

Өйҙәге һәр әйбер сәләмәтлеккә, кәйефкә, төрлөсә тәьҫир итә. Ҡайһы берҙәре энергияны ала, икенселәре, киреһенсә, кире энергия тыуҙыра. Һуңғыларынан ҡотолоу сараһын күрергә кәрәк.
1. Энергияны емерә торған көнсөл кешеләр, аяҡ салырға теләүселәр өйҙөң берәр еренә, ғәҙәттә, ҡапсыҡ, булавка ҡуйып ҡалдыра, ишек йә тәҙрә яңағына энә, ҡаҙаҡ кеүек әйбер ҡаҙай. Уларҙы тиҙерәк юҡ итегеҙ.
2. Шикле бүләктәр емергес энергия бирә. Һеҙҙе яратмаусыларҙан көтөлмәгән бүләктәрҙе ҡул менән тотоп алмағыҙ. Әҙәпле генә итеп рәхмәт белдереп, эстән генә: ”Миңә бәйләнмә, ни теләгән булһаң – шуны хужаңа ҡайтар”, – тип әйтегеҙ. Йә һатығыҙ, йә сығарып ташлағыҙ. Ундай бүләктәр кәйефте емереп кенә ҡалмай, сәләмәтлеккә лә зарар килтерә.
3. Үлем менән бәйле әйберҙәр емергес аураға эйә. Һөлдә, мөгөҙҙәр, йәнлек тиреләре, төрлө ҡарасҡылар – бына шундайҙар.
4. Ҡайһы бер ҡиммәтле таштар һеҙҙең энергетика менән тура килмәҫкә мөмкин. Аҫылташтар – урланған йәки магик көскә эйә кешеләрҙеке булыуы ихтимал. Биҙәнеү әйберҙәрен яратһағыҙ, таныш урындан, һыналған һатыусыларҙан ғына алығыҙ. Һәр кешегә үҙ йондоҙлоғо ташы ғына тура килә.
5. Диңгеҙ ҡабырсыҡтары йөрәк-ҡан тамырҙарына насар тәьҫир итә. Улар йортоғоҙға ҡара эсле үткәреүселәр ҙә.
6. Китек сынаяҡ, һауыт-һаба – насар энергетика сығанағы. Улар ыңғай энергетиканы һурып алып, хәйерселеккә юл аса. Аҙыҡтың энергетикаһын да боҙа. Ватыҡ һауыт-һаба – бактерия сығанағы ла.
7. Туҙған, тишелеп бөткән кейем, иҫке, ҡыйшайып бөткән туфлиҙар өйҙә тормаһын. Улар – кире энергия сығанағы. Өйҙә, ғөмүмән, артыҡ әйбер булмаҫҡа тейеш. Иҫке әйберҙәрҙе сығарып ташлауҙан ҡурҡмағыҙ. Уларҙан ҡотола белергә кәрәк. Өйҙә иҫке әйберҙәрҙе йыйып ятҡырып, үҙебеҙгә ярлылыҡҡа программа һалабыҙ. Иҫкегә сат йәбешеп ятыу – хәйерселек билдәһе. “Яңыһын алырға аҡса әллә була, әллә юҡ”, – тип, беҙ үҙебеҙҙе аҡса ала алмау программаһына көйләйбеҙ.
8. Эшләмәгән сәғәтте йыш ҡына, матур тип, интерьерҙы биҙәр өсөн тоталар. Шулай уйлау үҙе үк хата! Ватылған әйберҙе, шулай уҡ, һаҡларға ярамай. Сәғәттәрҙе – бигерәк тә! Көслө тиҫкәре энергия сығанағы һанала.
9. Шәреҡ һынамышы буйынса, бысраҡ иҙән – хәйерселеккә килтерә, аҡса кереүҙе тотҡарлай. Сүп йыйып ятҡырырға ла ярамай. Йыуылмаған һауыт-һабаны һис булмаһа раковинаға ҡуйып тороғоҙ. Сүп менән тулы пакеттарҙы ишек янында тоторға ярамай.
10. Күптәр ватыҡ экранлы телефондарын, эшләмәй торған гаджеттарын һаҡлай. Ғәмәлгә яраҡһыҙ техника туҙан йыйып ята. Электрониканың үҙ минустары бар – һаҡламағыҙ. Техника, бигерәк тә телевизор аша негатив йыйыла. Телефон, телевизор, планшет, радио ҡулланыуға яраҡһыҙға әйләнгәс, насар энергияны тышҡа сығара башлай.
12. Буш банкалар, макулатуранан да арынырға кәрәк. Ҡағыҙ һәм быяла – иң яҡшы негатив үткәргес. Ул уларға йәбешә тамам! Иҫке гәзит-журналдарҙы ашай һәм йоҡлай торған бүлмәлә генә түгел, хатта һарайҙа ла тотмайҙар!
Вампир әйберҙәргә ҡаршы, киреһенсә, яҡшы энергетика менән һөйөндөрөүсе предметтар бар. Ҡайҙа ла уңышҡа ирешә торған кешеләрҙең йортонда бына шундай әйберҙәр осратырға була:
Сәскәләр
Фен-шуйҙың бер символы. Уға бик әһәмиәт бирәләр. Мәҫәлән, һәр кеше ғүмерендә ете сәнғәт төрөн белергә тейеш, шуның береһе – сәскәләр үҫтереү. Гөлдәр һәр өйҙә булырға тейеш. Ләкин уларға бик һаҡ ҡарарға кәрәк. Бының өсөн бер нисә ҡағиҙәне белеү шарт. Әйтәйек, һәр сәскәнең, кешеләрҙеке кеүек үк, үҙ энергетика ҡыры була икән. Сәскә менән хужа бәйләнеше бер-береһенә тура килһә, өйгә ыңғай энергия инә, насарҙары сығып китә. Әгәр инде бындай яраҡлашыу юҡ икән, кешегә бер сәбәпһеҙ ауыр була башлай, хәле китә. Сәскәне һайлағанда, уға еңелсә ҡағылып, күҙҙәрҙе 1-2 минут йомоп торорға, үҙеңдең эске кисерештәреңде тыңларға кәрәк.
Көҙгө
Ул һәр өйҙә бар. Мул уңыш, һаулыҡ, байлыҡ сығанағы һанала. Ләкин көҙгөнө дөрөҫ урынлаштырырға кәрәк. Ул башҡа көҙгөләр ҡаршыһына, шулай уҡ тәҙрә ҡаршыһына эленергә тейеш түгел!
Шәмдәр
Шәм, дөрөҫөрәге, ут – кешегә дөрөҫ юл күрһәтеүсе үткәргес ул, яман энергетикаға ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә. Юҡҡа ғына ауырыу ятҡан бүлмәлә шәм яндырмағандар! Улар насар энергетиканы яндырып юҡҡа сығара. Шәм яҡтыһында ваннала ятһаң, стресс, негатив эмоциялар юҡҡа сыға, тынысланып ҡалаһың. Күңелһеҙ ваҡиғалар алмашынып торһа, беҙҙә шәм яндыралар. Ишек тупһаларына, өйҙәге мөйөштәргә изге һыу һибеп, ароматлы лампочкаларҙы, эфир майҙарын өҫтөн күреүселәр бар. Улар тынысландырып ҡына ҡалмай, ”ҡара көстәрҙе” ҡыуып сығара, бүлмәне әкиәти хуш еҫтәр менән тултыра икән. Шулай ҙа еҫтәр менән һаҡ булырға кәрәк. Ҡайһы берҙәре иҙрәтә, икенселәре тормош темптарын тиҙләтә, өсөнсөләре тынысландыра, ә кемдер өсөн улар баш ауырыуҙарына сәбәп була.
Аквариум
Фен-шуй фәнендә ул «ел һәм һыу» тип тәржемә ителә. Шуға күрә үҙен хөрмәт иткән хужала аквариум булырға тейеш. Ул матур, күңелгә уңайлы атмосфера тыуҙыра. Аквариум булмаһа, бүлмәлә шарлауыҡ йәки диңгеҙ күренеше картинаһы эленеп торһа ла, ул яҡшы тәьҫир көсөнә эйә.
Ҡыңғырау
Уны елдең кәүҙәләнеше тиҙәр. Изге Ци энергияһы үткәргесе ул. Яуыз көстәрҙе ҡыуып, хужаға ҡунаҡтар киләһен хәбәр итә. Ҡыңғырауҙы элеп кенә ҡуяһы түгел, айырым инструкциялар буйынса урынлаштырырға ла кәрәк.
Кристалдар
Улар өйҙә әллә ни ҡулланылмай ҙа. Ләкин шулай уҡ мөһим әйбер булыуын онотмаҫҡа кәрәк. Кристалды ике донъяны тоташтырыусы тип һанайҙар. Ғәҙәттә, уны эш өҫтәленә ҡуялар. Көс бирә, фекерҙәрҙе тәртипкә һалырға булыша тип ҡарайҙар.
Быларға өҫтәп, яҡшы энергетикалы тағы бер нисә әйберҙе һанап китәбеҙ. Бойҙай, арыш башаҡтары вазала торһа, сигеү мендәрҙәр карауаттарҙы биҙәһә, фикус гөлө бүлмәлә үҫеп ултырһа, өйөгөҙҙә тыныслыҡ булыр. Белеп тороғоҙ: цензураһыҙ һүҙҙәр өйҙең аураһын бысрата!
Фото: https://www.magnific.com/ru/free-photo/suitcases-with-books-flowers-birdcage_1211832.htm#fromView=search&page