Шоңҡар
+18 °С
Облачно
Йәмғиәт
19 Мая , 04:54

Нәҫел ҡаҙаны Хикәйә Айгөл Ғәлиәкбәрова

Миңә ҡыйын булып китте. Тәүлек буйына бында үлем түшәгендә ятҡан кеше эргәһендә ултырыу рәхәт түгел бит инде.

Нәҫел ҡаҙаны   Хикәйә Айгөл ҒәлиәкбәроваНәҫел ҡаҙаны   Хикәйә Айгөл Ғәлиәкбәрова
Нәҫел ҡаҙаны Хикәйә Айгөл Ғәлиәкбәрова

Ике баҫҡысты аша атлап, ҡабаланып туғыҙынсы ҡала дауаханаһының өсөнсө ҡатына күтәреләм. Яҙмышым ҡушыуы буйынса травматология бүлегенең интерн-табибы булғанлыҡтан, мин бында ярты сәғәт самаһы элек үк килеп етергә тейеш инем. Һуңлауымдың сәбәбен аңлатып тороу ҙа уңайһыҙ... Трамвайҙа йоҡлап киткәнмен дә, үҙемдең туҡталышымды үтеп, ҡайҙалыр ҡала ситенә барып сыҡҡанмын.
Кемдер: “Бының бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡ, һәр кем менән була торған хәл”, тип уйлар. Маршрут таксийына ултырып кире яҡҡа китеп барғанымда, “Ортопедия” китабының икенсе томында үҙем өсөн бик күп файҙалы мәғлүмәт табып, мауығып уҡып ултырып, ойоп китмәһәм, былай булмаҫ та ине. Был сәйер хәлде нисек аңлатырға ла белмәйем (бәлки, медицинаны яратыуымдыр, ләкин быға бер кем дә ышанмаҫ тип хәүефләнәм), әммә бындай осраҡтар фәҡәт минең менән генә булалыр, моғайын: мин – һеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ – үҙемдең туҡталышымды тағы үтеп киткәнмен, был юлы – кире яҡҡа!
Шул тиклем дә иғтибарһыҙ булыу мөмкин түгел тип, быға ышанмаусылар медицина университеты уҡытыусыларынан элекке студенткалары Алина Аҡбәрова тураһында ҡыҙыҡһына алалар. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре йәндәре көйөп, бәғзеләре йылмайып ҡына был туташтың лекцияларға ваҡытында килеп еткән көндәренең бармаҡ менән генә һанарлыҡ булыуын хәтерләрҙәр. Шул уҡ ваҡытта улар, ғәҙел рәүештә ҡыҙҙы аҡлап, уның бик яҡшы уҡыуының үтә лә ныҡ аҡыллы булғанлығынан түгел, ә ике сәбәп арҡаһында: хәтеренең бик шәплеге һәм логик фекерләү ҡеүәһенә эйә булыуында тип билдәләрҙәр. Һуңғыһы, имтихандың билеттарын белмәһә лә, ҡыйыу ҡыҙға төрлө дисциплиналар араһындағы бәйләнештәр табып, теләһә ниндәй ҡатмарлы хәлдәрҙе лә йырып сығыу, шул уҡ ваҡытта уҡытыусыларға уйланыу өсөн әллә күпме мәғлүмәт еткереү мөмкинлеге лә бирә.
Шулай бер тапҡыр бер талапсан лектор алтынсы курс суденттарын, мөғжизәгә өмөт бағламайынса, дәүләт имтихандарына алдан әҙерләнергә кәрәклеге хаҡында иҫкәртеп торғанында, күҙенең ҡырыйы менән генә Алинаның сираттағы һуңлауын һәм, үҙенең урынына барып етергә тырышып, шым ғына стена буйлап килеүен абайлап ҡалды. Лектор йүтәлләп кенә алды ла ҡайғылы тауыш менән: “Һеҙ Аҡбәрованан миҫал алмағыҙ, беҙҙең – урта һәләтле кешеләрҙең, темаларҙы ятлауҙан башҡа сарабыҙ юҡ”, – тине.
Уҡып йөрөгәнемдә минең ғәҙәтемә өйрәнеп киткәйнеләр инде, әммә хәҙер, интернатура курсы асылда эшкә тиңләнгәндә, миңә үҙемдең йыйнаҡһыҙлығым арҡаһында һәр ваҡыт бөтә ергә һуңлау уңайһыҙ ине.
Эҙләгән ҡаттың ишеген асҡайным, бәхетемә күрә, шул тәңгәлдән уҙыбыраҡ киткән кураторыбыҙҙы һәм бүлексәнең бер табибын абайланым. Беҙҙең кураторыбыҙ, ҡулын һелтәп һәм еңел һулап: “Үҙемдең гавриктарымды тотош ике аҙнаға Аркадий Валентиновичҡа ебәргәнемә ышаныуы ла ҡыйын!” – тине.
Аркадий Валентинович – беҙҙең аҫта урынлашҡан анестезеология һәм реанимация бүлеге мөдире. Аңлашылды! Тимәк, план буйынса, беҙҙең төп һөнәребеҙҙән башҡа фәндәрҙең сираттағы циклы башланған. Ординатор бүлмәһенән аҡ халат алдым да бер ҡатҡа өҫкә күтәрелдем. Минең ишек шаҡыуым һаҡауыраҡ мөдирҙең: “...Һәм эштә иң мөһиме – тәр-ртип һәм теүәллек, сөнки ҡабул ителгән ҡағиҙәләр-рҙән әҙ генә ситкә тайпылыуҙың да һөнәр-ри енәйәткә килтер-реүе ихтимал!” – тигән һүҙҙәрен бүлде.
Әлбиттә, бындағылар бөтәһе лә миңә боролоп ҡаранылар. Антон, креслоға таянып, ирекһеҙҙән йылмайып ебәреүен йәшерер өсөн ауыҙын ҡулы менән ябырға ашыҡты. Тимурҙың сөм-ҡара күҙҙәрендә күңелле шайтан балалары уйнаны, тик ул бөтөнләй бүтән нәмә менән ҡыҙыҡһынғандай, ҡараштарын тәҙрә ашаһына йүнәлтте. Фәҡәт бер нәмәгә лә иҫе китеп бармаған Константиндың ғына йөҙө мәрмәр һындыҡы кеүек ине, ул минең бер ерем менән дә башҡаларҙан айырылып тормаған персонама күҙ генә һирпте лә ниндәйҙер брошюраны аҡтарыуын дауам итте.
Аркадий Валентиновичтың йөҙө боҙолдо:
– Әлегә туҡтап тор-райыҡ. Бөгөн һеҙ көнө буйы минең эшемде күҙәтә алаһығыҙ. Беҙгә дүр-рт опер-рация планлаштыр-рылған.
Артабан ул уйлы ҡиәфәттә тулы ирендәрен шапылдатты ла уҫал ғына итеп:
– Ә беҙҙең йоҡо һимер-ртер-ргә яратҡан һылыуҡайыбыҙға айыр-рым бур-рыс – бер-ренсе палаталағы ауыр-рыуҙы күҙәтеү, – тине.
Ысынлап әйтәм! Миндә был бүлектең бөтә хеҙмәткәрҙәрен дә йәлләү тойғоһо уянды, сөнки уларҙың мөдирен бер минуттан ашыу тыңлау мөмкин түгел, юғиһә алфавиттың “р” хәрефен күрә алмай башлаясаҡһың!
Ҡәнәғәтһеҙлегем йөҙөмә сыҡҡан күрәһең, сөнки ул ҡапыл ҡаты ғына итеп: “Бөгөнгө бур-рысты үтәр-ргә ынтылып тор-роуығыҙҙы күҙәтеп, һеҙҙе бөгөн дежур-рлыҡҡа ла ҡалдыр-рыр-рға кәр-рәк тип уйлайым. Һәр-р циклда ике тапҡыр-р дежур-р булыу күҙ уңында тотола бит. Бына һеҙҙән башлайбыҙ ҙа инде. Һис юғында, мин Һеҙҙең ир-ртәгә һуңламай килеүегеҙгә ышанасаҡмын”.
Беләһегеҙме, һис тә көлкө түгел!
Теләр-теләмәҫ кенә посҡа атланым, унда минең хәстәрлегемә ҡалдырылған пациенттың ауырыу тарихын алдым.
Бына шулай. Бында нимә яҙылған: “Вәлиев Байрамбай Хәким улы, 38 йәштә”. Әй! Беҙҙең ҡалабыҙҙағы иң эре фирмаларҙың береһенең генераль директоры бит ул! Бына һиңә!
Палатаға бик ҙур тәьҫораттар менән барып керҙем. Ҡыҙыҡ, уға нимә булып киткән икән? Моғайын, артыҡ көсөргәнешле эшләп, нервыһы ҡаҡшағандыр ҙа, инфаркт булғандыр, көн һайын анау тиклем аҡса менән эш итеү анһат тиһеңме әллә! Һис аптырайһы түгел!
Әммә “диагноз” тигән графала, һис көтөлмәгәнсә: “Сепсис, уң аяғына ампутация яһағандан һуң анаэроблы гангренаның аҙып китеүе”, тигән яҙыуҙы уҡыным. Ысынбарлыҡта, диагноз ярты биткә һуҙылған, тик һеҙҙең башығыҙҙы медицина терминдары менән ҡатырыу кешелекһеҙлек булыр ине тигән фекерҙәмен.
Карауатта, йоҡа япма аҫтында һыҙаттары асыҡ тойомланған ҙур кәүҙәле, шешенгән ир-егет ята. Ысынлап та уның уң аяғы юҡ ине. Нәҡ “Байҙар ҙа илай” сериалының бер миҫалы инде.
Тәрән шок хәлендәге пациент яһалма тын алыу аппаратына тоташтырылғайны. Бында бер ниндәй анализһыҙ ҙа теге донъяға арбалы ат егелгәнлеге асыҡ ине. Өҫтәүенә, палатала ниндәйҙер һаҫыҡ еҫ таралғайны, шуға ла мин үҙем дә һиҙмәҫтән ауыҙымды усым менән ҡапланым һәм һирәгерәк тын алырға тырыштым.
Палатаға, ҡорамалдар һалынған өҫтәлде этәреп, поста эшләгән Ләйлә исемле шәфҡәт туташы килеп инде. Әллә нисәмә тапҡыр йыуылған япманы ауырыуҙың кәүҙәһе өҫтәнән алып ситкә һалды.
Күргәнемдән мин баҫҡан урынымда ҡатып ҡалдым!
Ампутация яһалған аяҡтың яралы тәңгәле, ҡап-ҡара матәм төҫө алып, түҙеп торғоһоҙ һаҫыҡ, һоро-йәшел төҫлө эрен сығарып ята. Бил быуынының шешенгән тиреһе ҡара-ҡыҙғылт төҫкә ингән, уның аҫтынан газдар арҡаһында ҡуптарылған һәм серегән тире аҫты күҙәнәктәре тырпайышып торалар. Ғазапланып ятыусының бөтә тәне көрәнһыу-ҡанлы ҡыуыҡтар тулы. Эсендәге һәм ҡабырғаларындағы, ҡултыҡ аҫтарына тиклем һуҙылған лампаслы киҫелештәр (уларҙы зыян күргән туҡымаларға һауа үтеп керә алһын өсөн эшләйҙәр) аҫтынан ниндәйҙер үле тамырҙар ҡалҡып сыҡҡан.
Яраны, эсенән эрендәрен һығып сығарып, антисептиктар менән эшкәрткәнендә, шәфҡәт туташының хәрәкәттәре ҡар шығырлағанын хәтерләткән күңелгә ятышһыҙ өндәр менән оҙатылды. “Ыһы. Тире аҫтындағы күҙәнәктәрҙә һауа тулы ҡыуыҡтар барлыҡҡа бәйле крепитация синдромы” тигән уй башыма барып етте һәм мин, гүйә, бында бөтә һауа ҡот осҡос йоғошло нәмәгә тулғандай, тотош күкрәгем менән тын алырға ҡурҡып, ирекһеҙҙән һаҡ ҡына тын алыуымды дауам иттем. Хәйер, бер минуттан һуң бер тапҡыр ҡулланыла торған битлек кейергә башыма етте. Көтөлгәнгә ҡаршы, еңелерәк булманы, әсе һаҫыҡлыҡ элеккесә күҙҙәремдән йәштәр сығара ине.
Ләйлә эренле урындарҙы эшкәртеп бөттө, шунан һуң миңә ҡыҫҡаса ғына нимә эшләргә кәрәклеген аңлатып бирҙе: ҡайҙа ҡан баҫымын, пульс һәм температураны яҙып ҡуйырға һәм башҡаларҙы. Һәм быларҙың һәр ҡайһыһын сәғәт һайын эшләргә!
Миңә ҡыйын булып китте. Тәүлек буйына бында үлем түшәгендә ятҡан кеше эргәһендә ултырыу рәхәт түгел бит инде. Күренеүенсә, ул минең мәшәҡәттәремә түгел, ә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ярҙамына мохтаж. Минең өсөн был асыҡтан-асыҡ ваҡытты тәләфләү ине, сөнки миңә ҡушылған манипуляцияларҙы теләһә ниндәй шәфҡәт туташы ла башҡара ала. Ә минән тормош хужаһы янында ултырыусы яһау... Һис юғында был мине кәмһетеү кеүек!
Ни эшләтәһең, Аркадий Валентинович минең үҙ-үҙемде яратыуымдың иң ауыртҡан урынын таба алды. Артабан да шулай дауам итһә, мин эшкә һуңламай йөрөй башлармын, моғайын!
Эш көнө тамамланыуға яҡынлашты, мин палаталағы үҙенсәлекле еҫкә өйрәнеп тә киттем. Ысынбарлыҡта иһә минең һаҫыҡ еҫтәрҙән арыған мейем күп яфа сиккән тын алыу системамдың сигналдарҙы ҡабул итеү һәләтен туҡтатты, шикелле.
Буш ултырырға мәжбүр булған ваҡытта мин “Ортопедия” китабының икенсе томын өйрәндем, блокнотымда марсиандарҙың Ергә килеп тулыуы тураһындағы көнүҙәк темаға сираттағы “бестселлерымдың” ҡараламаһын яҙҙым. Әммә минең сит планетанан килгән дошмандарым нисектер, йоҡо дарыуы эскәндәгеләй, яй ғына йөрөгәнлектән, үҙемдең Герберт Уэллсҡа конкурент булыу тураһындағы пландарымды ситкә ҡуйып, “Балдаҡ”тағы ҙур аяҡлы хоббиттарҙы төшөрөргә тотонғайным, ҡапыл...
Миңә генә шулай тойолдомо, әллә палатала, ысынлап та нимәлер үҙгәрҙеме? Башымды ҡалҡытҡайным, пациенттың ҙур, киң яңаҡлы, шешенгәнлеге арҡаһында тарайып киткән күҙ тишектәре арҡаһында боронғо монголдарҙыҡын хәтерләткән йөҙө терелде.

х х х
Ауыр ҡабаҡтарын дерелдәтеп, Байрамбай күҙҙәрен аса башланы. Ситтәре тешләнеп, тәрән һырҙар булып ҡытыршыланып бөткән ирендәрҙән шым ғына ыңғырашыу ишетелде. Үлеп барған кешенең мәйет төҫө кергән һоро йөҙө ауыртыныуҙан йәмшәйеп китте. Мин дежур табипты саҡырырға йүгерҙем. Бер-ике минуттан һуң йәш табип Ринат Иҫтәмғоловтың башы яфаланып ятҡан пациенттың өҫтөнә эйелде, ә постағы шәфҡәт туташы сираттағы дарыуҙы капельницаға ҡойорға әҙерләнде.
Ауыҙында яһалма тын алыу ҡорамалы булыуға ҡарамаҫтан, ауырыу, нимәлер әйтергә теләп, ныҡышмал рәүештә башын сайҡаны. Бер нәмә лә аңлай алмаған доктор ҡаштарын йыйырҙы.
– Хәҙер мин һеҙҙе был трубканан ҡотҡарам, тик тын алмай тороғоҙ, бына шулай... Ә хәҙер тынығыҙҙы сығарығыҙ... – тип бойороҡ бирҙе Ринат.
Файҙаланылған трубка эмалле һауытҡа осто. Байрамбай ҡуйы шайыҡ сығарып йүтәлләй башланы.
– Һеҙ үҙаллы тын ала алыуығыҙға ышанаһығыҙмы һуң? – тип асыҡлыҡ индерҙе шәфҡәт туташы.
– Эйе... Асыҡ аңымда булғым килә. Миңә күп ҡалманы бит инде...
– Ярай, яҡшы, – табип шәфҡәт туташына мөрәжәғәт итте: – Ләйләкәй, әлегә ауыртыуҙы баҫыу менән ҡабаланмай тор.
Тегеһе, ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, “һм” тине, шулай ҙа энәне ситкә һалып ҡуйҙы.

х х х

Бына мин тағы ла ҡаты сирле кеше менән генә ҡалдым. Әйтергә кәрәк, килеп тыуған хәл минең нервы системамда көсөргәнеш барлыҡҡа килтерҙе. Кеше иҫһеҙ ятҡанда “ауырыу тарихында” билдәләр ҡуйып ултырыу – бер, ә яфаланып ятҡан ауырыуҙың һуңғы сәғәттәрен, уның ғүмеренең һүнә барғанын күҙәтеү – бөтөнләй башҡа.
Ир оҙаҡ ҡына хырылдап ятты. Һуңынан, гүйә, үҙен ҡулға алғандай, аҫҡы иренен тешләне, уның ирененең кибеп бөткән ситтәре ярылып китте һәм эйәге буйлап ҡара ҡан аға башланы.
– Тоҙло, – тине ул. – Сереү еҫенә алмашҡа, исмаһам, ниндәй ҙә булһа башҡа тойғо.
Мин бер өн дә сығарманым, сөнки артабан нимә эшләргә икәнлеген бөтөнләй күҙ алдына килтерә алмай инем.
Ҡотомдо осороп, уның томанлы күҙҙәре миңә төбәлде.
– Бына һин, моғайын, минең турала “Һимеҙ капиталист, халыҡтың байлығын урлаған, шул кәрәк уға”, тип уйлайһың, шулай бит?
– Бер нимә лә уйламайым! – тип ҡаршылаштым мин.
Быны үҙемдән үҙем дә көтмәгәйнем. Бик ашығып яуап бирҙем, ә был минең дөрөҫтө һөйләмәүемде белдерә ине.
Ярай, яҡшы, яҡшы... Ысынлап та, ҡайҙалыр артҡы фонда плутократтың ерҙәге йүнһеҙ ҡылыҡтары өсөн Хоҙай биргән ғәҙел яза тураһындағы уй үтеп китте, әммә уны әйтеү кәрәк түгелдер бит?
– Миңә шулай кәрәктер инде, моғайын... – тине ул ҡапыл.
Ниндәй көтөлмәгән хәл! Намыҫының ғазаплауы уны газ гангренаһына ҡарағанда ла нығыраҡ яфалайҙыр, күрәһең.
– Һин, бәлки, ышанмаҫһың да, – тип һис көтөлмәгән көс менән теманы үҙгәртеп ебәрҙе ул. – Беләһеңме, мин һуңғы бер нисә юҡ-барға сарыф иткән йылымды бик ҡыуанып нимәгә алмаштырыр инем?
Байрамбай ныҡышмал рәүештә миңә “һин” тип мөрәжәғәт итте, был һис ҡолаҡҡа ятышлы түгел ине. Әммә, уйлап ҡараһаң, үлем түшәгендә ятҡан кешегә дәғүә белдереү – шәфҡәтһеҙлек. Өҫтәүенә ул, моғайын, адекват хәлдә лә түгелдер, бәлки, һаташып ҡына ятыуылыр.
Нисек кенә булмаһын, йәшәйешенең ситендәге байҙың нимә тураһында хыялланыуы хаҡында фекер йөрөтөргә ҡыймайынса, мин телемде тыйҙым. Ул беҙҙән – ҡара һөйәклеләрҙән – тере сағында ла, яҡты донъянан киткәс тә бик алыҫ. Бәхәсләшәйекме? Уны элиталы зыяратта ҡыҙыл ағастан эшләнгән ҡиммәтле табутта ерләйәсәктәр. Бәлки, эсенә кондиционер ҙа ҡуйылыр. Фантазияға һаран провинцияла йәшәгән ҡыҙ олигархтың һуңғы теләген аңлай аламы һуң инде?
– Сабынлыҡта булғым килә, – тип хыялға бирелеп әйтте Байрамбай.
Бәлки, мин яңылыш ишеткәнмендер, йә был термин аҫтында донъяның көслө кешеләре бүтән нәмәне, ниндәйҙер экзотик шөғөлдө күҙ уңында тоталыр. Мәҫәлән, “Йәшелде сабып алыу” ҡайҙалыр фонд биржаһында, конкуренттарҙы шаҡ ҡатырып, улар артыңдан, үҙең был донъянан киткәс тә, һине һүгенеп иҫкә алырлыҡ һәм ҡалтырап торорлоҡ итеп, ике-өс миллион евро отоу тигәнде аңлаталыр...
– Урал тауҙарының һыртындағы сабынлыҡта. Ағайҙарым-ҡустыларым менән үҙебеҙҙең бесәнлегебеҙ буйлап аллы-артлы йөрөүебеҙ, бәшмәк, еләк йыйыуыбыҙ һәм ҡулыбыҙҙан килгәнсә өлкәндәргә ярҙам итеүебеҙҙе хәтерләйем. Бына ул – иң бәхетле һәм ҡайғы-хәсрәтһеҙ ваҡыт!
“Баҡтиһәң, буржуйҙарға ла ябай бала саҡ иҫтәлектәре ят түгел икән!” – тип ғәжәпләндем мин үҙ алдыма ғына.
– Әммә үҫмер сағымда мин, бер кемгә лә һиҙҙермәйенсә генә, ялҡауланырға өйрәнеп алдым. “Егерменсе быуат аҙағы, һәр урында технология ихтилалы, япондарҙа иһә бөтә эштәр ҙә механизацияланған, ә беҙ һаман боронғоса, тирләп-бешеп, ҡояш сыҡҡандан алып батҡанға тиклем салғы һелтәп йөрөйбөҙ”, тип фекер йөрөттөм мин. Иғтибар ит: түҙгеһеҙ эҫе булғанда, ал-ял белмәйенсә, бөтә каникулыбыҙҙы шулай үткәрәбеҙ! Телевизорҙан диңгеҙ буйында ял итеүселәрҙе, пионерҙарҙың Артек слеттарын күрһәтәләр. Беҙ иһә артта ҡалған урындағы төп халыҡ кеүекбеҙ, үҙебеҙҙең ата-бабаларыбыҙҙан бер аҙ ғына алға киткәнбеҙ. Дөйөмләштереп әйткәндә, бындай хеҙмәттең әллә ни абруйын күрмәнем һәм күрергә ынтылып та барманым. Шулай, эшкә тотоноп та өлгөрмәйбеҙ, мин шишмәлә ҡойонам, шунан салғымды бер-ике тапҡыр ғына һелтәйем дә ҡәҙерле эш ҡоралымды үткерләргә булам. Яртышар сәғәт буйы үткерләйем. Йә иһә ҡыуаҡлыҡтар араһына йәшенәм дә ер еләге ашайым.
Ул туҡтап ҡалды... Байрамбайҙың йөҙөн, гүйә, ҡара болот ҡапланымы ни, әммә ул, ауыртыныуҙарының ыңғайына торғандай, ҡыйынлыҡ менән төкөрөгөн йотоп ебәрҙе һәм, ныҡ итеп тынын сығарҙы ла дауам итте.
– Бер көн, оҙаҡ уйлап тормайынса, арба аҫтына керҙем, фуфайкамды йәйҙем дә һис тә оялмайынса төшкә тиклем йоҡланым да ҡуйҙым. Йылы урынымдан тороп китергә мине уртансы ағайым Вәхиттең тупаҫ итеп тырмаһының һабы менән арҡама төртөп ебәреүе генә мәжбүр итте.
Шунан һуң беҙ төшкө ашты ашарға ултырҙыҡ. Иң оло ағайыбыҙ Асҡар ашнаҡсы урынына. Ул оҫта итеп суйын ҡаҙандан беҙҙең алюминийҙан эшләнгән сеүәтәләребеҙгә ҡарабойҙай бутҡаһы менән һарыҡ ите һалды, эмаль көрөшкәләребеҙгә ҡарағат япрағы ҡушылған хуш еҫле сәй ҡойҙо. Еҫтәре һуң! Ауыҙ һыуы ҡойола. Шул саҡта мин үҙемдең мискәмә итһеҙ генә бутҡа һалынғанлығын күреп ҡалдым. Ит киҫәктәрен үҙем алып һалайым ғына тигәйнем, Асҡар минең маңлайыма ҙур ағас ҡалаҡ менән тондормаһынмы! Рәнйеүем ауыртыныуымдан былайыраҡ булды! Өҫтәүенә, эшлекле ҡиәфәт менән: “Эшенә ҡарап ашы! Оҙаҡламай ямғырҙар башланасаҡ, ә һин ялҡауланып йөрөйһөң”, – тине. Уның һүҙҙәрен Вәхит ҡеүәтләне: “Әгәр ҙә һин үҙеңдең аҡ ҡулдарыңа һөйәл сығыуҙан ҡурҡмаһаң, бесәнде күптән эшләп бөткән булыр инек”.
Һуғышырға теләгәйнем дә, башҡалар килеп етте: Ғәлинур ағайым менән уның дүрт улы, минең апайымдың ире һәм уның улы, юл ыңғайы ҡулындағы салғыһын бер ус үлән менән ышҡып, таҙартып килгән, арыуы йөҙөнә сыҡҡан атайым. Беҙҙең ғаиләбеҙ ҙур, ашаусылар күп, тимәк, һәр пар эш ҡулы ҡәҙерле. Шуға ла һәр кем мине кәрәгенсә өйрәтеү мөмкинлегенә ҡыуанды. Тәмләп тороп һөйәк мейеһен ялай-ялай ағай ҡәтғи ҡарар сығарҙы: “Әгәр ҙә эшләмәйһең икән, тимәк, һин ир-егет түгелһең, ә ир-егет булмағас, һиңә һарыҡ итен әрәм итеп тороу ҙа кәрәкмәй!”
Шулай итеп, мин көн һайын эсендә бик һирәк ваҡ ҡына ит тамырсыҡтары күренгеләгән “буш бутҡа” ашап йөрөй башланым. Ике туған игеҙәк ағайҙарым Илһам менән Ильястың мине күргән һайын “Ит ашамаһаң – һин ир-егет түгел” тигәнде әйтемде ҡабатлауҙары мине бигерәк тә сығырымдан сығарҙы. Шул йүләр һүҙҙәрҙе ишеткән һайын мин енләнеүемдән ҡалтырана башлай инем.
Башҡорттарҙа йорт хужаһының иң абруйлы ҡунаҡҡа иттең иң ҙур һәм иң тәмле киҫәген тоттороу йолаһы юҡҡа ғына түгел бит. Ағайҙарымдың мине һарыҡ итенән мәхрүм итеүҙәре шул тиклем ныҡ хәтеремә һеңгәнлеге арҡаһында, йәш сағымда мине һөйләшеүҙәргә саҡырғандарында, ә аҙағынан банкет ойошторғандарында бер аңлашылмаған хәл дә килеп сыҡты. Шундай банкет була торғайны: ҡыҫалалар һәм устрицалар менән шампанский! Аҡылым менән һәр халыҡтың аҙыҡ-түлек ҡулланыуҙа үҙ йолалары барлығын аңлайым, ә күңелемде “Ит тәҡдим итмәгәс, тимәк, ихтирам итмәйҙәр” тигән инаныу тырнай. Ике яҡ өсөн дә бик отошло контракт булһа ла, мин үҙ-үҙемдән аша атлап үтә алманым һәм шул мәлдә, сәбәбен дә аңлатмайынса, уға ҡул ҡуйыуҙан баш тарттым.
Ҡыҫҡаһы, бала сағымдан уҡ ҡунағына ит тәҡдим итмәгән кешеләргә ышанысым юҡ! Ә теләһә ниндәй моллюсктар минең өсөн бөтөнләй ризыҡ түгел! Был турала ғәрәптәрҙең күңелгә бик үк ятышлы булмаған әйтеме лә бар: “Тормошта ике рәхәтлек бар: ит ашау, ит өҫтөндә йөрөү...”
Мин: “Бының нимәһе күңелгә ятышлы түгел икән?” тип уйланып ултырҙым... Әйтем әйтем инде... Ҡара һин уны, үлем түшәгендә булһа ла, теләһә нимә һөйләп ята... Икенсе яҡтан, һин үҙеңдең барыбер ожмахҡа эләкмәйәсәгеңде белһәң, һуңғы тапҡыр үҙеңә хәбәреңде уйлап тормайынса һөйләү мөмкинлеге бирергә лә мөмкиндер бит инде.
– Тап шул саҡтан алып мин Асҡарға бик ныҡ үпкә һаҡланым.
Бесән эшләүҙең һуңғы көндәрендә мин, үҫмерҙәргә хас үҙһүҙлелек менән, башҡалар һымаҡ бил бөгөргә теләмәнем. Уның ҡарауы, юҡ-юҡ та өлкән ағайыма насарлыҡ эшләүҙең төрлө ысулдарын уйлап сығарҙым, был иһә йә уның яңағы ярылыуға, йә минең танауым емерелеүгә килтерҙе.
Мин бөтә нимәгә лә һәм бөтә кешеләргә лә бик ныҡ асыулы инем. Бөтә донъя миңә ҡаршы кеүек ине, хатта миңә эләкмәгән ит бешкән иҫке ҡаҙан да дошман һәм һатлыҡйән кеүек тойолдо.
Байрамбай ҡапыл тынып ҡалды. Шунан һуң көсөргәнешле итеп йүтәлләй башланы, әммә уның үпкәһен ҡуйы лайла ҡаплағайны, ахырыһы, һәм ул, күҙҙәрен аҡырайтып, ауыҙы менән тын алырға тотондо. Мин шәфҡәт туташын саҡырырға уйлағайным, әммә бер минуттан һуң уның ауыр итеп, һыҙғыртып тын алыуы үҙенә хас йыш-йыш итеп өҫтән генә тын алыуға күсте.
Үлем түшәгендә ятҡан кеше эргәһендә ултырырға тура килгән кешеләр беләләр: йыш ҡына уның фекерҙәре тарҡау була, хәбәренең осо, беренсенән унынсыға һикереп, юғалып та ала, ҡалтыранған тауышы шыбырлауға күсә, һүҙҙәрҙең ялғауҙары әйтеп бөтөлмәй, тотлоға, хәбәрен туҡтатып, оҙаҡ ҡына тәнәфес яһап ала. Әммә үҙенең ябай булмаған хикәйәһен һөйләй генә башлаған Байрамбайҙың һүнеп барған ҡарашы ялҡынланып китте, һәм хәҙер мин уға фәҡәт шым ғына тыңлаусы булараҡ ҡына ярҙам итә ала инем, сөнки бының буш монолог түгеллеген, ә күңелен бушатыу өсөн тәүбәгә килеү икәнлеген аңланым. Һәм, Байрамбайҙың бала саҡ хәтирәләренең, үлем алдындағы күңел ғазаптарының асылына төшөнөү еңел булмаһа ла, минең бөтә ишеткәндәремде лә күҙ алдына килтереү ғәҙәтем бер-бер артлы төрлө кадрҙар алмашына торған кино таҫмаһындағы кеүек, бик йылдам сағыу картина барлыҡҡа килтерҙе...

х х х

Байрамбайҙың үпкәһе шул тиклем ныҡ була, хатта шул уны сираттағы яңылыш аҙымға этә. Йоҡлай алмай ятҡан оҙайлы төндәрҙә ул Ирәмәл тауының башына менергә тигән уй менән яна башлай. Аҡһаҡалдар, был изге тауҙың түбәһендә теләгән теләктәр мотлаҡ ғәмәлгә аша, тип раҫлайҙар. Тау итәгендә башҡортса “Теләк” тигәнде аңлатҡан “Тюлюк” тип аталған ҙур булмаған ауыл да бар бит. Боронғо риүәйәттәрҙә, был ауылға тауҙың эйәһе теләктәрен үтәгән кешеләр нигеҙ һалған, тип һөйләнелә.
Малай: “Минең ни ерем кәм?” – тип уйлай. “Мин сыҙамлымын, йылғырмын, тимәк, миңә таш баһадирҙы буйһондороу бер ни ҙә тормаясаҡ”. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Тик бына рухтар эргәһенә бүләкһеҙ барыу килешмәҫтер, моғайын. Һәм малай уларға үҙе күрә алмаған ҡаҙанды алып барыу дөрөҫ булыр тигән ҡарарға килә.
Көн һайын ташып йөрөмәҫ өсөн үҙҙәренә кәрәкле күп нәмәләрҙе: шәкәрҙе, тоҙҙо, сәйҙе бесәнселәр йә ағастың ҙур өңөнә тығып, йә ҡыуаҡлыҡтарға һалып, өҫтөн сыбыҡ-сабыҡ менән ҡаплап, сабынлыҡта ҡалдыралар. Шуға күрә ҡарт ҡарттайҙан мираҫ булып ҡалған, әле аш бешергән суйын ҡаҙанды урлау бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырманы.
У-у, ниндәй ҡаҙан ине ул! Бөтә ҡаҙандарға ла – ҡаҙан! Ҙур – егермеләп литр һыйҙырышлы, бик боронғо – йөҙ илле йыл эсендә ҡара төҫкә кергәнсе янған. Ғаилә айырыуса ҡаҙандың ситендәге артҡы аяҡтарына баҫып торған ат рәүешендәге тамға менән ғорурлана, ә уның ҡаршыһында – ҙур даға кеүек тағы бер тамға, тамъян ырыуы башҡорттары үҙҙәренең милектәренә тап шундай билдә һалалар. Әллә нимә түгел инде, ни бары тышында – ҡара янған ҡалын ҡатлам, ә эсендә – суйындың тишектәре. Әммә шунда бешкән бөтә аш-һыу ҙа – балыҡ һурпаһы булһынмы ул, бутҡамы йә иһә хуш еҫле былаумы – һәр ваҡыт айырыуса тәмле була. Тәүәккәл үҫмер бына шул ғаилә ҡомартҡыһына ҡул һуҙа ла инде.
Әммә уйлағанын ғәмәлгә ашырыу бик үк еңел булмай. Егет иртә, таң һыҙылмаҫ борон уҡ тороп, маҡсатына табан әллә нисә сәғәт атлаһа ла, тау, уны мыҫҡыл иткән төҫлө, алыҫлаша ла алыҫлаша. Ә бында, өҫтәүенә, ҡәһәрле ифрат ауыр ҡаҙан. Ундағы суйындың ауырлығы кәм тигәндә егерме килограмм барҙыр. Егеткәйҙең тамам хәле бөтә, сүллектәге кеүек ауыҙы ҡорой, тоҙло тире күҙҙәрен томалай... Һәм уға үҙенең ауыр йөгөн таш йылға янындағы тал ҡыуағы аҫтына ташлауҙан башҡа сара ҡалмай. Урыны-урыны менән йомшаҡ мүк баҫҡан таш өйөмө аҫтынан һалҡын һыу ағып ята. Туйғансы һыу эсеп һәм битен йыуып, Байрамбай юлын дауам итә һәм Ирәмәлдең итәгенә барып етә.
Август ҡояшының ҡыҙҙырыуына ҡарамаҫтан, тауҙы ҡуйы томан ҡаплаған. Юғарыға күтәрелгән һайын һыуытҡандан-һыуыта бара, тиҙҙән ул һөйәк мейеләренә тиклем өшөй башлай. Үтәнән-үтә иҫкән төньяҡ еле уның кейемдәрен йолҡҡослай, ҡолаҡтарында олой, тағы бер талпынғанында түбәтәйен әллә ҡайҙа осороп алып китә. Уның күңеле тыныс түгел, ҡурҡышынан йөрәге күкрәгендә ныҡ итеп дөпөлдәй, ә осло таштар уның яланаяҡ аяҡтарын йәрәхәтләйҙәр. Әммә Байрамбай үҙен ҡыйыу егет тип иҫәпләй, шуға ла бер нимәгә ҡарамайынса ҙур-ҙур таштар аша өҫкә үрмәләүен дауам итә. Алға һуҙылған ҡулының бармаҡтары ла күренмәгән һөт төҫөндәге томан эсендә ул тауҙың иң бейек түбәһенә барып етә. Тамам хәле бөтөп, таштар өҫтөнә ятыуы була, күҙ асҡыһыҙ буран сыға. Ҡоторған ел ысын мәғәнәһендә олой һәм ныҡышмал егетте, елкәһенән һөйрәп, ҡаянан алып ташларға ынтыла, ә тирә-яҡта, рухтың үҙен борсоғандарына ҡәнәғәтһеҙлек белдереп һуҡраныуын хәтерләтеп, түбән йышлыҡтағы геүелдәү ишетелә.
Тик үтә лә ныҡышмал егет, сәнскеле артыш өйөмөнә тырнаҡтары менән сат йәбешеп, ата-бабаларҙың изге тауынан наҙан бесән сабыусыныҡына ҡарағанда яҡшыраҡ яҙмыш биреүен ялбарып һорарға тотона.
Осраҡлы хәл буламы был, әллә юҡмы, әммә көнбайыштан ҡапыл иҫеп ебәргән дауыллы ел томанды тарата... Баш осондағы болоттар ҡыҙғылт-алһыу төҫтәге мауыҡтырғыс картиналар барлыҡҡа килтерә.
Батыр егет аяғөҫтө тороп баҫа һәм әйләнә-тирәләге күренештәргә хайран ҡала: бик күп тау һырттары, уйһыулыҡтар, ҡаяларҙан торған ҡалалар һәм ...ап-аҡ булып йәйелгән ваҡ таштар. Тау һырттары араһында таш йылға, ҙур кәүҙәле, тиреһе тәңкәләр менән ҡапланған аждаһаға оҡшап һуҙылып ята. Үҫмергә дәү йәнлек, үҙе менән алышыуға лайыҡлы булырҙай батырҙың тыуғанын көтөп, ҡаты йоҡоға талған кеүек тойола.
Улай ғына ла түгел, Байрамбай сал сәсле Ирәмәлдең көмбәҙендә Ерҙең үҙенең көсө урғылғанын тоя. Ул, гүйә, үҙенең шомло көсө менән егетте солғап ала һәм эстән уны быға тиклем күрелмәгән ҡеүәт менән туҡландыра төҫлө, шул арҡала малай үҙенең яҙмышын үҙгәртеү мөмкин генә түгел, кәрәк икәнлеген дә һиҙә.
Иртәме-һуңмы үҙенең кәмһетелеүенең ғәйеплеһе – өлкән ағаһының көнө тулыһынса уның, фәҡәт уның ғына ҡулында буласағына ышанысы артҡандан-арта һәм нығынғандан-нығына. Шул ваҡытта ул уға күрһәтәсәк, шул ваҡытта туйғансы үсен ҡандырасаҡ... Нисек итеп үҙенең ирлек намыҫын тапағанлығын Асҡарҙың иҫенә төшөрәсәк! Тик шул көн килеп етһен генә!
Байрамбай, өлкән ағаһына үҙенең ярҙамы кәрәк булыр сәғәт һуҡһа, Асҡарҙан баш тартмаҫҡа һәм туғанлыҡ ҡанунын боҙмаҫҡа тип үҙенә ант итергә әҙер була.
Үҫмер егет тауҙан ныҡ өшөп, әммә ҡәнәғәт булып төшә. Ул хәүефле башланғысының ғәмәлгә ашырылыуын, теләк теләп, үҙенең киләсәген үҙгәртә аласағын һиҙеп, бар булмышы менән үҙен иҫ китмәле бәхетле итеп тоя .

х х х

Ҡапыл үлергә ятҡан әҙәмдең бите дерелдәне, ул үҙе лә һиҙмәҫтән, тештәрен шығырлатты. Минең өсөн был кино таҫмаһының иң ҡыҙыҡлы урынында өҙөлөүенә бәрәбәр ине. Тәнәфес һуҙылып китте. Үҙемә оят булһа ла, мин, пациент ваҡытһыҙ үлеп китә ҡалһа, шул тиклем ғәҙәти булмаған тарихты тыңлап бөтә алмаҫмын тип, бик ныҡ тулҡынлана башланым.
Урынымдан торҙом да уға яҡыныраҡ барҙым – юҡ, уның керпектәре ҡалтырай, хәлһеҙ генә булһа ла, тын алышы ла һиҙелә. Уның көтмәгәндә күҙҙәрен асыуынан хатта тертләп киттем.
– Тик мин юҡҡа ғына ырыуыбыҙ аҡһаҡалдарының борон-борондан изге тау түбәһенә күтәрелеүҙе тыйғанлыҡтары тураһында иҫкәртеүҙәренә ҡолаҡ һалманым.
Һүнеп барған күҙҙәрҙең төбөндә әрнеү күренеп ҡалды.
– Боронғо Ирәмәл ҡарттың түбәһенә аяҡ баҫырға ауыр йылдарҙа башҡорт халҡын аслыҡтан, уңыш үҫмәүҙән, ҡара үләттән һәм сит-яттарҙың барымтаһынан ҡотҡарыуҙы һорап, шамандарҙың һәм бөйөк батырҙарҙың ғына хоҡуғы булған. Тәрән мәғәнә тап шуға ҡайтып ҡалған. Минең ҡарт ҡарттайым Әмин әйтеүенсә: “Әгәр ҙә ки һәр осраҡлы кеше үҙенең ваҡ-төйәк мәшәҡәттәре менән Күктәр яҙғанды боҙорға маташһа, кешеләрҙең яҙмыш ептәре тамам буталып бөтөр һәм ахыры заман килеп етер”.
Йылдар уҙа торҙо, мин техникум тамамланым, – тип бер әҙ хәл йыйғас дауам итте ул. – Армиянан һуң институтҡа керҙем. Йыл һайын йәй көндәрендә мин йә практикаға, йә аҡса эшләргә тип тыуған төбәгемдән мөмкин тиклем йыраҡҡараҡ китергә тырыштым. Кәмһетелеүемде хәтерләтеп торған, үҙем күрә алмаған һәм ваҡытты бушҡа үткәреү тип иҫәпләгән сабынлыҡҡа йөрөмәҫ өсөн генә. Эшләгән аҡсамдың күпмелер өлөшөн атайым менән инәйемә ебәрә һәм шуның менән үҙемдең намыҫымды тынысландыра торғайным. Мин былай тип фекер йөрөттөм: ике аҡыллы улдары ауылда бил бөкһөндәр әйҙә, ә мин – йүнһеҙ, бәхетте бүтән урындан эҙләйем.
Артабан һөйләргәме-юҡмы икән тип уйға талғандай, Байрамбай шымып ҡалды. Ә мин, уның хикәйәһенең еп осон юғалтыуҙан хәүефләнеп, тын алырға ла ҡыйманым.

х х х

Туҡһанынсы йылдарҙа Байрамбай бик юғары күтәрелеп китә. Кәрәкле бәйләнештәр булдыра, хатта енәйәтсел әҙәмдәр менән дә. Әммә был иң мөһиме түгел. Ул атаһы менән әсәһе эргәһенә бөтөнләй ҡайтып йөрөмәй башлай. Ҙур ҡала ритмы, даими командировкалар. Бер тапҡыр баш ҡалала яҡташын тап иткәйне, уныһы: “Эреләнеп киттеңме әллә – ағайҙарыңды белергә лә теләмәйһең”, – тип тәнҡитләне.
“Исемем шулай ҡуша бит, – тип йылмая биреп ҡуйҙы беҙҙең геройыбыҙ. – Мин бит “бай”, ә байҙарҙың хәйерсе туғандары булмай”.
Шул һөйләшеүҙән һуң бер йыл да үтмәй, көтмәгәндә Байрамбайға. Асҡар килеп керә. Башы аҫҡа эйелгән, ябығып киткән. Тупһанан уҡ: “Мин ҡайғымдан һиңә килдем. Ҡустым, ярҙам ит”, – тип ялбара.
Баҡтиһәң, уның берҙән-бер улы, хеҙмәттәштәренең үҙен рәнйетеүҙәренә түҙә алмайынса, хәрби частан ҡасып ҡайтҡан һәм әле шул айҡанлы тикшерелеү үткәрелә икән. Хәҙер был күңелһеҙ хәлдең айышына төшөнөү һәм ғәйеплеләрҙе табыу өсөн адвокатҡа түләргә күп аҡса кәрәк.
Бына ул! Ниһайәт, ғәмәлгә ашты! Бала саҡтағы төп хыялы... Өлкән ағаһының яҙмышы Байрамбайҙың ҡулында!
Хәйләкәр, рәхәтлек тойғоһо кисереп, йә “эйе”, йә “юҡ” тип әйтмәйенсә, ваҡытты һуҙа ла һуҙа. Ысынлап та, аҡса бирһәң, бер йыл да үтмәҫ, бөтә рәхмәтһеҙ туған-тыумасаһы был хаҡта иҫтәренә лә төшөрмәҫтәр. Ҡан ҡәрҙәш булғас, шулай тейеш тип уйлайҙар бит инде. Ә эсендә ултырған шайтан ағыуын сәсеп шыбырлай: “Бер тапҡыр ярҙам итһәң – ғүмерең буйы һинең һутыңды һурасаҡтар. Ә баш тартһаң – әҙерәк илап алырҙар ҙа, уның ҡарауы, һинең өлкән ағайыңды, кәмһетеп, үҙеңә ялынырға мәжбүр иткәнлегеңде һис ҡасан да онотмаҫтар!”
– Ә мин ниңә һиңә ярҙам итергә тейешмен? Һинең улың дезертир булған, ә миңә аҡса түләргәме? Ғәҙеллек ҡайҙа? Мин үҙем дә хеҙмәт иттем, дөрөҫөн әйтәм – төрлөһө булды, бигерәк тә беренсе йылда, ҡасып ҡайтманым бит! Үҙегеҙ мәмәй итеп тәрбиәләгәнһегеҙ, ана, килен уға дүрт йәше тулғансы күкрәк һөтөн имеҙҙе, ә һин, Асҡар, үҙең дә бик шәп – нәҫел дауамын гел ыңғайына тороп иркәләттең, бына һиңә һөҙөмтә! Ярай, төҙөлөш батальонында хеҙмәт итер, кирбестәр ташыр, кендеге ҡойолоп төшмәҫ, моғайын, – тип үсәүен йәшермәйенсә һөйләнде ул. – Ысын ир-егеткә ҡорал ташлауҙан да хурлырағы юҡ!
– Ҡустым, улым яңылышҡан инде, ундай хәлдең һәр кем менән дә булыуы ихтимал түгелме ни? Ул бөтөнләй бала ғына бит әле! Мәктәпте тамамлағас та алып киттеләр бит үҙен!
– Ыһы, аҡса һорарға кәрәк булғас мин – ҡусты, ә сабынлыҡта ит киҫәген йәлләгәндә мин – ялҡау! Эшенә күрә ашы! Иҫеңдәме, ағай, һин ҡасандыр миңә шулай тип әйткәйнең? Һинең улың да үҙенә лайыҡ “бүләк” алһын.
Асҡар хатта ағарынып китә. Күҙҙәренә ҡан һауа, ҡустыһына нәфрәт менән ҡарай. Тулҡынланыуынан йоҙроғон төйнәй-төйнәй баҫып тора.
Байрамбайҙың башына Асҡар үҙенә һуғып ебәрер тигән уй килә, тик ағаһы үҙен тыя. Иң кесе ҡустыһының аяғының аҫтына төкөрә лә ишекте тибеп асып сығып китә.
Аралашыуҙарының шулай тиҙ тамамланыуы Байрамбайға оҡшап етмәй, әлбиттә. Ул бит Асҡар үҙенең аяғы аҫтында тәгәрәп йөрөп ялыныр тип өмөтләнгәйне. Әгәр ҙә ағаһы, элекке рәнйештәре хаҡына, ҡустыһына, исмаһам, әҙ генә булһа ла үҙен кәмһетергә мөмкинлек бирһә, аҡса ла алыр ине инде. Һис шикһеҙ алыр ине.
Асылда беҙҙең байыбыҙ, Асҡар шулай тиҙ бирешкәс, тимәк, ярҙамға ныҡ мохтаж түгелдер, тип һығымта яһай.
Бер нисә айҙан һуң беҙҙең еңмешебеҙ атаһынан энекәшенең алты йылға төрмәгә ултыртырға тип хөкөм иткәндәрен, өҫтәүенә, тағы ике йыл дисциплинар батальонда хеҙмәт итергә тура киләсәген белгәс, камерала аҫылынып үлеүе тураһындағы ҡыҫҡа ғына телеграмма алды.
Байрамбайҙың егетте ерләргә ҡайтмауы тураһында әйтеп тороу кәрәкме икән? Туғандарының күҙҙәренә күренгеһе килмәне. Үҙ-үҙен әрләнеме икән ул? Әлбиттә, әрләне. Әммә ул урынһыҙ ғорурлығы һәм улына насар тәрбиә биргәне өсөн бөтәһенән дә нығыраҡ ағаһын ғәйепләне. Тап Асҡар арҡаһында Байрамбай нисәнсе тапҡыр ата-әсәһе алдында йүнһеҙ ул булып ҡалды инде!
Хәйер, өс аҙна туҡтауһыҙ эсеүе һәм бауырының гел һыҙлауы уның намыҫын таушалған күңеленең иң артына ҡыуып сығарҙылар һәм хакимлыҡ итергә яратыусы йән үҙенең элекке тормошо менән йәшәй башланы.
Шул саҡта бик ваҡытлы тай массаждарынан, Африкалағы сафариҙарҙан һәм япондарҙың сушиһынан ғарҡ булған сит ил партнерҙары менән бик отошло килешеү төҙөргә кәрәк була. Байрамбайҙың башына ҡунаҡтарҙы ҡурсаулыҡ ерҙәренә – Ирәмәлгә һунарға алып барырға тигән, үҙе уйлағанса, бик шәп фекер тыуа. Был мөмкин түгел тип уйлайһығыҙмы? Байтаҡ ҡына аҡса сығарып һалһаң, бик тә мөмкин. Урмансылар был аҡсаға республика ҡурсаулығында ҡабандарҙы атырға рөхсәт итеп кенә ҡалмаҫтар, хатта Австралиянан көнгөрәләр ҙә алып килерҙәр.
Һунарсылар үҙҙәренең бөтә урындарҙы ла үтеп сыға алырлыҡ машиналарында, тайганың мүген һыҙырып, изге тауҙың итәгендә тип әйтерлек йөрөйҙәр. Американ күк бөрлөгәнде тәмләп ҡарап, балалар кеүек шатлана. Ул “һунар” менән шул тиклем ныҡ мауығып китә, хатта бүре емешенең ботағын уның ауыҙынан саҡ тартып алырға өлгөрәләр.
Ғәҙәттәренсә, күҙҙәрен тоноҡландырып, йәғни эсеп алғас, китә инде... Ҡабан тапмайҙар, әлбиттә, бер ҡуян ғына тоталар. Буранбай ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың ҡәнәғәтһеҙләнә барыуҙарын һиҙеп ҡала, әммә шул саҡта һунарсыларҙың ҡаршыһына балаһы менән инә мышы килеп сыға. Уның бер ваҡытта ла мышыларға ҡулы күтәрелмәҫ ине, ә американ “гуд, гуд” тип, ата башлай... Ошо ерҙәрҙең ысын улы булараҡ, уға был баш-баштаҡлыҡты туҡтатырға кәрәк ине лә һуң, әммә алда бер нисә миллионлыҡ килешеү тора бит.
Ғөмүмән, һунарсы мышы балаһының тиреһенә таптар төшөрөлгән кәүҙәһен һөйрәй, ә уның күңеле әрней – ышанһағыҙ-ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ – юҡ. Тар күңеллелек күрһәткән өсөн үҙен әрләп китеп барғанында, таш өйөмө тәңгәленә тигеҙләшкәс, ҡапыл ҡырағай ҡоштоң ҡысҡырыуы ишетелә. Ҡарашын күккә күтәрһә, унда ҡарсыға өйөрөлөп осоп йөрөй. Сәйер. Һунар ваҡытында ҡоштар үҙҙәренең ҡорбандарын өркөтмәҫ өсөн өн дә сығармайҙар. Байрамбай ғәжәпләнергә лә өлгөрмәй, ҡош, ҡарағусҡыл-һоро ҡанаттары һәм аҡ төҫтәге таплы эсе менән ҡояшты ҡаплап, түбәнгә атлыға. Ҡарсыға ситтәре тут төҫөнә ингән ҡанаттарын ҡағып, шул уҡ ваҡытта шаңдауы тирә-яҡтарҙағы ҡаяларҙа ишетелерлек булып ҡот осҡос итеп ҡысҡырып, уның баш осонан тип әйтерлек осоп үтә. Бындай хәлде көтмәгәнлектән, Байрамбай күҙенә бер нәмә лә күренмәйенсә ситкә тайпыла һәм итегенең башы менән ерҙән сығып торған ниндәйҙер бик ҡаты нәмәгә барып бәрелә. Аяғы шундуҡ ныҡ итеп ауырта башлай.
Яурынынан ауыр йөгөн алып бырағытып, ыңғырашып, үксәһен ыуаларға тотона ул. Итеген сисеп, ҡанлы сылғауын таратып ебәрһә, ҙур бармағының һөйәк киҫәге һерәйеп торғанын күрә. Ныҡ итеп йәне көйөп, былтырғы үләнде, артыштың ҡойолған энәләрен ырып-йырып, үҙенең бәхетһеҙлегенең сығанағын эҙләй...
Бәй! Был бит үҙе бик күп йылдар элек тау рухына бүләк итергә теләгән көйгән ҡаҙан. Ниәтен ғәмәлгә ашыра алмайынса, юлда ташлап киткәйне. Быға бысраҡҡа буялған нәҫел тамғаһы ла дәлил ине.
Шулай ҙа була икән! Башҡорттоң күҙ алдары ҡараңғыланып китә. Былар бөтәһе лә тиктәҫкә генә түгел: ғаилә ҡаҙаны, өҫтәүенә үҙ ырыуының ҡошо. Юҡҡа ғына, борон-борондан үҙҙәренең нәҫелдәрен дәртләндереү йә хаҡ юлға баҫтырыу өсөн ҡарсыға ҡиәфәтендә күптән үлгән ата-бабаларҙың рухы килә, тигән инаныу йәшәмәй бит.
Байрамбай Ирәмәлдең үҙенең асыуын килтерҙеме икән әллә? Ул бит ҡан-ҡәрҙәшлек ҡанунын боҙҙо һәм ағаһына ярҙам итеүҙән баш тартты, өҫтәүенә, үҙ халҡының изге урында бер ҡасан да тере йәндең ҡанын ҡоймаҫҡа тигән ырымын һанға һуҡманы.
Хәйер, уның шик-шөбһәһе оҙаҡҡа һуҙылмай. Ул күңелһеҙ уйҙарын тиҙ генә үҙенән ситкә ҡыуып ебәрә. Сөнки рухтарҙың үс алыуы тураһындағы хәбәрҙәр ни бары риүәйәттәр генә, уларға бала-саға һәм аҡылдарын юйған ҡарт-ҡоро ғына ышана. Ни бары шул ғына. Ярай, бармағын ауырттырҙы ти. Ҡаҙан. Ҡарсыға... Былар ни бары осраҡлы тап килеүҙәр генә.
Ул интегеп кенә джип янына барып етә. Урындағы травмпунктта уға беренсе ярҙам күрһәтәләр, һәм һунарсы шәрәмәте үҙенең ифрат ҡәнәғәт партнерҙары менән баш ҡалаға китә. Дауаханаға йөрөргә, яраһын бәйләтергә уның ваҡыты юҡ. Эш, һуңға тиклем һөйләшеүҙәр...
Аҙна аҙағына үксәһенең шешә башлауын һиҙә, төнө буйы аяғының пульс рәүешендә ныҡ итеп ауыртыуынан яфаланып сыҡҡас, дауаханаға бара – тик һуң була. Газ гангренаһы барлыҡҡа килгән. Байрамбайҙы үксәне киҫеп ташларға тигән һайлау алдына ҡуялар. Ул бармағын ҡырҡтырырға риза була, ә тотош үксәһеҙ тороп ҡалырға – юҡ! Аҡсаһы һәм янауҙары арҡаһында үксәһен һаҡлап алып ҡала, тик оҙаҡҡа түгел. Һөҙөмтәлә янъялсы ауыр хәлдә реанимацияға эләгә, аңына килгәндә балтыр уртаһына тиклем аяғы булмай...
Рәхмәт әйтеү урынына, бер нисә ҙур отошло килешеүҙең конкуренттары ҡулына күскәнлеге һәм үҙен инвалид иткәндәре өсөн енәйәтсел олигарх бөтәһенең дә кәрәген биреү менән янай. Бер аҙнанан гангрена уның аяғын тубығына тиклем ашағанлығы асыҡлана. Шул саҡта Байрамбай беренсе тапҡыр хәлдең бөтөнләй үҙенең күҙәтеүенән сыҡҡанлығын аңлай. Һәм, моғайын, үҙ ғүмерендә беренсе тапҡырҙыр – уҫал яҙмыш ҡапҡанынан уны киң бәйләнештәре лә, хакимлығы ла ҡотҡара алмай.

х х х

Ҡапыл ул ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Әҙәм ышанмаҫлыҡ бит! Кеше үҙенә бер кем дә, бер нимә лә ярҙам итә алмаясағын аңлай, ә үҙе тыйыла алмайынса көлә лә көлә! Хәйер, бәлки, был реакция уның организмының ныҡ ағыуланыуының һөҙөмтәһе генәлер.
– Һин мине нимә эшләгәнмен тип уйлайһың? – тип һораны ул минән, көлөүенән туҡтай алмайынса.
Мин, ҡотом осоп, керпектәремде генә елпелдәттем.
– Мин тиҙ генә Аллаһы Тәғәләгә ышана башланым һәм уның ярлыҡауын һатып алырға булдым. Эйе, эйе! Тап һатып алырға, ә хаталарымды танып, ғәфү үтенергә түгел. Һәм аҡсамдың бер өлөшөн баш ҡалалағы хоспистарҙың береһенә күсерҙем. Артабан бер нисә балалар йорто ла үҙ иҫәптәренә байтаҡ аҡса алдылар.
Ниһайәт, ул мине үҙенең ҡот осҡос көлөүе менән ҡурҡытыуҙан туҡтаны. Киреһенсә, уйға батҡандай, ҡапыл шымып ҡалды. Шунан тағы дауам итте:
– Шул арала мин үҙемде бөтә кеше лә ташлаған кеүек тойоп яттым. Бер тапҡыр элекке ҡатыным шылтыратты. Улым, һуңғы имтихандары яҡынлашыу сәбәпле, Лондонда уҡыуын өҙөп торманы. Минән бер нәмә лә һауып алып булмағанлығын күреп, партнерҙарым минең менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай башланы, бөтә дуҫтарым һәм таныштарым да шулай...
– Күренеүенсә, һатып алыу килеп сыҡманы! – тип әйтә һалдым мин.
Өндәшмәһәм дә булыр ине бит инде! Йәнәһе, уны тынысландырыу өсөн һүҙҙәр тапҡанмын!
– Килеп сыҡманы, – тип үкенесле йылмайҙы ул. – Быға ғәжәпләнерлек тә түгел, сөнки бер алама нәмә минең тәнемә гангренанан күпкә алдараҡ кереп ултырған бит һәм ул тәкәбберлек тип атала! Тап шул миндә йәнемде ғүмерем буйы кимергән рәнйеү, үлемесле рәнйеү барлыҡҡа килтерҙе бит. Бына, ниһайәт, барыбер ашап бөттө!
Байрамбай арып күҙҙәрен йомдо, әммә аҙаҡтан һиҫкәнеп уларҙы асты ла ҡараштары менән мине эҙләй башланы.
– Минең ҡулымды тотоғоҙ әле, – тип шым ғына үтенде ул, көтмәгәндә “Һеҙ”гә күсеп. – ...Ерәнмәһәгеҙ, әлбиттә.
Мин һаҡ ҡына уның боҙ кеүек һыуыҡ, шешенгән бармаҡтарына ҡағылдым.

х х х

Ул миңә тағы бик оҙаҡ үҙенең тормошо, кемде яратыуы, нимә тураһында хыялланыуы, ә иң күбеһе – үҙенең бала сағы тураһында һөйләне. Ҡайғы-хәсрәтһеҙ, бәхетле көндәре хаҡындағы хәтирәләре бер аҙға ғына булһа ла уның юғалтыуҙарынан һыҙланыуын һәм мотлаҡ була торған хәлдән ҡурҡыуын кәметкәндәр. Уның тауышы шымғандан-шымды һәм һүҙҙәре аңлашылмай башланы, мин уның өҫтөнә эйелеп, бәғзелә ирендәренә тейә яҙып, уның йә хырылдап, йә шыбырлауға күсеп сыҡҡан һүҙҙәрен аңларға тырыштым. Ҡайһы бер мәлдәрҙә ул бөтөнләй туҡтап ҡалды. Шул саҡта мин уның ҡулын ҡыҫтым, һәм ул ҡайтанан аңына килде...
Бер нисә тапҡыр палатаға доктор Иҫтәмғолов кереп сыҡты һәм, пациенттың ауыртыныуҙы кәметә торған дарыуҙарға мохтажлығы юҡ икәнлеген күреп, итәғәтле генә сығып китте.
Тәҙрә тышында яҡтыра башланы. Таң нурҙары офоҡто асыҡ-алһыу төҫтәрҙәге һыҙаттарға мансыны.
– Бына Антон уты (гангренаны шулай тип тә атайҙар) мине ашап та бөттө, – тине Байрамбай һуңғы көсө менән, аҙаҡтан йылмайырға тырышты һәм тамам иҫен юйҙы. Был уның аңының һуңғы тапҡыр асылып китеүе ине.
Минең алдымда ятҡан кеше үлеп бара. Ә мин уның бүтән донъяға күсеүендә ҡатнашырға бөтөнләй әҙер түгелмен. Шул уҡ ваҡытта, уның һыуынғандан-һыуына барған бармаҡтарынан ҡулымды тартып алып, уның яңғыҙын ғына ҡалдырып китә лә алманым. Әле китә алманым. Ул аңына килгәс тә ҡасырға кәрәк булған. Ә хәҙер... Хәҙер был уға хыянат итеү кеүек була. Бәләкәй генә, алама ғына, әммә нисек кенә булмаһын – хыянат.
Байрамбайҙың ғүмеренең һуңғы минуттарында бөтөнләй сит кешенән ярҙам һорарға мәжбүр булыуы бик үкенесле...
Башыма юҡ-юҡ та төрлө ҡурҡаҡ уйҙар килде: “Был уның ғаилә ағзаларының, дуҫтарының, ниһайәт, дин әһелдәренең бурысы! Тик минеке түгел! Беҙҙе быға өйрәтмәнеләр!”
Ысынлап та. Кәүҙәһе өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнгән, ә бына күҙгә күренмәгән нескә һәм ғазапланған субстанция хаҡында хәстәрлек күрерлек кеше юҡ. Ниңә кеше тыуыу – тәбиғи, ә мөһимлеге йәһәтенән шунан кәм булмаған тәбиғи процесс – кешенең китеп барыуы тураһында бер кем дә бер нәмә лә өндәшмәй. Ҡапма-ҡаршылыҡлы хәл. Медицина уҡыу йорттарының һәр ҡайһыһында иң ҡатмарлы бала табыуҙа ярҙамлашырға өйрәтәләр, ә бер кемде лә ситләп үтмәгән әжәлде нисек лайыҡлы ҡаршы алырға... бер ҡайҙа ла өйрәтмәйҙәр.
Бына кеше ғүмер һәм баҡыйлыҡтың нескә генә сигендә тора, уны ниндәйҙер ҡурҡыу биләп ала, һәм ул, мотлаҡ буласаҡ хәлгә ҡаршылыҡ күрһәтмәйенсә, тыныс күңел менән китһен өсөн, уны үҙен күҙгә күренмәгән теге донъяла көтөп торған һәм ҡоластарын йәйеп ҡаршылағандарға әйҙәп, һәр ваҡыт эргәһендә йә тауышы, йә бармаҡтарын ҡыҫыу менән күңелен күреүсе яҡын кеше кәрәк.
Мин бик күптә үҙемдең ҡарт ҡәртнәйемдән ишеткән берҙән-бер доғаны хәтерләргә тырыштым... Ул был осраҡҡа тап киләме-юҡмы, белмәйем, әммә мин үҙ ғүмеремдә тәүге таҡыр доға уҡыным. Үлем түшәгендә ятҡан кешенең, ике донъя араһында аҙашып, ҡаңғырып йөрөмәүен теләп уҡыным мин был доғаны.
Ҡояш үҙенең тәүге нурҙары менән палатаға килеп кергәндә, ул, ниһайәт, китеп барҙы...

х х х

Конференция залына мин бөтәһенән дә алда килеп керҙем һәм битараф ҡына коллегаларымдың яйлап ҡына инеүҙәрен һәм үҙ урындарына ултырыуҙарын күҙәттем.
Мин әйттем бит, дежур-рлыҡ ар-рҡаһында һеҙ бөгөн ваҡытында килер-рһегеҙ тип! – Аркадий Валентинович тупһанан уҡ әсе телләште.
– Мин, фәлсәфәсе кеүек тыныс ҡалып, яурынды һикерттем. Ниндәйҙер хис-тойғо белдерерлек хәлем ҡалмағайны.
Эргәмдә ултырған Антон менән Тимур ҡысҡырып тороп кисә үҙҙәре күҙәткән операцияның техникаһы хаҡында фекер алышты һәм умрау һөйәк тайғанда уны нығытып ҡуйыу өсөн ниндәй ысул өҫтөнлөрәк икәнлеге тураһында ҙур бәхәс ҡорҙолар. Уларҙың һәр ҡайһыһы, ҡыҙып-ҡыҙып, үҙенең хаҡлы икәнлеген иҫбат итергә тырышты, хәл ысын мәғәнәһендә мөнәсәбәттәр асыҡлауға етеп бара ине.
Шул саҡта Антон терһәге менән минең ҡабырғама төрттө:
– Алина, исмаһам, һин минең хаҡлы икәнлегемде раҫла әле! Был осраҡта иң яҡшыһы – ырғаҡлы пластина ҡулланыу бит!
– Әлбиттә, ә пациентҡа ярты йылдан һуң уны алып ташлау өсөн тағы бер операция яһарға кәрәк буласағын һин иң яҡшы ысул тип атайһыңмы? Беннель буйынса тамырҙарҙы ҡыҫҡартып тегеү – ябай түгел, әммә иң һәйбәт ысул! Пластина һалып ҡына ҡуйыуҙы ялҡау хирургтар һайлай.
Мин ҡыҙарынышып киткән егеттәргә ҡараным да түҙмәнем:
– Һеҙ үҙегеҙҙең ни тиклем алйот икәнлегегеҙҙе күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ! – тинем һәм, уларҙы аптыратып, конференция залынан сығып киттем. Коридор буйлап барғанымда артымда әле генә башланған кәңәшмәнең геүләүе ишетелде.
Ә минең... минең фәҡәт яңғыҙым ғына булғым килә ине.


Мәрйәм Мәхмүтйәнова тәржемәһе.

Автор:
Читайте нас