Шоңҡар
+20 °С
Ясно
Йәмғиәт
25 Июля , 14:15

Ат өҫтөндә үҫкән Ханнан кәләш алды

Бәләкәйҙән ат өҫтөндә үҫкән Ханнан, атаһына оҡшап, Бөрйәндә генә түгел, республикала, башҡа төбәктәрҙә уҙғарылған сабыштарҙа тәүге урындарҙы алып йөрөгән бәйгесе лә. Әйткәндәй, Фидан менән Таңһылыу килендең йәштәргә биргән бүләктәренең береһе – “Император” ҡушаматлы шәп спорт аты – туйҙың икенсе көнөндә үк Әбйәлилдәге ярышта беренсе урын алып ҡайтты.

Ат өҫтөндә үҫкән Ханнан кәләш алдыАт өҫтөндә үҫкән Ханнан кәләш алды
Ат өҫтөндә үҫкән Ханнан кәләш алды

Йәштәргә бәхетле киләсәк насип булһын!

Бөрйәндә  тағы бер матур мосолман ғаиләһе барлыҡҡа килде. Ат сабыштарында алдынғылыҡты бирмәгән, районда ғына түгел, республикала һәм башҡа төбәктәрҙә уҙғарылған бәйгеләрҙә тәүге урындарҙы алып йөрөгән Бөрйән егете, данлыҡлы Мәзитовтар ғаиләһендә буй еткергән 19 йәшлек Ханнан яңыраҡ кәләш алған.Йәштәрҙе тәүге ғаилә байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Бәрәкәтле тормош, матур киләсәк теләйбеҙ!Һеҙгә Ханнан тураһында уның инәһе Дилбәр Ишморатова яҙған матур, йылы яҙманы тәҡдим итәбеҙ

 

Ошо көндәрҙә тыуған төйәгебеҙ - Бөрйән районының Яңы Усман ауылында йәшәгән бәләкәй ҡустым Фидандың өлкән улы Ханнан кәләш алды. 19 йәшлек кенә улыбыҙ шулай үҙаллы оло тормош юлына аяҡ баҫты

 ...Өс-дүрт йәшлек сағы. Беҙгә Өфөгә ҡунаҡҡа килде. Балаларҙың күмәгеһен эргәбеҙҙәге “Урмансылар” паркына алып китеп барам. Ханнан, һәр ваҡыттағыса, ҡабаланып иң алдан елдерә, осраған бер кеше менән “Һаумыһығыҙ!” тип ихлас иҫәнләшергә лә өлгөрә) Әммә был прогулканан кәйефе төшөп ҡайтты улымдың. “Һеҙҙең Өфөгөҙҙөң олатайҙары менән өләсәйҙәре лә хатта һаулыҡ һораша белмәй!” – тип))
Хәҙер инде ошонда студент булып, өҫтәүенә эшләп йөрөһә лә, Өфөнө барыбер үҙ итә алмай улым. “Тәрән итеп, рәхәтләнеп тын алып та булмай бит”, – тип ҡуя. Шуға ла киләсәген Бөрйәне менән бәйләргә уйы.

 Ханнан бәләкәйҙән олатаһы һәм өләсәһенең эргәһендә йөрөп үҫкән бала. Атайым уға ныҡ ышана, терәк-таяныс итеп күрә торғайны. Ханнан әйтә икән, тимәк, дөрөҫ, тип ҡабул итте. Уның менән өлкәндәрсә кәңәшләшер ине, бәләкәй сағынан уҡ бөтә эштәргә өйрәтте.
Атайым яман сиргә юлыҡҡас та гел хәрәкәттә булды, машинаһында ла йыраҡ юлға үҙе сығып китер ине. Шундай саҡтарҙа ла гел янында Ханнан улыбыҙ йөрөнө – олатаһын яңғыҙ ҡалдырманы. Атайым ҡапыл баҡыйлыҡҡа күскәндә лә эргәһендә ул булған
Хәҙер ҙә өләсәһе – әсәйебеҙ янына һәр ваҡыт барып, хәстәрләп йәшәй улыбыҙ.

 Йәш кенә булһа ла, никахтың, туйға әҙерлек эштәренең байтаҡ өлөшөн үҙе күтәрҙе Ханнан, ата-әсәһенә, һәр ваҡыттағыса, ҙур терәк-таяныс булды. Ә айыҡ туй, Аллаға шөкөр, бик матур уҙҙы. Милли йолаларыбыҙға, динебеҙ ҡанундарына нигеҙләнгән байрамдан барыбыҙ ҙа күңел кинәнесе алдыҡ. Үҙебеҙҙең затҡа оҡшап ҡына торған матур, уңған киленебеҙ бар хәҙер Бәхетле, имен-һау ғына булһындар!

 Бәләкәйҙән ат өҫтөндә үҫкән Ханнан, атаһына оҡшап, Бөрйәндә генә түгел, республикала, башҡа төбәктәрҙә уҙғарылған сабыштарҙа тәүге урындарҙы алып йөрөгән бәйгесе лә. Әйткәндәй, Фидан менән Таңһылыу килендең йәштәргә биргән бүләктәренең береһе – “Император” ҡушаматлы шәп спорт аты – туйҙың икенсе көнөндә үк Әбйәлилдәге ярышта беренсе урын алып ҡайтты. Аллаһ насип итеп, тормошоғоҙ гел ошондай һөйөнөслө ваҡиғаларҙан, еңеүҙәрҙән торһон, улым һәм киленем!

 Йәштәрҙең туйын сағыу милли байрамға әйләндергән барлыҡ туғандарыма, берҙәм, рухлы ауылдаштарыма ҙур рәхмәт!

 

Ат өҫтөндә үҫкән Ханнан кәләш алды
Ат өҫтөндә үҫкән Ханнан кәләш алды
Ат өҫтөндә үҫкән Ханнан кәләш алды
Ат өҫтөндә үҫкән Ханнан кәләш алды
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас