Шоңҡар
+16 °С
Облачно
Йәмғиәт
22 Мая , 14:45

Ҡырмыҫҡалы халҡын нимә борсой?

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районының ҡаҙаныштарын һәм проблемаларын билдәләне

Ҡырмыҫҡалы халҡын нимә борсой?Ҡырмыҫҡалы халҡын нимә борсой?
Ҡырмыҫҡалы халҡын нимә борсой?

 

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Башинформ» хәбәрсеһенә биргән интервьюһында Ҡырмыҫҡалы районына үҙенең бөгөнгө эш сәфәренә йомғаҡ яһаны.

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районының ҡаҙаныштарын һәм проблемаларын билдәләне

"Беренсе проблема – юлдар. Район башлығы менән килешеп, быйыл ниндәйҙер аҡса аласаҡбыҙ һәм өҫтәмә аҡса бүләсәкбеҙ. Икенсе проблема, тағы ла ҡатмарлыраҡ – ул һыу мәсьәләһе. Мәғлүм булыуынса, скважиналар эҫелә ҡороу сәбәпле, кешеләр икенсе райондан һыуға ташырға тура килгән. Был бик насар, әлбиттә.

Өсөнсөһө - район үҙәгендәге мәктәптең ябылыуы, сөнки балалар күп. Районда 51 мең кеше йәшәй. Ул әле һаман да  ҙурая бара. Өфөгә яҡын булыу, бер яҡтан райондың өҫтөнлөгө булһа, икенсе яҡтан ҡатмарлыҡтар тыуҙыра, был бөтә инфраструктураға ҙур йөкләмә килтерә.

Бында бик яҡшы көслө команда  эшләй. Әлфир Фәрхәт улы район менән ышаныслы идара итә. Һәм ижтимағи-сәйәси процесс тигеҙ алып барыла.

Тағы ла бер ҙур проблема бар - был карьерҙа тәртип урынлаштырыу. Хәҙер ваҡытта юлдарҙы һаҡлау программаһы өҫтөндә эшләйбеҙ. Карьерһыҙ ҙа мөмкин түгел, сөнки юлдар төҙөргә кәрәк, төҙөлөш бар, ҡомһоҙ, нисек төҙөйһөң?

Беҙ бында поликлиниканы былтыр яҡшы эшләнек. Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым, ҡасаба-ара, ауыл-ара юлдарға аҡса бүлергә кәрәк. Бер нимәгә ҡарамаҫтан, уларҙы тәртипкә килтерәсәкбеҙ», – тине Радий Хәбиров. 

Гөлсәсәк Алачева

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас