Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
15 Июль , 05:58

Башҡаса булдыра алманым...

Бер мәл юлда дрондар ямғырына эләккәндәр. Атып эләктерә алмағас, Рәсәй һалдаттарының берҙәмлеге, бер-береһенә терәк була белеүҙәре арҡаһында барыһына ла йәшенергә урын табылған.

Башҡаса  булдыра  алманым...Башҡаса  булдыра  алманым...
Башҡаса булдыра алманым...

Батыр яуҙа һынала, ти халыҡ. Ғүмерен Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығында хеҙмәт итеүгә арнаған Ҡыйғы районының Сирбай ауылы ир-уҙаманы Динар МӨХӘМӘТЙӘРОВ та – замана геройҙарының береһе. Бөгөн ул МХО-ла илен һаҡлай.

– Динар бала сағынан шуҡ, сос булды, – ти уның әсәһе Фәрҙиә Рәхимйән ҡыҙы. – Ололар менән дә, тиңдәштәре менән дә уртаҡ тел тиҙ тапты. Был егеттәр, был ҡыҙҙар эше тип айырып ҡарап тормай ине. Ағаһына терәк, һеңлеләренә өлгөлө ағай булып үҫте. Әле лә шулай. МХО-ға юлланырға ике көн ҡалғас ҡына миңә әйтте. Минең ҡаршы төшөргә маташыуыма: “Әсәй, мин шулай хәл иттем. Башҡаса булдыра алмайым”, – тине. Көнө-төнө улымдың ут эсенән иҫән-һау ҡайтыуын, илгә тыныслыҡ килеүен теләйем. Рәсәй тарихындағы бәрелештәрҙең күпселеге беҙҙең ғаиләне урап үтмәй, шикелле. Оло улым Отар әрмегә алынғас, Чечняға эләкте. Хаттар көтөп, һәр яңылыҡҡа һиҫкәнеп ут йотҡан саҡтарым хәҙер килеп тағы ҡабатлана.
– Ағайым беҙҙең өсөн һәр ваҡыт өлгө, – ти һеңлеһе Ләйсән. – Апайым менән мине һәр саҡ ҡурсалап, яҡлап йөрөнө. Һыбай йөрөгәндә алдына ултырыуы әлегеләй күҙ алдымда. Бала саҡтағы ниндәй бәхетле хәтирәләр бар, уларҙың күп өлөшө Динар ағайыма барып бәйләнә.
Кескәйҙән техника еле ҡағылған Динар велосипедта, аҙаҡ мотоциклда йөрөргә ярата. Әрмелә Төньяҡ флот диңгеҙ авиацияһында хеҙмәт итә. Һөнәрен дә ошо йүнәлештә һайлай. Көньяҡ Урал дәүләт университетының юридик институтында ситтән тороп белем ала. Юл-патруль хеҙмәте инспекторы булып эшләй. Полицияның өлкән лейтенанты хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙен башҡа өлкәләрҙә лә һынап ҡарай. Тик күп кешегә һөнәр ғүмерлеккә бирелә. Динар өсөн дә Эске эштәр министрлығында эшләү, унда хеҙмәт итеү маңлайына тыуғансы уҡ яҙылып ҡуйылған булғандыр.
Үткән йыл ул МХО-ға контракт төҙөп юллана. Башта алғы һыҙыҡта йөрөй. Уҡыусы сағында милли көрәш менән шөғөлләнгән, саңғыла йөрөгән Юл-патруль хеҙмәте инспекторы сағында самбо буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән – физик яҡтан ныҡлы әҙерлекле яугир үҙен һынатмай. Әлеге ваҡытта ул уҡсы-хәрби водитель бурысын үтәй.
– Физик ныҡлылыҡ менән бергә, психологик яҡтан көслө булыуың да кәрәк. Был йәһәттән һайлаған һөнәрем аша уҡ нығынған инем, – ти Динар. – Полицияның өлкән лейтенантынан ябай һалдат булып ут эсенә үҙ теләге менән кергәнемде белһәләр, аптырағандар ҙа бар. Йәш кенә, оло тормош юлына яңы баҫҡан егеттәр йәл. Беҙ бында уларға ҡалҡан да, ағай ҙа ролен башҡарырға тырышабыҙ. Йәштәргә кәңәш тә бирәбеҙ, төшөнкөлөккә бирелеп, юғалып ҡалғанда ла беҙҙең тормош тәжрибәбеҙ менән бүлешеүҙәре тураһында һорайҙар.
Бөгөнгө яу, башҡаларынан айырмалы рәүештә, дрондар алышы икәнлеге барыбыҙ өсөн дә билдәле. Юғарынан осҡан тимер ҡошсоҡ юлына осраған берәүҙе лә аямай. Етеҙлек тә, сослоҡ та кәрәк. Оло йөрәкле, тоғро яуҙаш булыуың да мотлаҡ. “Йәшенгән ваҡытта ла башҡалар тураһында ла уйларға кәрәк”, – ти Динар.
Бер мәл юлда дрондар ямғырына эләккәндәр. Атып эләктерә алмағас, Рәсәй һалдаттарының берҙәмлеге, бер-береһенә терәк була белеүҙәре арҡаһында барыһына ла йәшенергә урын табылған. Машинанан йыраҡҡа китеп өлгөрә алмаған бер егет кенә яраланған. Иптәштәренең тиҙ арала тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүҙәре, табиптар ҡулына тапшырыуҙары арҡаһында тере ҡалған. Бындай осраҡтар яу яланында көн дә ҡабатланып тора. Тимер ҡошсоҡҡа эләгеп яна башлаған машинанан һикереп ҡалыуҙар, саңлы, ташлы юлдан шыуышып барыуҙар, тейен йылғырлығы менән һикереүҙәр – олатай-бабайҙарынан яу яланының рәхимһеҙлеге тураһында ишетеп, һуғыш уйындары уйнап үҫкән ир-егеттәр бөгөн үҙҙәре шул юлды үтә, иңде-иңгә терәп ил һаҡлай.
Берҙәмлек төшөнсәһе Динар үҫкән ғаиләнән килгән тәрбиәнең дә роле ҙурҙыр. Тыуған ауылының мәҙәниәт йортонда әсәһе башҡа ауылдаштары менән маскировка селтәрҙәре үрә, яуҙағы һалдаттарға кәрәк-яраҡтар йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша.
– Кемдең итәгенә ут төшә, шул ғына белә, тигән кеүек, МХО – күптән беҙҙең күңелде өйкәп торған тема, – ти әсәһе. – Үҙем ун бер балалы ғаиләлә үҫтем. Дүртебеҙҙең улдары был яуҙа ҡатнашты. Бер туғаным ике улын ер ҡуйынына һалды. Шуға ла унда тылдағы ярҙамдың ни тиклем кәрәклеген, мөһимлеген яҡшы аңлайбыҙ. Ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Улдары яуҙа йөрөгән ата-әсәйҙәр менән аралашабыҙ, хәл белешәбеҙ. Уртаҡ проблемалар кешене бер-береһенә яҡынайта.
Динар үҙе лә ялға ҡайтҡанда ҡул ҡаушырып ултырмай. Атаһы бер нисә йыл элек баҡыйлыҡҡа күскәс, әсәһе донъя йөгөн үҙе генә тарта. Шуға ла Динар ир-егет ҡулы кәрәк эштәрҙе теүәлләп ҡалырға ашыға. Яҡындары, яуҙаштарының туғандары, ғаиләләре менән дә аралашырға өлгөрә. Гуманитар ярҙам тейәп барып, үҙ ҡулдары менән өләшеп сығырға ла тырыша.
– Бында килгәс, ғүмерҙең ҡәҙере нығыраҡ беленә. Һәр атҡан таңға шатланаһың, – тигән Динар Ғиниәт улы өсөн МХО ваҡытлыса һынау мәле генә булып, иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға яҙһын.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Автор:
Читайте нас