Шоңҡар
+16 °С
Дождь
Йәмғиәт
15 Июля , 06:21

Йомороһоҙ тора алмам

“Һыйыры барҙың – һыйы бар”, “Хоҙай аҡтан айырмаһын”, ти башҡорт халыҡ мәҡәл-әйтемдәре. Сөнки һыйыр һөтөнән башҡорттар борон-борондан бик күп аҙыҡ әҙерләгән:

Йомороһоҙ  тора алмамЙомороһоҙ  тора алмам
Йомороһоҙ тора алмам

“Һыйыры барҙың – һыйы бар”, “Хоҙай аҡтан айырмаһын”, ти башҡорт халыҡ мәҡәл-әйтемдәре. Сөнки һыйыр һөтөнән башҡорттар борон-борондан бик күп аҙыҡ әҙерләгән: ҡаймаҡ, ҡатыҡ, айран, һөҙмә, эремсек, ҡыҙыл эремсек, бешкән ҡаймаҡ, май (аҡ май, һары май, сейәле май, күбек май). Ә ҡорот башҡорттарҙың алыштырғыһыҙ ризыҡтарының береһе булған. Халыҡ ижадындағы йомаҡ та быны раҫлай: «Йоморо-йоморо йомарлам, йомороһоҙ тора алмам”.

Этнограф Сергей Иванович Руденко «Башҡорттар» тип аталған хеҙмәтендә лә ҡоротто башҡорттар өсөн мөһим ризыҡ тип яҙа. Ғалим “XX быуат башына тиклем уны Башҡорт иленең көнсығыш яҡтарынан тыш, барлыҡ төбәктәрендә лә етештергәндәр”, ти. 1905 – 1908 йылдарҙа башҡорт ерҙәре буйлап экспедиция ойошторған сағында ҡоротто эшләү рецебын да яҙып алған.
Ҡаҙанда яңы һауылған һөттө ҡайнатып, ҙур табаҡтарға ҡоялар ҙа һыуынғанын көтәләр. Һыуынған һөттөң өҫтөнән күбеген һөҙөп алып, ҡалғанын көбөгә бушаталар. Шунда әсетке өҫтәп әсетәләр. Әгәр ҙә көбөлә алдан әсетке ҡалған булһа, шунда үҙенән-үҙе әсей. Әсегән һөттә эремсекле масса ултырыу менән эркет һыуы һоҫоп алалар. Эремсекте эркет һыуынан һарҡытыр өсөн, ҡаҙанға (аңлауымса эркет тоғо йәғни турпыша) ҡойоп, элеп ҡуялар һәм ҡорот әҙер. Йәш ҡоротто шул көйөнсә лә ашарға мөмкин. Самалап тоҙ һалып, 7-10 см. ҙурлығында йоморо баш әүәләп, ҡояшта ылашта ла киптерәләр.
Башҡорттарҙың башҡа һөйләштәрендә “ылаш” һүҙе “тәрге”, “эләңгес”, “бикләүек”, “сыт”, “мысыу” тигән атамалар менән дә осрай. С.И. Руденко XX быуат башында күргән ылашты түбәндәгесә һүрәтләй:
Ергә ҡаҙалған дүрт ҡаҙыҡҡа буйлатып ике таяҡты бәйләгәндәр йә ботаҡтарына элгәндәр. Ә өҫтөнә үҙ-ара ике бау менән бәйләнгән сыра һалғандар. Ана шуның өҫтөнә ҡорот баштарын теҙгәндәр. Ҡайһы берҙә ҡорот тиҙерәк кипһен тип, (айырыуса тау башҡорттары) ылашты усаҡ өҫтөнә урынлаштырғандар. Ул мәлдә ҡороттоң сите уттың төтөнөнә ыҫланған. Ошо осраҡ ҡайһы бер авторҙар өсөн башҡорттар ҡороттарын ыҫлай тигән һығымтаға килтерә.
Фотолағы ылаш Башҡортостан Республикаһы Милли музейының “ағас” фондында “ОФ 19007” һаны аҫтында һаҡлана. Ул Хәйбулла районының Әбеш ауылында йәшәүсе 1915 йылда тыуған Я. Х. Юнысова тарафынан музейға тапшырыла. Ылашты 1936-1937 йылдарҙа Ш. А. Юнысов йүкә ағасынан эшләгән. Бөтәһе 14 шыма ғына таяҡса, уларҙың оҙонлоғо 97 см., яҫылығы 3 см.
Әбйәлил районының Амангилде ауылында Ылашаянған тигән урын бар. Уның тарихын хаҡлы ялдағы уҡытыусы Сания Яхъя ҡыҙы Мортазина һөйләне: бер ҡатын (йылы билдәһеҙ) усаҡ өҫтөндәге ылашҡа ҡоротон киптерергә һалған да үҙе быҙауын эҙләргә сығып киткән. Ә ҡайтыуына ылашы ла, ҡорото ла янып бөткән. Шул ваҡыттан алып был урындың атамаһы “Ылашянған” тип йөрөтөлә. Сания Яхъя ҡыҙы үҙе лә Амангилде ауылы халҡын тәмле ҡорот менән һыйлай. Ул ҡоротто ыҫлау өсөн ерек ағасы йәки алмағастың олоно ғына яраҡлы ти. Ә ҡайын утыны ҡоротҡа әсе тәм бирә, тигән фекерҙә.
Ҡорот һәм эркет һыуының файҙаһы хаҡында айырым китап яҙырлыҡ. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын дауалаусы, төрлө витаминдарға, айырыуса кальций һәм С витаминдарына бай “башҡорт пенициллины” меңәр йылдар дауамында үҙенең актуаллеген юғалтмай – бөгөн дә бишбармаҡ һәм һурпа ҡоротһоҙ һый өҫтәленә ҡуйылмай.

Ҡоротҡа бәйле һауыт-һаба

Ылаш – (тәрге, эләңгәс, бикләүек, сыт, мысыу) – ҡоротто һалып киптереү өсөн йәш талдан үрелгән, дүрт ҡаҙыҡ өҫтөнә нығытылған йә элеп ҡуйылған ҡоролма.
Ҡулаша (ылаш, ҡолаша, ҡуҙы) – ҡорот һарҡытыу өсөн ҡабыҡтан яһалған ҡулайлама.
Тубал – (мәрке тубал, ситәүкә, ситән, мышау, тоҡ) – ҡабыҡтан үрелгән ҡорот һауыты.
Турпыша – (эркет тоғо, ҡорот тоғо, моҡсай) – киндерҙән тегелгән эркет тоғо.

Һүрәттә:
1) Башҡортостан Республикаһы Милли музейының «ағас» фондында һаҡланған ылаш (авторы – Айгөл Ҡужәхмәтова);
2) С. И. Руденко төшөргән ылаш фотоһы.

Айгөл ҠУЖӘХМӘТОВА,
Башҡортостан Республикаһы Милли музейының этнография бүлегенең ғилми хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас