Шоңҡар
+16 °С
Дождь
Йәмғиәт
17 Июля , 04:16

Хата Хикәйә Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА

– Кит әле, юҡты һөйләмә, фәрештәнең амин тип әйткән сағына тура килеп ҡуймаһын!.

Хата  Хикәйә Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНАХата  Хикәйә Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА
Хата Хикәйә Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА

– Илдус үлгән!..
Көтмәгәндә ишеткән был ауыр хәбәр Әлфиәнең тынын ҡыҫты. Аяҡ быуындары йомшарып, ултырғысҡа ултырҙы.
– Нисек? Әле яңы ғына, һин дә мин йөрөп ята, тип әйткән инең дә!..
– Эйе, әйткән инем. Тик уның хатта ғаиләһенә лә әйтмәгән алама сире булған икән...
Һауа етмәгәс, Әлфиә балконға сыҡты. Тәрән итеп йыш-йыш тын алды. Шунда торған креслоға ултырғас, хәле бер аҙ көйләнгәндәй булды. Рәзиләнең хәбәре уның йөрәгенә бысаҡ булып ҡаҙалды.
– Эх, Илдус, Илдус... – тип ҡабатланы Әлфиә. – Нимә булды һиңә? Ни эшләнең? Аңламайым. Һуңғы ваҡытта аңламаным мин һине.
Күҙ алдына Илдустың һыны, оялсан, йылы, һөйөп ҡараған ҡарашы килеп баҫты. Киске уйынға сыҡҡанда һәр ваҡыт ҡулынан ысҡындырмай күтәреп өйөнә тиклем оҙатып ҡуйыуын бер ваҡытта ла онотманы ҡыҙ.
Күҙҙәренән йәш йылға булып аҡты. Йәшлегендә ысынлап яратҡан беренсе һәм һуңғы һөйөүе бит ул! Өйҙәгеләрҙең күҙенә салынмаҫ өсөн ҡатын балкондың ишеген ябып ҡуйҙы...
Көҙгө төн ҡараңғы. Күктәге иҫәпһеҙ-һанһәҙ йондоҙҙар ергә тейерҙәй булып Йыһан киңлеген иңләп йөҙә.
Әлфиә Илдус менән Рәзилә әхирәтенең тыуған көнөндә танышты. Тыныс холоҡло, һөйкөмлө был егеттең әле яңы армиянан хеҙмәт итеп ҡайтҡан мәле ине. Ә ҡыҙ – 10-сы класс уҡыусыһы. Юғары уҡыу йортона инергә уйлай. Илдус хупланы һөйгәнен:
– Маладис, һин булдырырһың, аҡыллым, – тине. – Әтеү, миңә лә һинең янға Өфөгә юлланырға тура килә инде. Мин һинһеҙ бер көн дә йәшәй алмайым бит, шуны беләһеңме, аҡҡошом?!
– Эйе! Ә миңә һинһеҙ һауа етмәй, ҡыҫыҡ, тынсыу, – тине Әлфиә. – Тик һин алдан борсолмай тор, йәме! Әлегә билдәһеҙ, әллә үтәм, әллә юҡ. Беләһеңме, унда ниндәй ҙур конкурс. Үткән йыл бер урынға ун абитуриент булған, ти! Ә быйыл тағы ла күберәк булыр әле. Ҡайғырма, йәме, бәлки, үтмәм.
– Кит әле, юҡты һөйләмә, фәрештәнең амин тип әйткән сағына тура килеп ҡуймаһын!.. Гел “биш”кә генә уҡыған Әлфиә лә үтмәгәс, кем уҡырға тейеш һуң юғары уҡыу йортонда?!

***

Әлфиә университетҡа уҡырға инде. Илдус ауыл мәктәбендә физрук булып эш башланы. Район мәғариф бүлегендә, ситтән тороп уҡырһың, тип Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы техникумға юллама бирҙеләр. Өфөгә, һөйгәне янына, һәр ял барып йөрөнө. Ҡыҙҙы егет, әсәһе менән күп тапҡыр таныштырырға теләп, өйҙәренә алып ҡайтырға тырышһа ла, ул барманы. Бараһы килмәгәндән түгел, ә әллә нимә ебәрмәй ине. Дөрөҫөрәге, ул ни өсөндөр егеттең әсәһенән ҡурҡты... Ҡаты ла бәрелеп тормай, шулай ҙа нимәлер тота. Әлфиәләргә егет йыш барҙы. Буласаҡ ҡәйнә-ҡайныһына утын ярышты, бесәнгә йөрөштө. Ҡыҙҙың ата-әсәһе бик асыҡ күңелле кешеләр. Илдусты үҙ улдарындай күреп ҡаршы алып, оҙатып ҡалалар ине. Хатта Әлфиәнең әсәһе йәштәргә һиҙҙермәй генә килен һандығы тултыра башланы. Унда ни генә юҡ! Район үҙәгенә барғанда, кейәү йорто тәҙрәләренә ҡормалар тегергә тип, шау сәскәле тауар һатып алып ҡайтып, һандығына һалып ҡуйҙы.
– Ятһын, ашарға һорамаҫ, – тине, ул матур туҡыманы һыйпап. – Ул йәштәргә ышаныс юҡ. Бөгөн килеп өйләнешәбеҙ тиһәләр... Әҙер ятһын.
***

Илдустың әсәһе, улының Әлфиә менән йөрөүен бөтөнләй хупламаны. Әйләнгән һайын:
– Ул ҡыҙ һиңә тиң түгел. Бай ғаиләнән булғас, беҙҙең кеүек хәйерселәрҙе һанға һуҡмаҫтар, күр ҙә тор. Уҡыған ерендә үҙе кеүек уҡымышлы егет менән танышып алһа, һине барыбер тиң итмәйәсәк. Аҙаҡ мин әйтмәне тимә. Шул ваҡыт терһәк тешләрҙәй булырһың, тик һуң булыр. Йә, танауы еҫ белмәҫ элек өйләнешегеҙ, балаһы булһа, башҡаға ҡарарға ваҡыты булмаҫ, тип тә ебәрҙе хатта.
– Һин, әсәй, үҙ аҡылыңдамы? Әлфиә ундай ҡыҙ түгел! Уҡып бөтмәйенсә кейәүгә сыҡмаясаҡ. Ата-әсәһе лә мине һиңә ҡарағанда яҡшыраҡ аңлай.

***

Әсә улын күндерә алмағас, Мөслимә ҡыҙы менән һөйләшеп кәңәшләшергә булды. Ҡыҙ менән әсә бик тиҙ уртаҡ тел таптылар. Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ тигәнде иҫтә тотоп, үҙҙәренсә эшләп тә ҡуйҙылар.
Берҙән-бер көндө Илдусҡа Әлфиәнән тип хат килеп төштө.
“Сәләм Өфөнән! – тип башланған ине ул хат. – Илдус, мине ғәфү ит, һине ярата алманым, икенсе егеткә кейәүгә сыҡтым, ауырлымын. Зинһар, беҙҙе борсома, мин бәхетлемен! Сәләм менән Әлфиә”.
Илдус хатты ҡат-ҡат уҡыны:
– Ышанмайым, ышанмайым... Әлфиә улай эшләмәҫ... Вәғәҙәбеҙҙе, Әлфиә, нисек инде оноттоң?!. “Һин минеке, мин һинеке! Яратам!” – тип сигеп бүләк иткән ике аҡҡошло ҡулъяулығың?.. Юҡ, юҡ, ю-ю-ю-юҡ, был төш! Был насар төш! Хәҙер уянам да был насар төш юҡҡа сығыр...
Егет аяғы аҫтындағы ерҙе лә тоймай күтәрмәгә сығып ултырҙы. Янында кәңәшләшергә бер яҡын кешеһе лә юҡ, исмаһам. Бөтәһе лә:
– Һиңә әсәйең әйтте, иҫкәртте! Аҡыллы, оло кешенең һүҙенә саҡ ҡына булһа ла ҡолаҡ һалырға кәрәк тигән кеүек, – тип “йығылғанды” дөмбәҫләй башланылар...
Илдус урынынан тороп, һарай яғына ыңғайланы. Бесән өйөлгән ҡыйыҡ аҫтына инеп, йөҙө менән ҡапланып йығылып үкһеп иланы. Уның тормошондағы иң оло ҡайғыһы, беренсе һәм һуңғы тапҡыр илауы шул булды. Таң атҡанда өшөп уянды ла өйгә инеп ятты.
Дуҫының:
– Әллә ниндәй хатҡа ышанып арағыҙҙы өҙмә! Бар, күрешегеҙ, һөйләшегеҙ, аңлашығыҙ, – тигән кәңәшен дә тыңламаны.
– Әлфиәнең хаты, уның ҡулы менән яҙылған...
– Оҡшаған почерктар күп була.
– Юҡ! – тине ул өҙә киҫеп...
Илдус башҡа Әлфиә янына барып йөрөмәне бары: “Хыянатсыны мин бер ваҡытта ла ғәфү итмәйәсәкмен!” – тине.

***

Ваҡыт үтә торҙо. Әүәл йыш килеп йөрөгән егетенең ҡапыл юҡҡа сығыуы Әлфиәне борсоуға һалды. Бер-бер артлы хаттар яҙып ебәрҙе, тик улар яуапһыҙ ҡалды... Класташ ҡыҙҙары, Илдус эшенән сығып, ауылдан китте, тигән хәбәр ебәрҙе. Стәрлелә бер ҡыҙға өйләнгән, тигәс, ҡыҙ бөтөнләй баҙап ҡалды... Уҡыуын ташланы, төшөнкөлөккә бирелеп сирләп китте. Хатта дауаханала ятып сығырға тура килде ҡыҙға...
Яйлап тормош үҙ яйына ҡайтты. Әлфиә диплом эшен яҙып бөтөп, уҡыуын тамамлап, ҡулына диплом алғас, иң ауыр көндәрендә янынан китмәй, ярҙам ҡулын һуҙып, дуҫ булып йөрөгән буласаҡ хирург егеткә кейәүгә сыҡты. Улдары тыуҙы... Бөтәһе лә ал да гөл, тик йөрәгенең иң түрендә, беренсе мөхәббәте урынын башҡа бер кем дә яулай алманы.

***

Мөслимәгә ҡустыһының былай китеп барыуы көтөлмәгәнерәк хәл булып сыҡты. Пенсияға сыҡҡас, өйҙә тик ятмайым, тип Илдус һаҡ хеҙмәтенә эшкә барҙы. Теге-был ерем ауырта тип зарланғаны ла булманы. Үҙенә йомолоп, яңғыҙ аҡҡош һымаҡ, үҙенең тыныс күлендә йөҙә бирҙе. Ауырығанын да һиҙҙермәне, дауахана юлын тапағаны ла күренмәне... Шулай берҙән-бер көндө эшендә үлгән дә ятҡан...
Оло кешенең ваҡыты еткәс китеп барыуы ла әллә ни ҙур фажиғә түгелдер. Бөгөнмө-иртәгәме бөтәбеҙ ҙә шунда барабыҙ, тип үҙ-үҙен тынысландырырға тырышты Мөслимә. Тик ҡасандыр эшләгән ҙур ғәйебе өсөн ҡустыһы алдында ғәфү үтенергә тейеш икәнен иҫенә төшөргәс, тәрән көрһөндө. Ҡустыһының бәхиллеген алырға өлгөрмәй, оло гонаһлы булып, ни эшләргә лә белмәй аҙарынып ҡалды. Хәҙер нимә эшләргә?.. Әсәһе ахирәткә киткәндә лә шул тиклем ҡайғырмаған ине... Ә ҡустыһы алдында үҙен ныҡ ғәйепле тойҙо. Иң үкенеслеһе, хәҙер бер ваҡытта ла уның бәхиллеген ала алмаясаҡ...
Әсәйемдең һүҙен тыңланым, әтеү ғүмерҙә лә яҙмаҫ инем мин ул ҡәһәр һуҡҡан хатты... Әлфиә менән Илдустың араһына ла ҡыҫылмаҫ инем. Әлфиәнең яҙған хаттарын утҡа яғып бармаһам, да, аңлашырҙар, килешерҙәр ине, бәлки... Эйе, аңлашырҙар ине. Мөслимә ниндәй ғәфү итмәҫлек хата эшләгәнен әле яҡшы аңланы. Илдустың ҡапыл ғына яҡты донъянан китеп барыуы апаһын утҡа һалды...
Эйе, хаттар түгел, Мөслимә яна ине ут эсендә. Эх, белгән булһам, йығылыр урыныма һалам түшәр инем, ти, халыҡ әйтеме. Терһәкте лә тешләп булмай, буй етмәй! Үҙем ҡустыма, Әлфиәгә хаслыҡ ҡылмаған булһам, бәлки, донъя бер бәхетле парға күберәк булыр ине. Үҙем дә бәхетле була белмәнем, башҡаларға ла ҡамасау иттем, һуңланым. Юҡ, нимәнелер төҙәтеп була түгелме? Әлфиәне күрергә тейешмен. Бәлки, йәнем тыныслыҡ табыр.
Мөслимә ауыр, оҙон юлға йыйынды. Эсенән үҙе ошо һүҙҙәрҙе ҡабатланы:
– Зинһар, ғашиҡ йәндәр, эсегеҙгә йомолмағыҙ, һөйләшегеҙ, аңлашығыҙ, йүгереп ҡасырға ашыҡмағыҙ! Уға һәр ваҡыт өлгөрөп була. Ваҡытында аңлашығыҙ, хаслыҡ ҡылғандарҙың юлын шулай быуығыҙ!

Автор:
Читайте нас