

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙҙең илһөйәрлеге, тыуған ере өсөн йәнен фиҙа ҡылыр холоҡ-сифаты ҡандан киләлер. Илебеҙгә ҡурҡыныс янағас, күп ҡыйыу яҡташтарыбыҙ яуға китте. Уларҙы тәрбиәләгән, үҫтергән атай-әсәйҙәр алдында баш эйәбеҙ.
Хәйбулла районы үҙәге Аҡъяр ауылында йәшәгән Луиза Юлбарыҫованың да «Зевс» позывнойлы улы бөгөн ил һағында.
Луиза Ислам ҡыҙы райондағы «Ғаилә» үҙәгендә ойошторолған «Хәйбулланың тыуған тылы» ирекмәндәр ойошмаһының ағзаһы. Улар күпләп һаҡ селтәрҙәре менән ҡотҡарыусы беләҙектәр үрә, окоп шәмдәрен ҡоя, дрондан ҡурсалаған одеялдар тегә, һалма йәйә, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй, аҡса йыйып, хәрбиҙәргә махсус ҡорамалдар, медицина кәрәк-ярағын хәстәрләй. Был изге эште барыһы ла йөрәк, выждан һәм намыҫ ҡушыуы буйынса ихлас башҡара.
«Зевс» МХО-ға 2023 йылдың май айында үҙ ирке менән юллана.
– Улым бала саҡтан шуҡ, шаян, отҡор булып үҫте, – ти Луиза ханым. – Аҡъярҙағы 1-се мәктәпте тамамлағас, ауылыбыҙҙағы тау колледжында белем алды. Яҡшы билдәләргә генә өлгәште. Таҙалыҡты, тәртипте ныҡ яратты. Бер йәшендә генә атайһыҙ тороп ҡалғас, үҙем бар эшкә лә өйрәтеп үҫтерҙем. Шуғалыр ҙа барыһын белеп, ихлас башҡара. Үҙенән ун дүрт йәшкә бәләкәй Нил ҡустыһына өлгөлө ағай ул. Гел бер-береһенә яҡшы мөнәсәбәттә булып, туғандарса матур аралашалар. Ағаһы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда ҡустыһына барыһын аңлатып, тормош һабаҡтары бирергә тырышып тора. Нил Аҡъярҙағы 1-се мәктәптә VII кластағы тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә тамамланы. Ҡурайҙа оҫта уйнай. Белем усағында ойошторолған төрлө бәйгеләрҙә теләп ҡатнаша. Өйҙә минең ҙур ярҙамсым. Ул: «Ағайым шулай эшләргә ҡушты, быны ошолайтырға кәрәк», – тип яныма килеп етә. Ә Алина ҡыҙым Өфөләге медицина университетының I курсында уҡый. Ул да ағаһы менән һөйләшеп, кәңәшләшеп тора. Улыбыҙға тыуған яҡтың йылы тойғоларын белдерергә тырышабыҙ.
Аллаға шөкөр, балалар үҙ-ара бик дуҫ, шуға ныҡ ҡыуанам. Хоҙайым, тиҙерәк һуғыш бөтөп, улымдың имен-һау ҡайтыуын теләп кенә йөрөйөм.
«Зевс» Баймаҡ ҡыҙы Дианаға өйләнә. Бығаса Баймаҡтағы «Электроник» магазинында һатыусы-консультант булып эшләй. Махсус хәрби операция иғлан ителгәс ул: «Тыуған илемде, иң ҡәҙерле кешеләремде дошмандан һаҡларға тейешмен», – тип фронтҡа китә. Әле ике ҡыҙҙары үҫеп килә. Элинаға 10 йәш булһа, Эмилияға – 8 ай. Бәләкәй ҡыҙ атаһы яуҙа саҡта тыуа. Яугир, ҡыҫҡа ялын ҡатынының бәпес менән бала табыу йортонан сыҡҡан мәленә тура килтереп, бәләкәсен ҡайтып күрә.
«Зевс» яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн өс тапҡыр бүләкләнә. Геройға Генерал Шайморатов, «Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан өсөн» һәм «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдарын тапшыралар.
– Телефон аша аралашып, хәлдәрен белешеп торабыҙ. Әммә күп һөйләшергә яратмай ул: «Әсәй, минең хәлдәр яҡшы, борсолмағыҙ! Беҙ тиҙҙән еңеп ҡайтырбыҙ, беҙҙе көтөгөҙ!» – тип ҡыҫҡа ғына яуаплай, – ти әсәһе Луиза Ислам ҡыҙы.
Оло йөрәкле, гүзәл ханым 31 йыл Аҡъярҙағы бала табыу йортонда акушер булып эшләй. Күпме сабый уның ҡулында донъяға ауаз һалған! Тимәк, тормош дауам итә.
Ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ батырҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, үҫеп килеүсе йәш быуын да уларға ҡарап үрнәк алырға, оҡшарға тырыша. Эйе, беҙҙең арала бөгөн дә бар геройҙар.
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Хәйбулла районы.