Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
17 Июль , 04:10

Кеше ышанмаҫлыҡ осрашыу

– Һөйләп кенә аңлатып булмаҫлыҡ һуғыш ғәрәсәте, автомат, пулеметтан атыу тауыштары, бомбалар шартлауы...

Кеше ышанмаҫлыҡ осрашыуКеше ышанмаҫлыҡ осрашыу
Кеше ышанмаҫлыҡ осрашыу

Яугирҙәр

“Һуғыш батырҙары” тигән яҙыу,
Унлап фото клуб түрендә,
Улар яуҙан ҡайтып, берәм-берәм
Ерләнгәндәр тыуған ерендә.

Рамдары ла ябай ғына – ағас,
Йөҙҙәре лә етди, һағышлы.
Тик үҙҙәре ябай түгел улар –
Ғүмерлеккә яугир яҙмышлы.

– Илем, ерем, балаларым, – тиеп,
Ярһып атакаға барған һымаҡ,
Таңдан эшкә торҙо, һуң ятты.
Ҡайһылары – сулаҡ, ағас аяҡ,
Кемеһелер ҡултыҡ таяҡлы.

Яуҙан ҡайтмағандың ҡәҙерҙәрен,
Аманатын яҡшы беләләр.
Буш еңдәрен төрөп, туҡ-туҡ атлап,
Өмәләргә алдан киләләр.

Ауылдарҙа етем ителмәне,
Иртәрәк тол ҡалған еңгәләр.
Өмә беҙҙә – мәрхәмәтле йола,
Гөрләп үтә шуға өмәләр.

Һәр йондоҙло өйҙә күмәк бала,
Ете-һигеҙҙән дә кәм түгел,
Ошо яугир балалары менән
Ҡөҙрәтләнде, үҫте Тыуған ил.

Миңә таныш, яҡын был арыған,
Йыйырсыҡлы йөҙлө ағайҙар.
Улар беҙгә үткән йылдар аша
Өмөт менән һынап ҡарайҙар.
Именлекте һаҡлағыҙсы берүк,
Ил, тип түккән ҡан һәм тирҙәребеҙ
Исраф булмаһын, ти ағайҙар.

1912 йылғы атайым тыуған яҡтарына ҡайтып йәшәргә насип булған яугирҙәр араһында өлкәнерәге ине. Шуға ла шиғырымда уларға үҙем дә шулай өндәшкәнгә, геройҙарымды ағайҙар, тип атаным. Беҙгә, фронтовик балаларына, улар менән көндәлек тормоштарында бергә ҡайнап йәшәргә, эшләргә насип булды. Иң намыҫлы, иң ғәҙел, иң тырыш, иң кешелекле, илебеҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырған һоҡланғыс быуын вәкилдәре бөгөнгөләре менән генә түгел, һәр яҡлап ауырлыҡтарҙы еңеү талап иткән киләсәк тормош өсөн дә оло, шәхсән яуаплылыҡ тойоп йәшәй белде. Йылдан-йыл нығыраҡ һағынабыҙ. Бигерәк тә Еңеү көнөн байрам иткән май айында яратып, һағышланып хәтерләйбеҙ яҡындарыбыҙҙы.
Беҙҙең Әлшәй районының 70-ләп кенә йортло Һарыш ауылынан да һәр өйҙән йәше еткән ир-ат һуғышта ҡатнашҡан. Күбеһе яу яланында илебеҙ азатлығы өсөн башын һалған. Ирҙәрен, атайҙарын иҫкә төшөрөп, һығылып илаған апайҙар, инәйҙәр әле лә күҙ алдында.
Быйыл Еңеүҙең 81 йыллығын байрам итәбеҙ. Еңеү яулап ҡайтҡан ауылдаштарымдың береһе лә яҡты донъяларҙа юҡ инде. Улар яуҙа саҡта зар-интизар булып аталарын көткән һуғыш йылдары балалары ла аҙ ҡалды хәҙер. Бер-береһенә ярҙам итешеп, хәл белешеп, ҡунаҡҡа саҡырышып, дуҫ йәшәне ауыл фронтовиктары. Һуғыш хаҡында һөйләшергә яратманылар, киноларына ла һирәк йөрөнөләр.
Атайым менән унан биш-алты йәшкә кесерәк Тимерғәли ағай үҙ туғандарынан да яҡыныраҡ күрҙе бер-береһен. Хужалыҡта ла, эштә лә бер-береһенә ярҙамсылдар. Атайым малсылыҡта эшләне, ә ветеринар һөнәрле Тимерғәли Вәлиәхмәтов ағай, ауылда берҙән-бер матайлы кеше, беҙҙең өйгә тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында килеп инә алған берҙән-бер ҡәҙерле кеше булғандыр. Атайым менән, һәр саҡ булмаһа ла, күбеһенсә ҡосаҡлашып күрешәләр. Ишек алдына сығып көндәлек эштәре хаҡында һөйләшәләр. Тағы ла һуғыш яланындағы мөғжизәле осрашыуҙарын хәтерләйҙәр, йәки өндәшмәй генә уйланып баҫып торалар.
“Әҙәм ышанмаҫлыҡ хәл инде ул”, – ти ике дуҫтың яуҙағы осрашыуы хаҡында әсәйем дә.
– Китсе инде, Хөмәйрә апай, ысынлап та, шулай ҙа булыр икән, үәт, әй. Хоҙай Тәғәләнең бер ҡөҙрәте булғандыр инде был хәл йә иҫән ҡаласаҡтарына бер ишаралыр, – тип аптырай Тимерғәли ағайҙың алсаҡ йөҙлө, үҙе һымаҡ бәләкәй генә буйлы, эшкә уңған ҡатыны Гөлйыһан апай ҙа. – Бер-ике минут осрашыуҙарын ғүмер буйы хәтерләр икән кеше, тип тә ғәжәпләнә. – Икеһенең дә кәрәк саҡта ауыҙҙарынан һүҙ ҙә тартып алып булмаған шымыҡай кешеләр бит әле!
Мин иҫ белгәндән алып яугирҙәрҙе 9 Май көндө ҡатындары менән ҡунаҡҡа саҡыра ине колхоз етәкселәре. Тәүге йылдарҙа ат арбаларына тейәлеп Дим буйындағы ҡыуаҡлыҡҡа сығалар. Аҙаҡ автобустарҙа бара башланылар. Көн буйына уларҙың йырлашҡан, бәхәсләшкән, көлөшкән тауыштарына гөрләп торор ине Дим буйҙары. Ағайҙар фронттан эсергә өйрәнеп ҡайтҡандар шул. Тик мин уларҙың буштан-бушҡа эсеп, боларып йөрөгәндәрен хәтерләмәйем Ә өмәләр күп булды инде, әлбиттә.
Һәр йыл колхоз әҙерләгән Еңеү байрамы табынынан ҡайтҡас, Аҙнағол менән Тимерғәли бер ярты тотоп, икәүләп кенә яңынан Дим буйына төшөп китәләр.
– Ҡара әле, еңгә, беҙҙең яугирҙәр тағы ла әлеге осрашыуҙарын иҫкә төшөрәләрҙер инде, – ти Гөлйыһан апай.
Ә иҫтәлекле осрашыу геройҙарыбыҙҙың үҙҙәренең һөйләүе буйынса ошолай була.
Фин һуғышынан яраланып ҡайтҡан Аҙнағол Миңлеғол улы Юнысов 1942 йылда ғына фронтҡа алына һәм алыштарҙың иң ҡыҙған сағына тура килә. Ете тапҡыр ҡаты яралана, ауыр хәлдә госпиталдәрҙә лә ятырға тура килә.
Пулеметсы рядовой гел алғы һыҙыҡта инде. Төнө буйы ыңғырашып сыҡҡан саҡтары иҫтә.
Бер саҡ Украинаның бер ҡалаһын азат иткәндәге йән аямай барған алышта ҡулбашы ҡаты яралана.
– Һөйләп кенә аңлатып булмаҫлыҡ һуғыш ғәрәсәте, автомат, пулеметтан атыу тауыштары, бомбалар шартлауы... Ерҙәр аҡтарылып күккә күтәрелә, ер менән күк бергә ҡушылып ут эсендә гөрһөлдәй... Һалдаттар ҡысҡыра, ыңғыраша. Уларға санитарҙар, медсестралар ярҙам итеп өлгөрә алмай. Минең дә ҡулбашым ҡаты яраланды. Тупраҡ менән ҡушылып, ҡанға баттым. Хәлемде күреп ҡалған командирҙың миңә ҡысҡырғанын ишетәм, – ти атайым.
– Һин аяғыңда бит. Бар, үҙең йүгер лазаретҡа, күпер аръяғына. – Тупраҡҡа батып, хәлдән тайып, тауышынан ғына танырлыҡ хәлгә килгән командир минең яуапты көтмәй, команда бирә-бирә алға йүгерә.
Йән ҡәҙерле. Иҫтән яҙмаҫ борон барып етәйем лазаретҡа тип, артҡа ҡарай йүгерәм оло тимер күперҙән. Ҡаршыға беҙгә ярҙамға яңы һалдат төркөмдәре ашыға. Уларҙы тиҙләтер өсөн командирҙар ҡысҡырыша. Шартлау, гөрһөлдәү, атыш тауыштары ҡолаҡты ярып бара. Ошондай хәлдә, ни эшләп был уй башыма килгәндер: “Һеҙҙең арала Башҡортостан кешеләре бармы?” – тип ҡысҡырҙым. Белеп торам бит инде: кем ишетһен бындай ғәрәсәттә минең ҡарлыҡҡан тауышты. Һуғыш яланы киң, фронттар күп, яҡташтарҙың булыуы ла икеле. Ни ғәжәп йөҙләгән атакаға ташланған кеше араһынан кемдер ишетте бит. Бәләкәй генә буйлы бер һалдат минең яҡҡа ҡайырылып: “Мин Башҡортостандан, ә һин кем?” – ти. Мине танырлыҡ түгел бит инде: тупраҡ ҡатыш ҡанға батҡанмын. Ҡан атылған ҡулбашымды ҡулым менән ҡапларға тырышам, артҡа табан йүгерәмен. Өнөммө, төшөммө: алдымда ауылдашым Тимерғәли пәйҙә булды. Уны асыуланып, ҡысҡырышып алға этәрәләр арттан йүгергән һалдаттар. “Ауылдашың Аҙнағол ағайың бит”, тим. Ул һүҙ ҙә өндәшә алмай аптырауынан. Ҡосаҡлаштыҡ. Кем иҫән ҡайта, шул ҡайҙа, нисек осрашҡанды һөйләй, ғаиләһенә ярҙам итә. Бер-беребеҙгә шуны ғына әйтеп өлгөрҙөк. Тимерғәлиҙе атака барған яугирҙәр тулҡыны гөрһөлдәгән ут эсенә алып инеп китте. Ысынлап та, ғәжәп бит: икһеҙ-сикһеҙ яу яландарының береһендә барған алышта төрлө йылдарҙа яуға киткән ике ауылдаштың осрашыуы?!
Шөкөр, ҡаты яраланып булһа ла, ике яугир ҙә иҫән ҡайта тыуған ерҙәренә. Ғүмер буйы илде аяҡҡа баҫтырыу өсөн көс түкте, тырышып донъя көттө, өй тулы балалар үҫтереп, лайыҡлы тормош юлына сығарҙы улар. Полкташ булып, бер окопта ятмаһалар ҙа, ошо мөғжизәле осрашыу уларҙы ғүмерлеккә дуҫ-туған яһаны.

Мәңгелек ут

Батырҙар һәйкәле...
Мәңгелек ут яна.
Шул һәйкәл янында
Кешеләр тын ҡала.

Батырҙар һәйкәле
Граниттан һалынған.
Ә уға алтынлап
Исемдәр яҙылған.

Исемдәр бит бер саҡ
Һалдаттар инеләр,
Тыуған ил, ер өсөн
Уттарға инделәр.

Ҡаһарман йөрәктәр
Һүнмәне юҡ булып.
Улар бит ҡабынды
Мәңгелек ут булып.

Бер нисә йыл элек ауылыбыҙ уртаһында яугирҙәр хөрмәтенә обелиск асылды. Был исемлектә Аҙнағол Юнысов менән Тимерғәли Вәлиәхмәтовтарҙың да исемдәре бар.

 


Гөлфиә ЮНЫСОВА,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Автор:
Читайте нас