

Сания маңлайын махсус бүлмә тәҙрәһенең һалҡын быялаһына терәп уйға ҡалды. Криоүҙәк коридорында озон һәм пластик еҫе һиҙелә. Тәҙрәнең теге яғында парға әйләнгән азоттың ҡуйы томанында саркофаг күренә. Уның эсендә, минус йөҙ туҡһан алты градус температурала, ғәзиз атаһы һаҡлана. Дөрөҫөрәге, кәүҙәһенең бер өлөшө: урынды күп алмау һәм нейрондарҙы яҡшыраҡ һаҡлау өсөн башы тәндән айырылған. Был ысул контрактта “нейропрессервация” тип атала. Санияның атаһы, аң – ул код, тип ышана, ә кодты ҡаты дискыла һаҡларға мөмкин.
– Биш йыл үтте, – менеджерҙың тауышы тыныс, әммә был тынлыҡта ул атыу кеүек яуап бирә. – Килешеү буйынса төп пакет тамамланды. Хәҙер уны оҙайтырға кәрәк.
Сания һаман быяла аша атаһы ятҡан көмөш контейнерға ҡарай. Атаһының йөҙө тыныс күренә, әйтерһең дә, ул бик ҡәнәғәт.
– Хаҡы күпме? – тип һораны ул криоүҙәк хеҙмәткәренән, күҙҙәрен тәҙрәнән алмайынса.
– Инфляция һәм коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтың артыуын иҫәпкә алып... дөйөм хаҡ ун биш процентҡа артты.
Аҡса тураһында һөйләшеү ҡыйын булһа ла, ҡатын һуҙылған планшет экранына ҡараны. Һандар күҙ алдында йөҙөп китте. Был уның ҡыҙы менән бер йыллыҡ йәшәү хаҡы ине. Йәки өс йыл рәттән кисектерә килгән умыртҡа һөйәгенә операция. Ни эшләргә?..
“Ул йөк булырға теләмәҫ ине”, – нисәнсе тапҡыр инде Санияға ошо уй килә. Һуңғы йылда был һүҙҙәр уяныу менән һәр иртә иҫенә төшә.
– Атайығыҙ йәшәргә теләне, ул билдәле табип ине, – тине менеджер. – Әммә беҙ терелеүҙе түгел, мөмкинлек һатабыҙ. Ә мөмкинлек “яғыулыҡ” талап итә.
...Ҡатын атаһының хоспистағы һуңғы көндәренең берһен иҫенә төшөрә. Ауырыуҙан ябыҡҡан атаһы ҡасандыр көслө, ә хәҙер һарғылт тиреле нәҙек ҡулдары менән уның ҡулын ҡыҫа.
– Сания, был үлем түгел. Был – тәнәфес, сөнки фән алға бара. Йөҙ йылдан һуң мине ҡайтарырҙар. Һин минең юҡҡа сығыуымды теләмәйһең бит? Бөтөн тәжрибәм, һине, донъяны яратыуым юҡҡа сыҡмаҫ бит?!
Атаһының тауышында ҡатын үлемдән ҡурҡыу ишетте. Был тойғоно ул бер нисек тә, бер ниндәй һүҙҙәр менән дә аңлата алмай ине. Шул көндө Сания үҙ иңенә ҙур, ауыр йөк алғандай булды...
Атаһы вафатынан һуң тәүге ике йыл айырмаса тиҙ үтте. Юғалтыу еңел булмаһа ла, атаһы киләсәктә терелер, тигән уй күңелен йылытты. Сания бәләкәй генә ҡыҙына: “Олатайың оҙон сәйәхәткә китте”, – тип аңлатты. Яйлап ғаилә тормошонда үҙгәрештәр башланды. Криоүҙәк ай һайын төрлө түләүҙәргә квитанциялар ебәрә: үлгән кеше тулыһынса үлмәһен өсөн түләү. Һөҙөмтәлә улар атаһының фатирын һатты, үҙенекен бәләкәйерәккә алмаштырҙы. Булған аҡса криоүҙәккә китте. Түләүҙәрҙе контролдә тотоу, атаһын барып күреү өсөн клиникаға яҡыныраҡ урынға күсте. Ошо уҡ сәбәптәр арҡаһында эшендә үҙенә ҡыҙыҡлы йүнәлеш буйынса бүлекте етәкләүҙән баш тартты. Ошолай йыл ярым ваҡыт үтте. Ҡатынының ҡарарын аңламаған ир икенсе ҡалаға сығып китте. Ҡатын мумия һаҡлаусыға әйләнә...
– Түләмәһәм нимә була? – тип бышылданы ҡатын ниһайәт. Тынлаҡта һүҙҙәре асыҡ ишетелде. Ир уны аңлағандай башын эйҙе. Был хәрәкәт теләктәшлек тойғоһо кеүек күренде Санияға.
– Түләүҙе туҡтатыу протоколы төҙөйөм. Сөнки температураны күтәрергә ярамай – күҙәнәктәр тарҡала башлай. Был осраҡта беҙ кремация тәҡдим итәбеҙ. Был – бушлай.
“Бушлай”. Һүҙ һауала эленеп торғандай булды.
Атайға мөхәббәт һәм бурыс нимә менән иҫәпләнә? Сания өндәшмәй. Ләкин криоүҙәк хеҙмәткәре уны бүлдермәй: клиент менән эшләй белергә кәрәк, ә был эштә тынлыҡ та мөһим. Ҡатын уйға талды: атаһының һүҙен йыҡмаҫҡамы, әллә үҙенең һәм ҡыҙының киләсәген һайларғамы.
– Форумдарҙа, кешене терелтеүе улай ғына еңел булмаҫ, тип яҙалар, – тине ул бер нисә минуттан. Ул яуапҡа өмөт итмәй, үҙ-үҙе менән һөйләшә ине.
– Мөмкинлектәр бик аҙ, тиҙәр. Йөҙ йылдан да кешелек ул маҡсатҡа ирешмәйәсәк. Был кешегә тик өмөт бирә.
– Бәлки, – тип ризалашты менеджер. – Өмөт өсөн түләгәнсе ул бөтмәйәсәк. Атайығыҙ бер яҡҡа ғына билет “һатып” алды. Әммә багаж өсөн һеҙ түләйһегеҙ.
Эйе, ул хаҡлы.
– Мин һеҙгә шылтыратырмын. Һау булығыҙ.
Ҡатын урамға сыҡты. Урамда саф һауа, аяҡ аҫтында шығырлап ятҡан ҡар көс биргәндәй булды. Ҡатын, яулығын муйынына урап, уйға сумды. Кеҫәнән телефонға хәбәр килгән тауыш ишетелде. Ҡыҙы: “Әсәй, һин билеттар һатып алдыңмы? Беҙ бөгөн театрҙа осрашабыҙ, онотманыңмы?” тип яҙған.
Театр. Бына нисә йыл инде, түләүҙәрҙе кисектермәйем тип, улар бер ҡайҙа ла барғаны булманы. Театрҙа тере кешеләр, софиттар яҡтылығы, алҡыштар. Ваҡыт алға бара, донъя үҙгәрә...
Телефон тағы тауыш бирҙе. Ҡатын криоүҙәккә түләү ҡушымтаһында үҙе ҡуйған иҫкәртеүен күреп ҡалды. Курсор “Түләү суммаһы” яҙыуы эргәһендә яна.
Ҡапыл Сания атаһының бер тыуған көнөн иҫенә төшөрҙө. Ул өҫтәл артындағы ҡунаҡтарҙы көлдөрөп, ҡыҙының бәләкәй сағындағы шуҡлыҡтарын һөйләне. Йылмайып, уның өсөн ҡәҙерле хәтирәләр менән бүлеште. Башҡа ваҡытта күберәк етди, хатта ситтән уҫал күренгән атаһы был мәлдә яҡын, ихлас күренде. Был мәлдә ир пенсия йәшендә булһа ла, дауаханала эшләп, фәнни баҫмаларға мәҡәләләрен дә баҫтырырға ебәрә ине...
“Атай, һин киләсәктә йәшәргә теләнең. Әммә киләсәк – ул балалар, һинең ейәнсәрең. Әгәр мин тормошомдо һинең кәүҙәңде һаҡлауға бағышлаһам, булған аҡсамды азотҡа, боҙға бирһәм, мин ҡыҙымдың тормошон урлайым буламы?! Һин мине намыҫлы булырға өйрәттең. Һинән дә шуны һорайым...”
Атаһының үлемдән ҡурҡып, ҡасандыр булһа ла терелеүгә өмөт итеүе, ҡыҙына һуңғы үтенес менән мөрәжәғәт итеүе нимә һуң? Ҡурҡыуҙан ҡасыуымы, эгоизм йәки үлемде алдаумы? Ғүмерҙе ниндәй ҙә булһа юл менән һаҡлап ҡалыу теләге дөрөҫ микән? Ҡыҙын еңел булмаған һайлау алдына ҡуйыу кәрәк инеме? Бәлки, кеше намыҫы –саманы белеү, кеше тормошоноң ҡиммәтен аңлау...
Сания яйлап ҡына телефон ҡушымтаһында “Түләүҙе бөтөрөргә” тигән төймәгә баҫа. Һуңынан “Иҫәпте ябыу”ҙы һайлай. Экранда яҙыу сыҡты: “Ҡарарҙы тағы бер раҫлағыҙ”.
– Ғәфү ит, атай, – тип шыбырланы ул. – Һин яратҡан кешеләрең булмаған донъяла уянырға теләйһеңме? Бөгөн мин тормошто, әлеге көнөмдө һайлайым.
Ҡатын телефонын сумкаға һалды. Алға атланы. Йөрәгенең бер өлөшөн киҫеп алғандармы ни, шул тиклем һыҙлай. Үҙен ғәйепләү яндыра, күкрәген ҡыҫа. Әммә яйлап эстә, тәрәнерәк, икенсе тойғо уяна. Еңеллек. Ул ябай ҡатын, әсә булыуҙы һайланы.
Сания туҡталышҡа юлланды. Яйлап ҡына ҡар яуа башланы. Уның сәстәрендә ҡар ирей, һыуға әйләнә. Ул бая сыҡҡан криоүҙәктә тынлыҡ, ваҡыт туҡтаған. Ә бында, урамда, ул тиҙ, аяуһыҙ. Бәлки, ошо сифаттары менән ҡиммәттер ҙә. Ҡатын үлеләр донъяһы бармы, терелеү мөмкинме икәнен белмәй. Әммә ул бер нәмәне аңлай: үлеләр алдындағы бурыс тереләрҙе үлтерергә тейеш түгел. Ҡатын аҙымын тиҙләтте. Спектакль башланғансы бер сәғәт ҡалғайны.