

Атап әйткәндә, указ педагогтарҙың карьераһы дауамында профессиональ үҫешен, яңы эшләй башлаған уҡытыусылар өсөн мотлаҡ остазлыҡ итеүҙе, шулай уҡ электрон белем биреү ресурстарына һәм цифрлы китапханаларға бушлай инеүҙе күҙ уңында тота.
Бынан тыш, уҡытыусылар айына бер тапҡыр дәүләт музейҙарына бушлай йөрөү, һөнәри эшмәкәрлек мәсьәләләре буйынса бушлай юридик ярҙам алыу һәм башҡа хоҡуҡтарға эйә була. Мөһим яңылыҡ – 25 йылдан ашыу педагогик стажы булған уҡытыусыларға «Хеҙмәт ветераны» исемен биреү. Документ шулай уҡ төбәктәргә уҡытыусыларҙың балаларын балалар баҡсаларына тәү сиратта алырға тәҡдим итә.
РФ хөкүмәтенә алты ай эсендә уҡытыусы статусын раҫлаған таныҡлыҡтың берҙәм өлгөһөн әҙерләү, ошо ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу өсөн ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү бурысы йөкмәтелде.