

Күрәһеләрен күрмәй гүргә инмәй, тиҙәр кешене. Бында хаҡлыҡ барҙыр. Беҙҙең ниндәйерәк тормош булыуы күпмелер кимәлдә алдан һыҙылған. Ләкин был кешенән бер нәмә лә тормай тигәнде аңлатмай. Юғиһә, маңлайға яҙылған инде, бер нәмәне лә үҙгәртә алмайым кеүек ышаныу менән йәшәүселәр йыш осрай.
Гөлйемеш мәктәпте тамамлағас, оҙаҡ та уйлап тормай медицина университетына имтихандар тапшырҙы. Өсөнсө һынауҙы ла уңышлы үтте лә, һөҙөмтәләрҙе көтөп тә тормай, шатлығынан ауылына ҡайтып китте. Тәүге икәүһе – “бишле”, быныһын да арыу яҙҙы, үтер ул. Ата-әсәһе лә ҡыҙҙары өсөн тыныс ине. Уҡыуҙан башҡаны белмәгән ҡыҙҙары ла инә алмаһа, Ер шары шаҡмаҡ булыр. Ләкин ҡыҙ үҙенең исемен бәхетлеләр араһында тапманы. Күҙҙәрен ыуып та, нығыраҡ аса биреп тә, лупа менән дә “һөҙөп” сыҡты – юҡ. Нисек инде? Аҙаҡ асыҡланды – һыу кеүек белгән инглиз теленән “икеле” сәпәгәндәр. Туҡһанынсы йылдар ине шул... Апелляция тип йүгерергә лә һуң.
Ҡыҙ өсөн был башҡа күҫәк менән һуҡҡандай тәүге ауыр тормош һынауы ине. Үҙенең көсөнә, белеменә артыҡ ышаныуы бәкәлгә һуғып ҡуйҙы. Исмаһам, ауылға ҡайта һалып китмәһә ни булған? Гел генә бар нәмә еңел килеп сыҡҡанға өйрәнгән шул. Бигерәк тә, уҡыу тигәндә...
Ул саҡтағы күҙ йәштәре... Ата-әсәһе терһәген тешләрҙәй ине: ниңә генә башҡалар һымаҡ һәр имтихан һайын ҡыҙыбыҙҙың артынан эйәреп йөрөмәнек икән? Иң үкенеслеһе: баланы тормош ғәҙелһеҙлеге алдына ҡуйыу. Белмәһә, башы эшләмәһә бер хәл. Барлыҡ олимпиадалар йондоҙо ине лә баһа Гөлйемеш! Ҡанаты һынған ҡыҙ киләһе йылға медҡа инергә ҡурҡты. Химия факультетын һайланы. Тик уның хыялы икенсе – табип булыу. Әммә, ауыҙ бер бешһә, өрөп ҡабалар, тигәндәй, башҡаса ынтылманы. Үҙен бер ҙә уҡытыусы итеп күрмәй ине бит. Ошонан һуң уның үҙенә ышанысы ла бөттө. Гел генә ҡайҙа барһа ла, башҡалар унан шәберәк кеүек тойолдо. Үҙенең күп белеүен, уҡыу еңел бирелеүен түбән баһаланы. Эштәрен килеп төртөлгәс кенә башҡара, тиҙ арала үтәп ҡуя. Әммә бынан ҡәнәғәтлек тапмай, еңел генә килеп сыҡҡан нәмә уны ҡыуандырмай. Алға ынтылырға ҡурҡа, ә әлеге хәлен эшкә һанамай. Ысынлап та, уҡытыусылар фән юлынан китергә саҡырҙы – барманы, эшкә Мәскәүгә димләнеләр – баш тартты. Күптәр төндәр буйы уҡып та бирә алмаған имтиханды ул йүнләп әҙерләнмәйенсә лә тапшыра ине. Уға барыһы ла тәбиғи бирелде, еңел тойолдо. Әммә үҙе генә ҡәҙерен белмәне. Күпме өмөт бағлайҙар ине барыһы ла. Алыҫ китәсәк, бейектә осар ҡош...
Күңеле бер һынған ҡыҙ башҡаса талпынманы. Үҙенә лә, көсөнә лә, унан ниҙер көткәндәргә лә ышанманы. Ҡайҙа барһа ла, нимә эшләһә лә – миңә ошолай ҙа ярай, бара, күберәккә, яҡшыраҡҡа лайыҡ түгелмен тигән фекерҙән сығып эш итте. Дөрөҫөн әйткәндә, күп осраҡта быны үҙе төшөнмәй ҙә ине. Әйтерһең, ул хәҙер ошолай программаланған.
Ябай ғына мәктәпкә уҡытыусы булып эшкә төштө. Тәүге көндән үк йәне һөймәгән кеше менән йәшәп ятҡандай хис итте үҙен. Биш йыл үтеүгә аҫтан һөҙөп ҡараған, балаларҙы өҙгөсләп ташларға әҙер, аҙ һүҙле, ҡырыҫ әҙәмгә әйләнде. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән, һәр эште еңел генә итеп үтәп сыҡҡан ҡыҙҙы танырлыҡ та түгел хәҙер. Үҙен кәм тойған, үҙенә ышанмаған, яҡшыраҡҡа лайыҡ түгелмен тип һанаған кеше тормош иптәшен һайлағанда ла яңылыша.
Йәмғиәт һалған фекер буйынса, утыҙға етеп тә кейәүгә сыҡмай йөрөү хилаф һанала. Гөлйемешкә лә был хаҡта тылҡый башланылар. Осраҡлы рәүештә кемдәр менәндер таныштырып аҙапландылар. Бер яҡтан үтә аҡыллы, һиҙгер, ә икенсе яҡтан үҙен кәм тойған ҡыҙ бөтөнләй юғалып ҡалды. Кемдер мине яратыр, тормошон тик миңә бағышларға риза булыр тип ышанмай. Шул уҡ ваҡытта үҙенә лә ниндәйҙер яңы баҫҡысҡа , матур ғаилә тормошона ынтылырға рөхсәт итә алмай. Теге ҡурҡыуы идара итә бит хәҙер уның тормошо менән. Үҙ башында ҡоролған кәртәһе. Әммә нисек тә был тормошҡа яраҡлашырға ҡарар итә ҡыҙ. Әҙ-мәҙ үҙемә оҡшаған, мине лә яҡын күрерҙәй кеше тап итһәм – сығырмын.
Туйҙа уҡ Гөлйемештең бәхетһеҙлеге йөҙөнә сыҡҡан ине. Әйтерһең, ул хәҙер икеләтә бәхетһеҙ. Үҙенә ҡарата оло хыянат эшләгәндәй тойҙо. Кәрәкмәй ине уға был туй. Башҡаларҙың көткәнен генә аҡланы – шул. Ысынлап та, ярарлыҡ инде, бара тип кенә сыҡты, ҡарт ҡыҙ тимәһендәр генә. Ә баҫалҡы егеттең тойғолары ихлас күренгән һымаҡ. Ләкин лайыҡ һанамаған кеше яратыуҙы ла тоймай йәки ҡабул итмәй бит...
Былай башланған тормошто юрарға күрәҙәсе лә кәрәкмәй. Үҙеңә бер тапҡыр хыянат иттеңме – өҫтө-өҫтөнә, мал тиҙәге өйөмө кеүек һаҫыҡ тау хасил була. Ғаиләләге һалҡынлыҡ, һөйөү етмәүе Гөлйемештең өйөн дә һыуыҡ, шыҡһыҙ итеп күрһәтә. Бер-береңә ҡыуаныу юҡ, эшкә барып ҡайтыусы роботтар кеүек кенә йәшәйҙәр. Ғаиләне тарҡатыр инеләр – кеше нимә әйтер? Күпме аҡса түгеп үткәрелгән туй, күлдәк, мәһәр....
Ләкин, ғаилә бер нисек тә бәхетле була алмай. Аҡса яғынан да ҡатмарлыҡтар күп осрай һәм ире икенсе ҡатындар яғына күҙ һала башлай. Балалар тыуғас та хәл үҙгәрмәй. Хәҙер ғаиләне таратыуҙан бала, мөлкәт тота. Әсә лә, ата ла, балалар ҙа бәхетһеҙ. Артабан тағы ауырлаша ғына. Сөнки бында йөрәк ҡушыуы буйынса йәшәү юҡ, үҙеңә, көсөңә ышаныу юҡ, үҙеңде яратыу юҡ...
Яҡынса ошолайырак килеп сыға ҡатмарлы яҙмыштар. Хоҙай ҡушыуы буйынса Гөлйемештең юлы икенселәй һалынырға тейеш булған. Уға күпме һайлауҙар бирелде, тыңламаны, ҡурҡыуы, үҙен лайыҡ һанламауы, ҡәҙерен белмәүе алдан йөрөнө.
Ҡыҙға еңелеүҙәр алдында бирешмәҫкә өйрәтелмәгән. Уның баһаһы тик уҡыуҙа ғына икәнлеге һеңдерелгән. Бар булғаны өсөн генә яратыу тоймаған, ә нисектер иҫбат итергә кәрәккәндер, бәлки. Бына ни өсөн уҡыу йәһәтенән тәүге һынауҙа уҡ биреште лә, үҙен кәм һананы ла ҡуйҙы.
Яҙмыш инде, ни хәл итәһең, тиергә ярамай бында. Сөнки был ни бары үҙебеҙҙе яуаплы итеүҙән ҡотолоу. Яҙмышҡа япһарып ҡуйыуы күпкә анһат, әлбиттә. Мөмкинлекте ҡулланыу, ҡолаған хәлдә лә яңынан күтәрелеүе, үҙең теләгәнсә йәшәргә ынтылыуы, әлбиттә, тырышлыҡ, ҡыйыулыҡ талап итә.
Гөлйемеш киләһе йылға ла медицина университетына имтихан бирһен ине. Һис юғы медколледж бөтөп, юғары уҡыу йортона барырға мөмкин. Тормошта варианттар бик күп. Кешеләрҙең тик бер генә юл күреүе оло проблемалар тыуҙыра. Беҙҙең алда ҡырҡ, йөҙ юл бар! Бары тик ошолай ғына мөмкин тип һанау бәкәлгә һуға. Күңеле тартмағас, химия уҡытыусыһы эше бөтөнләй ярамаған уға. Бында ла үҙенә хыянат иткән. Яратмаған эш, үҙеңде көскә йөрөтөү психика торошона, һаулыҡҡа тик кире йоғонто яһай, энергияны һура. Ә инде ихлас итеп, яратып кейәүгә сыҡмауы... Бында ла үҙен тыңламаған, кеше фекерен, йәмғиәт ҡанундарын алға ҡуйған. Үҙен нисек тоя – шул мөһим булырға тейеш ине. Уға башҡаларҙың тойғолары мөһимерәк тойолған.
Бына нисек барлыҡҡа килә үҙеңде юғалтыу, яҙмыш һынауҙары... Үҙебеҙҙән... Бер кем дә өҫтә, күктән ҡарап язалап, йонсотоп, һынауҙар ебәреп ултырмай.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Гөлсинә ЙОСОПОВА.