хеҙмәт итә башланыҡ, көндәр үткән һайын айырылмаҫ иптәштәргә әйләндек. Мирсәйет ағай минең райондаш булып сыҡты, Толҡа ауылынан. Ҡарап тороуға үҙ һүҙле генә, әммә командирҙарҙың һәр бойо­роғон еренә еткереп башҡара, тәртип ярата. Яҡташтың ыҫпайлығы күҙгә ташлана, ҡул аҫтындағы көнкүреш әйберҙәре барыһы ла үҙ урынында, ташбаҡалай яй ҡыбырлаған һымаҡ, ә ысынанда иһә башҡаларҙан алда эшен башҡарып ҡуя. Иртән подъем ваҡытында ла мыштырлағандай тойола ағай, ҡараһаң, сафта бил ҡайышын рәтләп беренсе баҫып тора. Шундай өлгөргәнлеге, башҡаларға өлгө булыуы менән яҡын ул миңә, винтовканан атҡанда ла уның һымаҡ сәпкә төҙ атырға тырышам, шулай һиҙҙермәй генә мәргәнлектә көс һынашам. Отбойҙан һуң, дежурный күрмәгәндә гәпләшеп ултырабыҙ, күбеһенсә әңгәмә, әлбиттә, ауыл тураһында бара, һағынып иҫкә алабыҙ тыуған ҡырҙарҙы. Мирсәйет ағай ғаиләһен һөйләргә ярата, ҡатыны, балалары хаҡында сәғәтләп тасуирларға әҙер, шул минуттарҙа уның күҙҙәре яна, йөҙөнән йылмайыу китмәй. Мин уның ғаиләһен шулай ихтирам итеүенә, яратыуына һоҡланам, тын ҡалып тыңлайым, шундай атайҙың балаларын күҙ алдына килтерергә тырышам, бәхетле ҡатынының портретын да эстән генә яҙып ултырам. Шул уҡ ваҡытта ауылда миңә кәләш булырлыҡ, Мирсәйет ағайҙың ҡатыны һымаҡ уңған да, аҡыллы ла ҡыҙҙы эҙләйем, һәр береһенең йөҙөн иҫләргә маташам. Әрмегә алынғанға тиклем ауыл ҡыҙҙарының береһенә лә яҡынларға баҙнат итмәгәйнем, кисен клубта шау-гөр килгән уйындарҙа уларҙан ситләшә инем. Бына әле үкенәм, үҙемдең ҡыйыуһыҙлығым өсөн хатта оялам да. Ниһайәт, беҙҙән өс өй аша йәшәгән һылыу ҡыҙ Хәтифәне һайлайым, күҙҙәремде йомоп уның айҙай аҡ йөҙөн, оҙон сәс толомдарын, зифа буй-һынын күңел күҙе менән төҫмөрләйем. Уңған ҡыҙ ул Хәтифә, семәрләп юнылған көйәнтәһен килешле элеп, тал сыбығы һымаҡ бөгөлә-һығыла һыуға ла бара, көйләй-көйләй кер ҙә йыуа, фермала быҙау ҡараған әсәһе, Хәнифә апайға ярҙам итергә лә өлгөрә. Уларҙың ихатаһында йыуан ботаҡтарын ян-яҡҡа тарбайтып бейек тирәк үҫә, ул әйләнә-тирәлә иң мөһабәт тирәк, ауылға йәм дә биреп ултыра. Мин урамдан үткән ваҡытта күк күлдәкле Хәтифә шул күккә олғашҡан ағас ботағына эленгән миләш сәңгелдәкте бәүетә торғайны. Күк күлдәк уның берҙән-бер күлдәге булғандыр, мәгәр башҡа кейемдә ҡыҙҙы хәтерләмәйем, иллә һалҡын ҡыштарҙы ул еңе ямалған иҫке бишмәттә үткәрҙе. Ауылда саҡта нишләп Хәтифәгә ныҡлап күҙ һалмағанмындыр, әле алыҫта ҡыҙ миңә шундай яҡынайҙы, бер ҙә тотоп ҡарамаһам да нәфис бармаҡлы ҡулдарының йылыһын тойғандай булам. Бына тиҙ арала дошманды тар-мар итеп ҡайтып шул ҡыҙға өйләнергә хыялланам. Беҙҙең өй тулы балаларыбыҙ буласаҡ, үҙем әтмәләгән сәңгелдәк түбәгә ҡаҙаҡланып бөгөлгән сөйҙө йәтим итмәй, йылда һөйөклө ҡатыным ҡулдарында бәүеләсәк...
– Ҡустым, ә, ҡустым, йоҡлап киттең инде әллә?
Уянғандай булдым. Мирсәйет ағай миңә текләп йылы ҡарашын һирпте.
– Бөлөп киттең, тим, бирешмә, һимеҙ итле ауыл һурпаһы түгел шул мында – кәбеҫтә лә сөгөлдөр... Комбатты әйтәм, көн дә ҙур бурыс тураһында иҫкәртә. Ә минең иңемдә өсләтә яуаплылыҡ ята: ғаиләмде һаҡлау, тыуған илемде азат итеү...
Киске барлауҙан һуң һәр кем үҙ урынына таралғас, мин, аруҡ арыуыма ҡарамаҫтан, оҙаҡ йоҡлай алмай тулғандым. Мирсәйет ағай һөйләгән өсләтә яуаплылыҡты төшөнмәнем. Ҡарамаҡҡа ваҡ ҡына нәмә минең иғтибарымды алды. “Һе, ҡыҙыҡ, ағай өсләтә яуаплылыҡ тураһында сурытты, үҙе икәүһен генә атаны. Уйлап ҡараһаң, илеңә баҫып ингән дошманды дөмөктөрһәң ғаиләңде һаҡлап ҡалаһың инде ул. Казармала йоҡлап ятҡан һәммәһе яҡын көндәрҙә яҡындары, тыуған иле өсөн дөмбәҫләшәсәк фашист менән...” Шунда әсәйем иҫемә төштө. “Мин әсәйем өсөн һуғышасаҡмын, юҡ... бөтөн әсәйҙәрҙе яҡлап...” Әсәйем яңғыҙ минең, мин дә уның бөртөк балаһы. Атайым һуғышҡа тиклем яҙғы ташҡында батып үлгәйне. Күҙ бәйләнгәс, күрше ауылдан һыбай ҡайтып килгәндә кисеүҙән сығырға ынтылған, әммә иртән ат ҡорһағынан һыу көн эсендә ҡәҙимге күтәрелеп өлгөргән булған. Атай яндырай ине, күп уйлап тормай ҡаршылашҡан атына ҡамсы менән бер-ике тамыҙған, уныһы тертләп ҡапыл ярҙан һыуға һикергән, баш аша мәтәләнеп барып төшкән атай көслө ағымға эләгеп һыу аҫтына киткән. Кем ҡарап торған тиһең, дөрөҫөн берәү ҙә белмәй, әлбиттә, ауыл ирҙәре бәхәсләшеп шулай булғандыр тип фаразлай. Байтаҡ эҙләнеләр, табыуға өмөт өҙөлгәндә, һыу буйлап биш саҡрым түбәндә ятҡан ауыл тәңгәлендә, һөҙәк ярҙа таптылар. Ни булһа ла атайһыҙлыҡты буйтым татып өлгөрҙөм мин. Бөтөн йорт мәшәҡәттәре ауыр таштай минең ҡаҡса яуырындарыма ятты: бесән мәле етһә, колхоз эшенән һуң ҡараңғы төшкәнсе атайҙан ҡалған туғыҙлы салғыны һелтәү ҙә, урманда утынға ҡаҡ ағастарҙы тумырыу ҙа, уҫал бригадирҙан ылау һораныу ҙа, башҡа ваҡ-тейәк тормош әсеһе. Әсәйем төҫкә-башҡа сибәр минең, һоратыусылар әйләнгән һайын тупһа тапаһа ла, ул атайыма тоғро ҡалды, һәр ингәнен ипле генә кире ҡаҡты. Яуға оҙатҡанда ауыл осона тиклем минән ҡарашын алмаған әсәйемдең кинәт һурылып киткән ҡаҡса йөҙөн шәйләнем, яулығы аҫтынан сығып туҙраған сәстәренең салланғанын күреп йөрәгем телгеләнде. Уны йәлләп күҙемә йәштәр төйөлдө, иптәштәремдән оялып башымды эйҙем. Йәнем әрнеп: ”Минһеҙ ҡалайтыр инде әсәкәйем, бер үҙе ҡала, тиҫтерҙәремдең, исмаһам, өйҙә ҡул аҫтына ингән һылыу-ҡустылары бар”, тип уйланым. Ул арала беҙҙе тейәгән арба шып туҡтаны, башыма ҡағылған ҡайнар усты һиҙеп күтәрелеп ҡараным һәм әсәйемдең ҡайғыға батҡан йөҙөн күрҙем...
Ауыр уйҙарҙан йөрәгем ярһып тибергә тотондо, онотолоп йоҡларға тырыштым, әммә хәтирәләр тынғы бирмәй. Дежурный бүлмәһенән һирпелгән һүрән яҡтылыҡҡа текләп ята торғас, йүгерек уйҙарым йәнә Хәтифәгә барып ялғанды. “Мине оҡшатып йөрөнөмө икән, әллә күңеле башҡа егеттәме? Туҡта, бер булһа ла миңә күтәрелеп ҡарағаны булдымы? Һай, әттәгенәһе, бешмәгән мин, ҡыҙҙарҙан уттан ҡурҡҡандай ҡаса торғайным да баһа...” Күҙ алдымда күк күлдәкле Хәтифә ҡоластай тирәк төбөндә сәңгелдәк бәүетә. Был төндө мин бик матур төш күрҙем. Ҡулға ҡул тотоношҡан әсәйем менән Хәтифә бәхетле йылмайышып беҙҙең урамдан үттеләр.
...Донъя һелкенә. Ер менән күк тоташты. Немец самолеттары иҫәпһеҙ, әйләнә лә киләләр, әйләнә лә киләләр. Ауыр бомбардировщиктары бомбаларын ташлап олағыуға, ҡорбанын аңдып тәпәштән осҡан ҡыйғыр ҡош һымаҡ йылғыр истребителдәр беҙҙең окоптарға бөтә төр ҡоралдарынан ут сәсеп үтә. Һауаны саң-туҙан, ҡарағусҡыл төтөн ҡапланы, хатта ҡайнар ҡояштың яҡты нурҙары юғалып, күктә ҡояш урынына тоноҡ шар ғына ялтырай. Бындай мәхшәрҙе бер ҙә кисергәнем булмағас, ҡотом осто, тупраҡты өңөп инерҙәй булып окоп төбөнә һылаштым. Ниндәйҙер бер мәлдә асырғанып бармаҡтарымды тупраҡҡа батырғайным да инде. Эргәлә, каскаһына сумған Мирсәйет ағай, винтовкаһын ҡосаҡлап, туптай йомарланған ине. Унан арыраҡ бомба шартлауынан өҙгөләнгән һалдат кәүҙәһе тупраҡ менән буталған, пулеметы тәгәрмәстәрен өҫкә ҡалҡытып окоп төбөнә ялпашҡан. Минең һымаҡ мыйығы ла сыҡмаған йәш һалдат ине, бер отделениенан. Пулеметсылар, ғәҙәттә, парлы, икенсеһе лә, моғайын, һәләк булғандыр. Мин ҡымшанмай тирә-яғыма күҙҙәремде йөрөтәм, өйрәнелмәгән күренештәрҙән эсем бошто. Пулялар, баш өҫтөнән генә һыҙғырып, окоптың ҡаршы стенаһын теткеләй. Ялҡауланмай траншеяларҙы тәрән ҡаҙыуыбыҙға ҡыуанып ҡуйҙым. Эсемдән әсәйемдән ишеткән доғаларҙы ҡабатлайым, ышанмаһам да, Хоҙайға ялбарам, бәлки, шуғалыр бомбалар ситтә шартлай, һауаға күтәрелгән балсыҡ ямғыры ғына шыптырлап беҙҙе ҡойондора. Әммә самолеттар ҡоҙғондар өйөрө ише әллә ҡайҙан сығып ҡына торалар, ҡурҡыныс геүелдәшеп траншеяларға ябырыла, шартлауҙар йышайҙы ғына. Фронтҡа тиклемге ҡыйыулығым юҡҡа сыҡты, ғүмеремдең ҡыл өҫтөндә икәнен аңлап аяҡтарым дерелдәй башланы. Һа-ай, бала саҡта һуғыш уйыны уйнағанда сыбыҡҡа атланып Чапай булып урам буйлап саба торғайныҡ, ҡылыс алышып үҙебеҙсә батырлыҡтар ҡыла инек, юрый яраландыҡ та, ә ысын ҡан-ҡойош төшөбөҙгә лә кермәгән. Беҙ урам үләнлегендә сыр-сыу килеп сыбыҡ сабышҡанда ҡапҡа төбөндә ширлектә ултырған Хәтмулла бабайҙың: ”Э-э-эй, балалар, ысын һуғышты күрергә яҙмаһын инде һеҙгә”, – тип көрһөнгәнен иҫләйем. Хәтерләүемсә, бер күҙен аҡ баҫҡан ҡарт быуат башында үткән барлыҡ ҡыйралыштарҙа ҡатнашҡан, таяғы ҡулынан төшмәне, бер аяғын арҡыры баҫып йөрөр ине. “Бөттөм, бомбалар һәр аршынды һанай, хәҙер береһе беҙгә эләгәсәк”. Ҡурҡыныс уйҙан күҙҙәремде йомдом. “Үлемем ошо микән ни? Ун һигеҙ йәштә генә донъя менән хушлашам... Мин тормош матурлығын, әсе-сөсөһөн татып та өлгөрмәнем бит... Йәшәгем килә... Минең йәшәгем килә-ә-әһ...” Үҙемде йәлләп һыҡтайым, яҡлау эҙләгәндәй ҡарышлап Мирсәйет ағай яғына шылышам. Яй ҡыбырлап уға төртөлдөм, ағай башымды баҫып, атайҙарса ҡосағына алды.
– Хәҙер бөтә... ҡустым, хәҙер бөтә, – тип шыбырлай ул, тынысландырып, үҙенең дә ҡулдары ҡалтырай. – Тора күрмә...
Сираттағы бомба беҙҙең баш осонда ғына ярылды, күҙ асҡансы тәрән соҡор уйылып окоптың яртыһы ишелеп төшкәйне. Икебеҙҙең дә ярты кәүҙә күмелеп ҡалды, күкрәктән өҫ яҡ, киреһенсә, һерәйҙе, баштарыбыҙ асыҡ, истребителдәр ут һиптерә башлаһа – бөттөк. Бәхеткә, киләһе самолет кәйелеп үтеүгә, ҡапыл тирә-яҡ тынып ҡалды. Бер аҙыраҡ ултырҙыҡ ҡолаҡ һалып, күҙҙәр менән генә бер беребеҙҙе ҡапшап алдыҡ, имен-аманбыҙ, шикелле. Яйлап окоптар хәрәкәткә килде, яралылар ыңғырашты, санитарҙар йүгереште, иҫән ҡалған командирҙар һалдаттарын барлап һөрән һалды. Мирсәйет ағай менән тырмашып балсыҡ өйөмөнән сыҡтыҡ, ах та ух килеп өҫ-баштарҙы ҡаҡҡыланыҡ, һыу эсеп тын алдыҡ. Мөғжизә, сыйылған да урын юҡ, мин ышанып етмәйем, еңел ҡотолғаныбыҙға ҡыуанам, әйтерһең, был немецтарҙың аҙаҡҡы һөжүме, алда тик ғүмерлек тыныслыҡ. Һауала аҫылынған саң пәрҙәһе еңелсә иҫкән елдән яйлап юҡҡа сыҡты, күңелде болғандырып көйгән еҫ – әллә ҡурылған ит еҫе, әллә янған тимер еҫе таралды. Күршеләге пулеметсыларҙы ҡаҙып, өҙгөләнгән кәүҙәләрен һуҙып һалыу бик ауыр тәьҫир ҡалдырҙы, сәғәт элек кенә гәпләшеп ултырған егеттәрҙең ҡанға батып ятыуы беҙҙе шаңҡытты. Иптәштәребеҙҙе байҡап, үлеләрҙе һанағандан һуң, ҡайғырышып винтовкаларҙың затворҙарын, көбәктәрен балсыҡтан таҙартырға керештек. Мирсәйет ағай уйсан, билендәге гранатаны һөрткөләгән ыңғайы тәрән көрһөндө:
– Тәүге бәрелештә үк ярты батальон ҡырылды ла ҡуйҙы... Э-э-эх, нимескә бер атып өлгөрмәнеләр, исмаһам, ә барыһы ла хыялланғайны... Ҡалайтаһың инде... Ямғыр кеүек яуған бумбыларҙан иту яртыбыҙ иҫән ҡалды. Дә-ә-ә, йәйге селләлә ҡоторған себен һымаҡ бит былар. Уларға ҡаршы беҙҙең бер генә самолет күренһәсе...
– Нимес көслө, ивет, ағай... Әле бер патрон да атып өлгөрмәнек, һауанан ғына ҡырҙы ла ҡуйҙы. – Мин дә төшөнкөлөккә бирелдем. – Былай барһа – белмәйе-е-ем...
Шул ваҡыт алыҫтан ишетелгән геүләү иғтибарыбыҙҙы алды. Ҡалҡынышып дошман яғына төбәлдек. Ә унда-а-а... Ике-өс саҡрым алыҫлыҡта үҫкән ҡайын сауҡалығынан теҙеле­шеп немец танкылары сыға башланы. Танкылар артынан һоро масса булып иҫәпһеҙ һалдат йүгерә-атлай беҙҙең позицияларға табан ыңғайланы. Беҙ ауыҙ асып аңғырап торғанда, ашығып взвод командиры килеп етте, үтеп барышлай ғына бойороҡтарын яуҙырҙы:
– Эй, һуғышсылар, пулемет артына ятығыҙ! Патрон ленталарын ҡумталарҙан алып, йәтешләп һалығыҙ! Минең командаһыҙ атмаҫҡа! Танкыларға ҡаршы гранаталар әҙерләгеҙ! Тиҙ генә!
Командирҙың үҙен тыныс, ышаныслы тотошо беҙҙе дәртләндерҙе. Мирсәйет ағай менән ҡабаланып “Максим”дың деталдәрен ҡапшарға, төҙөклөгөн тикшерергә тотондоҡ, бомба шартлауынан уның ҡалҡаны ғына йәмшәйгән булып сыҡты. Һәләк булған егеттәр яуаплы ҡарағандар үҙ бурысына, тимер дуҫтарын тейешенсә тәрбиәләгәндәр, майлағандар, көбәгендә һыу кәрәкле кимәлдә ине. Ул арала фашист пехотаһы яҡынайғандан-яҡынайҙы, алғы танкылары осорған тәүге снарядтар окоптар алдында тупраҡ ҡойоно күтәрергә өлгөрҙө. Паникаға бирелеп, артҡа ташланыусылар булғандыр, күрәһең, комбаттың киҫкен тауышы ҡолаҡҡа салынды:
– Бер аҙым да артҡа!
Самалауымса, пехота винтовка пуляһы алырлыҡ араға етте, түҙмәнем, ялпылдаған һоро кәүҙәне сәпкә һалып, тәтегә баҫтым, мине ҡыуандырып дошман киҫелгән ағастай ергә ялпашты. Үлдеме, яраландымы, әммә ул минең беренсе еңеүем ине. Немецтар тиҙ яҡынайғандай тойола, улар шул хәтлем күп, ҡырмыҫҡа иләүендәге кеүек йыбырлайҙар. Йәһәтләп затворҙы хәрәкәткә килтереп киләһе ҡорбанды һайланым, тик өлгөрмәнем, командирҙың ҡарлыҡҡан тауышы мине тертләтте:
– Ут!
Мирсәйет ағайҙың көслө ҡулдарында пулемет ҡапыл телгә килде:
– Та-та-та-та!
Дошман пехотаһы сабылған үләндәй ҡырыла, өлгөргәндәре ятырға мәжбүр, танкылар ҡара броняларын ялтыратып, ажарланып үрмәләүен дауам итте. Шул ваҡыт артҡы позицияларҙан беҙҙең иҫән ҡалған пушкалар ата башланы. Тик снарядтар танкылар араһында шартлай, дошман техникаһына бер ниндәй зыяны юҡ һымаҡ. Былай барһа, немец беҙҙе позицияларҙан һөрөп сығарып, ҡола яланда ҡуян аулағандай сүпләйәсәк, пушкаларҙы ла иҙеп үтәсәк. Барыһы ла минең кеүек хәлдең аяныслығын аңлағандай. Борсолоп бер мәлгә тағы төшөнкөлөккә бирелдем, тор ҙа бөтә көскә артҡа, тылға һыпырт инде. Мирсәйет ағай пулеметтан һиптереүен дауам итте, ҡарашын фриц яғынан алмай ҡысҡырып миңә өндәшкәндәй. Шунда ғына уға ярҙам итергә тейешлегем иҫкә төштө, патрон ленталарын рәтләнем, алға төбәлеп гранаталарҙы әҙерләнем... Ух, күҙемә күренәме?.. Мине ҡыуандырып тәүҙә алдағы танк төтөн ҡосағында ҡалды, икенсеһен ҡапыл ут солғаны, өсөнсөһө туҡтаған урынында өйрөлөп-сөйрөлдө лә, аҡ тәреһен күрһәтеп тынып ҡалды. Совет ғәскәрҙәрен дәртләндереү өсөн был бик ваҡытлы, мөһим ине. Артабан фашист танкылары бер-бер артлы ҡыйралыуға дусар булды, окоптарға килеп еткәндәрен һуғышсылар гранаталар менән һыйлап туҡтатты. Имен ҡалған бәғзеләре ҡара төтөн борҡотоп килгән яҡтарына боролдо, пехота ла ярҙамһыҙ ҡалғанын аңлап тырым-тырағай сигенергә мәжбүр булды, арттарынан мөмкинлек булғансы бар ҡоралдан атып ҡалдыҡ. Әммә шатлығыбыҙ оҙаҡҡа барманы. Немецтың хәйләкәр ҙә, көслө лә икәнен аңланыҡ шунда, һан менән түгел, ҡорал менән алдыра икән, тере көсөн һаҡлай. Ҡалдыҡтары ҡайынлыҡ артына ышыҡланып, күҙҙән юғалыуға, һауала миналар һыҙғыра башланы. Тимәк, минометтарын эшкә ҡушты фашист, алыҫтан бөтөрә беҙҙе. Йәнә окоп төптәренә сумдыҡ.
– Ух! Ух! Ух! – Дошман миналары ҡурҡытырға теләгәндәй алыҫтан һыҙғырып оса һәм ауыр ухылдап ергә бәрелә.
Сирек сәғәт баш ҡалҡытырға бирмәне немец, дивизия позицияларының аҫтын-өҫкә килтерҙе. Был минуттарҙа ниндәй генә уйҙар баштан үтмәне, шартлауҙарҙың ахыры юҡ кеүек ине, әммә миналар беҙҙе аяй, йә килеп етмәй, йә аша үтә. Тағы доғалар уҡыйым, инәләм, шыбырлайым... Әммә... Алдағы ҡолаҡ тондорғос шартлауҙан мин бер мәлгә генә иҫемде юғалтҡандай булдым. Баш шаулауҙан уҡшып күҙҙәремде астым... һәм ҡотом осто: Мирсәйет ағай окоп төбөндә салҡан ята ине. Көскә ҡалҡындым, тубыҡланған килеш сайҡала-сайҡала уға уҡталдым. Ағайҙың күҙҙәре йомоҡ ине, иҫәнлеген белдергәндәй телен сығарып балсыҡлы ирендәрен ялай. Ниңәлер тирә-яҡ тынып ҡалды, аптырап баҫырға уйлайым, ун аҙым ситтә тауыш-тынһыҙ күккә тупраҡтар сорғотоп мина ярылыуын күрәм. Ҡолаҡтар зыңлай, мин уңлы-һуңлы башымды сайҡап Мирсәйет ағайға ҡарайым, ул ҡыбырланы, күҙҙәрен асып миңә текләне, нимәлер өндәште, буғай. Уның кәүҙәһенә ҡағылған ҡулымды күтәрҙем, бармаҡтарым ҡып-ҡыҙыл ҡан ине. “Санитар!..” – тип ҡысҡырам, ләкин үҙемдең тауышымды ишетмәйем, ни ҡылырға белмәй яралы ағайҙың гимнастерка төймәләрен ысҡындырырға маташам, өҙгөләнгән кейеме йыртығынан һалынып сыҡҡан йыуан бауҙы аңламай тотҡолап ҡарайым, төшөнгәс, ытырғанып ҡулымды тартып алам. Уның ҡорһағы аҡтарылған ине, мин бау тигәнем эсәге булып сыҡты. Кинәт ҡолаҡтарым асылды, тирә-яҡта барған ғәрәсәт тауышын ишетә башланым, әммә бар иғтибарым Мирсәйет ағайҙа, яраһына ҡарайым, ни ҡылырға белмәй: “Ағай, түҙ инде, ағай...” – тип һыҡтайым. Ул арала шартлауҙар кәмене, мин шаңҡып ултырғансы бөтөнләй тынып ҡалды. Зиһенем асылды, асырғанып: “Санитар! Санитар!” – тип үкерҙем. Мирсәйет ағай ыңғырашты ла: “Һыу...” – тип шыбырланы, мин билемдәге фляжканы ысҡындыра алмай аҙапландым. Ниһайәт, ҡапҡасын асып, уның ҡанға буялған ирендәренә килтерҙем, тик ҡулымды ҡаты ҡыҫып ситкә тарттылар, аптырап күтәрелеп ҡараным.
– Һыу бирә күрмә, уға ярамай. – Санитар икән. – Хәҙер тылға оҙатырбыҙ, әлегә ятып торһон.
– Ҡустым, тыңлале... – тип шыбырланы Мирсәйет ағай саҡ тын алып. – Минең хәл мөшкөл, һиҙәм – аҙаҡҡы минуттар кисерәм...
– Ҡуй әле, ағай, нимә һөйләйһең... – Минең күҙҙәремә йәштәр тығылды.
– Бүлдермәһ... ыһ... Һиңә бер үтенесем бар... Арҙаҡлыла, беҙҙең күрше ауылда, Тәскирә йәшәй... Минең... Минең икенсе ҡатыным... Һөйәркәм була... Беҙҙең ҡыҙыбыҙ бар... Ун алты йәш... Һин һуғыштан ҡайтҡас, ҡыҙыма өйлән... Улар минһеҙ бөлөрҙәр... Ә һин уларға терәк булырһың... Зинһар, үтенесемде үтә...
Ул хәлһеҙ ҡулын шылдырып минең усыма ҡағылды.
– Ағай, ағай, һауығырһың, мына күрерһең, ҡайтырһың Тәскирә апай янына... – Мин нимә тип әүрәтергә белмәй, телемә килгән һүҙҙәрҙе ҡабатлайым. – Эйе, ағай, ҡайтырбыҙ, үлмә генә...
– Тыңла... ыһ... Арҙаҡлыға ҡайтҡас... Кеҫәнән ал... Тәскирәгә бирерһең, аңлар... Ҡыҙыма өйләнһәң – үкенмәҫһең... Бик тәүфиҡлы бала... Кх-кх-кх... Һүҙемде йыҡма, улым... Уларҙы һаҡлай ҙа алманым...
Мин яҡташымдың түш кеҫәһенә тығылып унан ҡулъяулыҡ һөйрәп сығарырға өлгөрҙөм, ағайҙы носилкаға һалып алып киттеләр. Санитарҙарҙы окоп боролошонда күҙҙән юғалғансы оҙатып, ишелеп төшкән тупраҡ өҫтөндә шаңҡып ултырҙым. “Яраһы ауыр шул, ярсыҡ эсен аҡтарған. Э-эх, әле генә һәләк булыусыларҙы йәлләп ултырғайны... ” – тип борсолоп уйланым. Сикһеҙ ҡыйын ине миңә, ҡанлы устарым менән битемде ҡаплап һыҙылып илап ебәрҙем. Янымдан үтеүсе һалдаттарҙан да оялманым, дөрөҫөрәге, уларҙың барлығы тураһында оноттом. Һулҡылдап тыныуға бармаҡ араһына ҡыҫылған әйберҙе һиҙеп устарымды астым, ҡан таптары тамған Мирсәйет ағайҙың ҡулъяулығы ине ул. Ситтәре килештереп сигелгән матур ҡулъяулыҡ, Тәскирә апай бүләге, моғайын, уның төҫө итеп ҡәҙерләп түш кеҫәһендә йөрөткән. Шул минутта яҡташымды ҡатынына ҡарата ҡылған хыянатта ғәйепләп өлгөрҙөм, ләкин уның яғымлы ҡарашын иҫкә төшөрөп шунда уҡ кисерҙем. “Улым, тинесе миңә, шулай яҡын күргән инде мине”, – тигән уйҙан йәнә күҙҙәремә йәштәр тығылды, ғәрәсәт ваҡытында башымдан ҡосаҡлап кәүҙәһе менән ҡапларға тырышыуын иҫләп, иренемде ҡанатҡансы тешләнем. Ҡапыл ағайҙың өсләтә яуаплылығы иҫкә төштө, ике ғаиләһе алдында торған бурысын аңлатмаҡсы булған да, әйтеп бөтөрмәгән, күрәһең. Бәлки, уңайһыҙланғандыр ҙа минән. Шул бурысын миңә тапшыра һымаҡ, ҡолаҡҡа уның яртылаш аңлатҡан һүҙҙәре тулыланып ишетелгәндәй: “Ә минең иңемдә өсләтә яуаплылыҡ ята: немец илбаҫарҙарынан Ҡолҡа ауылындағы ғаиләмде һаҡлау, Арҙаҡлылағы Тәскирәм менән ҡыҙым өсөн һуғышыу, Тыуған илемде азат итеү...” Яҡын тирәлә окопташтар ҡайнашһа ла, үҙемде ҡола яланда яңғыҙ ҡалғандай тойҙом. “Ҡалдырып китте мине Мирсәйет ағай”, – тигән уйҙан йөрәгем һулҡылдап һыҙларға тотондо. Мин яйлап ысынбарлыҡҡа ҡайттым. Ауылда Мирсәйет ағайҙың ҡара ҡағыҙын уҡып ҡайғыға батҡан ҡатынын күҙ алдына килтереүгә күкрәгемдә нәфрәт уты тоҡанды, контузиянан ауыртҡан башымды ла оноттом, күтәрелеп винтовкамды фашист яғына йүнәлтеп йәтешләп яттым, ләкин ҡапыл сигенергә бойороҡ яңғыраны. Ауыр яраланған комбат урынын биләгән беренсе рота командиры, иҫән ҡалған батальон ҡалдығын теҙеп, тылға ашыҡтырҙы.
“Беҙ кире килербеҙ, ағай өсөн, һәләк булған иптәштәребеҙ өсөн үс алырбыҙ!” тигән уйҙа мин аяҡтарҙы саҡ шылдырып һалдаттар артынан эйәрҙем. Артта, немецтар яғында башланған геүләү көсәйгәндән-көсәйҙе, аҙаҡ һулдан да, уңдан да ишетелә башланы. Фашист беҙҙе ҡамауға алырға үрһәләнә, күрәһең. Ҡаҙандан сығырға өлгөрәбеҙме, юҡмы? Алда – билдәһеҙлек. Мирсәйет ағайҙы юғалтыу шауҡымынан һеңгәҙәп мин атланым да атланым. “Юҡ, һауыға алмаҫ ағайым, эсе ныҡ аҡтарылған ине”, тигән уйҙан йөрәгем туҡтамай һыҡраны, сигенеүебеҙ ҙә ныҡ бошондорҙо.
...Көн кискә тартты. Күпте күргән иҫке арба юлдың һәр сутырмағын һанап йәмһеҙ шығырлай, алтәкмәге тешкә тейгес әсе сыйылдай. Ҡола бейә, күҙҙәренә ҡунып ыҙалатҡан себендәрҙе ҡыуалап аҙым һайын башын сайҡай, йүгәнен сылтырлатып бышҡырып ҡуя. Һаҡалы бер ҡарыш ҡарт, арбанан аяҡтарын һәлендереп ултырған килеш ат артынан ҡарашын алмай оҙаҡ ҡына барҙы ла, минә табан әйләнеп:
– Фронттан ҡайтыуыңмы? – тип һүҙ ҡушты. – Мин яуап биреп өлгөрмәнем, йәнә һораны: – Арҙаҡлыға, кемгә юл тотоуың?
Уңайһыҙ ултырыуҙан һыҙлай башлаған яралы аяғымды ыуғылап нимә әйтергә белмәй ҡаушап ҡалдым. Ат хужаһы:
– Но-о-о! – тип дилбәгәне ҡаҡты ла, тишеп ҡараны: – Беҙҙең ауылда ни йомош, тип һорайым, бер ҙә генә сырамытмайым үҙеңде.
– Аманат тапшырырға ине, Мирсәйет ағай ғаиләһенә... – Бабайҙың төпсөнөп барыбер әйттерәсәген төшөнгәйнем, шуға йәшермәй тура ҡаҡтым.
Ғаиләһе һүҙенә юрый баҫым яһаным. Һаҡалтай бер аҙыраҡ өндәшмәй барҙы ла:
– Тимәк, Тәскирәгә, – тине лә дауам итте. – Мирсәйет яуҙа ятып ҡалған тип ишеткәйнем шул. Ыш-быш йөрөһәләр ҙә, беҙ ҡапсыҡта ятамы инде. Ярар, үткән эшкә – салауат, шәп кеше ине, әрәм булған... Һа-а-ай, бер ул ғынамы, кеше ғәләмәт ҡырылды бит, тегендә – нимес, мында аслыҡ ҡоторондо.
Ул арала беҙҙең ылау текә тау моронон урауға тәүге өйҙәргә төртөлдөк. Ҡарт ҡулындағы сыбығын ауыл уртаһындараҡ ултырған бейек тирәк яғына һелтәне:
– Ана, күрәһеңме яңғыҙ ағасты, шунда йәшәй Тәскирә ҡыҙы менән, яңылышмаҫһың – ҡыҙы тас Мирсәйет инде.
Ҡапҡа төбөнә туҡтауға мин хайран ҡалдым. Күккә олғашҡан тирәктең ҡеүәтле ботаҡтары нәҡ Хәтифәләр ихатаһындағы кеүек тарбайып үҫкәндәр ине. Тирәктәрҙең оҡшашлығын күреп аптыраным шунда. “Гүйә, игеҙәктәр”, – тигән уй ялтлап үтте баштан. Шул ағас иғтибарымды арбап арбанан төшә алмай мыштырланым, бер аҙыраҡ этләнгәндән һуң таяғым ярҙамында ергә таяндым. Ҡырҡ бер йәйенән, тәүге сирҡаныстан һуң, артабан йыл буйы ҡаты алыштарҙа ҡатнашып, Сталинград фронтында ауыр яраланғайным, һөжүм ваҡытында уң аяғым мина ярсығынан йәнселде. Ике ай госпиталдә аунарға тура килде, һөҙөмтәлә тубыҡтан бөгөлмәй ҡалды аяҡ, аҙаҡ һуғышҡа яраҡһыҙ тип таптылар. Арба ҡуҙғалыуға, һуҡмаҡтан ҡапҡаһыҙ өйгә табан һылтыҡланым, таяғым юҡ-барға эләгә, ян-яҡтан үлән ҡуйы булып буй еткергән. Хәҙер өйҙән Хәтифә сығыр төҫлө. Тәҙрә ҡорғаны ялпылдағандай булды, эстә нимәлер дыңғырлап иҙәнгә төштө. Тупһаға яҡынлауға, ишек асылды, мине йәнә шаңҡытып, Хәтифәнең әсәһе пәйҙә булмаһынмы! Ауыҙ асып баҙап ҡалдым, ҡатын мине баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе лә, күкрәгемдә ялтыраған миҙалдарға текләне.
– Кем кәрәк ине? – Хужабикәнең яғымлы, нескә тауышы мине һиҫкәндерҙе, Хәнифә апайҙың гөлдөрләүекле телмәренә тартмаған ине, битендәге миңде шәйләп Хәнифә апайҙа юҡлығын иҫләнем, әммә уларҙың ныҡ оҡшашлығын билдәләнем: “Ғәжәп, улай ҙа була икән! Тирәк, хужабикә, өҫтәп ҡыҙы ла Хәтифәгә оҡшаһа?”
– Һеҙ... Һеҙ Тәскирә апаймы? – Мин, уңайһыҙланып, торған урынымда һылтыҡлап алдым, һелкенеүгә миҙалдарым күңелле сылтырап ҡуйҙы.
– Эйе, – тине ҡатын, күҙҙәрен ҡыҫып. – Кем тип әйтәйем?
– Мин Мирсәйет ағай менән һуғышта бергә булдым. Аҙаҡҡы тапҡыр күргәндә ул... ул ауыр яраланды... Шунан юлдар айырылды...
– Былтыр йәйенме? Похоронкаһы килде... Килгән тип ишеттем... – Тәскирә апайҙың тауышы ҡалтыраны, әллә башы әйләнде, ике ҡуллап тупһа бағанаһына йәбеште. – Ҡайҙа ерләнеләр икән?..
– Уныһын белмәйем инде, апай. – Йәһәтләп кеҫәмә тығылдым. – Мына, Мирсәйет ағай тапшырырға ҡушҡайны...
Сағыу биҙәкле ҡулъяулыҡ ҡанға буялған килеш ине. Ул минең кеҫәмдән төшмәне, әле ҡәҙерләп кенә апайға һуҙҙым. Хужабикәнең һоро күҙҙәре ҙур асылып, ирендәре дерелдәне.
– Һеҙҙең төҫөгөҙ итеп йөрөттө... – Мин күрәләтә алдаштым. Ә, бәлки, ысынлап та шулай булғандыр, миңә яраланғас ҡына тапшырҙы бит ағай.
– Икенсе кеҫәһендә ҡатынының ҡулъяулығын һаҡланы... – Миңә тағы бер яңылыҡ асты апай. – Хатында шулай тип яҙғайны Мирсәйет... Йәш саҡта ғашиҡ булып та кейәүгә сыға алманым, егетем фажиғәгә осраны. Мирсәйетте осратып, донъям бөтөнәйгәйне лә... Булмаһа булмай икән, минең бәхет яңғыҙлыҡталыр инде...
Тәскирә апай ҡулъяулыҡты танауына килтерҙе, бер бөртөк күҙ йәше бите буйлап тәгәрәне лә эйәгендә аҫылынып ҡалды.
– Ҡулъяулыҡты миңә аманат итеп тапшырғандыр, тейем Мирсәйет ағайҙы. Ни булһа ла мине шул һаҡланы тип уйлайым...
– Һаумыһығыҙ. – Мин тертләп әйләнеп ҡараным. Аяҡ тауыштарын нисек ишетмәгән­беҙҙер, салғы тотҡан ҡыҙ бала һағайып беҙгә алмаш-тилмәш ҡарап алды. Аҡ яулығы аҫтында янып торған һоро күҙҙәр Мирсәйет ағайҙыҡы ине, хатта йөҙөнән һирпелгән йылы нур ҙа уныҡы. Иҫке генә күлдәге кәүҙәһенең бар матурлығын белдереп һылашып тора.
– Мына ҡыҙым да эштән ҡайтты, – тине хужабикә ҡулъяулыҡты артына йәшереп. – Мин дә әле генә бушағайным... Был атайыңдың хеҙмәттәше, һуғышта бергә булғандар...
– Һау... һаумыһығыҙ. – Ҡыҙҙың һылыулығынан ҡаушап, телем көрмәлде. – Фронттан... Һуғыштан ҡайтып барыуым... Мирсәйет ағайҙың үтенесен үтәргә тип һуғылдым һеҙгә.
Ҡыҙ, һүҙһеҙ генә мине урап үтте лә, салғыны нигеҙгә терәп, тупһаға күтәрелде.
– Хәҙер самауыр ҡайнап сыға, инегеҙ, сәй эсербеҙ, – тине Тәскирә апай йылмайып, әйләнеп ишектә юғалған ҡыҙына өндәште. – Ҡыҙым, ашъяулыҡ хәстәрлә.
Мин баш ҡаҡтым. Аҡһап, ҡыҙ ҡалдырған салғыны күтәрҙем дә, хужабикәнең һынаулы ҡарашы аҫтында өс аҙым ситтә күкрәп ултырған муйыл ағасының ботағына элдем. “Тыныс бул, Мирсәйет ағай, ҡулъяулығыңды тапшырҙым, һин теләгәнсә ғаиләңде ҡурсаларға һүҙ бирәм”. Татлы уйҙар ҡосағында, бында тиҙҙән тағы ла киләсәгемде аңлап, өйгә табан ыңғайланым. Тирәк ботағына ҡунған ҡош күңелле һайрап мине оҙатып ҡалды.

 

Автор:
Читайте нас