Шоңҡар
+16 °С
Ясно
Йәмғиәт
20 Мая , 08:47

Киреләнеүме, әллә?..

Аптырап ҡалдылар: был балаға ни булған? Ул бит шундай аҡыллы һәм тыңлау­сан малай ине.

Киреләнеүме, әллә?..Киреләнеүме, әллә?..
Киреләнеүме, әллә?..

Рәйес бөгөн дә өйөнә бик һуңлап ҡайтты. Борсола-борсола көткән әсәһе:
– Бынан һуң сығып йөрөйһө булма, ҡара уны! Кистәрен йөрөргә һиңә бик иртә. Уҡыуыңды бел... – тип улын битәрләп ташланы.
Малайҙы атаһы ла бик ныҡ әрләне.
Рәйес беренсе тапҡыр үҙенең көй­һөҙлөгөн күрһәтте:
– Бәйләнмәгеҙ миңә, туйҙырҙығыҙ инде... Нимә эшләргә икәнлеген үҙем дә беләм, сабыйлыҡтан уҙғанмын...

Атаһы менән әсәһе улдарынан бындай тиҫкәрелекте көт­мәгәйне. Аптырап ҡалдылар: был балаға ни булған? Ул бит шундай аҡыллы һәм тыңлау­сан малай ине. “Ниндәй тәр­типле бала”, – тип мәктәптә лә гел маҡтанылар. Ә һуңғы ваҡытта бөтөнләй үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Йыш ҡына ҡайҙалыр китеп юғала башланы.
Ата-әсә: “Улыбыҙҙы күрше малайҙары боҙа”, – тип, дуҫ­тарын Рәйес янына килеп йө­рөүҙән биҙҙерергә булды. Ип­тәштәре килмәй башлағас, малай бөтөнләй күңел­һеҙ­ләнде, һөйләшмәҫ булды, үҙ эсенә бикләнде. Уҡытыусылары ла Рәйескә зарлана башланы. Көндәрҙең береһендә, йыйылыштан һуң, әсә мәктәп табибына улындағы үҙгәрештәр тураһында һөйләне. Ләкин табип: “Беҙҙең яҡшы сандружинасы ул Рәйес. Үҙен бик бөхтә йөрөтә”, – тип әйтеүҙән уҙа алманы. Ә әсәнең күңеле тынысланманы. Хафаланған әсәгә медицина хеҙмәткә­ре түбәндәгеләрҙе һөйләргә тейеш ине.
13–15 йәшкә еткән үҫмер­ҙәр­ҙең үҙ-үҙен тотошо орга­низм­дағы үҙгәрештәр менән бәйле. Ә күп­селек ата-әсә быны баланың “тиҫкәреләнеүе, киреләнеүе” тип аңлай. Был йәштәге һәр үҫмер физиологик үҙгәреш кисерә: ул ҡапыл буйға үҫә, тауышы үҙгәрә, характеры ла икенселәнә, үҙәк нервы сис­темаһы, баш мейеһендәге гипофиз тип аталған эске секреция биҙе көслө үҫеш ала. Гипофиз бүлеп сығарған гормон енси ағза биҙҙәренә, бөйөр өҫтө биҙенә һәм ҡалҡан һымаҡ биҙ­ҙәргә тәьҫир итә, уларҙың эшмә­кәрлеген көсәйтә. Гормон ҡан менән бөтә тәнгә тарала, бөтә ағзаларҙың “тыныс­лы­ғын” боҙа.
Бына шул сәбәпле үҫмер­ҙәрҙең организмында ғәйәт ҙур үҙгәрештәр бара. Үҫмер бала етлегеү осорона инә. Беренсе сиратта нервылар системаһы ныҡлы үҙгәреш кисерә. Бала үҫһә лә, тиҙ арыу­санға әүерелә. Бына ни өсөн улар бик тиҙ ялҡа. Был нервылар систе­маһының әле нығып етмәүен раҫлай. Әлбиттә, был хәл бөтә үҫмерҙәрҙә лә бер үк төрлө булмай.
Күп үҫмерҙәрҙә “мин-минлек” көслө. Улар ҡаршы әйтеү­ҙе яратмай, үҙ фекерен генә фекер тип һанай. Әммә үҫмер иптәш­тәрен ихтирам итә. Ул үҙенең балалыҡтан сыҡҡан­лығын һәр хәрәкә­тендә, эшен­дә иҫбатларға ынтыла Уны теге йәки был ҡыланышынан ты­йырға тырышыуға үҫ­мерҙәр, ата-әсәләр уйла­ғанса, “тиҫкәре­ләнеү” менән яуап бирә. Ысынында иһә был уларҙың үҙаллы­лыҡҡа ынтылыуҙа­ры, үҙҙәренең бала­лыҡ осоронан сыҡҡан­лыҡтарын ата-әсәһенә лә күрһәтергә теләүҙәре.
Баланың һәр теләгенә, фекеренә ҡаршы төшөүҙе ата-әсә яғынан да “кирелек” тип ҡарарға кәрәк.
Кешенең характеры, нервылар сис­темаһы кесе йәштән үк камиллаша. Үҫмерҙәрҙә бар­лыҡҡа килгән аңлайыш­һыҙ тойғолар (ата-әсәләр күҙ­ле­генән, әлбиттә), ҡыҙыҡ­һы­ныуҙар, теләктәр ҙурҙарҙы йыш ҡына көтөлмәгән хәл­дәргә ҡуя, баланың үҙаллы­лыҡҡа ынтылыуы ҡайһы бе­рәүҙәр өсөн сәйер тойолоуы мөмкин. Үҫкән һайын бала тормошҡа икенсерәк күҙлек­тән ҡарай башлай. Уны күп төрлө һорауҙар ҡыҙыҡ­һын­дыра. Йомаҡтай тойолған тормош ваҡиға­ларына ул яуап та­бырға ынтыла.
“Балалар ҡайҙан тыуа, кешеләр ниңә үлә?” кеүек һорауҙар алдында ла тәрбиәсе юғалып ҡалырға тейеш түгел. Ул дөрөҫ яуап биреү менән бергә, баланың кәрә­генән артыҡ иғтибарын, ҡыҙыҡһы­ныуын ситкә бора белергә лә тейеш, ләкин ҡайһы бер ата-әсәләр, уҡытыу­сылар, ҡыҙғаныс­ҡа ҡаршы, баланы ҡәнәғәтләндерерлек яуап таба алмайҙар йәки бөтөнләй уның фекеренә ҡолаҡ һалмайҙар.
Үҫмер баланың рухи кисе­рештәрен аңлай белергә кәрәк. Беренсе мәртәбә үҫмерҙәрҙә саф тойғолар, үҙе уйлағанса, “беренсе һәм һуңғы мөхәббәт” уянырға мөмкин. Быны тойған ата-әсә, баланың хистәренән көлөп: “Әле был турала уйлар­ға иртә һиңә”, – тиһә, Рәйес­тәге шикелле “тиҫкә­ре­лек”тәрҙең башланыуына ғәжәпләнмәҫкә кәрәк.
Етлегеү осоронда табип­тар­ҙың кәңәше йәштәр өсөн бик мөһим. Уларға никах гигие­наһы, ғаилә тормошо тура­һында белгестәр тарафынан йәнле әңгәмәләр үткәрелһә, тәрбиә эшендәге етеш­һеҙ­лектәр ҙә кәмер ине. Бындай ҡыҫҡа әңгәмәләрҙе өйҙә лә ойоштороп була.

Вәрис ИҠСАНОВ,
табип.

Автор:
Читайте нас