

Теле-телгә йоҡмай һөйләшкән баланы осратыуы ҡыйын. Хатта мәктәп йәшендәгеләр араһында ла ҡайһы осраҡта өндәрҙе теүәл, дөрөҫ итеп яуап бирә белмәгәндәр бар. Ни өсөн йылдан-йыл балалар шыма, һаҡаулана һуң? Был хаҡта логопед Гөлназ ИҘЕЛБАЕВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Күгәрсен ҡыҙы М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла, Мәскәүҙәге педагогия университетында дефектология факультетында белем ала. Был өлкәлә байтаҡ тәжрибә туплаған башҡорт ҡыҙы һаман да белемен камиллаштырыуҙан туҡтамай. Онлайн курстарҙа уҡый, эҙләнә, бәләкәстәргә ярҙам итеүҙең төрлө юлдарын эҙләй.
– Бынан егерме-утыҙ йыл элек логопед кеүек белгестәрҙе ҙур ҡалаларҙа ғына осрата инек. Хәҙер һәр мәктәптә тиерлек бар. Педагогтар араһында логопедҡа өҫтәлмә уҡыусылар ҙа күп. Был һөнәрҙең “мода”ға кереү сәбәбе нимәлә икән?
– Электән юғары уҡыу йорттарында логопедтарҙы уҡытҡан тотош факультеттар бар ине. Тик ихтыяж халыҡ һорауынан сығып барлыҡҡа килә. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, теле-телгә йоҡмай һөйләшкән баланы осратһаҡ, аптырап китәбеҙ. Элек, киреһенсә, тегенеһен-быныһын һорашҡан, көнө нисек уҙғанын туҡтамайынса һөйләгән бала менән ҡолаҡ тона ине. Бытый күп һөйләй, тип тә әйтәләр ине. Йылдан-йыл балалар шыма, ауыҙҙарынан һүҙ тартып алып булмай. Күптәренең теле уҡырға барғанда ла асылып етмәй килә.
– Бының сәбәбе нимәлә икән?
– Сәбәптәре төрлө. Әсәй кешенең ауырлы ваҡытта ауырыуы ҡарында ятҡан сабыйға ла йоғонто яһай. Йә уға эстә саҡта һауа етмәй, дөрөҫ ятмай, кендек бауы муйынына урала... Тапҡан ваҡытта баланың имгәнеү осраҡтары ла йышайҙы. Шуға ла бәләкәстәрҙе килтерәләр икән, иң тәү сиратта әсәнең йөклө сағында ниндәй сирҙәр менән яфаланыуын һораша башлайым. Тағы ла ныҡ ялҡаулаштыҡ. Магазин кәштәләрендә балалар өсөн аҙыҡтар артҡан һайын, беҙ уға һалыша барабыҙ. Бер үк ваҡытта бәләкәстәребеҙҙе төрлө ауырыуҙар ҡолона әйләндерәбеҙ. Емеш-еләк, йәшелсә урынына, уларҙың һурғыслы һауыттарҙағы иҙмәһен бирәбеҙ. Әлбиттә, был уңайлы. Балаға ашар өсөн дә еңел. Тамағына торор тип ҡурҡырға ла кәрәкмәй. Әммә шул уҡ ваҡытта ҡаты әйберҙе үҙе тешләп, сәйнәп ашағанда уның ауыҙ ҡыуышлығы нығыныу менән бергә, телмәр функциялары үҫешенә лә булышлыҡ итә. Йәнә бәләкәй моторика тураһында күп һөйләйбеҙ. Уларҙы ҡулланыусы психологтар ҙа күп. Тик шул ваҡытта ҙур моторика – хәрәкәтле уйындар хаҡында ла онотабыҙ. Бала йүгереп, һикереп, уйнап үҫергә тейеш. Элек бит теле-телгә йоҡмайынса хәбәрен һөйләгән баланы урамдан керетеп булмай ине. Хәҙер сығарыуы ла ҡыйын.
– Ҡолағы насар ишеткән баланың телмәре лә боҙолорға мөмкинме?
– Әлбиттә. Уҡый белмәгән бала ҡолағы өндәрҙе нисек итеп ишетә, шулай дөрөҫ икән тип уйлап һөйләй. Был осраҡта ул үҙенең һаҡауланғанын белмәҫкә лә, аңламаҫҡа ла мөмкин. Логопедтар араһында уларҙы айырым терминдар менән дә йөрөтәләр. Дислексия дөрөҫ уҡымауҙы аңлатһа, дисграфия хаталы яҙыуҙы белдерә. Был уҡырға яратмаған, ялҡау балаларға ҡағылмай. Ә мейе функцияһында үҙгәрештәр барлыҡҡа килгән, насар ишеткән, башҡа ауырыуҙарҙы үҙ эсенә йәшергән балаларҙа осрай. Ғөмүмән, беҙ башҡа белгестәр менән тығыҙ эшләйбеҙ. Яңы пациент менән осрашҡас та стоматолог-хирург, невролог, лор, ортодонт, психолог кеүек белгестәргә күренергә кәңәш иткән осраҡтар бар. Мәҫәлән, бала ауыҙы менән тын алған осраҡта, сәйнәү, йотоу функциялары дөрөҫ үҫешмәй. Һуңынан телмәренә лә кире йоғонто яһай. Оҙаҡ ваҡыт имеҙлек, бармаҡ имгән, ирендәре менән туҡтауһыҙ булышҡан балаларҙың да ауыҙ ҡыуышлығының үҫеше боҙола. Атап әйткәндә, тел ауыҙҙа дөрөҫ ятмаясаҡ, һәм төрлө проблемалар сиратҡа баҫасаҡ.
– Әлбиттә, телефон, гаджеттарҙың йоғонтоһо арҡаһында ла проблемалар килеп сығалыр...
– Уларҙың кире йоғонтоһо хаҡында был өлкәлә эшләгән һәр белгес саң ҡаға инде. Ҡолаҡ һалырға ғына ашыҡмайбыҙ. Бала тыуғас та уны тауышлы, бер-береһен йыш алмаштырып торған сағыу төҫтәр ҡулланылған картиналы видеолар менән әүрәтергә тырышабыҙ. Яңыраҡ биш йәшлек бала килде. Ижектәрҙе бутай. Мәҫәлән, “икмәк” түгел, “мәкик” һәм башҡалар. Ҡаршыға ултыртып биш минут та әңгәмә ҡороп булмай. Алан-йолан ҡарана, минең әйткәнде ишетмәй ҙә. Киҫәтеү яһағас, тороп китеп уйынсыҡтар бәрә башланы. Әсәһенән ҡыҙының нимәләр менән уйнарға яратыуын, көн режимы тураһында һорашҡас, барһы ла асыҡланды. Бала иртәнән кискә тиклем телевизор алдынан китмәй икән. Йәнһүрәттең береһен ҡарап бөтә лә икенсеһен таптыра башлай. Бер нисә йөҙ каналлы телевизор, ҡиммәтле, төрлө функциялы гаджеттар балаға атай-әсәйҙе, олатай-өләсәйҙе, апай-ағайҙарҙы алмаштыра алмай. Халыҡ педагогикаһына күҙ һалайыҡ. Бишек йырҙары, һөйгөстәр, һикерткестәр, балалар өсөн таҡмаҡтарҙы бушҡа ғына беҙҙең олатай-өләсәйҙәр ҡулланмаған бит. Әлбиттә, ата-әсә көн оҙонона балаһы менән һөйләшеп, уға таҡмаҡ әйтеп бейетеп ултыра алмай. Тик ейән-ейәнсәрҙәренә әкиәт, риүәйәттәр һөйләп ултырған олатай-өләсәйҙәр ҡайҙа булған? Ни өсөн бала тәрбиәләгәндә теҙгенде улар ҙа үҙ ҡулдарына әҙерәк алмай? Мәктәп йәшенә тиклем һөйләшмәгән балаларҙа бынан тыш башҡа ауырыуҙар ҙа барлыҡҡа килә. Иң тәү сиратта көнө телевизор алдында, телефон тотоп үткән баланың мейе күҙәнәктәре зарарлана. Нервы системаһы боҙола. Күргәнегеҙ барҙыр, ҡулынан телефонды алһаң, яр һалып илай, аяҡ тибеп ҡысҡыра башлай. Күҙҙәре насарайыуы, умыртҡа һөйәгенең имгәнеүе һәм башҡа сирҙәр ҙурая төшкәс асыҡлана. Был осраҡта бер ниндәй ҙә белгес ярҙам итә алмай. Йылдар буйы ата-әсәләр бала тәрбиәләгәндә эшләгән хаталарын, бер нисә тапҡыр осрашҡанда ғына төҙәтерлек беҙ тылсым эйәләре түгел, тип әйтер инем. Баланың һаулығын, телмәрен ҡайғыртыу өйҙән башланырға тейеш.
– Ни өсөн ҡайһы бер өндәрҙе барыһына ла тиерлек әйтергә ауыр бирелә?
– Һәр өндө әйтеү өсөн үҙ ваҡыты бар. Мәҫәлән, “с”, “з” кеүектәрен өс-дүрт йәштә әйтә башлаһалар, дүрт-биш йәшлектәрҙең телмәрендә “ш”, “щ”, “ж”, “ч” өндәре матур килеп сыҡһа яҡшы. Ә биш-алты йәштәрҙә “р” өнө телмәре дөрөҫ үҫешкән балалар бар икән, нормаль күренеш һанала. Шул уҡ ваҡытта һөт тештәре төшә башлағанда телмәре үҙгәреп тороуы мөмкин. Сөнки “ҙ”, “ҫ” кеүек өндәрҙе алғы тештәр булмағанда асыҡ итеп әйтеүе ауырлаша.
– Һуңғы арала картавиттар йыш осрай. Шуны төҙәтеп буламы икән?
– Ни тиклем бала менән иртәрәк был юҫыҡта шөғөлләнә башлайһың, шул хәтлем яҡшыраҡ. Сөнки “р” өнө киләсәктә уның телмәрендә килеп сыҡҡан осраҡта ла, ул уны икенсе өн менән алмаштырып әйтеү ғәҙәтен ташламаҫҡа мөмкин.
– Бала менән уның телендә, өндәрҙе боҙоп һөйләшергә ярамай, тиҙәр...
– Дөрөҫ фекер. Йыш ҡына ата-әсәләр, һөйләшмәгән бала бер нимә лә аңламай, тип уйлап яңылыша. Әсәй ҡарынында ятҡанда уҡ ул һеҙҙе ишетә, тоя. Тыуғас та һөйләшә башларға кәрәк. Һуңғараҡ һүрәтле китаптарҙы тотоп, ундағы картиналар менән таныштырып барыу ҙа баланың аҡыл эшмәкәрлеген нығыта, һөйләшеү функцияларын яҡшы яҡҡа көйләй башлай. Әгәр ҙә һеҙ һүҙҙәрҙе боҙоп, үҙгәртеп уға өндәшәһегеҙ икән, телмәре камил булып үҫешһен өсөн ул кемдән өлгө алырға тейеш?
– Һеҙ – башҡорт телен камил белгән белгестәрҙең береһе. Ата-әсәләр араһында, балам башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтмәй тип, һеҙгә махсус рәүештә, алып килгәндәре бармы?
– Практикамда бындай осраҡтар йыш осрамаһа ла, һирәкләп килеп сыға. “Үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙы булғанығыҙ өсөн һеҙҙе һайлап килдек”, – тигәндәре лә бар. Башҡорт телендә өндәр үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы яңғырай. Әгәр ҙә бала туған телендәге телмәрҙе ишетеп үҫмәй икән, был осраҡта өндәрҙе дөрөҫ итеп әйтергә өйрәтеү икеләтә ауырлаша.
– Телмәр күнекмәләре өҫтөндә ғүмер буйы эшләргә кәрәкме? Әллә дөрөҫ итеп телең сыҡһа, шул етәме?
– Бар өндәрҙе лә аныҡ итеп әйтеп һөйләгән кешенең телмәре һәр осорҙа ла матур яңғырай. Үҙеңә ышанысыңды ла арттыра. Шуға ла ҡыҙыҡлы текстарҙы ҡысҡырып уҡыу, тиҙәйткестәр әйтеү күнекмәһен ҡабатлап тороу яҡшы.
Рәзинә УРМАНШИНА.