

Һәләтле уҡыусы Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 3-сө Башҡорт лицей-интернатында белем ала. Ул илдең милли йыйылма командаһы составына инеп кенә ҡалманы, ә донъя кимәлендәге абруйлы ярышта үҙенең төплө белемен раҫлауға ла өлгәште.
Стәрлетамаҡ ҡалаһынан IX класс уҡыусыһы Руслан Әминев Ҡытайҙа үткән IX Халыҡ-ара IEO-2026 иҡтисади олимпиадаһында көмөш миҙал яуланы. Был сара донъя кимәлендә иң абруйлы интеллектуаль ярыштарҙың береһе һанала, быйыл унда 62 ил ҡатнашҡан.
Биш уҡыусынан торған Рәсәй йыйылма командаһы бик лайыҡлы сығыш яһап, биш награда – өс бронза һәм ике көмөш миҙал яулауға өлгәшкән. Еңеүселәр араһында беҙҙең Стәрлетамаҡ егетенең дә булыуы – ҙур ҡаҙаныш һәм ғорурлыҡ.
Руслан Әминев 3-сө Башҡорт лицей-интернатында белем ала. Ул илдең милли йыйылма командаһы составына инеп кенә ҡалманы, ә донъя кимәлендәге абруйлы ярышта үҙенең төплө белемен раҫлауға ла өлгәште.
Үҫмерҙе ҙур еңеүе менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Ул уның остазы Руслан Ғабдрахмановтың да хеҙмәтен юғары баһаланы. Шулай уҡ төбәк етәксеһе һәләтле уҡыусыларҙы үҫтереү йәһәтенән “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәге алып барған эшмәкәрлекте лә билдәләне.
– Русланды, уның ата-әсәһен, педагогтарҙы һәм бөтә Рәсәй йыйылма командаһын ҙур еңеү менән ҡотлайым. Был уңыш – беҙҙең Башҡортостанда иң яҡшы, сағыу, талантлы һәм маҡсатлы йәштәр булыуын тағы ла бер тапҡыр раҫлай. Ғорурланабыҙ! – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.