Шоңҡар
+25 °С
Ясно
Йәмғиәт
20 Июля , 10:00

Рәхмәтле булыу сере

Ниндәй генә гонаһтарға ғәйепләмәгән ине ул мине?! Бер тапҡыр ярҙам итә алмаған өсөн барлыҡ изгелектәрем юҡҡа сыҡҡайны.

Рәхмәтле булыу сереРәхмәтле булыу сере
Рәхмәтле булыу сере

Элек бергә эшләгән коллегам менән, эштән китһәм дә, аралар өҙөлмәне. Хәл белешеү, байрамдарҙа ҡотлашыу интернет селтәрендә дауам итте. Ә ярҙам кәрәккәндә ул һәр ваҡыт шылтырата ине. “Әсәйҙәр көнөнә сценарий яҙғайным, ҡарап ҡына сыҡ әле...” “Балаға инша яҙырға ине...” “Ошо һүҙ башҡортса нисек була әле?..” “Шул-шул шағирҙың ижадына ҡыҫҡаса анализ яһарға ине...” Эшем яҙыу-һыҙыу, әҙәбиәт менән бәйле булғанға, уның үтенестәре бер ваҡытта ла ауырлыҡ тыуҙырманы – ярҙам иттем. Тик береһендә юлда инем, хәлемде аңлатып яуап яҙыр өсөн дә мөмкинлек булманы. Икенсе көнө шылтыратҡанында яуап бирә алманым. Аҙаҡ унан килгән СМС-хәбәренән саҡ ултыра төшмәнем. Ниндәй генә гонаһтарға ғәйепләмәгән ине ул мине?! Бер тапҡыр ярҙам итә алмаған өсөн барлыҡ изгелектәрем юҡҡа сыҡҡайны. Тәүҙә асыуландым. Ярар үҙенән дә яманыраҡ яуап яҙып өлгөрмәнем – ваҡыт юҡ ине. Ә аҙаҡ, тынысланғас, уйға ҡалдым: үҙем дә уның кеүек түгелменме ни? Ғөмүмән, беҙ рәхмәтле була беләбеҙме һуң? Изгелек күрһәткәндәрҙе рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алабыҙмы?
Ошо мәлдә бер хикәйәтте лә иҫкә төшөрөү кәрәк. Күктәге ике фәрештәнең береһе һәр ваҡыт ял итә, ә икенсеһе көнө-төнө ер менән күк араһында тегеләй-былай сабып йөрөй икән. “Бер ҙә ял итмәйенсә нимә эшләп йөрөйһөң һин?” – тип һорай икән беренсеһе унан. “Мин кешеләрҙең “Аллаһы Тәғәләм, зинһар, ярҙам ит” тигәне һайын яндарына төшәм бит, – тип яуаплаған уныһы. – Ә һин ниңә эшһеҙ ятаһың?” “Минең эшем әҙәм балаларының “Аллаһы Тәғәләм, рәхмәт һиңә...” тип әйтелгән һүҙҙәрен башлана шул”, – тигән беренсе фәрештә.
Бәхет асҡысы – рәхмәтле булыуҙа, тип әйткән хәҙис тә бар. Әйҙәгеҙ, ҡыҙыҡ өсөн генә аҙнаның бер көнөн ошо һүҙгә һәм хискә арнап ҡарағыҙ. Атай-әсәйегеҙҙең һеҙгә ҡарата ҡылған һәр ғәмәленә (үҙҙәре тапҡан – аҫрарға тейеш, тип түгел), тормош иптәшегеҙгә (уның бурысы шул, тимәгеҙ), дәрес үткәргән уҡытыусыға, дауалаған табипҡа, тейешле урынға алып килгән таксисҡа (бының өсөн аҡса түләһәң дә, иҫәпләшмәй генә), уйламағанда ярҙам иткән кешегә (унан кем ярҙам һораны, тип асыуланмағыҙ) һәм башҡаларға – барыһына ла ихлас күңелдән рәхмәт әйтегеҙ. Был турала һүҙ башлағас, бер хеҙмәттәшем: “Беҙ улай сөсөләнеп өйрәнмәгән. Рәхмәт хистәре күңелдә йәшәй, һүҙ менән әйтеү кәрәкмәй”, – тине. Ә кеше һеҙҙең күңел төпкөлөндә нимә ятҡанын ҡайҙан белһен? Шатлыҡ өсөн бер һүҙ йәлме ни беҙгә?!
Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр, тигән мәҡәл юҡҡа ғына әйтелмәгән. Психологтар был һүҙҙең энергетикаһы, ҡеүәте көслө булыуын дәлилләгән. Кешегә тейеш булғанынан ун тапҡырға арттырып рәхмәт әйтәһең икән, бер аҙҙан ул йөҙ тапҡырға арттырып изгелек эшләйәсәк, тиҙәр. Британияның билдәле психологы Майкл Раттер ҡасандыр, “Рәхмәтле булыу законы” тигән теорияһы менән сығыш яһап, билдәлелек яуланы. Уның теорияһы ябай ғына: махсус дәфтәр булдырып, кешегә кәм тигәндә 30 пункттан торған рәхмәт һүҙҙәрен яҙыу. Шул уҡ ваҡытта ул кешеләргә ҡарата үҙегеҙ ҡылған изгелектәрҙе иҫәпләргә ярамай.
Психологтың күҙәтеүе буйынса, кешеләр эргә-тирәһендәге кешеләрҙең изгелек­тәренә күҙ йомоп ҡарай икән. Ғүмер буйы дуҫ булған әхирәтенә, тормош көткән иренә уларҙың рәхмәт әйтер сәбәптәре бик аҙ табыла. Йәғни күптәр бирергә түгел, ә ҡабул итергә генә өйрәнгән. “Башҡа нимә яҙырға белмәйем”, – тигәндәргә Майкл Раттер: “Ул һеҙҙе тыуған көнөгөҙҙә йәки Раштыуала ҡотлап, изге теләктәрен еткерәме? Бурысҡа аҡса биреп торҙомо? Барғаныңда тәмле сәй менән һыйланымы?” – тип һорай. Яуаптар уның үҙен дә хайран ҡалдыра. “Ҡотланы, әммә бүләк бирмәне. Бурысҡа биргән аҡсаһын ҡайтарып бирҙем. Ә сәй янына ҡуйған печеньелары тоҙло ине!”
– Бындай мөнәсәбәт менән һеҙ бер ҡасан да бәхетле була алмаясаҡһығыҙ, – ти ул пациенттарына, яуаптарҙы ишеткәс.
Рәхмәтле булыу нисек эшләй һуң? Ысынбарлыҡта, барыһы ла ябай ғына, мөғжизәнең эҙе лә юҡ. Физика закондары буйынса, беҙҙең һәр уйыбыҙҙың үҙенә айырым бер йышлығы бар. Радионан билдәле бер тулҡынды эҙләгән кеүек, беҙ үҙебеҙ уйлаған кешене “эҙләп” табабыҙ һәм уға вибрациялар ебәрәбеҙ. Һәм ул тибрәлештәр автомат рәүештә һин уйлаған кешенең вибрациялары менән бер тулҡынға көйләнә. Һин ебәрәһең, ә ул шул тулҡынды ҡабул итә һәм яуап бирә. “Тулҡындарың” насар уйҙарҙан, асыу-нәфрәттән тора икән, һиңә төбәлгән “тулҡындар” ҙа насарлыҡ, асыу булып ҡайтасаҡ. Ә рәхмәттән генә торғанда, үҙең дә рәхмәт “тулҡынына” ҡойонаһың.
Үрҙә яҙған “Рәхмәт дәфтәре” һеҙгә ауыр саҡта ярҙам итәсәк. Мәҫәлән, ирегеҙҙең бер ҡылығы һеҙҙе сығырығыҙҙан сығарҙы икән, ти. Эстәге асыуығыҙҙы сығарыр алдынан шул дәфтәрҙе алып, уның быға тиклем эшләгән изгелектәрен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Бер йәки ике ҡылыҡ өсөн барлыҡ яҡшылыҡтарҙы юҡҡа сығарырға кәрәкме? Ә һүҙ артынан һүҙ сығып, талаш олоға китеп, айырылыуға сәбәп булыуы ла бар бит әле. Һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ.
Ғөмүмән, ир менән ҡатын бер-береһенә энергетик канал менән бәйләнгән. Ирегеҙҙең (ҡатынығыҙҙың) кәмселек­тәренә генә иғтибар итәһегеҙ икән, ул быны, әлбиттә, һиҙә һәм уның да күңеле һеҙгә ҡарата насарға көйләнә. Ҡыҙғаныс, беҙ яҡындарыбыҙҙың ниңәлер кәмселектәрен йышыраҡ күрәбеҙ (әйтерһең, үҙебеҙ идеал). Ә өҫтөнлөктәрҙе, ыңғай яҡтарҙы “шулай тейеш” тип кенә ҡабул итәбеҙ. Гөлләмәләргә лә тәүҙәрәк иҫебеҙ китеп ҡыуанабыҙ, бер аҙҙан ҡыуанған булып ҡыланабыҙ, аҙаҡ инде рәхмәт әйтергә онотабыҙ, хатта кәмселек тә табабыҙ. Имеш, рауза сәскәһе һулый башлаған, лилиәләрҙең төҫө килешмәй, аҡсаны әрәм иткән һәм башҡалар. Ә ир кеше күңеле менән йылы һүҙ көтә.
Ошо урында тағы ла бер кәңәш еткерергә теләйем: рәхмәтте әйтергә генә түгел, ә ҡабул итә белергә лә кәрәк. Йыш ҡына шундай күренешкә тап булырға тура килә: кемдер ихлас рәхмәт әйтә башлаһа, икенсеһе уны тыңлап бөтмәй бүлдерә башлай: “Юҡ, мин ни, бер ауырлығын да күрмәйем... Уны ғына инде...”
Биргән бүләктәрҙән дә баш тартып, күңелен ҡыялар. Ә бит йылмайып ҡына: “Рәхмәтегеҙгә рәхмәт! Һеҙгә файҙа килтерә алыуыма шатмын. Рәхмәттәрегеҙ үҙегеҙгә лә изгелек булып, әйләнеп ҡайтһын, иншаллаһ!” – тип әйтеү күпкә мәҙәниәтлерәк булыр. Биргән бүләкте ҡабул итеү ҙә хилаф түгел, әгәр ҙә ул ҡиммәтле булмаһа.
Өфө психологы Әлиә Әбсәләмованан “Рәхмәт дәфтәре” буйынса бер нисә кәңәш:
♦ Тирә-йүндәгеләргә рәхмәтле булыу кешегә файҙалы – был энергия уның үҙенә кире артып ҡайта: муллыҡ килә, яңы мөмкинлектәр асыла. Ә башҡаларға бындай ресурстар ябыла.
♦ Был дәфтәрҙе ситтәр уҡымаясаҡ, шуға ла ялағайланыу тип ҡабул итерҙәр тип ҡурҡырға кәрәкмәй.
♦ Бер кешегә 30 тапҡыр рәхмәт һүҙҙәре яҙҙығыҙмы? Хәҙер көн һайын ундай кешеләрҙе арттырығыҙ. Шул саҡта һеҙ үҙегеҙгә ҡарата изгелекле булған кешеләрҙең күплеген күреп, үҙегеҙ ҙә шатланырһығыҙ.
♦ Рәхмәт һүҙен һәр ваҡыт Аллаһы Тәғәләгә әйтеүҙән башлағыҙ. Бөгөнгө матур көн, һеҙҙең иҫән-именлек – рәхмәтле булыу “ҡайтауазы”ның иң тиҙ әйләнеп ҡайтҡан осрағы.
♦ Рәхмәтле булмаған кешеләрҙән яҡындары ситләшә икәнен онотмағыҙ.
♦ Кемдеңдер насарлыҡтарын, һеҙгә ярҙам итә алмаған осраҡтарын иҫкә алып, асыуланып ултырғансы, ярҙам һорап доғалар ҡылығыҙ – файҙаһы күберәк була.
Изгелек – изгелеккә нигеҙ, тигән әйтем бар. Ә изгелеккә иң яҡшы яуап – ихлас күңелдән әйтелгән рәхмәт һүҙе. Шул турала онотмай, һәр көнөбөҙгә, шул көндә осраған һәр кешегә, ҡылған изгелектәргә рәхмәтле булып (тимәк, бәхетле лә булып), ғүмер кисерәйек.

Нургөл ШӘРИПОВА.

Автор:
Читайте нас