

“Ғәйбәтте кем һөйләһә лә,
Ғәйбәтте кем тыңлаһа ла –
Гонаһтарын уртаҡ итәм.
Ғәйбәт һөйләгән табынды
Фәрештәләр урап үтә.
...
Анау кеше ғәҙел булды,
Эше сауап. Уйы һәйбәт.
Тик барыһын ҡырып һалды
Ауыҙынан сыҡҡан ғәйбәт”.
(Рауил Бикбаевтың
“777 хәҙис” китабынан).
Ғәйбәт – ҙур гонаһ. “Кемгәлер ҡарата фекерҙең, дәғүәләрҙең күҙгә ҡарап әйтелеүе яҡшы, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. – Әгәр ҙә ки уның хаҡында йәшерен һөйләшелә, нахаҡ кәмселектәр ҙә өҫтәлә икән, был инде яла яғыуға инә”.
Телдең әҙәм балаһының тормошонда әһәмиәте ифрат ҙур. Әйтелгән һәр хәбәр тормош, йәмғиәт өсөн файҙалы, фәһемле булырға тейеш. Өҫтәүенә, хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, күркәм итеп һөйләү, иғтибар менән тыңлай белеү ҙә зарур. “Мосолмандың теленән дә, ҡулынан да, ғәмәлдәренән дә һис кем зыян күрмәҫкә тейеш”, – тип өйрәтә динебеҙ.
Пәйғәмбәребеҙ әйтеп ҡалдырғанса, буш һүҙ менән булышыу, күп һәм мәғәнәһеҙ һөйләү, кәрәкмәгән мәғлүмәт йыйыу, уны таратыу мосолман өсөн бөтөнләй ят. Файҙаһыҙ хәбәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырыу зарур. Артыҡ ҡыҙыҡһыныу ҙа насар. Әгәр ҙә әҙәм балаһы башҡанан ишеткән кире хәбәр, ғәйбәт менән уртаҡлашһа, үҙенә ҙур гонаһ ала.
Буш һүҙҙе тыңлау, мейегә һеңдереү аңды томалай, фекерләү ҡеүәһенә зарар килтерә. Ваҡытты, көстө белемде камиллаштырыуға, өҙлөкһөҙ хеҙмәткә бүлеү мөһим. Шул саҡта мәғәнәһеҙ һөйләшеүҙәргә, сит мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһыныуға урын ҡалмай.
(Д. Тәлғәтова).
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-109622739_73764