Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Йәмғиәт
20 Июля , 09:52

Һуңлап килгән үкенес Хикәйә Хәмзә ИШДӘҮЛӘТОВ

Бер көн элек мунсаға әйткән инек, мунса инеп таҙарынып сыҡты. Һандыҡ өҫтөндә хәйерлек тигән таҫтамалдары, яулыҡтары, ҡулъяулыҡтары, аҡсаһы ла ята ине. Әллә үлерен һиҙҙе микән?

Һуңлап килгән үкенес Хикәйә Хәмзә ИШДӘҮЛӘТОВҺуңлап килгән үкенес Хикәйә Хәмзә ИШДӘҮЛӘТОВ
Һуңлап килгән үкенес Хикәйә Хәмзә ИШДӘҮЛӘТОВ

– Эйе, көттө һине әсәйең мәрхүмә, көттө, Хәниф ҡустым, зарығып йәй буйы көттө, урамдан кермәне. Ҡапҡағыҙ төбөндәге түмәр өҫтөндә ултырып, күҙҙәре талғансы түбән яҡты, юл өҫтөн күҙәтте. Ауыл осонда атлы, машиналы, йә йәйәүле кеше күренһә, талпынып ҡош булып осоп китерҙәй булып, ултырған урынынан бер ҡалҡынып, бер тороп, ҡулдарын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, тыны менән тартып алырҙай булып, түҙемһеҙлек менән күҙәтте. Кис ҡояш байып, көтөү таралып, эңер төшкәс кенә өйөнә инә торғайны. Көҙ еткәс тә, ҡара һыуыҡтар башланғансы шул көндәлек урынында ултырҙы. Почта таратыусыға ла, ҡош телендәй, генә булһа ла берәй хат юҡмы, тигәндәй тилмереп ҡарай торғайны. Хәйер бер-ике хатың килгәйне. Мин үҙем уҡып ишет­терҙем. Бер хатыңда, көҙгә ваҡыт табып ҡайтып әйләнермен әсәй, минең өсөн борсолма, тип яҙған инең. Нишләптер ҡайтманың?
“Шулайҙыр инде, ҙур ҡалала, ҙур хужа булып эшләгәс, ваҡыты ла бик самалылыр инде...” Әсәйең, мәрхүмә Зәбиҙә апайҙы әйтәм, ҡыуанып, йәшәреп киткән кеүек булды ошо хатты алғас. Таҙа булһа ла өйөн йыуып, тәҙрә быялаларын һөрткөләп, ишек алдын һепереп, ҡыйшая башлаған ҡапҡа бағанаһын кемгәлер әйтеп, турайтып йүнәттерҙе.
“Хәниф улым ҙур хужа булып эшләй, бәлки, бергә эшләгән дуҫ – иштәре менән бергә килеп төшөрҙәр. Иптәштәре алдында уңайһыҙланыр балам”, – тигән булды. Ҡыш еткәс, соландағы өҫтәлен өйгә кереттереп, урындыҡ эргәләп, тәҙрәгә яҡынайтып ҡуйҙыртты.
“Миңә сәй эскәндә оло юлды, ауыл осон күҙәтергә уңайлы була”, – тигән булды мәрхүмә. Хәл ҡәҙәре ярҙам иттем инде Зәбиҙә апайға. Йылғанан бер күнәк һыуҙы үҙебеҙгә алып ҡайтһам, бер күнәк уға алып килдем. Мин дә бит хәҙер һыңар ҡул ҡалдым, береһе шыпа ла эшкинмәй. Һул ҡул менән бер нәмә лә тотоп булмай, – тип еңенең төймәһен ысҡындырып, сибек кенә булып ҡалған ҡулын күрһәтте күрше йәшәгән Фәһим бабай.
Хәниф башын түбән эйеп, эйәген устарына терәгән килеш, ҡарт һөйләгән һүҙҙәрҙе ярым-ярты ишетеп тыңланы. Уның күҙ алдына ошо өй ихатаһында йүгереп йөрөп үҫкән ғәмһеҙ бала сағы, әсәһенең иртәле-кисле һыйыр һауып малдарҙы көтөүгә ҡыуыуы, кис бергә көтөү ҡаршылауҙары, үҙенсә генә бер моң сығарып геүләгән сепарат тауышы ҡолағына сағылғандай булды, уйҙары буталды. Ул күҙҙәрен бер йомдо, бер асты, үҙе лә һиҙмәҫтән танауын мыш-мыш тартты. Фәһим ҡарт йыуатҡандай:
– Ни хәл итәһең инде, Хәниф улым, Хоҙайҙың яҙғаны шунан ғибәрәт булғандыр инде, – тип үҙ алдына һөйләнде.
– Әйҙә бик кисләп китмәҫтән зыяратҡа, әсәйеңдең ҡәберлегенә барып киләйек, бик кискә ҡалырға ярамаҫ, – тине.
Хәниф ауырлыҡ менән урынынан торҙо ла:
– Әйҙә, улайһа барып киләйек, – тип Фәһим ҡарттың артынан эйәрҙе.
Фәһим бабай юл буйы үҙенең хәбәрен теҙҙе:
– Зәбиҙә апайҙы ерләргә бар ауыл килде тиһәм дә, яңылыш булмаҫ. Хәйер ауылда борондан, мәрхүмде һуңғы юлға оҙатыуҙы һәр кем үҙенең изге бурысы тип һанай, әйткәнде көтмәйҙәр. Ҡатын-ҡыҙ булһынмы, аяҡтан йөрөгән ҡарт-ҡоро, зыярат ҡапҡаһына еткәнсе оҙатып киләләр. Зәбиҙә апай изге күңелле, йомарт, асыҡ йөҙлө, абруйлы булды, урыны йәннәттә булһын инде мәрхүмәнең.
Хәниф, зыярат ҡапҡаһына килеп еткәс кенә һиҫкәнеп киткәндәй, түбән эйеп килгән башын күтәреп тирә-яғына, зыяратты уратып кәртәләгән ҡоймаға күҙ йүгертеп ҡараны. Фәһим бабай зыярат ҡапҡаһын асып эскә табан үтте лә:
– Әйҙә, үт, бына ошонда булды инде әсәйеңдең мәңгелек йорто, – тип ҡара тупраҡ өйөмөнә ымлап күрһәтте. Хәниф тамағына килеп тығылған төйөрҙә көскә йотоп ебәрҙе. Күҙҙәренән тәгәрләп төшөп килгән йәшен бала сағындағы кеүек еңенең осо менән һөрттө лә, асыҡ ҡапҡанан эскә табан үтте. Ҡәбер тупрағы өйөмөнә, ҡәбер ташы урынына ҡуйылған ағас бағанаға ялпаҡлап сабылып, йәшел буяу менән яҙылған яҙыуға ҡарап, тын алырға ла ҡурҡып, таш һын кеүек ҡатты. Йөрәгенең дөп-дөп итеп типкәнен тыңлаған кеүек, тәрән уйға ҡалып бер аҙ баҫып торғас, ҡәбер тупрағы өйөмө эргәһенә сүкәйеп ултырҙы ла, күҙ йәштәренә ирек бире. Усына йомарлап тупраҡ алып ҡәберлек өҫтөнә һалды ла һалды, туҡтай алмай һулҡылданы. Ситтән ҡарағанда оло кешенең тупраҡты устарына алып һибеүе, үҙенең һулҡылдап, тауыш-тынһыҙ илауы, бәләкәй баланың нимәгәлер үпкәләп илауын, ҡом өйөмөндә уйнауын хәтерләтә ине.
Фәһим бабай йәнәшә тубыҡланып ултырҙы ла, аят уҡыны. Уҡығас, бер аҙ уйланып ултырҙы ла: “Илаһын, эсендә төйөр булып ятмаһын. Күҙ йәше ҡайғыны һыпырып ташламаһа ла, бер аҙ еңеләйтә”, – тип фаразланы. Улар әйләнеп ҡайтҡанда, ҡояш байырға ла күп ҡалманы. Ауыл осонда туҙан туҙҙырып килгән көтөү күренде. Фәһим ҡарт Хәнифте үҙҙәренә саҡырҙы. Сәй эскәс, тышҡа саф һауаға сығып, нигеҙ буйына ҡуйылған эскәмйәгә ултырҙылар.
Хәнифтең ҡолағына күптән онотолған, әммә таныш моң, һөт тамсыларының күнәккә бәрелеп, тыж-тыж иткән тауышы салынды, былай ҙа моңһоу күңелен тағы ла ҡуҙғытып ебәрҙе. Уйҙары йылдар төпкөлөндә тороп ҡалған бала сағына әйләнеп ҡайттылар, күҙҙәренә йәш төйөлдө. Илап ебәреүҙән уңайһыҙланып бер нисә тапҡыр тамағын ҡырып алды. Ярты төн еткәнсе һөйләшеп ултырҙылар. Күберәк Фәһим бабай һөйләне йә ҡала тормошон һорашты. Вертолет заводы менән ҡыҙыҡһынды. Хәниф “эйе”, “юҡ”, “төрлөсә инде“ тип теләр-теләмәҫ кенә һүҙгә ҡушылды. Фәһим ҡарт:
– Зәбиҙә апай, ҡапҡағыҙ төбөндә көн дә ултырған урынында йән биргән. Ҡараңғы төшкәс, ниңә өйөнә инмәй икән тип эргәһенә килеп өндәшһәм, тауыш бирмәй, ҡулдарын тотһам, һып-һыуыҡ. Баҡсағыҙҙың кәртәһенә арҡаһын терәгән дә ҡараштары менән һаман юл өҫтөн байҡағандай йән биргән мәрхүмә. Өҫтөндә матур биҙәкле күлдәге, аяғында өр-яңы йылтыр калуш. Бер көн элек мунсаға әйткән инек, мунса инеп таҙарынып сыҡты. Һандыҡ өҫтөндә хәйерлек тигән таҫтамалдары, яулыҡтары, ҡулъяулыҡтары, аҡсаһы ла ята ине. Әллә үлерен һиҙҙе микән? Һиңә телеграмма һуҡҡан инек, алмағанһыңдыр, ахыры, ниңәлер ҡайтманың? Әллә телеграмма барып етмәнеме икән тип аптыраштыҡ. Әллә, командиров­кала-фәлән булдыңмы?
Хәниф тамағына килеп төйөлгән төйөрҙө көскә йотоп ебәрҙе лә:
– Кисә күрше фатирҙа йәшәгән ирҙе осраттым, ул почта йәшнигенең ярығынан яҙа-йоҙа ниндәйҙер телеграммаға оҡшаған ҡағыҙҙы күреүен әйтте. Мин эштән ҡайтышлай һәр ваҡыт йәшникте асып ҡарайым. Ул буш ине. Ҡатынымдан телеграмма тураһында һорағайным:
– Ниндәй телеграмма булһын, башымды ҡатырма, бер ниндәй ҙә телеграмма юҡ ине, ҡасан, кем күргән, кем әйтте? – тип үҙемә һорау артынан һорау яуҙыра башланы.
Хәниф Фәһим ҡартҡа дөрөҫөн әйтә алманы, теле әйләнмәне. Тимәк, Миңлегөл миңә үсләшеп юҡ иткән ул телеграмманы. Ул бит эштән иртә ҡайта. Бына хәҙер генә ул ҡатынының ниндәй ҡара эсле, әшәке икәнлеген аңлап таң ҡалды. Ниндәй ярамаҫлыҡ хаслыҡ ҡылды икән ҡатыны алдында. Әҙәм башына һыймаҫлыҡ хәл бит. Тот та телеграмманы күрһәтмә, йомарлап ҡый-һай күнәгенә ташла. Ул бит театр йә киноға барыу билеты түгел. Тыуған йортҡа кис менән инергә ниңәлер күңеле төшмәне. Бала сағындағы кеүек нимәнәндер шомланды. Хәҙер унда индең ни ҙә, инмәне ни. Кем көтә унда? Әҙер урынға ятҡас та йоҡлай алмай, таң атҡансы уйҙарының осона сыға алманы. Хәниф әсәһенең ваҡытһыҙ был донъянан китеүенә үҙен ғәйепле һанай ине. Атаһы Ғәлимйән ағай иртә китте был яҡты донъянан, йөрәк өйәнәгенән вафат булды. Хәнифкә барлығы ете генә йәш ине. Әсәһе, һоратыусылар булһа ла, ҡабат кейәүгә сыҡманы, ғүмерен үҙенең яратҡан эшенә – балалар уҡытыуға бағышланы. Хәниф Өфө авиация институтына уҡырға ингәс, биш йыл буйы бер ниндәй ҡыйынлыҡтар күрһәтмәй, уҡытып сығарҙы.
– Нимәгә кәрәк булды икән йыл да ул ял йорто? Отпуск алғас, ауылға ҡайтып әйлән бит инде, ике-өс көнгә булһа ла. Унан дүрт яғың ҡибла, теләгән ергә кит. Ҡатынының һүҙенән сыға алманы шул, йомшаҡ характерлы булды. Ҡаршы килһә, ҡатынының күңелен ҡырыуҙан уңайһыҙланды. Әсәһе һаулығына зарланмай ҙа кеүек ине. Үҙен-үҙе ҡарап тигәндәй донъя көттө, ҡош-ҡорт аҫраны. Хәниф һирәкләп булһа ла аҡса ебәреп торҙо. Әммә үҙенең вайымһыҙлығы арҡаһында ауылына, уның өсөн өҙгөләнгән ғәзиз әсәһе янына ҡайтып килергә ваҡыт тапманы. Биш-алты йыл үтеп киткәндер һуңғы тапҡыр ҡыҫҡа ғына ваҡытлы ҡайтып китеүенә. Һағыш кешене һарғайта, һау кешене ауырыуға һабыштыра, аҡылынан яҙырлыҡ хәлгә еткерә, тиҙәр бит. Әсә күңеле нескә, берҙән-бер улы Хәниф өсөн йәнен бирерҙәй булып йәшәне. Тик Хәниф уны һуң, донъяла иң ҡәҙерле ғәзиз кешеһен юғалтҡас ҡына, аңланы. Эш, карьера, завод тип ҡай саҡ төн йоҡоһон йоҡламаны. Әммә йыл да ҡатыны ғаиләһе менән ял йортона барып ял итеп ҡайтырға онотманы. Отпускыһының ҡалған көндәрен дачаһында, дуҫтары менән күңел асып үткәрҙе йә балыҡҡа йөрөнө. Ҡатыны Миңлегөлгә:
– Әйҙә ҡышҡа әсәйҙе үҙебеҙгә алып ҡайтайыҡ, дүрт бүлмәле фатирыбыҙҙың бер бүлмәһендә йәшәр, йәйгә, теләһә, ауылға кире алып ҡайтарырбыҙ, – тип һүҙ башлағайны, ҡатыны:
– Улайға китһә, минең дә атай, әсәйем бар, мин дә уларҙы алып киләм, әллә уларҙың бар уңайлыҡтары булған ҡала фатирында йәшәгеләре килмәҫ тиһеңме, – тип ҡаршы төштө.
– Улар яңғыҙ түгелдәр бит. Улы, килене ҡарамағында йәшәйҙәр.
– Ауыҙыңды ла асма, башыңа ла алма, быға тиклем ҡалала йәшәмәгән бит. Ауылда ла уға насар түгел, түшәктә ятмай бит, күрше-күләне хәлен белеп торалар, – тип Хәнифкә фекерҙәрен әйтергә лә бирмәне. Улай ғына түгел – аҙна буйы үсегеп, бүлмәлә тырт-мырт баҫып йөрөнө. Әйтерһең, Хәниф хилафлыҡ ҡылып, ярамаған эш эшләгән. Хатта ашарға ла бешермәне. Хәниф иртән сәй, төш завод ашханаһында тамаҡ ялғаны. Кискә ҡоро-һары менән туҡланды. Уларҙың араһынан һалҡын ел үтте. Хәниф башҡаса ул турала һүҙ ҡуҙғатманы. Хатта үҙен ҡатыны алдында уңайһыҙ хәлгә ҡалған кеүек тойҙо. Үҙенең көсһөҙлөгөнә, ир булып хужа була алмағанына ғәрләнде. Юҡ, ул үҙен йомшаҡ характерлы тип иҫәпләмәй. Ҙур заводта ҙур цехты етәкләй. Ябай инженерҙан өлкән инженерға, унан цех хужаһына тиклем күтәрелде. Коллективта ла, завод администра­ция­­һында ла абруйы ҙур. Үҙенең ҡул аҫтындағы эшләгән эшселәр менән дә, инженерҙар менән дә һүҙгә килешкәне юҡ. Эш барышында төрлө сәбәптәр булды, әммә ул бер кемгә лә тауыш күтәргәне, кемделер ғәйепләгәне булманы. Ә бына Миңлегөлө алдында ул эш боҙған ғәйепле малай кеүек ҡаршы һүҙ әйтә алмай. Сөнки ул тауыш күтәрергә, үҙенең һүҙен һүҙ итергә тигән принципты ҡуйғаны булманы.
Таң һыҙыла башлағас, уянып, ҡарттар менән тороп йорт алдына сыҡты.
– Һин әллә йоҡламаның да инде, тегеләй-былай борһаландың, ят ерҙә үҙемдең дә холоҡ шулай, – тип Фәһим ҡарт өйҙөң асҡысын ҡулына тоторҙо.
– Әйҙә, тыуған йортоңдо асып кер, кисә һиңә әйтергә ҡыйманым, үҙе беләлер әле тигән уйҙа ҡалдым. Өйгә ингәс, Хәниф ҡараштары менән өйҙөң эсен байҡаны. Барыһы ла нисек булған, шул килеш, үҙгәрешһеҙ, тик бына ҡаршыһына бер кем дә сыҡманы, ҡайттыңмы, балам, тип ҡулын биреп күрешмәне.
– Ерләгәс, беҙҙә аят уҡытып, хәйер саҙаҡаһын тараттыҡ.
– Рәхмәт! Фәһим ағай, һеҙҙең яҡшылыҡты мәңге онотмам, барығыҙҙың алдында мин оло бурыслымын, – тип ғәйепле икәнлеген тағы бер тапҡыр телгә алды. Фәһим ҡарт:
– Ярар, мин ҡайтайым, йә әбей юғалтыр, – тип сығып китте.
Хәнифтең тамағына ҡаты төйөр килеп тығылды. Ул арып, хәле бөткәндәй урындыҡҡа лып ултырҙы. Яңғыҙы ҡалғас: “Әсәкәйем! Минең бәғерем, – тип үҙ алдына бышылданы. – Мин ҡайтмағанға үпкәләгәнһеңдер инде. Әрнеп, зарығып, һары һағыштарға батып, был яҡты донъяларҙан китеп барҙың инде. Кисер инде мине, әсәй, ғәфү ит, ғәфү итә алһаң. Һин мине ғәфү итерһең, әммә мин үҙемде ғәфү итә алмайым. Мин был донъяла кеше түгел, минең кеше булырға хаҡым юҡ”, – Хәниф үҙенең нимә һөйләгәндәренә лә иғтибар итмәй, аҡылынан яҙғандай үҙ алдына бышылданы.
Күршеләренә әйләнеп килгәндә, Фәһим ҡарт соланының тупһаһында ултыра ине.
Хәниф һүҙһеҙ генә, ни тип һүҙ башларға белмәй аптыраған ҡиәфәттә баҫып тора ине, ҡарт үҙе һүҙ башланы.
– Ауылға бер йыл элек эшкә килгән Хәйерниса исемле фельдшер һеҙҙең өйҙө һораша ине. Быға тиклем Миңлебикә ҡарсыҡтың өйөндә йәшәне. Хәҙер ул ҡарсыҡтың Себерҙә йәшәгән улы күсеп ҡайтты. Хаҡлы ялға сыҡҡандар тыуған ауылдарына тартылалар. Күрше ауылға ике ғаилә күсеп ҡайтты Себерҙән. Сатан Миңлисламдың улдары, бәлки, беләһеңдер. Уларҙың атаһы һинең атайың менән бер йылғылар. Ана, Хәйерниса килен үҙе беҙгә инеп килә, һинең ҡайтыуыңды береһенән ишеткәндер, ахыры. Үҙе һөрәнләп әбейенә:
– Самауырыңды яңырт, ҡунаҡтарҙы ҡоро сәй менән булһа ла һыйлайыҡ, – тип өтәләнде, ҡапҡа аша килеп ингән ҡатынды күргәс, Хәниф ҡойолдо ла төштө. Өнөммө, төшөммө, тигәндәй ҡараштарын бер ҡатынға бер Фәһим ҡартҡа йүнәлтте. Хәйерниса ла ғәжәпләнеп:
– Бәй, кемде күрәм, әллә яңылышам тиһәм, юҡтыр тип уйлайым, Хәниф һин түгелме? – тип йылмайып килеп күреште.
Хәниф:
– Мин дә ышанып етмәйем һине күреүемә, күпме йылдар үткәс, күпме һыуҙар аҡҡас, бына осраштыҡ.
Бер аҙ аптырауҙан баҙап ҡалған Фәһим ҡарт:
– Бәй, һеҙ таныштар ҙа булып сыҡтығыҙ бит.
– Эйе, беҙ студент йылдарыбыҙҙан танышбыҙ. – Хәниф нисек булған, шулай һөйләп бирҙе. Хәйерниса – мединститутта, мин авиационныйҙа уҡыным. Студент йылдарында йыш ҡына дискотекалар ойоштороп күңел аса торғайныҡ. Диплом алғас, юлдарыбыҙ айы-рылды. Миңә Күмертау вертолет заводына йүнәлтмә бирҙеләр.
Ә Хәйерниса ҡайһы тарафтарға юлланғандыр, әйтә алмайым.
Фәһим ҡарт:
– Килен тип әйтеүем шунан, беҙҙең яҡта ситтән килгән ҡатын-ҡыҙҙы фельдшер булһынмы, уҡытыусы булһынмы, һатыусымы, клуб мөдиреме, барыһын да – килен, йәштәр еңгәй тиҙәр туған кеүек күреп, – тип һүҙгә ҡушылды.
– Йә, Хәйерниса, нисек беҙҙең яҡтарға килеп юлыҡтың? Һөйләп ебәр, – тип Хәниф өҙөлгән хәбәрҙе ялғаны.
– Тормош көткән иптәшем фажиғәле һәләк булғас, нишләптер район үҙәгендә башҡаса ҡалғым килмәне. Һеҙҙең ауылға фельдшер кәрәк тигәс, үҙ теләгем менән ошо ауылға килдем.
Хәниф кеҫәһенән өйөнөң асҡысын сығарып:
– Әйҙә, өйҙө инеп ҡара, мин әле генә шунан. Һин, әсәйем иҫән саҡта килгәнең булғандыр? – тип алдан юл күрһәтте.
– Зәбиҙә инәй мәрхүм тигәнде ишеткәс, килеп ҡарап, үлеме тураһында справка яҙып бирҙем ауыл хакимиәтенә. Ҡалаға алып барып тикшертергә ҡаршы торҙом, сөнки инәй оло йәштә, ниңә мәрхүмәне ҡуҙғатып йөрөтөргә. Хакимиәт башлығы ҡапыл-ғара баҙап ҡалды: “Әлләсе, һуңынан һүҙ килеп сыҡмаһа”, – тип. “Сыҡмаҫ, мин ябай фельдшер түгел, ә юғары белемле врач, район дауаханаһында эшләгән кеше”, – тинем. Юл ыңғайы Хәниф ҡатындың буй һынына күҙ һалды. Кәүҙәһен тура тотоп, йәшлек күркәмлеген юғалтмай атлауы, төҫкә лә йөҙө һис бер йыйырсыҡһыҙ, килешле генә үҫтергән сәсе, ыҫпай ғына кейенгән. Врач кеше, бәлки, шулай булырға тейештер ҙә, – тип һығымта яһап ҡуйҙы. Өйҙөң ишеген асҡас:
– Рәхим ит, әсәйем өйҙө таҙа, бөхтә итеп тотто. Өй иҫке генә, күреп тораһың. Оҡшатырһыңмы, юҡмы, үҙең ҡара. Әсәйҙән ҡалған кейем-һалым, әйберҙәрҙе йыйнап келәткә сығарырмын, һинең үҙеңдең әйберҙәрең барҙыр. Үҙе көтмәгәндә:
– Ә һинең бала-сағаларың барҙыр бит, улар уҡыйҙармы, эшләйҙәрме тигәндәй?
– Ҡыҙым Ҡазанда университетта тәүге йыл уҡый, буласаҡ юрист, башҡа бала тапманым, – тип Хәйерниса мөләйем генә йылмайып ҡуйҙы.
– Ә үҙең заводта кем булып эшләйһең, ғаиләң барҙыр? – тип Хәйерниса ла һорап ҡуйҙы.
– Цех начальнигы булып эшләйем, ике ҡыҙ үҫтерҙек. Ҡыҙҙар уҡып белем алып, тормошҡа сығып, һәр ҡайһы үҙ донъяһы менән йәшәй. Ә һин һуңлабыраҡ тормошҡа сыҡҡанһыңдыр, шулаймы? – тип урынһыҙ булһа ла һорап ҡуйҙы.
– Эйе, йүнәлтмә менән район үҙәге дауаханаһына килеп эшкә урынлаштым. Тәүге мәл бер апайҙа фатирҙа йәшәнем. Дауахананың үҙендәге бер бүлмәне биргәйнеләр ваҡытлыса йәшәргә, баш тарттым. Яңғыҙыма нимәгә ул бүлмә? Ә фатир хужаһы апай менән серләшеп, иптәшләшеп йәшәнек. Дауаханала шофер булып эшләгән утыҙҙы үткән буйҙаҡ ир һағыҙаҡ кеүек йәбеште, башымды әйләндерҙе. Сибәр, телгә бөткән, байтаҡ ҡыҙҙарҙың башын әйләндергән, дөрөҫөн әйткәндә, тормошҡа еңел ҡараған елғыуар булып сыҡты. Ҡыҙыбыҙ тыуып, ике йәш тулыуға, холҡон күрһәтә башланы. Сит бисәләрҙә ҡунып ҡала ине. Мин өндәшмәнем, балабыҙ хаҡына түҙҙем. Эсеп йөрөп, танытмаһын алдырғас, кочегар булып эшкә урынлашты. Унда инде ҡайҙа йөрөгәне, эштән ҡасан ҡайтҡаны ла, ҡасан киткәне лә билдәһеҙ булды. Шулай үҙ башына үҙе етте. Сираттағы эскелек ваҡытында, үҙ-ара бәхәс сыға, һуғышып китәләр, уны шунда туҡмап үлтерәләр. Уны ерләгәс, ниңәлер район дауаханаһында ла, ғөмүмән, район үҙәгендә лә ҡалғым кил­мәне. Бына шулай һеҙҙең ауылға килеп эшкә урынлаштым.
Хәйерниса яҙмышының ошолай килеп сығыуынан оялғандай, ҡараштарын аҫҡа төшөрҙө. Икеһе лә бер аҙға тын ҡалдылар. Хәниф үҙе лә һиҙмәҫтән:
– Ә ҡала дауаханаһына эшкә урынлашырға тигән уйың булманымы? – тип һорап ҡуйҙы.
– Әллә, ул турала уйлағаным булманы. Хеҙмәт кенәгәмдәге яҙманы уҡығас: “Ниңә улай, район дауаханаһында эшләгәнһең, унан ауылға фельдшер булып күскәнһең, бәлки, врач булып эшләргә һәләтең юҡтыр?” – тип һорап ҡуйырҙар. Фатир мәсьәләһе хәҙер ҡалала проблема түгел-түгеллеген, ләкин ул хаҡта уйлағаным булманы. Ауылда тыуып үҫкәнгә ауыл тормошо миңә яҡыныраҡ. Ҡыҙымды уҡытып сығарыу миңә төп бурыс булып тора. Хәнифтең башында фекер тыуа биреп ҡуйғайны, шуны әйтмәйенсә булдыра алманы.
– Беләһеңме, Хәйерниса, әйҙә, ҡалаға, квартира башҡа ҡалаларға ҡарағанда Күмертауҙа осһоҙораҡ. Тәүге мәл ҡуртымға алып йәшәп торорһоң. Мин һиңә ярҙам итермен. Һиңә, юғары белемле табип була тороп, ауылда ябай фельдшер ғына булып ҡалыу ярамаҫ тип уйлайым. Һиңә, һис шикһеҙ, ҡала тормошона ынтылырға кәрәк – ҡала, халыҡтың тормош итеү үҙәге. Унда күберәк һинең ярҙамға мохтаждар. Ауыл кешеһе ауырыһа-нитһә иң тәү ҡала дауаханаһына бара. Ҡала врачтары белемлерәк күренә уларға. Ә беҙҙең ауылға килгәндә, урта белемле медицина белгестәре лә табылыр. Мин, ҡатынымдың кем икәнлеген хәҙер генә аңланым, әлегә ул турала һиңә һөйләп тормайым, берәй ваҡыт уңайы тура килгәндә һөйләрмен әле. Үткән төн буйы, мин ғүмеремә байҡау яһап, уйланып сыҡтым, айырылам мин ҡатынымдан.
– Кит, ниңә улай ҡапыл, мине осратҡас шул уй башыңа килдеме? Улайға китһә, мин һеҙҙең тормошоғоҙҙо боҙоусы булам бит, мин уны теләмәйем, – тип Хәйерниса аптыраулы ҡарашын Хәнифкә йүнәлтте.
– Юҡ, Хәйерниса, бында һинең бер тамсы ла ғәйебең юҡ. Мин үҙем шулай, йөрәгем ҡушыуы буйынса ошондай аҙымға барам.
Мин өс-дүрт көнгә тип ҡайттым, әйҙә әйберҙәреңде алып килергә ярҙам итәм. Һин әйберҙәреңде әҙерләй тор, мин машина табып, килеп етермен. Ә хәҙергә әсәйемдең әйберҙәрен урынлаштыра торам. Хәйерниса сығып киткәс, Хәниф нимәгә тотонорға белмәгәндәй бер мәл аптырап ҡалды. Әсәһенең һандығын асҡас, күҙҙәренә почта ҡағыҙҙары, уларҙың араһында бер төргәк аҡса бар ине. Ҡағыҙҙар, ул ебәргән аҡсаларҙың квитанциялары. Тимәк, әсәһе ул ебәргән аҡсаларҙы тотонмаған, ә йыйып барған. Үлеп-фәлән китһәм тип, үҙ аҡсаһын әҙерләп ҡуйған. Хәниф хәле бөткәндәй ултырғысҡа ултырҙы. Бер аҙ уйланып ултырғас, һандыҡҡа әсәһенең кейем һалымдарын тултырҙы. Бер сәғәт үткәс, эшен тамамлап, урамға сыҡты. Ҡаршы өйҙә йәшәүсе Ғәбиҙулла өйҙә икән. Уның бортовой уазигында Хәйерниса йәшәгән йортҡа киттеләр. Әйберҙәрен тейәп әсәһенең өйөнә килтереп бушатып, ҡараңғы төшкәнсе урынлаштыр­ҙылар. Сәй ҡайнатып эстеләр. Студент саҡтарындағы байтаҡ ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Хәниф Хәйернисаға шулай тиҙ эҫенеп китермен тип башына ла килтермәгәйне, үҙенән-үҙе шулай килеп сыҡты, әйтерһең, улар икәүҙән-икәү ғүмер иткәндәр ҙә яңы урынға күсеп килгәндәр. Бер килгәндә бар эштәрҙе лә теүәлләйем тигән кеүек иртәгеһен Хәниф ҡалаға юлланды. Салондан иҫтәлекле таш яһатып, кәртәләүен алып ҡайтып, әсәһенең ҡәберлегенә урынлаштырҙы. Аш-һыу әҙерләргә аҙыҡ-түлек, аят уҡытҡас хәйерлек таратырға тейешле әйберҙәрен дә Хәйерниса әйткәнсә, теүәлләп алып ҡайтты. Барыһын да әҙерләп, әсәһенең өсөн, етеһен уҡыттылар. Ошоларҙы башҡарғас, ҡайғыһы ҡул менән һыпырып ташлаған кеүек юҡҡа сыҡмаһа ла, өҫтөнән ауыр йөк төшкән кеүек булды. Бәлки, эргәһендә Хәйерниса кеүек күңелен яулап алған һөйкөмлө ҡатындың булыуы ла ярҙам иткәндер. Иртәгеһенә кискә генә юлға сыҡты. Ҡуҙғалыр алдынан, үҙенең әйткәненән кире ҡайтмауын, барыһы ла һөйләшкәнсе буласағын тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө. Кәрәк булһа, берәр аҙнаға ғариза яҙып, үҙ иҫәбенә отпуск алып ҡайтырға теләген дә әйтте.
Хуш, осрашҡанға тиклем, тип, үҙендә ниндәй ҡыйыулыҡ тапҡандыр, Хәйернисаға ҡул биргәс, ҡосағына алды һәм күкрәгенә ҡыҫып ирендәренән үпте. Хәйерниса ла ҡаршылашманы, тик ул башын Хәнифтең күкрәгенә терәгәс, ниңәлер һулҡылдап тауышһыҙ ғына илай ине. Йәшле күҙҙәрен һөрткәс, Хәнифтең күҙҙәренә ҡараны.
Уның ҡараштарында “мин һиңә ышанам” тигәнде аңларға була ине.

Автор:
Читайте нас