

Һуңғы йылдарҙа артыҡ күбәйеп киткән, ике-өс көн эсендә уҡып дипломлы булған психологтарҙың яңы диагноздарында “ауырыйбыҙ”, юҡ аҡсабыҙҙы бар итеп уларға түләп дауаланабыҙ. Күптән түгел “мәйет терапияһы” тигән Рәсәйҙә яңы тренд барлыҡҡа килде.
Психологтар ҡорбаны
Хәҙерге йәштәрҙең: “Миндә депрессия”, – тигәндәрен йыш ҡына ишетергә тура килә. Уҡығыһы, эшләгеһе, хатта йоҡлаған урынын йыйғыһы, илап ятҡан балаһын ҡулына алып әүрәткеһе килмәһә лә, ошо диагнозды ҡулланып үҙенә аҡыл өйрәтеүселәрҙән еңел генә ҡотолорға, үҙен йәлләтергә тырыша. Ундайҙарҙы, балыҡты селәүгә әүрәтеп ҡаптырырға тырышҡан балыҡсы кеүек, психологтар һағалап ҡына тора һәм һыҙырып аҡсаһын ала-ала “дауаларға” тотона. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрен шаулатҡан был тренд та – уларҙың яңы табышы.
Клиент менән дауалау терапияһы, билдәле, мәйетханала уҙа. Ритуал хеҙмәтләндереү хеҙмәткәрҙәре барыһын да еренә еткереп башҡара. Тере “мәйетте” йыуалар, еңелсә генә биҙәндерәләр, сәсен тарайҙар, ул теләгәнсә йыйып ҡуялар. Бер нисә минут был донъя менән иҫәпте өҙгән мәйеттәр менән бергә һыуытҡыста ятҡандан һуң, алдан үҙе һайлаған кейемде кейҙереп табутҡа һалалар. Хатта уны бикләйҙәр ҙә. Алдан клиент үҙе саҡырған туғандары, яҡындары янында табутты асып, бәхилләшеү үткәрәләр. Әлбиттә, икенсе бүлмәлә ысынлап та яҡын кешеһен, ирен, ҡатынын, балаһын, ата-әсәһен юғалтыусы халыҡтыҡы һымаҡ уҙмай ул. Ялған мәйет янында илаусы ла табылмай. Кемдер был күренешкә шаҡ ҡатып тик тора, шок контент артынан сабыусылар алдан уҡ был күренеште фото-видеоға төшөрә, өсөнсөләре көлөмһөрәп нимә менән бөтөүен күҙәтә. Хушлашыу һүҙҙәре лә ысын күңелдән түгел. Үҙ алдына нимәлер мөңгөрләп бер-ике һөйләм әйтеп, тиҙерәк ҡотолоу яғын ҡарайҙар. Йәнә мәйетхананың һыуытҡысында ябыҡ табут эсендә бер нисә минут ятҡас, клиентты унан сығаралар. Был уның утыҙ меңдән алып йөҙ алтмыш мең һумға тиклем кеҫәһен йоҡарта. Айырым хаҡҡа үҙҙәрен бер нисә минутҡа ҡәбергә күмдертеп сығартыуға ла ризалашыусылар бар. Уныһы миллион ярым һум тирәһе, тиҙәр.
Әлеге ваҡытта яңы трендты ҡулланып ҡараусы ике ҡатын “йондоҙ”ға әйләнгән. Анна Вершинина был аҙымға барыуына ирен ғәйепле һанай. Имеш тә, фотограф булырға йыйынған ҡатынын тормош иптәше йөпләмәгән, яңы фотоаппаратҡа, ул уйлап сығарған проекттарға аҡсаһын йәлләгән. Бындай һаран кеше менән йәшәгән ҡатын, әлеге лә баяғы, психологы әйтеүенсә, депрессияға бирелә. Ирен күрә алмаҫлыҡ хәлгә етә, бар бәләнең, уңышыҙлыҡтарының башы ошо кешенән тип күрә. Осрашҡан һайын ирен әрләп, ҡарғап, бәхетһеҙ ҡатын-ҡыҙ икәнен һөйләп илап ултырған клиентына психологы “мәйет терапия”һын ҡулланып ҡарарға кәңәш итә. Йәнәһе лә, “үлеп терелгәндән һуң” ул яңы кеше булып “тыуасаҡ” һәм тормошҡа яңыса ҡараш менән йәшәй башлаясаҡ. Анна ла мәйетхананан сыҡҡас та иренән айырыла. Элек ул аяҡ салыусыларҙан ҡотолһа, барыһы ла алдына килер тип ышана. Тик нишләптер һаман да билдәле фотограф ҡына булып китә алмаған. Уның менән “хушлашырға” килгән әхирәттәре араһында клиник үлем кисереп, теге донъяға ысынлап та барып ҡайтҡаны бар. Ул Аннаның был ҡылығына йәне көйгән һәм ундай юл менән проблемаларҙан ҡотолоп булмаҫын әйтә, уны аҡылына килергә саҡыра.
Л. Клопова иһә был аҙымға олатаһын юғалтҡас бара. Яҡын кешеһе баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң, ул үлем тураһында уйлана һәм унан ҡурҡа башлай. Үҙен-үҙе еңер өсөн яңы тренд менән шөғөлләнеүселәргә мөрәжәғәт итергә кәрәклеген уға психологы кәңәш итә. Уға ҡарап, аҡсаһы түләнгәс, ярҙам итмәһә лә, итте тип үҙен ышандырырға, кәкре ҡайынға терәлгәнен һиҙҙерткеһе килмәгәнлеген һөйләүенән аңлашылғанына төшөнөргә мөмкин. Бынан тыш, ейәнсәренең “үлем” хәбәрен ишетеүе саҡ өләсәһен теге донъяға алып китмәгән. Ҡыҙ яңы трендты ҡулланып ҡарағас, “мәйет терапияһы”ндағы фотоларҙы интернет селтәрҙәренә һала. Өләсәһенең ауылдаштары ейәнсәрен ысынлап үлгән тип уйлайҙар һәм оло йәштәге был ҡатынға хәбәр иткәндәр икән. “Аяҡ аҫтында ер уйылып киткәндәй булды. Ҡан баҫымым күтәрелгән. Ярай ҙа ауылдаштарым был ваҡытта ярҙам итеп өлгөргәндәр. Бындай күренеште беренсе тапҡыр ишетәм һәм күрәм. Үлгән артынан үлеп булмай. Ҡартым үлгәс, мин ейән-ейәнсәрҙәремә ҡарап йыуандым, уларҙы үҫтергәндә тәрбиә аша үҙ өлөшөмдө индерәйем тип тырышам. Беҙ йәш ваҡытта, юҡлыҡ, аслыҡ осоронда ла ундай юҡ-бар менән шөғөлләнеүселәр тураһында ишеткәнебеҙ ҙә булманы”, – ти өләсәһе.
Ҡыҙҙарҙы был аҙымға этәреүсе “белгес”тәрҙең махсус психолог белеме юҡлығы асыҡланһа ла, һыуҙан ҡоро сығып өйрәнгән әҙәмдәр юғалып ҡалмайҙар. Һорауҙарға төрлө билдәле шәхестәрҙең цитаталарын ҡулланып булһа ла яуап биреүҙән ҡотолалар. Ә инде юристар РФ-тың 208-се статьяһына ярашлы, был терапия мәлендә клиенттың һаулығы насарайған, ғүмеренә хәүеф янаған осраҡта, иң беренсе сиратта яуапҡа тарттырасаҡтары хаҡында әйткәс, улар “Ә беҙ быға берәүҙе лә көсләп килтермәнек. Барыһы ла үҙҙәренең ризалығы менән эшләнде”, – тип яуаплылыҡтан ҡотолорға тырышалар. Йәнә бар мәйетханалар ҙа хөкүмәттеке. Унда ошондай туҙға яҙмаған терапиялар үткәреү ҙә закон тарафынан тыйылырға, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был хаҡта тикшереү эштәрен башларға тейеш, тигән фекерҙә белгестәр.
Депрессия, ысынлап та, бармы?
Айтуған Ҡоланчин, филология фәндәре кандидаты, доцент, М. Аҡмулла исемендәге педагогия университетының төрки һәм көнсығыш филологияһы кафедраһы мөдире:
– Ислам дине күҙлегенән бындай нәмәләр, әлбиттә, хупланмай. Киреһенсә, тыйыла. Сөнки ислам динендә кеше тормошоноң һәр бер этабында үҙенең йолалары бар. Бала тыуғас, мәҫәлән, уға исем ҡушыу, сәсен алдырыу, атап ҡорбан салдырыу кеүек фарыз ғәмәлдәр бар. Артабан, өйләнешкәндә никах уҡыу шарттарын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Һәм кеше мәрхүм булғандан һуң ерләү буйынса айырым дини йолалар башҡарыла. Мәйетте йыуыу, кәфенгә төрөү, йыназа уҡыу, ерләү. Бына ошо дүрт нәмә хаҡ мосолманды баҡыйлыҡҡа оҙатҡанда мотлаҡ ҡулланыла. Быны фарыз ҡифая тип йөрөтәләр. Әгәр ҙә мәрхүмде тейешенсә ерләмәһәләр, янындағы ошо йолаларҙы белеп тә башҡармаған кешеләрҙең иңенә яуаплылыҡ төшә. Шуға ла, яуаплы ҡарарға кәрәк. Был мәсьәлә ислам динендә мөһим һанала һәм уны уйынға әйләндереү гонаһ. Әлбиттә, үлемде иҫкә төшөрмәү дөрөҫ түгел, тип әйтеүселәр ҙә табылыр. Ислам дине күҙлегенән ҡарағанда ла был фекер менән килешәбеҙ. “Ҡөрьән Кәрим”дә лә: “Һеҙҙең был тормошоғоҙҙоң ләзәттәрен юҡҡа сығарыусы үлемде иҫкә төшөрөгөҙ”, – тиелә. Зыярат тигән һүҙ ҙә ғәрәп телендә “барыу” тигән мәғәнәне белдерә. Ни өсөн кеше зыяратҡа бара? Үлемде иҫенә төшөрөр, уның яҡында ғына икәнен онотмаҫ өсөн. Әммә был трендтың маҡсаты бының менән бәйле түгел. Ғөмүмән, ислам динендә фарыз тип аталған ғәмәлдәрҙе башҡа өлкәлә ҡулланыу – дөрөҫ түгел. Динебеҙ быға ҡаршы”.
Айһылыу Ишбулатова, психолог:
– Һуңғы ваҡытта хайп артынан ҡыуып, клиенттарынан күберәк аҡса алырға тырышыу маҡсатында яңынан-яңы диагноздар, уларҙы дауалаусы терапиялар уйлаусы психологтар, ысынлап та, артты. Үҙенә ышана алмаған, был тормошта бәләкәй генә ҡаршылыҡтар алдында ла юғалып ҡалған, кемгәлер асыу һаҡлаған клиенттарына депрессия тигән диагноз сәпәп ҡуйыу осрағы ла йышайҙы. Уны бары тик махсус дипломы булған табип психотерапевт ҡына ҡуя ала. Клиент үҙендә депрессия икәнлеген асыҡлай ҙа алмай. Ғөмүмән, бик һирәк осрай торған күренеш ул. Был осраҡта төрлө тынысландырыусы дарыуҙар яҙалар. Әлбиттә, шок терапияһы менән дауалаусылар бар. Әммә унда ла психологтар алтын уртаҡлыҡты табырға тырыша. Клиентының ғүмеренә, һаулығына хәүефһеҙ булған ысулдарҙы ғына ҡуллана. Мин үҙем манипуляция терапияһы менән дауалауҙы уңышлы һанайым. Мәҫәлән, ҡайһы бер клиент үҙен йәлләтеүҙе маҡсат итеп ҡуя һәм уның менән төрлө алымдар ҡулланып ҡараһаң да, һөҙөмтәһе булмай. Утыҙҙы үтеп барһа ла, һаман да әсәһенең итәгенән айырыла алмайынса, үҙ тормошон ҡормаған бер гүзәл зат менән эшләнем. Үҙенең ғаиләле булғыһы, балалар үҫтергеһе килә. Әммә әсәһе янынан китеү өсөн төрлө сәбәптәр таба, йәлләтә. “Ярай, бер һин генә яңғыҙ ҡалмағанһың. Ата-әсәйең дә бер көн килеп ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхетенән төңөлөрҙәр”, – тинем. Үҙен ҡулға алып, ҡурҡыуҙарҙы аша атлай алды. Хәҙер ғаиләһе, балаһы бар. “Шул ваҡытта әлдә һин мине йәлләп, ыңғайыма һыпырып ултырмағанһың”, – тип рәхмәт әйтә.
“Мәйет терапияһы” иһә үҙенә күрә бер шоу ғына булыр ҙа тиҙҙән туҡтар, тип улайым. Бары тик шаҡ ҡатырырға теләүселәрҙе был яңылыш аҙымдан аралап алырға һәм кире яҡтары тураһында киҫәтергә, иҫкәртергә кәрәк. Беҙҙең уйҙарыбыҙ, хатта уйламай әйткән бер һүҙебеҙ ҙә ҙур көскә эйә. Практиканан күрһәтеүенсә, үлем тураһында уйланғандар, кемделер ҡурҡытып, хатта шаярып ҡына үҙ-үҙенә ҡул һалып маташҡандарҙың ғүмере күпселек шул рәүешле өҙөлөп тә ҡуя. Был терапия аша ла үлем менән үҙен йәлләтергә маташыусы бер көн килеп суицидҡа бармаҫ тип берәү ҙә гарантиялай алмай.
Бындай трендтарҙы ҡулланыусы кешеләрҙең туҡһан биш проценты гүзәл заттар. Күрәһең, модалы кейем-һалым йыйыуҙан, блогерҙарға ҡарап йөҙ-ҡиәфәттәрен үҙгәртеүҙән арып китһәләр, яңылыҡ эҙләп, тирә-яҡтағыларҙы шаҡ ҡатырырға теләп туҙға яҙмаған нәмәләрҙе ҡуллана башлайҙарҙыр. Әлбиттә, был бай кешеләрҙең мауығыуы. Туйып һикереүҙән. Сөнки осон-осҡа ялғап йәшәгән кеше ер аҫтына барып ятырға ашыҡмай. Балаларын аяҡҡа баҫтырырға теләп ике-өс эштә эшләй. Шунлыҡтан ваҡыты ла юҡ, хәле лә ҡалмай! Нисек булһа ла, башҡаларҙан айырылып торам тип, үҙебеҙ күңелһеҙ хәлгә тарып, яҡындарыбыҙҙы ҡайғыға һалып ҡуймайыҡ.
Сулпан ВИЛДАНОВА.