Шоңҡар
+16 °С
Облачно
Йәмғиәт
22 Мая , 10:14

Алданмағыҙ, алданмағыҙ!

Бөгөнгө һанлы донъяла мутлашыусыларҙың хәйләләре көн һайын арта. Социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа “тиҙ һәм еңел табыш” тәҡдим иткән белдереүҙәр йыш осрай.

Алданмағыҙ, алданмағыҙ!Алданмағыҙ, алданмағыҙ!
Алданмағыҙ, алданмағыҙ!

Еңел аҡса артында ниндәй хәүеф ята.
Бөгөнгө һанлы донъяла мутлашыусыларҙың хәйләләре көн һайын арта. Социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа “тиҙ һәм еңел табыш” тәҡдим иткән белдереүҙәр йыш осрай. Бигерәк тә студенттар һәм үҫмерҙәр араһында популярлашҡан был «һөнәр» — дропперлыҡ. Ләкин еңел генә табыш алыу вәғәҙәһе артында оло бәлә һәм енәйәт яуаплылығы йәшеренгәнен, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәребеҙ белеп бөтмәй.

Дроппер тигәнебеҙ кем ул?

«Дроппер» (инглизсә to drop — ташлау, ҡалдырыу) — ул мутлашыусылар тарафынан урланған аҡсаны сығарыу (обналичивание) өсөн файҙаланылған кеше. Ябай тел менән әйткәндә, мутлашыусылар һеҙҙең банк картағыҙ аша кешеләрҙән алдап алынған аҡсаны үткәрә.
Схемаһы ябай: мутлашыусы банк картағыҙҙы ҡуртымға бирергә йәки үҙегеҙҙең исемгә асылған карта аша транзакция яһарға тәҡдим итә.
Һөҙөмтәлә картағыҙға билдәһеҙ кешеләрҙән аҡса килә. Һеҙгә ул аҡсаны икенсе иҫәпкә күсерергә йәки банкоматтан алып «кураторға» тапшырырға ҡушалар. Хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә процент (мәҫәлән, 2–5 мең һум) ҡалдырыла. Күптәр «бер кемде лә алдаманым, миңә аҡсаны үҙҙәре ебәрҙе» тип уйлап бик хаталана. Закон буйынса, был енәйәт юлы менән алынған килемдәрҙе үҙләштереүҙә ҡатнашыу тип атала.
Мутлашыусылар ҡорбандарын ҡайҙа эҙләй?

Дропперҙарҙы күп осраҡта Telegram-каналдарҙа, «эш эҙләү» төркөмдәрендә һәм онлайн-уйындарҙа табалар. Улар «банктарҙың транзакцияларын тикшереүсе», «түләү администраторы» йәки «криптовалюта алмаштырыусы» тигән битлек аҫтында йәшеренә.
Бигерәк тә йәштәр, айырыуса студенттар, ауыр хәлдәге ғаиләлә үҫкән үҫмерҙәр, ваҡытлыса эшһеҙҙәр, пен­­сио­нер­ҙар ҡыҙыҡ­ты­ры­ла. Мутла­шыу­сылар бик хәйләкәр, улар ҡорбандарын: «Был ҡурҡыныс түгел, закон боҙолмай», — тип ышандыра. Ләкин ысынында был – закон боҙоу, һәм ул енәйәт эше менән янай. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бер ниндәй законлы компания ла үҙ аҡсаһын сит кешенең шәхси кар­таһы аша үткәр­мәйә­сәк!

Дропперлыҡтың эҙемтәләре

Дроппер булыу — ул бер тапҡыр ғына “аҡса эшләү” түгел, ә ғүмерлеккә ҡара тамға алыу тигән һүҙ.
Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексы буйынса (187-се статья), банк карталарын законһыҙ файҙаланған өсөн ете йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү, ҙур күләмдә штраф янай. Сөнки хоҡуҡ һаҡлау органдары иң беренсе мутлашыусыны түгел, ә аҡса килеп төшкән карта хужаһын табасаҡ.

Банктарҙың «ҡара исемлеге»

Үҙәк банк һәм тиҙ арала эшләүсе мониторинг системалары дропперҙарҙы асыҡлай. Һөҙөмтәлә һеҙҙең бөтә карталарығыҙ блокка оҙатыла һәм һеҙгә башҡа бер ҡасан да бер банк та кредит йәки ипотека алыу мөмкинлеген бирмәүе ихтимал.

Финанс йөкләмәһе

Етмәһә, урланған аҡсаның хужаһы (ҡорбан) суд аша үҙ аҡсаһын тап һеҙҙән талап итә ала. Мәҫәлән, ни бары бер нисә мең һум түләгәндәрҙер һеҙгә, ә картағыҙ аша 2 миллион үткән икән — суд һеҙҙе шул сумманы ҡайтарырға мәжбүр итәсәк.

Нисек һаҡланырға?

Банк картағыҙҙы бер ҡасан да кешегә бирмәгеҙ! Хатта яҡын таныштарығыҙға ла. ПИН-кодты һәм CVV-кодты берәүгә лә әйтмәгеҙ.
Әгәр эш өсөн һеҙгә «банк картаһы аша аҡса үткәрергә» кәрәк тиһәләр — был мутлашыу!
Картағыҙға бил­дәһеҙ кеше аҡса ебәрһә, уны үҙ белдегегеҙ менән башҡа ергә күсереп ҡуймағыҙ. Тиҙ генә банкка мөрәжәғәт итеп, хаталы транзакция тураһында ғариза яҙығыҙ. Полицияға мөрәжәғәт итегеҙ.
Шуны иҫегеҙҙән сығармағыҙ: дропперҙар — ул мутлашыусылар өсөн ҡорбан. Улар ҡаса, ә закон алдында һеҙ яуап бирәсәкһегеҙ.
Бер үк енәйәтсел тоҙаҡҡа эләкмәгеҙ, балаларығыҙға һәм яҡындарығыҙға быны ентекле аңлатыу мөһим. Һаҡлыҡта — һаулыҡ һәм именлек!

 


Миләүшә Иҫәнбаева әҙерләне.

Автор:
Читайте нас