

Пролог
– Тр-р-р, туҡта, Ерән, туҡта, тим, зинһар! Тр-р-р...
Атын көскә туҡтата алды Ибраһим. Аяуһыҙ ҡыуғанына асыуланғандай, тыңламаҫ булды ла ҡуйҙы шул Ерәнсәйе. Атынан төшкәс, тиргә батҡан малҡайының арҡаһынан гөпөлдәтеп ҡағып ҡуйҙы ла, дилбегәһен эргәләге ҡайындың ботағына бәйләп ҡуйҙы. Йөрәгенең әрнеүенә түҙә алмай ыңғырашып ҡуйҙы ла ергә ҡапланды Ибраһим. Йоҙроҡтары менән ерҙе төйгөсләй-төйгөсләй, күҙ йәштәренә ирек бирҙе. “Бөттө... Барыһы ла бөттө... Ул мине бер ҡасан да кисермәйәсәк... Ул бер ҡасан да минеке булмаясаҡ! Нишләнем мин!? Нишләнем... Ыһ...”
Бер аҙ тынысланғандай булғас, Ибраһим тороп ултырҙы. Беләктәрендә көсө ташып торған мөһабәт кәүҙәле ир-егет ошо минутта үҙен иң бәхетһеҙ, иң булдыҡһыҙ итеп тоя ине. “Нисек артабан йәшәргә һуң? Нисек? Нисек?!” Ошо һорауҙы нисә тапҡыр ҡабатлағандыр... Ерәне иҫенә төшөп, уға күҙ һалды. Малҡайы хужаһына үпкәләгән төҫлө, башын ситкә борҙо. Ибраһим тороп баҫты ла аты янына килде:
– Ярай, булды. Былай ҙа ауыр миңә... Үпкәләмә... Мин дә бер мәл тынысланырмын...
Шунан атының дилбегәһен бәйләп ҡуйған ботағынан ысҡындырҙы:
– Ярай, ҡуҙғалайыҡ, дуҫҡай. Асыҡҡанһыңдыр инде. Мин дә бирешмәҫкә тырышырмын. Эйе, бирешмәҫмен... На-а-а, малҡай! На-а-а...
***
...Заһиҙә ҡайҙандыр уйланып ҡына ҡайтып килә ине. Ҡапыл урамда эшләп йөрөгән ирҙәрҙең береһе үҙенә өндәште:
– Заһиҙә, ишеттеңме яңылыҡ?
Ауылдашын таныған Заһиҙә уға яҡынлашты:
– Ниндәй яңылыҡ икән һуң?
– Ибраһим үлеп ҡалған бит?
– Ибраһим?! Ҡайһы Ибраһим?
– Һуң... шул бер Ибраһим инде. Йәнбирҙин...
– Юҡсы?!... Ишетмәнем...
Заһиҙә бер һүҙ ҡуша алмай, иҫәңгерәгәндәй тора бирҙе лә, килгән юлынан кирегә боролоп, әхирәтенең өйөнә йүнәлде. Ишеген шаҡып та тормай килеп ингән Заһиҙәгә һораулы ҡарашын төбәне Әнисә. Заһиҙә борсоулы тауыш менән уға өндәште:
— Рәғиҙәнең эшенә шылтырат, зинһар! Телефонға саҡыр!
Бер ни аңламаған Әнисә стенала элеүле торған телефонды алып, номер йыйҙы.
— Хәйерле көн! Рәғиҙә кәрәк ине. Бөгөн эштә юҡ? Ә нишләп улай? Кеме үлгән? Ағаһы?! Ҡайһы ағаһы?
Әнисәнең бер-бер артлы биргән һорауҙарына теге яҡтан сабыр ғына яуап бирҙеләр. Телефонды урынына ҡуйған Әнисә Заһиҙәгә боролдо. Бүлмә ишегенә һөйәлеп баҫып торған Заһиҙә, тыйыла алмай, күҙ йәштәренә төйөлдө. Әхирәтенең йәшләй һөйгән йәре үлеп ҡалғанын аңлап ҡалған Әнисә һүҙһеҙ генә ҡатынды ҡосағына алды. Оҙаҡ ҡына илағандан һуң Заһиҙә, нисек ҡапыл килеп ингән, шулай тиҙ арала сығып та китте. Һүҙ әйтерлек хәлдә түгел ине шул... Өйөнә ҡайтып ингәс, тағы күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Хәҙер инде ул ҡысҡырып, һамаҡлай-һамаҡлай иланы. Йәшләй өҙөлөп һөйгән йәренә булған ғүмерлек үпкәһе лә, теге саҡта осраҡлы ғына осратҡанда һөйләшеп ҡалыу мөмкинлеге булып та, аралашып өлгөрмәгәне өсөн үҙенә үпкәләп, үкенеү ҙә –барыһы бергә ҡушылған ине ошо мәлдә уның йөрәк төпкөлөндә...
***
...Йәшлек. Их, йәшлек... Заһиҙә лә һөйҙө йәшлегендә. Өҙөлөп һөйҙө, бар булмышы менән. Ә ниндәй хыялдар менән йәшәйҙәр ине һөйгәне менән. Мәңге бергә булырға, бер ҡасан да айырылмаҫҡа. Тормош үҙенекен итте. Тик бер генә аймылышыу алдағы киләсәгеңде ҡырҡа үҙгәртеп ебәреү ихтималлығы ул саҡта береһенең дә уйына ла инмәгәйне. Һөйгәнен әрме хеҙмәтенән көткән Заһиҙә сикһеҙ бәхетле ине ул мәлдә. Тиҙҙән күрешеү шатлығы көтә бит уларҙы. Медучилище тамамлап, ҡала дауаханаһында эшләп йөрөгән Заһиҙәгә ауылға ялға ҡайтып әйләнгән әхирәте Сәфинә: “Һөйөнсө! Бейе!” – тип ҡулына хат тотторҙо. Хат Ибраһимдан ине. Йөрәге ашҡынып тибә башлаған Заһиҙә тиҙерәк конвертты асты. “Һаумы, минең ҡәҙерле Заһиҙәм! Һине өҙөлөп һағынып хат яҙа һинең Ибраһимың. Мин өсөнсө көн кисен генә ауылға ҡайтып төштөм. Кисә һеҙҙең ауылға Ауыл советына килгәндә Сәфинәне осраттым. Их, йәл, һин дә ялға ҡайтмағанһың икән. Мин яныңа осоп ҡына барып етерҙәй хәлдәмен дә, түҙергә тура килә. Атай бер нисә атлы кешегә әйтеп, иртәгәнән Ҡайынтүбә сабынындағы бесәнде ташып алырға йыйынған. Ҡайтып төшөүең бик ваҡытлы, шәп булды әле, ти. Көндәр тыныс торғанда ташып алғаныбыҙ хәйерле булыр, ти. Буранлап ҡар яуа башлаһа, унда үтеп булмаясаҡ шул. Шуға ла, нисек кенә яныңа ашҡынһам да, аҙна уртаһында юлға сыға алмайым. Кисерерһең бит, Заһиҙә? Мин һинең үҙеңдең ялға ҡайтыуыңды көтәм. Йома кис мотлаҡ килеп етәсәкмен. Ҡайт һин, яраймы? Түҙемһеҙлек менән осрашыу мәлен көтөп, Ибраһим”.
Бик ныҡ ашҡынһа ла, Заһиҙә йома кис ҡайтып етә алманы. Төнгө сменаға сығырға тейешле ҡыҙ, әсәһе ҡапыл ғына ныҡлап ауырып китеп, ауылдарына ҡайтып китте. Уның өсөн Заһиҙәгә төнгө сменаға сығырға тура килде. Шәмбе кис ҡайтып инеүенә ҡустылары һөйөнсөләп ҡаршы алды: “Кисә кис Ибраһим ағай һине һорашып килде. Бөгөн дә киләм”, тине. Тик күпме генә ашҡынып көтһә лә, Ибраһимды ялында көтөп ала алманы Заһиҙә. Бойоғоп ҡалған ҡыҙ яңынан ҡалаға йүнәлде. “Ниңә улай килеп сыҡты һуң әле? Улар мотлаҡ осрашырға тейеш инеләр бит? Их, Ибраһим...” Дүшәмбе эштә ваҡыты тиҙ үтеп китте. Эштән һуң ятаҡханаға ҡайтты. Киске аш әҙерләп йөрөй ине, ишек шаҡынылар. Күрше ауыл ҡыҙы Миләүшә икән. Бер аҙ һөйләшеп ултырғас, көтөлмәгән, бар донъяһының аҫтын-өҫкә әйләндерер яңылыҡ әйтеп һалды: “Ибраһим өйләнгән! Күрше ауыл ҡыҙына!” “Нимә?! Нисек инде? Ибраһим өйләнгән... Ибраһим өйләнгән... Ибраһим... өйләнгән...” Бер туҡтауһыҙ ошо һүҙҙәр мейеһендә ҡабатланған Заһиҙә карауатҡа ауҙы. Бер кем дә уны тынысландыра алырлыҡ түгел ине. Әхирәте Сәфинә ҡосаҡлап та, йыуатып та ҡарай, ҡушылып үкһеп илап та ебәрә, тынысланырлыҡ түгел ине шул хәлкәйҙәре Заһиҙәнең. Нисек ул көндө төнгө сменаһын эшләп ҡайтҡандыр, үҙе ул һис хәтерләмәй...
***
Ибраһим менән танышыуҙары көтөлмәгәндә булды. Медучилищеның һуңғы курсында уларҙың фельдшерҙар группаһынан бер нисә ҡыҙҙы практика үтергә ҡала больницаһының хирургия бүлексәһенә ебәрҙеләр. Эше оҡшай Заһиҙәгә. Бала сағынан хыяллана ине бит аҡ халат кейеп, дауаханала эшләргә. Бер көн эшкә килеүҙәренә өлкән шәфҡәт туташы Заһиҙәгә:
– Һигеҙенсе палаталағы ауырыуҙы һиңә беркетәм. Уға төндә һуҡыр эсәгенә операция яһанылар. Хәле яҡшырғансы янында бул. Бер нисә көндән коридорҙа йөрөтә башларһың, – тине. Заһиҙә палатаға килеп инеүгә унда ятҡандар барыһы ла уға төбәлде. Һаулыҡ һорашты ла, тәҙрә янындағы карауатта ятҡан ауырыу янына килде. Ҡап-ҡара бөҙрә сәсле егет ҡаты йоҡоға талған. Заһиҙә уның тумбочкаһын рәткә килтерҙе лә, янындағы ултырғысҡа ултырҙы. Бына егет ыңғырашып ҡуйҙы ла, күҙҙәрен асты. Эйе, күҙҙәрен асты ла, янында ултырған Заһиҙәгә төбәлде. Ах, ул күҙҙәр! Ах, ул күҙҙәр... Ошоғаса Заһиҙәнең бындай наҙлы, бер үк ваҡытта үтә моңһоу ҙа ҡарашты осратҡаны юҡ ине. Керпектәренең оҙонлоғо күҙҙәренә серлелекте тағы ла нығыраҡ өҫтәй. Бик ныҡ тулҡынланғанын һиҙҙермәҫ өсөн Заһиҙә ултырғысты ситкә алып ҡуйҙы ла, былай ҙа тәртипкә килтергән тумбочканы рәтләп маташҡан булды. Шунан егеттең тән температураһын үлсәгәндән һуң тейешле дарыуҙарын бирҙе лә, юҡ сәбәбен табып коридорға сыҡты. Үҙе менән ни булғанын аңлай алманы. Ошо көнгә тиклем тик уҡыуына иғтибар бирергә тырышты, бер егеткә лә күҙ һалмағайны. Әллә бер күреүҙән ғашиҡ булды инде? Тәнендә һаман тулҡынланыу үтмәй. Коридорҙағы өҫтәлдә торған графиндан һыу һалып эсте лә, тынысланғандай булғас, яңынан палатаға инде. Үҙе менән алып ингән дәфтәргә ауырыуҙың исем-фамилияһын, тыуған датаһын һорашып яҙҙы. Күңелгә ятып ҡына тора икән был егеттең исем-шәрифе. Йәнбирҙин Ибраһим. Ауырыуҙың әлеге мәлдәге хәл-торошон теркәне. “Һинең үҙеңдең исемең кем һуң, шәфҡәт туташы? Минекен белдең инде?” Тағы егеткә күҙ һалды Заһиҙә. Эйе, ысынлап та тәү ҡараштан ғашиҡ иттерҙе егеттең серле күҙҙәре... “Заһиҙә...” – тине саҡ ишетелерҙәй итеп. Ошо көндән һуң эшенә ашҡынып килеп етә ине Заһиҙә. Егеттең хәле арыулана башлағас, тәүҙә коридорға, һуңынан урамға ҡултыҡлап алып сыҡты. Ибраһим үҙе тураһында һөйләй. Һөнәрселек училищеһын тамамлағас, заводта токарь булып эшләп йөрөй икән. Эше оҡшай үҙенә. Тик бына көҙгә әрмегә алалар, тип повестка көткән мәлдә дауаханаға килеп эләккән. Хәҙер инде ныҡлап йүнәлмәйенсә әрме тураһында уйларға ла кәрәкмәйәсәк, тип уфтанғандай әйтеп ҡуйҙы егет. “Ныҡ барғың киләме һуң?” – тип һорап ҡуйҙы Заһиҙә. “Эйе! Хеҙмәт итеп ҡайтҡас ҡына ҡыҙҙар хөрмәт итә бит егеттәрҙе!” – тип етди өҫтәп ҡуйҙы үҙе. Бына уны дауахананан сығарыр көн дә килеп етте. Ялына тура килмәһә генә ярар ине, тип борсолған Заһиҙә эшенә килгәндә егет ҡайтырға йыйына ине. Шат йылмайып үҙенә ҡаршы атлаған Ибраһимды күргәс, Заһиҙәнең күңеле болоҡһоно. Башҡаса күрешмәйәсәктәр бит инде. Тормош бынан ары үҙ яйы менән ағыр. Ҡасандыр үҙен тәрбиәләгән шәфҡәт туташын да тиҙ арала онотор егет...
– Заһиҙә, мөмкинме һине бер нисә минутҡа ғына урамға саҡырырға?
Ҡыҙ аптырап ҡалды. “Бер нисә минутҡа ғына мөмкиндер... Мине эшем көтә бит?” – тине лә, егетте ҡултыҡлап урамға алып сыҡты. Үҙенең ныҡ тулҡынланыуҙан хатта аяҡтары ҡалтырай башлауын тойҙо. Егет туҡтаны ла Заһиҙәнең тынын ҡурырҙай ҡарашы менән бер аҙ ҡарап торғас:
– Заһиҙә, һин миңә... мин... һин...
Ҡапыл баҙнатһыҙланып ҡалған егет әйтер һүҙен дауам итә алманы ла ҡуйҙы. Бер аҙҙан ғына дауам итте:
– Заһиҙә, һин үҙеңә ғашиҡ иттең бит мине! Тик һинең турала ғына уйлайым һуңғы көндәрҙә. Минең һинең менән бынан һуң да осрашҡым килә. Һин ризаһыңмы? – тип һораны.
Ошо көндән алып улар ялдары тура килгәндә осраша башланылар. Һөйләшеп-серләшеп, ваҡыт уҙғанын да һиҙмәйҙәр. Ибраһим Заһиҙәләргә артыҡ йыраҡ булмаған Шишмә ауылынан икән. Илле саҡрым тирәһе барҙыр араһы. Ишле ғаиләнән. Ғаиләләре тураһында бик күп ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә һөйләп ала. Мал-тыуарҙары ла ишле. Ибраһимға бигерәк тә атта һыбай йөрөү оҡшай. “Атта сапҡанда иңдәремдә ҡанаттар үҫеп сыҡҡандай тоям, рәхәтләнеп ҡыуам атымды! Һине лә яныма ултыртып елер инем. Теләйһеңме?” – ти ихлас йылмайып. “Юҡ, мин ҡурҡырмын ул. Бер ҡасан да һыбай йөрөгәнем юҡ минең, тик арбала ғына”.
“Ә мин һине ныҡ итеп ҡыҫып ҡосаҡлармын да, һинең ҡурҡыуыңдың эҙе лә ҡалмаҫ ул саҡта. Бына ошолайтып!”
Үҙе ныҡ итеп ҡосаҡлай Заһиҙәне. “Улайһа, ул тиклем ҡурҡыныс түгел икән дә!” – Заһиҙә үҙен Ибраһим менән атта елгәндәй хис итеп күҙҙәрен йома хатта. Яҡын-тирәләге тауҙарға ла сәйәхәт ҡылдылар. Тәбиғәткә ғашиҡ икәү кискә тиклем тәбиғәт ҡосағында. Бер нисә тапҡыр Заһиҙәләрҙең ауылында ла осрашырға тура килде уларға. Ялға ҡайтҡанында көйәнтәләп шишмәгә һыуға килгәйне, биҙрәләрен тултырып ҡайтыу юлына атлағайны ғына, таныш һын күҙенә салынды. Бер-береһен һағынып өлгөргән йәштәр оҙаҡ ҡына шишмә янында серләштеләр. Бергә уҡыған иптәштәре менән осрашҡандар икән. Кискә клубта осрашырға һүҙ ҡуйышҡандар. Заһиҙәне саҡырырға тип килеүе икән. Ҡустыларың бигерәк шаян икән, тип көлә. Улары менән танышырға ла өлгөргән. Ярай әле, әсәһе был мәлдә өйҙә булмаған сағы ине. Кисен клубҡа осоп тигәндәй барҙы Заһиҙә. Ауыл йәштәре өсөн дә сер түгел ине сибәр егеттең кем артынан килгәне. Бар күңелен яулап алды ла ҡуйҙы шул был серле ҡарашлы егет. Киләһе осрашыуҙы саҡ көтөп ала. Ҡайһы саҡта хыялға бирелеп йөрөп, ашарға кәрәклеген дә онота. Мөхәббәт тигәндәре ана шулай килде Заһиҙәгә. Йәмле йәйҙәр үтеп, көҙ ҙә етте. Ибраһим повестка көтә. Яҙ алырҙар тип көткәйне, көҙгә ҡалдырғандар. Ул көн дә килеп етте. Бер-береһенә ныҡ өйрәнгән йәштәргә айырылыуы бик ауыр ине. Бер ни ҡылып булмай, һалдат бурысын үтәргә тейеш Ибраһим. Айырылышыуҙары улай ҙа ауыр булыр тип уйламағайны Заһиҙә. Ул инде уҡыуын тамамлап, үҙе практика үткән дауаханала эшләп йөрөй. Бер көн өлкән шәфҡәт туташы Заһиҙәне шелтәләп китте: “Бәй-бәй, ҡайһылай бөтөрөнөп, ябығып киткәнһең? Ҡулға ал үҙеңде. Бер һинең генә егетең хеҙмәткә киткәнме әллә? Хәҙер үтеп китә ул ике йыл!”
Ике арала хаттар йыш йөрөп торғас, көтөүе лә еңелерәк. Бер-бер артлы айҙар үтә торғас, Ибраһимдың ҡайтыр көндәре лә яҡынлашты. Тиҙҙән, тиҙҙән осрашасаҡтар һөйгәне менән. Нисек ашҡынып көтә Заһиҙә ул көндөң килеп етеүен...
***
...Ибраһимдың өйләнгәнен ишеткәндән һуң, эшендә генә ваҡыты тиҙерәк үтә. Ятаҡханаға ҡайтһа, үҙенә йәм тапмай. Ибраһимды иҫкә төшөрөрҙәй бар нәмәнән ҡотолорға тырышты. Ҡәҙерләп һаҡлаған хаттарын, бары тик улар ғына ғәйепле кеүек, мөмкин тиклем ваҡ киҫәктәргә өҙгөсләп, яҡындағы урманға алып барып яндырҙы. Йылдар уҙғас бик ныҡ үкенде, әлбиттә, иҫтәлек итеп хаттарын һаҡламағанына. Әммә ул саҡтағы Заһиҙәгә улар хыянатты, хыялдары селпәрәмә килгән көндө гел иҫенә төшөрөп торор ине... Берәй ике ай самаһы ваҡыт уҙғас, әхирәте үҙе менән ауылға ҡайтырға күндерҙе. Әлегә тиклем ауыл тураһында ишетергә лә теләмәгәйне. Ялдан һуң электричкаға ултырып ҡалаға юлға сыҡтылар. Инде тамам тынысланған Заһиҙә әхирәте менән күңелле генә һөйләшеп, юлды ыраталар. Көтмәгәндә улар янына Ибраһим килеп баҫты. Их, шул күҙҙәр... Күҙен дә алмай, Заһиҙәгә төбәлгән дә, әйтер һүҙен әйтергә көс таба алмағандай, өнһөҙ ҡалған. Көтөлмәгән осрашыуҙан албырғап ҡалған Заһиҙә лә һүҙ ҡушыр хәлдә түгел. Үҙенең ике бите уттай яна, янында ғына торған һөйгәненең яҡынлығынан йөрәге шартлар сиктә дөпөлдәп тибә. Бына әхирәте уларға ҡамасауламаҫ өсөн икенсе купеға күсеп ултырҙы. Шунда ғына Ибраһим телгә килде: “Заһиҙә, кисер мине... Мин ғәйепле түгел... Мин иртәнсәк уянғанда өйләнгән инем...” Заһиҙә лә телгә килде шул саҡ: “Шулайҙыр, Ибраһим, һин ғәйепле түгелдер... Һин ҡайт, тигәнгә мин осоп тигәндәй ҡайтҡан инем ул саҡта... Ә һин мине көтмәгәнһең дә...” Ибраһим иланы ул саҡта Заһиҙәнең һүҙҙәренән һуң. Түгелеп иланы. “Заһиҙә, мин ул кисте һин ҡайтмағас, дуҫтарым менән осраштым. Их, осрашмаған булһамсы икән... Ә улар үҙҙәре менән күрше ауылға ҡунаҡҡа барып ҡайтырға күндерҙеләр. Клубта осрашҡандан һуң ҡунаҡҡа саҡырҙылар. Ихлас һыйланылар беҙҙе. Ныҡ иҫергәнмен... Аҙағы нисек бөткәнен һин беләһең... Әле һинең ҡайтҡаныңды ишеттем дә аңлашыр өсөн поезда осрашырға булдым. Заһиҙә, кисер мине... Мин тик һине яратам...” Заһиҙә ике ҡулы менән йөҙөн ҡапланы ла Ибраһимдың тиҙерәк янынан китеүен үтенде. Башҡаса бер ҡасан да осрашыу эҙләмәҫкә ҡушты. Әгәр ошо мәлдә күҙҙәренә күтәрелеп ҡараһа, ирекһеҙҙән Ибраһимдың ҡосағына ташланырынан ҡурҡты. Һағыныуы, яратыуы шул саҡлы көслө, шул уҡ ваҡытта нәфрәте лә сикһеҙ ине шул...
***
Ваҡыт – дауа, тиҙәр. Яйлап үҙен ҡулға ала алды. Үҙҙәренең ауылына фельдшер кәрәклеген ишеткәс, Заһиҙә ғариза яҙҙы ла эшенән сыҡты. Ауылын һағына ине, бик ҡыуанып эшкә урынлашты. Ауыл халҡы ла ихлас йөрөй йәш белгес янына. Йәй ҙә үтеп бара. Август аҙағы инде. Бер көн төш мәлендә ике ир кеше йәш кенә егетте ҡултыҡлап килеп инделәр. Урман хужалығында мастер булып эшләгән егет бүрәнә араһына ҡыҫылған икән. Тәне һыҙырылып бөткән, тын алышы ла ауыр. Тейешле ярҙамды күрһәткәндән һуң фельдшер ҡыҙ тиҙ арала егетте район дауаханаһына алып барырға ҡушты. Эске ағзаларын да тикшерергә кәрәк буласаҡ, имгәнмәгәнлеген. Егетте килтергән машинала оҙаттылар. Бер ай тирәһе ваҡыт үткәндер. Шәмбе ҡыҫҡартылған эш көнө. Ҡайтырға йыйына ине, һаҡ ҡына ишек шаҡынылар. – Инегеҙ!
– Мөмкинме? – Ишектән оҙон буйлы, сибәр йәш егет килеп инде. Заһиҙә тәүҙә уны таныманы.
– Ниндәй сәбәп килтерҙе һеҙҙе? – тип һораны. Теге егет ихлас йылмайҙы:
– Таныманығыҙ әллә? Мине дауаханаға оҙатҡан инегеҙ бит теге юлы?
– Әәә, һеҙ икән шул. Шунан, йүнәлеп алдығыҙмы? Ҡасан ҡайтарҙылар? – Заһиҙә үҙе лә был мөләйем егеткә һорауҙарын яуҙырҙы.
– Кисә ҡайтып еткәйнем, эшемә барҙым. Бөгөн янығыҙға инеп, рәхмәт әйтеп сығырға булдым.
– Ярай һуң, әйтегеҙ рәхмәтегеҙҙе! – Заһиҙәнең күңеле күтәрелеп, көлөп ебәрҙе. – Мин ҡайтырға йыйынам, эш сәғәтем тамамланды. Берәй ярҙам кәрәкмәйме? Бер ерегеҙ ҙә ауыртмаймы?
– Юҡ, юҡ! Һеҙҙе оҙатып ҡуйырға мөмкинме?
Ана шулай таныштылар Хәниф исемле егет менән. Шуныһы ҡыҙыҡ: был юлы ла үҙенә тейешле ярҙам күрһәткәндән һуң, егет кеше Заһиҙә менән танышырға теләк белдерҙе. Ибраһим менән дә тап шулай булғайны бит...
...Өйләнгәненән һуң ярты йыл самаһы ваҡыт уҙғас, Ибраһимдың ғаиләһенә көтмәгәндә оло ҡайғы килде. Ҡалаға барып әйләнәм, тип юлға сыҡҡан йәш кенә ҡатыны аварияға осрап һәләк булып ҡуйҙы. Ауырлы ла булған икән, бисара. Был турала Заһиҙә һуңлап ҡына ишетте. Уның яраһына тоҙ һалырға теләмәгән әхирәттәре, белгән хәлдә лә, Заһиҙәгә был турала әйтмәгән. Ике ай самаһы үткәс кенә ишетте яңылыҡты. Ҡаланан ялға ҡайтҡан Заһиҙә менән Ибраһим осрашып, аңлашырға булды: “Һин бик бәхетле булырһың минең менән, өрмәгән ергә лә ултыртмам, тик һин кисер мине! Мин һине генә яратам, Заһиҙә!” Заһиҙә кисерә алманы. Тағы ла оҙағыраҡ тотҡарланһа, бына-бына Ибраһимдың ҡосағына ташланырҙай хәлдә икәнен тойомлап, тиҙерәк уның янынан китергә ашыҡты. Артынан ҡыуып етеп ҡуймаһын, тип йүгерҙе хатта. Атына атланып, аңлашыр өсөн Заһиҙәләрҙең ауылына килеп еткән егет ғүмере буйына Заһиҙәнең иҫендә торор һүҙҙәрҙе асырғанып ҡысҡырҙы: “Мин һине ғүмерем буйына яратасаҡмын, Заһиҙә!”
Үҙенең ғүмерлек тормош юлдашын осратҡан Заһиҙә Хәнифкә кейәүгә сыҡты. Бер-бер артлы ике улдары донъяға килде. Бер-береһе өсөн өҙөлөп торғас, тормоштары ла яйлы, балалары ла аҡыллы булып үҫеп киләләр. Һуңғы йылдарҙа Хәниф вахта ысулы менән эшләй. Ҙур итеп өй һалырға булып киткәс, аҡса сығымдары ла күп. Шуға эшен алыштырғайны. Яңы йыл байрамына ҡайтып өлгөрәм, әллә юҡ, тип шылтыратҡас, малайҙары күңелһеҙләнеп ҡалды: “Шыршыбыҙ быйыл булмаймы ни, атай ҡайтып өлгөрмәһә?” Быға тиклем ул турала тик Хәниф ҡайғырта ине шул. Заһиҙә улдарын тынысландырҙы: “Ярай, берәй яйы килеп сығыр әле!” Тиҙ арала килеп сыҡты ла. Кемдер эшенә килеп: “Шыршы һатыусылар килгән икән, магазин янында һатып торалар”, – тип әйтеп китте. Төшкө тәнәфес мәлендә Заһиҙә шыршы артынан барып килергә булды. Ана, ысынлап та магазин янында күп итеп шыршылар һөйәп ҡуйылған. Үҙенә оҡшаған шыршыны һайланы ла аҡсаһын түләргә тип һатыусы янына килеп баҫты. Һәм... көтөлмәгән хәлдән юғалып ҡалды. Уның ҡаршыһында ихлас йылмайып Ибраһим баҫып тора ине...
– Һаумы, Заһиҙә! Ни хәлдәрҙәһең? Ал шыршыны, бүләк итеп бирәм үҙеңә! Аһ! Әллә әлегәсә онотмаған инде йөрәге тәүге мөхәббәтен? Ана бит нисек дарҫлап туларға булды ла китте.
– Ҡуй, бушҡа алмайым! – Үҙен нисек тә тыныс тоторға тырышҡан Заһиҙә сикәләренең уттай янғанын тойҙо. Ибраһимға аҡсаһын һондо. Артынан сиратҡа баҫҡандарын күргәс, уғата уңайһыҙланды. Алманы ул саҡта аҡсаны Ибраһим. Нимәлер әйткеһе, һөйләшкеһе килгәне йөҙөнә сыҡҡайны үҙенең. Заһиҙә тиҙерәк ҡуҙғалырға ашыҡты. Их, шул мәлдә белһә икән һуңғы тапҡыр осрашҡандарын... Күтәрелеп ҡарарға ла уңайһыҙланды шул...
Эпилог
– Гөлнур, мин Ҡуянтауҙағы сабынлыҡҡа барып, кәбәндәрҙе тикшереп ҡайтайым әле. Теге юлы туҡтамай яуған ямғырҙарҙан һуң бирешмәгәндәр микән? Көндәр яҡшы торғанда кәбәндәрҙе кәртәләп ҡуйырға ла кәрәк. Кискә тиклем шунда булырмын, ахыры. Иртәгә ял. Мунсаның мейесен яңыртыр кәрәк, Рәфисте ярҙамға саҡырырмын, тим. Икәүләп тиҙерәк булыр...
– Ярай, иҫән-һау йөрөп ҡайт! Ҡайтыуыңа мунса яғып торормон. Йәш миндек тә алып ҡайтырһың әле, эй, яратам үҙебеҙҙең сабынлыҡтағы үләндәрҙе ҡушып әҙерләгән миндек менән сабынырға! – Иренең рюкзагына ризыҡ тултырған Гөлнур ихлас тәтелдәне.
Ибраһим Буянын эйәрләне лә сабынлығына ашыҡты. Ҡәйнеше Рәфис вахта менән йөрөп эшләй. Ял итеп өлгөргәндер инде. Ысынлап та, иртәгә икәүләп мунсаның мейесен тиҙ яңыртырҙар, мейестән башҡа эше лә бар мунсаның... Шундай уйҙар менән артыҡ йыраҡ булмаған сабынлығына еткәс, Буянын туғарып ебәрҙе лә, кәбәндәренә ашыҡты Ибраһим. Юҡ, бирешмәгән икән кәбәндәре! Бакуйҙарында шауҙырҙап кипкән, бер тапҡыр ҙа ямғырға эләгеп өлгөрмәгән йәм-йәшел генә бесәндән ҡойғайны уларҙы. Кәбән башында тороусынан да тора шул уларҙың бирешмәүе. Гөлнуры бигерәк оҫта итеп ослап ҡуя кәбәндәрҙе, шуға ла һыу үтмәй эсенә, ниндәй генә яуын булһа ла. Күңеле ныҡ күтәрелгән Ибраһим йырлап ебәрҙе хатта:
“Хат-хәбәрең юҡ был араларҙа,
Сәләм әйтмәй иҫкән елдәр ҙә.
Раушаниям, бәғерем,
Сәләм әйтмәй иҫкән елдәр ҙә,
Шунһыҙ ҡыйын йыраҡ илдәрҙә,
Шунһыҙ ҡыйын йыраҡ илдәрҙә...”
Йырлай-йырлай кәбәндәрен кәртәләне Ибраһим. Рюкзагынан Гөлнуры һалған ризыҡты сығарып, туйынып алды ла, ҡабат эшкә тотондо. Күңеленән туҡтауһыҙ ағылған моң әллә көс бирә, эше бик тиҙ ырай үҙенең. Аты яҡында ғына ҡыңғырауын сыңлатып үлән утлай. Тиҙҙән ҡайтырға ла ваҡыт етә. Ибраһим йөрәгенең ярһыуына түҙмәй, тағы йыр һуҙҙы:
“Йөрәктәр ҡушылды,
Ә юлдар айырылды,
Уртаға ярылды тормоштар.
Яртышар-яртышар
Ҡалдыҡ беҙ, нишләргә?
Яҙмыштан булмағас уҙмыштар...
Һөйгәнем яттарҙа, алһыу таң атҡанда,
Өҙөлә йәндәрем, өҙөлә...”
Их, ошо йыр... Барыһын да онотҡанмын, тип уйлаһа ла, ошо йырҙы радионан, телевизорҙан ишеттеме, шунда уҡ ғүмерлеккә йөрәгендә урын алған Заһиҙәһе иҫенә төшә лә ҡуясы... Бына әле лә, үҙе лә аңғармаҫтан, йырланы ла ебәрҙе йөрәген һыҙлатҡан йырҙы. Һай, ярата ине бит ул Заһиҙәһен.
Яҙмышын тик уның менән бәйләрмен, тигән ине лә... Яҙмышмы, әллә яңылышмы? Их, теге ҡәһәрле төн булмаһа икән... Һуңынан, Заһиҙә бер ҡасан да кисермәйәсәген әйткәс, нисек тә яҙмышына күнде Ибраһим. Гөлнур ҙа – тырыш ҡатын, бер-бер артлы өс ҡыҙ тапты. Улары аҡыллы, уҡыуҙарында ла һынатмай, үҫеп еттеләр ҙә инде. Ана, кесеһе быйыл һигеҙенсене тамамлай. Ибраһимдың эштән ҡайтып етеүен һәр ваҡыт түҙемһеҙлек менән көтә Гөлнуры. Янында бөтөрөлөп кенә йөрөй. Шуға уны йәлләй ҙә, хөрмәт тә итә Ибраһим. Тик Заһиҙә иҫенә төштөмө, йөрәге һыҙыла башлай. Теге юлы, шыршы һатырға барғанында, күп йылдарҙан һуң һуңғы күрешеүҙәре булған икән. Нисек шул мәлдә түҙә алғандыр, ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлағыһы килгәйне үҙен. Заһиҙә үҙгәргән дә, үҙгәрмәгән дә төҫлө. Үтә лә һөймәлекле, ылыҡтырғыс үҙе... Башҡаса осрашманылар. Ул кисте йөрәге ашҡынып ҡайтты ла, юл ыңғайы магазинға инеп сыҡты. Уйсанланып киткән иренең бер үҙе бер шешә араҡыны эсеп ултырыуына аптырап ҡалған Гөлнур иренең алдына итле аш ҡуйҙы. Тик Ибраһим ризыҡҡа ҡағылманы ул көндө, шым ғына ултыра бирҙе лә карауатына ауҙы. Иртәгәһенә тынысланғайны. Гөлнур ҙа сәбәбен һорашып йөҙәтмәне ирен. Тормош нисек тә дауам итә, ғүмер уҙа. Донъялары ла етеш уларҙың. Барыһына риза булып, йәшәргә лә, йәшәргә кәрәктер... Кәбәндәрен кәртәләп бөткәс, Ибраһим атын саҡырып һыҙғырҙы. Буяны сабып килеп тә етте, хужаһының һәр хәрәкәтен күҙәтеп, көтөп кенә йөрөгән төҫлө ул. Ибраһим да атын ныҡ ярата, артыҡ эшләтеп, көс төшөрмәҫкә тырыша үҙенә. Һолоһон да, бесәнен дә ваҡытында һалып, яҡшылап тәрбиәләй үҙен. Йәш сағында атаһы үҙенә биргән Ерәнсәйенең тоҡомо бит ул Буяны. Ерәнсәйе лә уға оҙаҡ йылдар тоғро хеҙмәт иткәйне. Буян да бик аҡыллы, сыҙамлы... Ҡапыл Ибраһим күкрәк тәңгәлендә түҙеп торғоһоҙ көслө ауыртыу тойҙо. Ирекһеҙҙән яҡындағы ҡайынға терәлде. Бер нисә тапҡыр ошолай ауыртҡаны бар күкрәгенең, шуға был юлы ла тиҙ арала үтеп китеренә өмөтләнеп, күкрәген ыуып тора бирҙе. Юҡ шул, үтмәй ҡәһәрең... Уғата көсәйә генә. Аты ла хужаһы янына килеп баҫҡан да, күҙҙәреп тултырып, Ибраһимға төбәлгән. Әллә уның хәлен аңлай инде? Ибраһим көрмәлгән телен көскә әйләндереп, Буянына өндәште:
– Хәҙер ҡуҙғалырбыҙ, Буян... Үтә ул... Түҙ... Хәҙер...
Бына ул ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе лә киҫкән ағастай ергә ауҙы. “Бөттө... барыһы ла бөттө, былай булғас...” Иҫен юғалта башлаған Ибраһимдың ирендәре ошо һүҙҙәрҙе шыбырҙаны. Ҡайҙандыр йыр ишетелгәндәй, әллә күңеле иңрәйме? Эйе... йөрәге иңрәй, илай...
“ Дөм-ҡара төндәрҙә,
Йондоҙҙар һүнгәндә,
Йөрәкте саҡмалай сағырмын.
Менермен үрҙәргә,
Төшөрмөн гүрҙәргә,
Яҙмыштан уҙмыштар табырмын...”
Фото: https://www.magnific.com/ru/free-photo/silhouette-young-couple-love-enjoy-good-time-together-sunset_1275919