

Быйыл VIII тапҡыр “Ҡанатлан!” тигән мәғариф форумы үтте. Пленар ултырышты асып, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо йылдар эсендә уҡыу-уҡытыу системаһындағы үҙгәрештәр тураһында әйтте. Яңылыҡтар шатланырлыҡ. Сығарылыш уҡыусылары берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшыра, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге олимпиадаларҙа тәүге урындар ала.
“Республика танылған төбәккә әүерелә, бығаса иң көслөләрҙән һаналған Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербургтың етди конкуренты була бара. Был тәбиғи. Тап эҙмә-эҙлекле һәм системалы эш лайыҡлы һөҙөмтәләргә килтерә тип ышанам”, – тине сығышында төбәк етәксеһе.
Йыйында “Уҡытыусы абруйын нисек күтәрергә?” тигән фекер алышыу майҙансығы ла эшләне. Унда һорауҙар ҙа, тәҡдимдәр ҙә күп һәм төрлө яҡлы булды.
Мәҫәлән, уҡытыусылар ата-әсәләр тарафынан баҫым булыуы, өлкән хеҙмәттәштәрҙең йәштәргә ҡырын ҡарауҙары һәм башҡа мәсьәләләр мәктәпкә бармаҫ өсөн төп сәбәптәрҙән һаналыуын белдерҙе.
Ысынлап та, бөгөнгө ата-әсәләр тарафынан уҡытыусыларға ҡарата мөнәсәбәттең үҙгәреүе һағайта. Хатта башҡа ерҙә эшләргә эшкинмәгәнлектән балалар уҡытырға барған, тигән фекерҙе асыҡтан-асыҡ белдереүселәр ҙә табыла. Ә балаһына тауыш күтәреп нимәлер әйтеү, түбән баһа ҡуйыу бөтөнләй уларҙы сығырынан сығыу өсөн сәбәп, имеш. Бер һүҙ менән әйткәндә, балаларын дүрт-биш йәшкә тиклем һөйләшергә лә өйрәтә алмаған ата-әсә бер көн килеп юғары белем алған, ваҡытын, көсөн уның балаһын уҡытыуға сарыф иткән уҡытыусыға аҡыл өйрәтә башлай.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәндәй, өйҙә уҡытыусыға ҡарата кире фекер ишеткән уҡыусы ла мәктәптә үҙен донъя тотҡаһы итеп тоя. Уҡытыусының әйтеүенә, киҫәтеүҙәренә иҫе китмәү менән, уға көс ҡулланған, хатта ҡорал менән ташланған ҡурҡыныс хәбәрҙәр ҙә илдең төрлө мөйөшөнән ишетелеп, күңелде өшөтөп тора. Был хаҡта, әлбиттә, ундай балаларҙың күңелен башҡа ерҙә лә үҫтермәҫ өсөн хәбәрҙе ҡуйыртмаҫҡа ҡушалар. Уҡытыусыны яҡлау тураһында Дәүләт Думаһына закондар ҡабул итеү буйынса тәҡдимдәр индерелһә лә, һаман да был документ туҙан йыйып ята бирә. Йәнә бындай осраҡта тәртип төҙәтеү колонияларҙың ябылыуы ла йәш быуындың үҙен контролдә тотмауына юл ҡуя.
Ата-әсәләр яғынан уҡытыусыларҙың шәхси тормошона ҡыҫылыуҙар, туҙға яҙмаған тыйыуҙар, “Уҡытыусы кеше былай эшләргә тейеш түгел!” тигән мөһөр баҫыуҙар ҙа артҡандан-арта бара. Мәҫәлән, кисәләргә бар ере лә ябыҡ, әммә кәүҙәһенә килешле күлдәк кейһә лә, интернетҡа фотоларын һалып ғауға ҡуптарыусылар табыла. Бер мәл “уҡытыусы һыу ингәндә лә уҡытыусы булып ҡала” тигән хештег менән уларҙың йылғала, диңгеҙҙә эшлекле костюмда йөрөгән фотолары социаль селтәрҙә таралған ине. Бының сәбәбе йәнә ата-әсәләрҙең “Уҡытыусы кеше купальникта фотоға төшөргә тейеш түгел!” тигән фекеренән һуң барлыҡҡа килде. Асыҡ майҙансыҡта ошо һорау ҙа күтәрелде. Спикерҙар: “Купальниктың да төрлөһө була. Әммә ул ярым асыҡ түгел икән, ни өсөн ҡуйылмаҫҡа тейеш?” – тине. Тик был осраҡта оҙаҡ йылдар мәғариф системаһында эшләүселәр: “Үҙен хөрмәт иткән уҡытыусы пляжда ла үҙен лайыҡлы тотасаҡ”, – тигән фекерҙе белдерҙе.
Ғөмүмән, уҡытыусы менән ата-әсәләр араһындағы сиктәрҙе уҡыуҙың тәүге көндәренән үк булдырырға кәрәк. Сөнки төнгө ун берҙә лә, ял иртәһендә бирелгән өйгә эштәрҙе нисек эшләргә һорап яҙыусы, мәктәп хәлдәрен белергә шылтыратып һорашыусы ата-әсәләрҙән тынғылыҡ юҡ.
Нимә генә тиһәк тә, уҡытыусы башҡаларға өлгө булырға, тейеш тигән фекерҙәр был сарала күп әйтелде. Төрлө йәштәге был һөнәр эйәләренең педагогия колледжы, университеттарына уҡырға барыуҙарын үҙҙәре уҡыусы саҡта матур эшлекле костюмдағы, күлдәктәге, сәсе ыҡсым итеп йыйылған, арҡаһын төҙ, башын юғары тотҡан уҡытыусыларына оҡшарға теләп ошо йүнәлеште һайлауҙары хаҡында әйттеләр.
“Уҡытыусы һөнәренең баһаһын нисек күтәрергә?” тигән дискуссия майҙансығының башында уҡ спикерҙар: “Эш хаҡы тураһында һөйләмәйек. Был проблеманы ошонда ғына барыбер хәл итеп булмай”, – тинеләр. Тик бөгөн уҡыусыларыңдың остазына әйләнерлек, һәр ваҡыт яҡшы кәйефтә, ҡаралған, тәрбиәләнгән йөҙ-ҡиәфәттә, һуңғы мода менән кейенеүсе уҡытыусы булыр өсөн генә лә яҡшы эш хаҡы кәрәк. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң директоры Зөлфиә Рәхмәтуллинаның: “Элек уҡытыусының абруйын төшөрмәҫ өсөн өйөндә ире, ҡәйнәһе һыйыр һауһа, бөгөн был һөнәр эйәләре ғаиләһен аҫрар өсөн кистәрен йә иҙән йыуалар, йә икенсе ерҙә өҫтәлмә эш алалар”, – тине. Бигерәк тә яңы эшкә кереп, йәшәргә мөйөшө лә булмаған уҡытыусыға нисек бәләкәй генә хеҙмәт хаҡына йәшәргә?
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов: “Ҡулыма диплом алғас, үҙемде ҡарар өсөн иртәнән кискә тиклем бер нисә урында эшләргә тура килде”, – тип хәтирәләргә бирелде. Нимә генә тиһәң дә, иң беренсе сиратта күп нәмә эш хаҡына барып тоташа шул. Шуға ла бөгөн дипломлы күп белгестәрҙең тиҙ туҡландырыу ойошмаларында эшләүҙәренә лә аптырарға түгел. Нисек кенә булһа ла, хөкүмәт тарафынан был һөнәр эйәләренә иғтибар артырға тейештер. Йәнә декрет ялының стажға кермәүе лә демографик планды арттырыусы уҡытыусылар файҙаһына түгел.
Быға өҫтәп, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙ эштәре, төрлө йәмәғәт эштәрендә ҡатнаштырыу уҡытыусының ваҡытын ғына түгел, хәлен дә ала. Тәүлек әйләнәһенә нимәләрҙер өсөн тауыш биреү, осо ҡырыйы күренмәгән конкурстарға әҙерләнеп, үҙеңдең иң яҡшылар иҫәбендә икәнлегеңде иҫбатларға маташыу ҙа уҡытыусы файҙаһына түгел. Яҙын-көҙөн уҡытыусы, тәрбиәселәрҙе урам буйҙарын йыйыштырырға, кеше бысрағын таҙартырға сығарып ебәреүҙәре – бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ эш.
Дискуссия майҙансығына йыйылған журналистарға аҡыллы, үҙ эшен яратҡан, йәш быуынға матур өлгө булып торған уҡытыусылар тураһында күберәк яҙырға тигән эш йөкмәтелде. Әлбиттә, быға берәү ҙә ҡаршы түгел. Тик һәр нәмә уҡыусының, тыңлаусының, ҡараусының ихтыяжынан сығып эшләнелә. Бөгөнгө көндә нимә ашап, ире менән нимә өсөн талашҡан, эте-бесәйенең эсе ауыртҡан блогерҙар, йырсыларҙың тормошо менән ҡыҙыҡһынған халыҡҡа уҡытыусылар тураһындағы материалдар кәрәкме һуң? Улар менән бергә баҫыу батырҙарын, көндө төнгә ялғап эшләүсе табиптарҙы, миҙгелдең һәр мәлендә өшөмәй ҙә, бешмәй ҙә бейек ҡатлы йорттар төҙөгән төҙөүселәрҙе һәм көн дә үҙенең хеҙмәте менән тормошобоҙҙо еңелләштереүсе төрлө йүнәлештәге эшселәрҙе ихтирам итергә, бәлки, үҙебеҙҙән башларға кәрәктер? Нимә тиһәң дә, балыҡ башынан серей.
Нурсилә Дәүләтбаева (Исхаҡова) Ғафури районының Н. Х. Ғарипова исемендәге Ҡауарҙы урта белем биреү мәктәбенең химия һәм биология фәндәре уҡытыусыһы:
– Бала саҡтан уҡытыусы булыу хыялы менән яндым тип әйтә алмайым. Әммә балалар менән эшләргә яратҡас, ғүмеремде ошо һөнәргә арнаным. Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамланым. Хәҙер үҙемде башҡа эштә күҙ алдына ла килтерә алмайым. Хеҙмәттәштәрем, мәктәп директорынан да уңдым. Алтынға тиң кәңәштәре менән әле лә ярҙам итеп торалар.
Беҙ үҫкәндә уҡытыусының күҙенә генә ҡарап торҙоҡ. Уның әйткән һүҙе закон ине. Өйҙәге тәртиптән дә килгәндер. Бөгөн иһә айырма ер менән күк араһы. Әлеге ваҡытта уҡытыусы балаларға белем бирергә лә, һанлашыу заманына яраҡлашып, йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙән артта ҡалмаҫҡа тейеш. Ул көндән-көн үҫешкән һөнәр эйәһе ул. Тик бөгөн уның кире яҡтарын ғына күреп, эш хаҡының түбән булыуына бәйләп, был һөнәргә уҡып та, эшләмәгән замандаштарым күп. Әммә, ни генә тиһәләр ҙә, уҡытыусы һәр осорҙа ла иң кәрәкле һөнәрҙең береһе булып ҡаласаҡ. Бер көн элекке уҡыусыларыңдың береһе яныңа килеп, ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш бирергә ярҙам иткәнең, белем биргәнең өсөн рәхмәт әйтһә, уҡытыусы өсөн шунан да ҙурыраҡ бәхет-баһа юҡтыр.
Алһыу Ғилманова, Өфө ҡалаһының 114-се мәғариф үҙәгенең инглиз теле уҡытыусыһы:
– Бала саҡта, олатай-өләсәйемдәр янына ауылға ҡайтҡанда, ундағы туғандар, дуҫтарымды теҙеп ултыртып һәр ваҡыт уҡытыусы булып уйнаным. Ошо хыялым Өфө фән һәм технологиялар университетына алып килде. Тик уҡытыусы эше ауыр, мәктәп тормошо менән ҡайнап үҙеңә лә, шәхси тормошоңа ла ваҡыт ҡалмай, тигәндәрен ишетеп, икенсе йүнәлеш буйынса хеҙмәт юлын башланым. Әммә хыялыңдан еңел генә төңөлөп булмай икән. Күңелдең бер мөйөшө китек икәнен һиҙә инем. Декрет ялдарында ултырғанда телдәр өйрәнеүемдән туҡтаманым, төрлө курстар үттем, эҙләндем. Эшкә ҡабат сығыр мәл еткәс, үҙемде мәктәптән тыш күҙ алдына ла килтермәгәнлегемде аңланым.
Уҡытыусының баһаһы төшөүенә яуаплылыҡтың, эштең күплеге, хеҙмәт хаҡы әҙлеге төп сәбәптәрҙән һаналалыр. Нисек кенә булһа ла, был һөнәргә ғүмере буйы тоғро ҡалыусылар электән бар. Буласаҡ та. Мәктәпкә барыу-бармау тураһында алдығыҙҙа һорау тыуһа, иң тәү сиратта: “Балалар менән эшләргә яратаһығыҙмы? Белем-тәрбиә биреү һеҙҙең алдығыҙҙа ниндәй бурыстар ҡуя? – тигән һорауҙарҙы бирегеҙ. Уҡытыусы ул һөнәр генә түгел, юғарынан бирелгән бурыс икәнлеген дә онотмаҫҡа кәрәк.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.